- •3. Башҡорт этносының барлыҡҡа килеүе тураһында
- •4. Мәҙәниәт һәм дин тураһында
- •IV. Халыҡтар күсенеүе эпохаһы
- •2.Төрки осор
- •4. Ишем ханлығы
- •V. Бөйөк Башҡорт иле халыҡтары тураһында
- •VI. Башҡорттар тарихына бер нисә концепция
- •2. Башҡорт-мадьяр концепцияһы
- •3.Башҡорт-болғар концепцияһы
- •2. Мәскәү кенәзлеге менән мөнәсәбәт
VI. Башҡорттар тарихына бер нисә концепция
Башҡортостан, Татарстан һәм Рәсәй ғалимдары араһында башҡорт халҡының тарихын башҡа халыҡтар менән бәйләп өйрәнеүселәр бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре башҡорттарҙы башҡа халыҡтарҙан сыҡҡан тип нигеҙһеҙ рәүештә яҙа, был хәл башҡорт халҡының дөйөм мәҙәниәтен тарҡатыуға алып килә. Бындай нигеҙһеҙ раҫлауҙар С.Ғәлләмовтың, Р.Вахитовтың, М.Зәкиевтың һ.б. хеҙмәттәрендә күҙәтелә. Мәҫәлән, башҡорт халҡының тарихы буйынса документтарҙа һәм материалдарҙа (боронғо дәүерҙәрҙән ХVI быуаттың уртаһына тиклем, авторҙар Ф.Ғ. Хисаметдинова, А.В. Псәнчин, В.В. Овсянников) көньяҡ Урал халыҡтары хаҡында һүҙ барғанда “һинд-иран проблемаһы” менән осрашабыҙ. Күрәһең, башҡорттарҙың тарихына ҡарата бындай мөнәсәбәткә был халыҡтың үткәнендәге тарихи процестарҙың тәрән һәм күп яҡлы булыуы этәрәлер. Башҡорт ҡәбиләләре яҙмыштарының үҙ-ара сеймәлеүе уларҙың араһындағы сикте билдәләүҙә ауырлыҡ тыуҙыралыр, күрәһең. Бында доктор Никольскийҙың фекерен килтереү урынлы булыр, унда ысынбарлыҡ асыҡ сағыла: “...Миңә күп тапҡырҙар зыялы башҡорт ирҙәрен һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын урыҫ күлдәгендә күрергә тура килде: бындай саҡтарҙа уларҙың башҡорт милләтенән булыуҙарын айырыуы еңел түгел ине. Уларҙы күҙ-ҡолаҡтарына ҡарап ҡына башҡорт икәнлеген танып була, башҡа билдәләре буйынса башҡортто урыҫ ҡәбиләһенең ҡатнаш тибынан айырыу еңел түгел. Башҡорттарҙың күбеһе урта буйлы, һын-һыпаттары әллә ни мыҡты булып тойолмаһа ла, самаһыҙ көслөләр һәм ҙур ауырлыҡтарҙы һәм еңел булмаған шарттарҙы күтәрергә һәләтле. Сәйәхәтем барышында мин уларҙың тәбиғәт һәм иҡтисад афәттәренә ҡаршы ниндәй кимәлдә сынығыу тәрбиәһе алыуҙарына бер нисә тапҡыр шаһит булып инандым (38, 118-се бит). Йөҙ төҙөлөшө буйынса башҡорттар төрки телле халыҡтарҙан айырылмай тиерлек. Уларҙы Ҡаҙан, Әстрхан татарҙары, венгрҙар менән йәнәш ҡуйһаң, бер төрлө баш һәм йөҙ төҙөлөшө буйынса башҡорттарҙы айырырмын тимә. Шулай уҡ түңәрәк, ярайһы ҙур баш, һоро йә ҡуңыр, күбеһендә яҫы һәм ҡыҫыҡ күҙҙәр, тура һәм ҙур булмаған маңлай, ҡарпыш ҙур ҡолаҡтар, һирәк, ҙур булмаған һаҡал. Башҡорттар йөҙгә йәмһеҙ түгел, уларҙың араһында матур йөҙлөләр ҙә күп. Башҡорттарҙың матурлығына ҡарата дөйөм ҡараштың ниндәй сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килгәнен белмәйем. Күптәр уларҙы (күрәһең, үҙҙәрен күрмәйенсә генә, күҙ алдына килтереп) монгол тибындағы йыртҡыс йөҙлө, ҡылый күҙле итеп һүрәткә төшөрә. Бәлки быға уларҙың башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре сафында милли кейемдәге һынланышы буталышҡа алып килгәндер. Бәлки күптәр уларҙы ҡырғыҙҙарҙан айырмайҙыр, бәлки тағы ла бындай һүрәттәрҙе төшөрөүселәр бала саҡтарынан монгол урҙаларын иҫендә ҡалдырып, башҡорттарҙы шулар өлгөһөндә күҙ алдына килтергәндер. Дөрөҫ, кейем кешене ныҡ үҙгәртә. Зуав кейгән француз шундуҡ икенсе милләт кешеһе булып һынлана. Тап шуның кеүек үҙенең милли кейемендәге һәм дала атында үҙенсәлекле ултырышындағы башҡорт тәү ҡарашҡа ҡырғыҙ булып ҡабул ителергә лә мөмкин. Уны бер нисек тә ултыраҡ тормош менән йәшәүсе дала татары итеп күреп булмай. Шул уҡ ваҡытта башҡортто Европа йәки урыҫ кейемендә көнкүрештә күҙ алдына килтерегеҙ: тәьҫорат бөтөнләй башҡаса буласаҡ...
Юғарыла килтерелгән дәлилдәр башҡорттарҙың күп яҡлы һәм тәрән тарихын өйрәнеп киң йәмәғәтселеккә еткергәндә объектив ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ тороу талабын ҡуя. Үкенескә күрә, ҡайһы бер ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә башҡорт халҡының тарихын һәм ҡаҙаныштарын башҡа халыҡтарҙыҡы итеп күрһәтергә ынтылыш күҙәтелә. Мәҫәлән, көньяҡ Уралда табылған предметтар буйынса донъяла иң байы һаналған Филиппов ҡәберлеген сарматтарға бәйләйҙәр. Әммә алтын боландарҙың сарматтарҙыҡы түгеллеге, иртә быуатта йәшәгән күсмә халыҡтарҙа алтын эшкәртеү бөтөнләй булмауы М.Ю. Трейетер, И.И. Руденко кеүек ғалимдар тарафынан күптән иҫбат ителгән инде. Был хаҡта журналдың алдағы һандарында яҙып үткәйнек.
Башҡорттарҙың башҡа халыҡтар менән бәйләнеше уларҙың асылының үҙгәреүен аңлатмай. Башҡорттар һәм уларҙың ырыу-ҡәбиләләре үҙенең этносына тоғро булып ҡала, улар, ҡайһы бер ғалимдар иҫәпләүенсә, мадьяр ҙа, курдтар ҙа, йәғни “башкурдтар” ҙа түгел. Мәшһүр башҡорт ғалимы Әхмәтзәки Вәлиди курдтарҙың тарихын төплө өйрәнә, әммә үҙенең хеҙмәттәрендә уларҙың башҡорттар менән тамырҙаш булыуы хаҡында бер дәлил дә килтермәй.
Башҡорт-һинд-иран концепцияһы
Хәҙерге һиндтәрҙең һәм ирандарҙың ата-бабалары булған арыйҙар б.э.т. II меңйыллыҡта көньяҡҡа һәм көнбайышҡа күсенгән. Б.э.т. XV – XII быуаттарҙа арыйҙар Иведа үҙәнен биләй, ә X – IX быуаттарҙа “һинд-иран берҙәмлеге” эпохаһы башлана. Артабан арыйҙар яйлап ике телдә һөйләшеүсе халыҡҡа бүленә, ике дини традиция формалаша: һиндтәрҙең “Вед”ы һәм ирандарҙың “Авеста”һы - брахманизм и зароастризм (Рак, 1998, 3-4-се биттәр).
Был тарихты өйрәнеүселәр айырым осраҡтарҙа һинд-иран гидронимдары һәм топонимдары фин-уғыр мифтарынан алынған тип фаразлай. Мәҫәлән, Волга – Ра (иранса – Ранха, һиндсә - Раса) һәм Урал тауҙары – ведала Фипо.
Һинд-иран эпохаһы, йәғни Иранда һәм Һиндостанда йәшәүсе арыйҙар берҙәмлеге тамамланыуын Э.А. Грантовский б.э.т. 2000 – 1500 йылдарҙа тип билдәләй. Ул эпоханың матди дәлилен “ҡалалар иленә” ҡараған Арҡайым, Һынташ һ.б. тәшкил итә. Ғалимдар фекеренсә, арыйҙарҙың боронғо иле көньяҡ Уралда булған. Мифологик һәм археологик тикшеренеүҙәр арыйҙар ике өлөшкә тарҡалғанға тиклем көньяҡ Уралда йәшәп, һуңынан Евразияның ике тарафына юлланыуын раҫлай.
Әрмән традицияһында иран этногенетик риүәйәттәре сағылыш тапҡан, уларға ярашлы арыйҙар дахтарҙан килеп сыҡҡан (203, 73). Б.А. Литвинский яҙыуынса, daha тамыры «ажидахак составына ингән dahakaнан алынған». Л.А. Ельницкий шулай уҡ Ажи-Дахака исемен «даев ҡәбиләһе атамаһына бәйле рәүештә ҡарарға кәрәк», тип иҫәпләй һәм “Турандың ғифрит батыры” тип атай. Ошоларға таянып С. Хәмиҙуллин бөрйән-берзилдарҙың ата-бабалары иран телле Туран (мәсәғүт) ҡәбиләләренән килеп сыҡҡан тигән һығымтаға килә.
Б.э.т. IV быуатта көньяҡ Уралдан көньяҡҡа табан дахтарҙың экспанцияһы башлана. Дахтарҙың көньяҡҡа хәрәкәте һөҙөмтәһендә Иранға барып етә, улар парфяндар тип атала башлай. Бушап ҡалған дах далаларын мәсәғүттәр –турҙар биләй. Улар Хорезмдың төньяҡ-көнбайышына күсенеп, яңы ерҙәр биләй, Ҡытай сығанаҡтарында улар Яньцай тип атала. Боронғо Туран урынындағы Ҡанғар (Ҡанғой) дәүләте б.э.т. I быуатта иң ҡеүәтле осорон кисерә. Ҡытай йылъяҙмаларында Турандың ике өлөшө – Ҡанғой менән Яньцайҙың этник берлеге хаҡында яҙыла.
С. Хәмиҙуллин яҙыуынса, үҫәргән башҡорт ырыуы Ҡанғойҙың мөтәйен этник төркөмө менән бер тамырҙан. Автор фекеренсә, шулай итеп, ҡаңғарҙар, үҫәргәндәр, юрматылар, юрмыйҙар, бөрйән-барзилдар боронғо Туран этник мөхитенән сыҡҡан (203, 82-се бит).
Башҡорт ғалимдары Р. Кузеев һәм С. Ғәлләмов башҡорттарҙы иран телле халыҡтар менән бәйләй. Мәҫәлән, С. Ғәлләмов “Бөрйән исеме һинд-ирандарҙан алынған... Парфян батшалығы дәүерендә Берсизова Авеста һүҙе Бөрйән тип атала башлаған. - Бер ниндәй ҙә шик юҡ, тип дауам итә һүҙен ул, -Иерусалимдағы иран-парфяндар өсөн Борзен-Михбан башҡорт исемен йөрөткән ырыу утына табыныу ”, тип иҫәпләй (55,300-сө бит). Башҡорт халҡының тарихын өйрәнгәндә нигеҙһеҙ ошондай раҫлауҙар яһау аҙашыуға килтерә.
Пермь ҡалаһы музейындағы экспонаттарҙың аҫтындағы яҙыуҙар сикһеҙ аптырауға һала. Мәҫәлән, алтын ялатылған көмөш һауыт (VII б. – 1967й. Шырҙандан алыҫ түгел Оло Әнәк ауылында табылған) аҫтына “Ирандыҡы” тип яҙып ҡуйылған. Һауытҡа ат өҫтөндәге юлбашсы ҡылыс менән айыуҙарҙы тураҡлай. Шундай уҡ икенсе бер көмөш һауытта юлбашсы уҡ атып ҡырағай һарыҡ тәкәләренә һунар итә. Был һауытҡа мең ярым йәш, уның аҫтына ла “Ирандыҡы” тип яҙылған. V быуатҡа ҡараған тағы бер һауыт 1936 йылда Бәләкәй Әнәк ауылында табыған. 1909 йылда табылған һауыттың
аҫтында ла “Ирандыҡы” тигән яҙыу бар. Унда ҡәлғәгә һөжүм мәле һүрәтләнеш алған.
Ҡайһы бер ғалимдар үҙҙәренең хеҙмәттәрендә иран телле сармат-савроматтарҙың ювелир изделиелар яһауға маһирлығы хаҡында яҙа. Тап шуның өсөн дә Пермь крайының Шырҙан музейында урын алған Уралдың төньяҡ-көнбайышында яһалған алтын, көмөш биҙәүестәр, һауыт-һаба “Ирандыҡы” тип тәҡдим ителә. Ҡайһы бер авторҙар табылған әйберҙәрҙе “Ирандыҡы” тип атап ҡына ҡалмай, барҙы ҡәбиләһен Иран сығышлы тип атап, Урта Азия халҡына индерә
(76, 274-се бит). М. З. Зәкиев фекеренсә, бардалар/пардалар/, пардылар/парфылар/порфяндар – бер үк халыҡты тәшкил итә. Шулай итеп, академик халыҡтарҙы бергә ҡушырға маташа.
Ҡайһы бер ғалимдар төньяҡ-көнбайыш Башҡортостандағы башҡорт ҡәбиләләре составында көн итеүсе барҙы башҡорт ҡәбиләһе шул уҡ парфяндар булған, тип раҫларға тырыша. Быға фарсыларҙың һөйләш теле йәғни көнсығыш Иран диалектының башҡорт һәм болғар телдәре менән бөтөнләй уртаҡлығы булмауы ҡаршы килә. Мәҫәлән, белгестәр әйтеүенсә, төрки телдәр “үҙгәрештәргә бирелмәүе” менән айырылып тора, бер мең йылда ул телдәрҙең 5—7 процент һүҙҙәре генә иҫкерә. Был сифатты беҙ башҡорт теленә ҡарата ла әйтә алабыҙ. Тик боронғо телдәргә генә ошондай һирәк сифат хас. Шулай итеп, беҙ барҙы ҡәбиләһенең парфяндар менән һис ниндәй уртаҡлыуы булмауы хаҡында ышаныслы итеп әйтә алабыҙ.
Халыҡ ижадына һалынған хеҙмәт һөҙөмтәләрен үҙләштереү, төрки телле төньяҡ халыҡтары: башҡорттар, шул иҫәптән ғәйнәләр һәм болғарҙар барлыҡҡа килтергән сәнғәт өлгөләрен үҙенеке тип иғлан итеү, шул уҡ ваҡытта төп халыҡ һаналған барҙыларҙы парфяндарға индереү – был осраҡлы рәүештә генә башҡарылмай. Дөйөм алғанда донъя тарихы ағышына йоғонто яһай алырлыҡ, илдең сәйәси тормошонда хәл иткес роль уйнарлыҡ тарихи факттар һәм халыҡтарҙың мәҙәни мираҫы менән планлы рәүештә һәм тәрән уйланылған манипуляция үткәрелеүе хаҡында фекер тыуа. Таныш булмаған ҡалаларҙың меңәр йыллыҡ емереклектәре, бай ҡәберлектәр төрки халыҡтарҙың бөйөк тарихының өнһөҙ шаһиттары. Бындай тарихи байлыҡты Рәсәйҙең башҡалаһы Санкт-Петрбургта Тау институты асҡан, мәғдәнселектең бар серҙәрен белгән, тимер изделиеларын яһауҙа яңы технологиялар индергән башҡорттарҙыҡы тип таныуға ҡарағанда уларҙы “һинд-ирандарҙыҡы” тип атау күпкә еңелерәк.
