Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
ка.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
555.4 Кб
Скачать

Мәҙәни-ял итеү үҙәге

Үҙәк район китапханаһы”

Төп шөғөлөм буйынса мин- фән кешеһе, әҙәбиәт белгесе…

Донъяға күберәк ғалим булып бағам”.

К И М Ә Х М Ә Т Й Ә Н О В

(1932-1980)

Библиографик күрһәткес

Асҡар 2017

Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов 1932 йылдың 5 февралендә Башҡорт АССР-ынын. Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамла­ғас, Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. 1951—1955 йыл­дарҙа — Башҡорт дәүләт педагогия институты студенты. Ике йыл ошо институттың башҡорт филологияһы кафедраһында ассистент булып эшләй. 1957—1960 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый. Башҡорт поэ­зияһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1960—1978 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми сотрудник булып эшләй. 1978 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте кафедраһына эшкә күсә.

Илленсе йылдарҙың аҙағынан алып К. Әхмәтйәнов әҙәби тән­ҡит һәм әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә актив эшләне. Ул башлыса әҙәбиәт теорияһы һәм поэтика мәсьәләләрен өйрәнде. Тәүге китабы уҡ башҡорт поэмаларының теорияһына арналғайны. Ул һуңыраҡ «Әҙәбиәт терминдары һүҙлеге», «Әҙәбиәт теорияһы» тигән хеҙмәт­тәрен яҙҙы. «Әҙәбиәт теорияһы» китабы өсөн 1972 йылда уға рес­публикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелде. Ул етмешенсе йылдарҙа башҡорт поэзияһының теоретик нигеҙҙәрен, тарихи поэтиканы ентекле тикшереү менән шөғөлләнде. Шуның һөҙөмтәһе булып «Поэтик образлылыҡ» исемле хеҙмәте барлыҡҡа килде. Ғ. Сәләм һәм Н. Нәжми поэзияһы тураһында монографик хеҙмәттәре донъя күрҙе. К. Әхмәтйәнов әҙәбиәт теорияһына, айы­рыуса башҡорт поэтикаһын тарихи планда тикшереүгә ныҡ әһә­миәт бирҙе.

Ким Әхмәтйәнов башҡорт әҙәбиәте буйынса урта мәктәптәр өсөн программалар төҙөүҙә, V, VI, VIII кластар өсөн туған әҙә­биәт дәреслектәрен яҙыуҙа ҡатнашты.

1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

Уның иҫтәлегенә 1992 йылда Ким Әхмәтйәнов исемендәге махсус премия булдырылды. Тәүге премия Рамазан Ғимран улы Өмөтбаевҡа бирелде. Әлмөхәмәт ауылының бер урамы ла Ким Әхмәтйәнов исемен йөрөтә, мәктәпкә мәрмәр таҡтаташ ҡуйылған. Мәктәп музейында ғалим хаҡында иҫтәлекле материалдар, әҙәби ҡомартҡылар тупланған.Тыуған ауылында Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов һәм шағир Рәмил Ҡол-Дәүләттең музейы асылды.

  1. Ким Әхмәтйәновтың баҫылып сыҡҡан китаптары Монографик хеҙмәттәре

Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре. - Өфө, 1962. - 258 бит.

Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. – Өфө, 1965. - 180 бит.

Шиғриәт иленә сәйәхәт. - Өфө, 1967. - 208 бит.

Әҙәбиәт теорияһы. Дөйөм белешмәләр. - Өфө, 1971. - 388 бит.

Башҡорт поэзияһының антологияһы. - Өфө, 1971. - 688 бит. Соавторҙары

Ә. Харисов, Ғ. Хөсәйенов.

Н.Нәжми — шиғыр оҫтаһы. - Өфө, 1974. - 167 бит.

Поэтик образлылыҡ. (Теоретик нигеҙҙәр). - Өфө, 1979. - 152 бит.

Ғ.Сәләм. Тормошо һәм ижады. - Өфө, 1980. - 190 бит.

Матурлыҡ, батырлыҡ, шиғриәт. - Өфө, 1982. - 302 бит.

Әҙәбиәт теорияһы. Дөйөм мәғлүмәт. – 2-се баҫма. - Өфө, 1985. - 344 бит.

Поэтик образлылыҡ. 2-се китап. – Өфө, 1994. – 191 бит.

Әҙәбиәт теорияһы:Дөйөм белешмәләр. – Өфө, 2003. – 392 бит.