Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Шонкар журналында художество-публицистик жанрдар.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
319.49 Кб
Скачать

Икенсе бүлек. “Шоңҡар” журналында художество-публицистик жанрҙарҙың сағылышы

§1. Һүрәтләмә һәм портрет очерк жанрҙары

Һүрәтләмә жанры 90-сы йылдар журналистикаһында, ижтимағи үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә ҡырҡа үҙгәрештәргә дусар булды. Совет дәүерендә әҙәби деталдәргә бай һәм йөкмәткеһе буйынса тәрән идеялы, күләме яғынан ҙур һүрәтләмә жанры хәҙерге гәзит-журнал баҫмаларында ябай журналистик ҡалыпҡа һалынды һәм информацияның роле көсәйеү менән бергә мәғлүмәттең был жанр үҙенсәлектәрен йөрөткән материалдарҙа художество-публицистик алымдарҙан өҫтөнлөклө ролен билдәләне.

“Шоңҡар” журналында ла идея-проблематик йүнәлештән бигерәк уҡыусылар аудиторияһын ҡыҙыҡлы йөкмөткеле материалдар менән яулауға күберәк иғтибар биреү һөҙөмтәһендә һүрәтләмәләрҙең роле бер ни тиклем үҙгәреш кисерҙе. 90-сы йылдар журналда донъя күреп торған күләмле ниндәй ҙә булһа герой тормошон һүрәтләгән проблемалы һәм тәрән йөкмәткеле һүрәтләмәләр теле яғынан ябай, информацион характерҙағы һәм герой менән һөнәре, ҡыҙыҡһыныуҙары яғынан таныштырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйған оператив һүрәтләмәләр менән алмашынды. Журнал йөкмөткеһендә әҙәби материалдарҙың роле кәмеү менән бергә һүрәтләмәләрҙең дә “әҙәбилеге” юғалды тип әйтеү дөрөҫ булыр.

Бөгөн “Щоңҡар” журналында һүрәтләмәләр “Һай ир уҙаманы”, “Таланттар һәм фанаттар” һымаҡ рубрикаларҙа төп жанр формаһы. Әйтәйек, башҡорт театр һәм эстрада сәхнәһе йондоҙҙары менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған “Таланттар һәм фанаттар” рубрикаһында күләме яғынан ҙур түгел, ябай телдә яҙылған һүрәтләмәләр баҫылып тора. Улар күберәк башҡорт театр һәм эстрада сәхнәһенең йәш йондоҙҙарына арналғанға күрә лә оригиналь формала, синтетик жанрҙар үҙенсәлектәрен йөрөтә. Мәҫәлән, “Шоңҡар” журналының 2007 йылғы апрель һанында бағылған йәш йырсы Лиана Хәбибуллина, йәки шул уҡ йылда октябрь һанында донъя күргән “Бүреләр” төркөмө менән таныштырған һүрәтләмәләрҙә интервью һыҙаттарын күрергә мөмкин.Шулай уҡ информацион характерҙағы анкета алымы ла бындай һүрәтләмәләрҙә йыш ҡулланыла.

Шулай ҙа сәхнә геройҙарының тормош юлын һүрәтләгән тәрән йөкмәткеле һүрәтләмәләр ҙә “Таланттар һәм фанаттар” рубрикаһында урыны менән баҫыла. Мәҫәлән, журналдың 2008 йылға ноябрь һанында башҡорт эстрадаһының танылған йондоҙҙары Азамат һәм Нәфисә Тимеровтарҙың тормош юлын һүрәтләгән художество-публицистик жанрҙарҙың бөтә үҙенсәлектәрен дә йөрөткән һүрәтләмә донъя күргән.

“Юрғаныңа юш килер йәки бер мөхәббәт тарихы” тип аталған материал түбәндәгесә башланып китә:

Темәс ауылы мәҙәниәт йорто. Залда алма төшөр урын ҡалмаған. Йәше лә, ҡарты ла башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле оҫталыҡ менән башҡарыусы егеттең моңло тауышын тыңлап тын ҡалған. Нәсимә килгәндә тамаша башланғайны инде. Бейеү дәресе ғәҙәттәгенән оҙаҡҡараҡ һуҙылды шул бөгөн. Район күләмендәге смотрҙа беренселекте яулау бит иҫәптәре. Залдың һул яғындағы мө-йөштә ултырыусы әхирәттәре янына килеп һыйынды үткерлеге менән айырылып торған ҡоралайҙай шуҡ һәм йылғыр ҡыҙсыҡ. Ул арала, баянын ҡулына алып, йәнде тетрәтерлек тауыш менән “Әсә-йемде төшөмдә күрҙем”де йырлай башланы егет.”1

Һүрәтләмә жанрының репортажға яҡынлығы билдәләнеп үтелгәйне инде. Күренеүенсә, материалдың башында уҡ автор геройҙрҙың осрашыуын һүрәтләр өсөн репортаж алымын бик оҫта файҙалана. Ул уҡыусыға әхнә йондоҙҙары тормошщона яҡыныраҡ, реаль тормош күҙлегенән ҡарарға ярһам итә.

Артабан да һүрәтләмәлә художество-публицистик жанрҙарға хас алымдар, әҙәби характерҙағы дәталдәр киң файҙаланыла. Мәҫәлән, халыҡ йырҙарынан алынған өҙөктәр, геройҙарҙың диалогы кеүек үҙенсәлекле алымдарҙы материалда йыш күрергә була:

Сверкая звездами на башнях,

Прошли мы много тысяч верст.

И где прошла моя стальная башня,

Там теперь колышется овес...

Хәрби-танк ғәскәрендә хеҙмәт иткәндә лә йырҙан айырылмай Азамат. “Запевала” була моңло һалдаттың ҡушаматы. “Ҡышҡы һалҡындарҙа йырлауҙың тауыш өсөн зарарлы икәнлеген иҫәпкә алмағанбыҙҙыр, сәғәттәр буйы туҡтамай инек”, - тип йылмая ул әрме йылдарын хәтерләп. Хеҙмәттәштәре төндәр буйы һөйгәндәренә мөхәббәт хаттары яҙа. Егеттәрҙең һүҙ байлыҡтары һайыға башлаһа, Азамат та уларға ярҙамға ашыға. Артыҡ һөйләшеп бармаһа ла, сәсәнлеге менән айырылып тора Баймаҡ районының Семеновск ауылында йырлы-моңло ғаиләлә тыуып үҫкән егет. Һүҙенең дә моңо бар һымаҡ. “Йомартлығың һоҡландыра ла, дуҫҡай, беҙгә өләшеп бөткәс, башҡорт сибәркәйенә һүҙҙәрең ҡалмай тормаҫмы?” - тип мәрәкәләп тә ала иптәштәре. “Беҙҙең халыҡ моңға ла, һүҙгә лә, һыйға ла һаран түгел ул, дуҫтар”, - тип маһайып уҡ китә башҡорт һалдаты бындай мәлдәрҙә. Ә күңелендә инде һағыш сагкылары ла уянып ҡуя.1

Ғөмүмән әйткәндә, һүрәтләмә жанры бөгөнгө “Шоңҡар” журналының йөҙөн билдәләүсе жанрҙарҙың береһе. 90-сы йылдар дәүеренән алып, “Шоңҡар” “Ағиҙел” баҫмаһынан айырылып сыҡҡандан башлап был жанр үҙенсәлекле үҫеш юлын кисерҙе һәм хәҙерге көндә баҫманың үҙенсәлекле журналистик һыҙаттары менән байытылды.

Портрет-очерк жанрын башҡорт публицистикаһының төп формаһы тип атағайныҡ. Ысынлап та, был жанр төрөндә бөтә публицистар ҙа ижад итә, уның йөмәтке үҙенсәлектәре, стиль йәһәтенән байтаҡ типтары йәшәй. Очерк жанры художестволы публицистикала һәм журналистикаға яҡын торған публицистик йүнәлештәрҙә әүҙем файҙаланыла.

Художестволы публицистика һәм журналистика сиктәрендәге публицистиканы айырып ҡараубыҙҙың үҙ сәбәптәре бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, жанр-стилгә бәйле проблемалар ҙа публицистика теорияһында аҙағынаса дөрөҫ хәл ителгән тип әйтеп булмай. Был осраҡта проблеманың проблема рәүешендә ҡалыуын күптәр тикшеренеүсенең икенсел сығанаҡтарға, йәғни рус теленә тәржемә ителгән материалдарға таянып эш итеүенән эҙләр. Һүҙ юҡ, икенсел сығанаҡтарға нигеҙләнеү өҫтәмә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Әммә етешһеҙлектәрҙең (һәм улар принципиаль) төп сәбәбе тәрәндәрәк булһа кәрәк.

Р. Әмиров билдәләүенсә, публицистиканы «таҙа», йәғни төп мәғәнәһендәге публицистикаға һәм художестволы публицистикаға бүлеп ҡарарға кәрәк. Әммә тикшеренеү барышында бындай бүленеш, аныҡ миҫалдарға нигеҙләнеп, нығытылмай. Уның иҫбатлана алыуы ла икеле. Сөнки автор, ошондай фекерҙән сығып, публицистика ярҙарын априори (алдан тикшерелмәйенсә, факттарға нигеҙләнмәйенсә, уларҙы анализламай тороп) шул тиклем киңәйтеп ебәрә, уның эсенә реаль ысынбарлыҡты эстетик танып-белеүҙең һәр бер тармағын индерергә мөмкин. һөҙөмтәлә публицистик сифаты һиҙелгән, субъектив башланғыстары булған һәр бер яҙма һәм халыҡ ижады әҫәрҙәрен тикшеренеүсе художестволы публицистика рәтендә ҡарай.1

“Шоңҡар” журналы биттәрендә ҡайһы саҡ билдәле публицистарҙың портрет очерктары донъя күреп тора. дөрөҫ, улар сағыштырмаса һирәк, әмә баҫылғадары араһында худоество-публицистик жанр үрнәктәрен табырға мөмкин.

Мәҫәлән, 2002 йылдың февраль һанында Ризван Хажиевтың Башҡорт дәүләт университетын төҙөүселәргә арналған портрет очеркы баҫылған. Был әҫәрҙә реаль тарихи ысынбарлыҡтың һәм художестволы һүрәтләүҙең синтездашып килеүе - Р. Хажиев очерктарының етешһеҙлеге генә түгел ул, ҡайһы бер осраҡтарҙа автор уны бик оҫта файҙалана. Билдәле архитетор Барый Кәлимуллин хаҡындағы яҙылған был очерктан миҫал килтерәйек ғына алайыҡ:

Башҡорт дәүләт унисерситетының оҙон колонналары артында ябай күҙгә салынып бармаған мемориаль таҡтаташ бар. Унда түбәндәге юлдар бар: бина 3-сө трест тарафынан 1957 йылда төҙөлгән. Эргә-тирәнән үткән студенттар уны күреп бармайҙар. Өйрәнелгән күренеш”.1

Автор бөгөнгө көн ысынбарлығының бер күренештәрен һүрәтләгәндә сағыу деталде күрә алған. Барый Кәлимуллин, Башҡорт дәүләт университетын төҙөгән билдәле архитектор, ысынлап та, хөрмәтләп иҫкә алынған тарихи шәхестәр иҫәбенә кермәй. Икенсенән, архитекторҙың ижад емешенә битарафлыҡ портрет очеркы проблематикаһын тәшкил итә, буғай.

Зөһрә Ҡотлогилдина - күптән түгел генә үҙенең киң танылыу алған “Тамырҙарым - ерҙә, йәнем - күктә” исемле китабын баҫтырып сығарыусы публицист. Уны шул уҡ ваҡытта Зөһрә Алтынбаева менән бер рәттән башҡорт публицистикаһының һанаулы ғына ҡатын-ҡыҙ вәкиле тип атай алабыҙ. Публицистиканың ни тиклем генә ир-ат журналистарға хас ижад булыуына ҡарамаҫтан. Был күренеш иһә күберәк публицистик ижадтың сәйәсәт менән бәйлелегенән килә.

Зөһрә Ҡотлогилдинаның портрет очерктарынан арҙаҡлы шәхестәр тураһында яҙғандары айырылып тора. Улар “Шоңҡар” журналында “Йәшәйеш”, “Вернисаж” рубрикаһында даими баҫыла. Мәҫәлән, “Реалист рәйес ижады” рәссам образлы портретын тыуҙырған очерк тап шундай әҫәрҙәр иҫәбенә инергә хоҡуҡлы:

Һәр кем был донъяҫа үҙ тәғәйенләнеше менән тыуа. Әгәр ҙә ул йәмғиәт һәм шәхси тормошондағы бурыстарын тулыһынса үтәй икән, был тормошта үҙ урынын тапкан тигән һүҙ. Ысынлап та, йәмғиәт эштәре менән бер рәттән ижадын да онотмаған шәхестәр халыҡҡа икеләтә хеҙмәт итә. Береһе - картиналары менән кеше күңелен байытыу, икенсеһе - рәссамдар ижады аркылы халкыбыҙ мәҙәниәтөн үҫтереүгә тос өлөш индереү.

Бәләкәй сағында дәрестәрөн эшләп бөткәс, парта аҫтына йәшенеп һүрәт төшөргән, бөгөн Башкортостандың Рәссамдар союзы рәйесе Хәтип Сәрүәр улы Фазылов, һынлы һүрәт (живопись) оҫтаһы булараҡ, ижадҡа аҙнаның өс көнөн генә сарыф итә ала икән. Ошо илаһи мәлдәрҙе тулыһынса картиналар яҙыуға бағышлай. Әлбиттә, илһам кешенең ваҡытты рәсми рәүештә бүлеүенә ҡарап тормай, тәүлектең теләһә ниндәй мәлендә килеүе мемкин.

- Кеше менән аралашканда, урамда китеп барғанда йәки тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә үҙемдә идеялар үҙенән-үҙе тыуа. Күҙ алдына ҡапыл ғына баҫҡан һүрәтте тиҙ генә ҡағыҙға төшөрөп, ҡәләм менән генә һыҙмалар яһап ҡуям.1

З. Ҡотлогилдина башҡорт публицистикаһында очерк жанрының яңыса үҫешеү дәүерен кәүҙәләндерә. Уның әҫәрҙәрендә традицион рәүештә герой портретын булдырыу ысулдары, документаллек бөтөнләй һиҙелмәй, хатта авторҙың портретын туранан-тура һүрәтләүҙәр ҙә юҡ. З. Ҡотлогилдинаны шәхестең ижади йөҙө, уның донъяға ҡарашы нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра, ошо арҡала ул герой портретының эске торошон тулыһынса асыҡлауға өлгәшә.

Портрет очеркта, авторҙың бар әҫәрҙәрендәге кеүек үк, образлы деталдәр мөһим урын биләп тора. Уларҙың герой портретын тыуҙырыуҙағы роле әйтеп бөткөһөҙ. З. Ҡотлогилдинаның бүтән портрет- очерктарында ла ошондай уҡ алымдарға мөрәжәғәт итеү йыш сағыла. Авторҙың публицистик фекерләүҙә образлы сағыштырыуҙарҙы, символиканы үҙ итеүе ыңғай күренеш. Ошондай алымдар художестволы-публицистик жанрҙарға ҡарата ҡуйылған төп талапатар ул.

Шулай ҙа портрет-очерк публицистика өсөн хас нәмә - публицистик, идеяның булмауына ла иғтбар итергә кәрәк. Ни генә тиһәң дә, портрет-очеркы булһа ла, герой портретын тыуҙырыуҙа автор һәр саҡ үҙ маҡсатын ҡуя, публицистиканы идея-проблематик йөкмәткенөн башҡа күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел. Ошо ҡарамаҡҡа, З. Ҡотлогилдина, әлеге лә баяғы, замана тенденцияларына эйәрә. Әҫәрҙәрҙе ҡыҙыҡлы, әммә бер ниндәй ҙә ижтимағи әһәмиәткә эйә булмаған деталдәргә, йөкмәткегә ҡороу, “развлекательность” тигән төшөнсә ят түгел З. Ҡотлогилдина әҫәрҙәренә. “Шоңҡар” журналының портрет-очеркына замана йоғонтоһон характерлаған күренеш бөтә башҡорт публицистикаһында һиҙелгән үҙгәрештәр һөҙөмтәһе, буғай. Ул, бер яҡтан, публицистиканың идея-проблематик йөкмәткеһенең һайыуы яғынан хәүефле, икенсе яҡтан, уҡыусылар аудиторияһын киңәйтеү, публицистикаға аудиторияның иғтибарын йәлеп итеү буйынса - ыңғай күренеш.

Йомғаҡлап әйткәндә, “Шоңҡар” журналында портрет-очерк жанры баҫмала башҡорт публицистикаһының төп сағылышы тип атарға мөмкин. Билдәләнгән публицистар хәҙерге көндә был ижад төрөнөң төрлө йүнәлештәрен үҫтерәләр, ләкин шул уҡ ваҡытта портрет-очерк жанры уларҫың әҫәрҙәрендә иң мөһим форма булып тора.

Тик авторҙарҙың билдәле шәхестәргә генә мөрәжәғәт итеүе, беҙҙеңсә, улар тарафынан очерктың журналистик функцияларын онотоуынан килә. Журналистикала В. Белинский билдәләгән “халыҡсанлыҡ” мөһим нәмә1, ни тиклем генә совет дәүерендәге ҡалыптарҙа аҙым һайын ҡабатланған төшөнсә булһа ла. авторҙарҙың ябай кеше портретын тыуҙырыу буйынса яҙған очерктары юҡ кимәлендә, был ҡарамаҡҡа тик Рамазан Өмөтбаевты ғына айырып әйтә алабыҙ. “Йондоҙҙар” тормошо менән ҡыҙыҡһынып, “ерҙәге тамырҙарын” онотоп, “күктәге йәндәр” хаҡында уйланып, публицистика үҙенең маҡсаттарын онотмаһа ярай ҙа. Портрет-очерк жанры ла бит заманында ябай колхозсы, крәҫтиән, эшсе образын тыуҙырыуҙан үҫеп сыҡҡан. Портрет-очерктарҙа ябай халыҡ тормошона мөрәжәғәт итеү, ябай кешеләр араһында геройҙар эҙләү, һис шикһеҙ, уның халыҡсан йөкмәткеһен арттырыр, тарихҡа түгел, ә һәр йәһәттән, заманаға ҡарай борор ине.