- •3. Башҡорт этносының барлыҡҡа килеүе тураһында
- •4. Мәҙәниәт һәм дин тураһында
- •IV. Халыҡтар күсенеүе эпохаһы
- •2.Төрки осор
- •4. Ишем ханлығы
- •V. Бөйөк Башҡорт иле халыҡтары тураһында
- •VI. Башҡорттар тарихына бер нисә концепция
- •2. Башҡорт-мадьяр концепцияһы
- •3.Башҡорт-болғар концепцияһы
- •2. Мәскәү кенәзлеге менән мөнәсәбәт
IV. Халыҡтар күсенеүе эпохаһы
Рәсәй Балтик диңгеҙенән алып Тымыҡ океанға тиклем ҙур майҙанда урынлашҡан. Уны көнбайыш өлөшөн көнсығыш Европа тип атайбыҙ, ә уның көнсығыш һәм көнбайыш өлөштәре бергә Евразияны тәшкил итә. Рәсәйҙең көнсығыш өлөшөнә һалҡын ҡыштар, ҡоролоҡ кисергән далалар һәм монотон ландшафт, төньяғына – урман, көньяғына дала хас. Өлкәләр ландшафты был территорияларҙа йәшәүсе халыҡтарҙың характерын формалаштырыуҙа ла ҡатнаша. Бөйөк дала төньяҡтан себер тайгаһы, көньяҡтан тау һырттары менән ҡаймаланып Уссуринан Дунайға тиклем һуҙыла. Бөйөк даланың көнбайыш өлөшөнә хәҙерге Ҡаҙағстан һәм Ҡара диңгеҙ буйы далалары инә, ә уның көньяҡ сиге буйына, Ҡытайҙың төньяҡ сик һыҙығына, империянан кешеләрҙең ағылыуын туҡтатыр өсөн Бөйөк Ҡытай стенаһы төҙөгәндәр. Ҡытайҙар төньяҡҡа ғаиләләре, тотош ауылдары менән киткән, сөнки төньяҡта тормош еңел һаналған (7, 468-се бит. Ҡытай йылъяҙмаларынан). Беренсе Ҡытай империяһы императоры Цинытхан (б.э.т. 221–206 й.й.) Бөйөк дала күскенселәренән айырылыр өсөн сик буйына стена ҡорорға бойорған. Бөйөк Ҡытай стенаһы (оҙонлоғо 6 300 км) Миндәр эпохаһында Алтайҙың сик һыҙығында тамамланған. Бөйөк дала даими рәүештә климатик үҙгәрештәргә дусар ителгән. Һуңғы ике мең йыл эсендә Бөйөк дала өс тапҡыр быуатлыҡ ҡоролоҡ кисерә (II–III б.б., Х б. и ХVI б.) һәм һәр осраҡта дала бушап ҡалған, ә унда йәшәүселәр йәки донъя буйлап һибелгән йә һәләк булған. Дала үтә күренмәле һәм унан аша ҡояш нурҙары иркен үтеп, ер өҫтөн көйҙөргән. Шуға күрә ҡыш далаға ҡар бик аҙ яуа. Яҙ ҡыҙған ер өҫтөн тиҙ арала йәшеллек ҡаплаған, малдар туйынған, кешеләр иһә ғәҙәти тормош менән йәшәй башлаған.
Күп кенә ғалимдар фекеренсә, ситтән халыҡтар көнсығыштан, Алтайҙан килгән. Ҡайһы бер ғалимдар был фекер менән ризалашмай. Морат Аджиның яҙыуынса, боронғо Алтай – ул Таулы Алтай Республикаһы ғына түгел, ә барлыҡ көньяҡ Себер һәм Байкалдың көнсығышы, төньяҡ Ҡытай һәм Тибетҡа барып еткәнсе иркен тауҙар иле – Монголия Алтайы һәм Памирҙың көнбайышы, шулай уҡ Гобий Алтайы. Боронғо Алтай – ул “Алтай” һүҙенә ышыҡланған бәләкәй генә ер киҫәге түгел, ә миллионлаған кешеләр йәшәүсе икһеҙ-сикһеҙ территория. Төрки халыҡтар Алтайға фәнни-техник революция ҡаҙаныштарын, үҙҙәренең мәҙәни ҡаҙаныштарын алып килә. Алтай илселәре үҙҙәренең бөйөк миссияһын үтәгән, һәр бер хан беренсе булырға теләгән (7, 13-сө бит).
Э. Гиббондың фекере буйынса Алтайға иртә урта быуатта шулай уҡ Кавказды һәм Уралды (Й.Б.) индергәндәр. Көньяҡ Урал халҡы беҙҙең эраға тиклемге XVII–XVI быуаттарҙа ситтән килеүселәрҙән ҙур яфа күргән.
Күп кенә уҡыусыларҙа шундай һорау ҙа тыуыуы бар: күсмә халыҡтар ғәскәрен тәьмин итеп, шундай аралыҡтарҙы үтә алған? Һорау бик урынлы. Сөнки күсенеү өсөн ҙур матди сығым талап ителгән. Боронғо иҡтисад ҡануны буйынса, бер яугирҙе туҡландырыу, уны кейем-һалым, ҡорал, яу аты менән тәьмин итеү өсөн 5–7 оҫта һөнәрсе кәрәк булған, ә оҫталарҙың үҙҙәрен ҡарау өсөн дә сығым талап ителә. Икенсе урынға күсеү өсөн транспорт, ер-һыуҙы, төҙөлөштөң яңы ысулдарын белеү, яңы тәбиғәт шарттарына яраҡлашыу һәм хужалыҡ итеү һәләте талап ителә (7, 131-се бит).
Күрәһең, халыҡтың тормошондағы үҙгәреш мәғдәнселек һөнәрен уйлап сығарыуға бәйле булғандыр. Тимерҙе руданы иретеп алғандар, ә бының өсөн бик ҙур йылылыҡ талап ителә. М. Беккерт яҙыуынса, яңы эраға тиклем II меңйыллыҡта тимер, металл баҡырға ҡарағанда 15-20 тапҡыр ҡыйбатыраҡ булған, һуңыраҡ уларға хаҡ төшһә лә, барыбер ҙә баҡыр арзаныраҡ булып ҡалған. Халыҡтар төрки халыҡтарҙан ҡорал, эйәр-өпсөн, яу кейеме өлгөләре, таш балбандар рәтен ҡуйыу йолаһын өйрәнгән (Ю.И.Трифонов, Тюркологик йыйынтыҡ, 1972, М., 1973, 351-374-се биттәр).
Археолог Руденконың “Ҡытай тарихы” тигән китабында: “Яңы эраға тиклем IV быуаттан Чжао батшалығы күрше күсмә халыҡтарҙан кейем өлгөһөн (яугирҙар өсөн салбар һ.б.) алған һәм уларҙың өлгөһөндә ат эйәрләп, өҙәңге яһап, һыбай йөрөргә өйрәнгән. Был мәғлүмәттәр “Тимер рух” боронғо Ҡытай сығанаҡтарынан алынған. Төрки халыҡтар үҙенең тимер иретеү буйынса тәжрибәһен башҡаларға ла тапшырған. Алтайҙар төркиҙәргә үҙҙәренә азатлыҡ һәм еңеү килтерергә ярҙам итерлек ҡеүәткә эйә булырлыҡ ҡорал биргән. Төрки ҡағанатҡа ингән күсмә халыҡтарҙың үҫеш кимәлен баһалап, тарихсылар уны шул заман үҫешенең иң юғары баҫҡысы тип баһалай. Был хаҡта Л.Н. Гумилев: “Иң юғары үҫеш кимәле төркиҙәрҙә булған”,- тип яҙа.
Бөйөк күсенеү – ул Европаға этник күсенеү генә түгел. Ул, ысынында, демографик шартлау һәм һауа шарттарының үҙгәреү һөҙөмтәһе. Масштаблы күсенеүҙең сәбәбе йәнлектәргә, ризыҡҡа, мал өсөн үләнгә бай далалар, йәшәү өсөн яңы географик киңлектәр эҙләүгә ҡайтып ҡала. Күсеүсе халыҡтар был осраҡта үҙенең юлында осраған ҡәбиләләрҙе, халыҡтарҙы үҙенең байрағы аҫтына алырға тырышҡан.
Күсмә тормош формаһы ҡапыл ғына барлыҡҡа килмәгән: бының өсөн иң тәүҙә даими һауыуҙы талап иткән малдарҙы үрсетергә, күп итеп һөт етештерергә кәрәк булған. Һөт биреүсе малдарҙы үрсетеү еңел булмаған, мәҫәлән, ат үрсетеү һымаҡ оҙайлы хеҙмәтте талап иткән был шөғөл һәр бер мәҙәни халыҡтың ҡулынан килмәгән. Мәҫәлән, ҡытайҙар хәҙерге заманда һөт эсмәй. Далалағы тормош, асылда, малсылыҡ һәм, ер аҙ кимәлдә, игенселек менән бәйле булған.
Ҡырағай ат бик иртә дәүерҙәрҙә үк менгегә өйрәтелгән. Далала йәшәүсе боронғо халыҡтарҙың аттан айырылғыһыҙ булыуы уларҙың йәшәү рәүеше менән аңлатыла. Евразияла йәшәүсе башҡорттарҙың боронғо ата-балалары риүәйәттәрендә һабан һәм һабан ҡамыты иң боронғо әйберҙәр рәтендә телгә алына. Шулай уҡ мең йыл элек дала халыҡтарының Ҡырымдың сауҙа ҡалаларынан күп итеп иген сығарыуҙары хаҡында ла мәғлүмәт бар ул риүәйәттәрҙә.
III быуатта быуатлыҡ ҡоролоҡ уға тиклем күрелмәгәнсә ҡаты була. Даланың төньяғы тағы төньяҡҡараҡ күсенә. Яуым-төшөм ул саҡта 100–200 миллиметрға тиклем кәмей. Ҡылған урынына әрем үҫеп сыға, ҡуландарҙы – сайғаҡтар, кеҫәрткеләрҙе – йыландар, варандарҙы быуарҙар алмаштыра. Уғырҙар үҙҙәренә хыянат иткән урынды ташлап Обь йылғаһы буйлап төньяҡҡа табан ҡуҙғала. “Улар Бөйөк даланың төньяғына - тундраға барып етеп, үҙҙәренең артабан йәшәү урынына әүерелдерә. Артабан уғырҙар менән һундар Волга буйлап төньяҡҡа тарала. Уғырҙар менән һундар бер-береһен йотмаған, бер-береһен аңлашып йәшәгән. Уғырҙар бик ҡыйыу, түҙемле һәм дәртле булған. Көнсығыш Европаның күп кенә төньяҡ халыҡтары ике өлөштән: финдәрҙән һәм уғырҙарҙан тора. Уларҙан алда был ерҙә ойошҡан халыҡтар күп түгел. Тундра буйлап көнсығыштан көнбайышҡа табан Кольск ярымутрауына һәм төньяҡ Норвегияға табан күсенеү уларға ҙур ауырлыҡ тыуҙырмаған” – тип яҙа Гумилев ( 67, 494-се бит).
Бынан тыш улар Бөйөк күсенеү тәжрибәһен дә файҙаланған, йәғни ҡала төҙөр өсөн урын һайлай, яңы ысулдарҙы ҡулланып, уларҙы төҙөй белгән. Сағыштырыу өсөн: хатта хәҙерге XXI быуатта Урал аръяғының көнсығышында ҡалалар булмаған ҙур территориялар бар, шул уҡ ваҡытта төньяҡта болан көтөүҙәре бер-береһенән йөҙәр саҡрымдар арауыҡта йөрөй. 1936 йылда социализм осоронда уҡ башланған БАМ тимер юлының төньяҡ өлөшө һаман да төҙөлөп бөтмәгән. Һөҙөмтәлә был ерҙәр һаман да кешенең аҙ йәшәгән урындары булып иҫәпләнә. Был яҡтан депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау ваҡытында үҙҙәренә тыуыш йыйыр өсөн ҙур аралыҡтарҙы үтергә кәрәк. Былар барыһы ла “цивилизация” быуатындағы күренештәр.
Күсенеүселәр көнбайыш территорияларҙа йәшәүсе халыҡтарға үҙҙәренең меңәр йыллыҡ йәшәү тәжрибәһен дә алып барған, уларҙың үҫеше өсөн булышлыҡ иткән. Улар үҙҙәре ул халыҡтарға юғары мәҙәниәтен, Тәңре динен алып барған. Көнсығыштан көнбайышҡа Урал тауҙары аша көнбайыш Европаға үтеүсе халыҡтарҙың береһе һундар. Иртыш, Тубыл, Урал (Яйыҡ), Волга (Иҙел) буйҙарында йәшәүсе ҡәбиләләр күп быуаттар буйына күсенеүсе халыҡтары менән көнбайыш Европаны ҡурҡытып тотҡан. Улар береһенең артынан икенсеһе Бөйөк даланан сығып, көнбайышҡа килгән. Улар барыһы ла күсмә ҡәбиләләр булып, малсылыҡ, һунарсылыҡ менән көн иткән. Һундар, уғырҙар, болғарҙар, аварҙар, төрөктәрҙең уғырҙар менән төрөктәрҙән башҡалары Европала юҡҡа сыҡҡан (140, 111-се бит). Тиҙҙән һундар менән ҡәбиләләш булған уғырҙар менән болғарҙар (уғыр-башҡорттар һәм болғар-башҡорттар, Й.Б.) гректарҙың яҙмалары буйынса, Волга һәм Урал тауҙарын, Аҙау диңгеҙенең көнбайыш ярҙарын, Ҡара диңгеҙҙе һәм Таврияны ҡалдырып, 474 йылдан башлап Ливия, Фракия, Константинополь биләмәләренә баҫып инә башлай (140, 40-сы бит).
Һундар
Хебейҙан алып Монголияның Баркүл күлендә йәшәүсе һун ҡәбиләләре б.э.т. ун ике быуат элек берләшә һәм хәҙерге Монголиялағы һундар дәүләте барлыҡҡа килә (234, 129-сы бит). Һундар Ҡытайҙың төньяҡ-көнбайыш өлөшөн, көнсығыш Себерҙе баҫып ала һәм оҙаҡ ваҡыт, төп көстәре тарҡалғансы, шул майҙанды биләп тора. Шул уҡ ваҡытта һундар Гоби сүллеге сиктәренән алып көньяҡ Себергә тиклем ҡәбиләләр берлеге булып түгел, ә ырыуҙарҙан торған ҡәбилә булып йәшәй. Б.э.т. IV быуатта улар егерме дүрт ырыу берлегенән торған ҡеүәтле ҡәбиләләр державаһын барлыҡҡа килтерә.
Һырдаръя һәм Амударъя йылғалары буйында ултырған төнъяҡ Бактрия иле һундарға еңел баш һала (б.э.т. 250 һәм беҙҙең эраның 10 йылы ) Урта Азия сиктәренә тиклем һуҙылған Бактрия, Һиндостандың байтаҡ өлөшө бер власть аҫтында берләшә (234, 134-се бит).
Шулай итеп, б.э.т. III быуатта үҙәк Азияның көнсығышында һунну (ҡытайса - сюнну) ҡеүәтле державаһы йәшәй. Һундарҙың дәүләт системаһы уникаль була, улар Ҡытай мәҙәниәтенә ҙур йоғонто яһай.
Ф.Хирцтың мәғлүмәттәре буйынса (F.Hirth.The ancient history of China to the end of Chou Dynasty.New York. The Columbia University Press, 1908), династия королеЧоу һундар йоғонтоһо аҫтында Ҡытай ғәскәрҙәре сафына кавалерия индерә һәм уларҙың кейем формаһын үҙләштерә. Һундар Ҡытай йылъяҙмаларында тоба (төрки ҡәбилә) тип теркәлә, уларҙың императоры еҙ сәсле, зәңгәр күҙле булған, буйы ике метр тәшкил иткән.
Һундарҙың һын-һыпатын Руденко түбәндәгесә һүрәтләй: ҡуйы мыйыҡлы ирҙең антропологик йөҙө, ҡуйы һаҡаллы, бөҙрә сәсле, зәңгәр ҙур күҙле, бейек, тура, остары бер аҙ һарҡыу төшкән танаулы, киң һәм бейек эйәге һундарҙың Европа расаһына ҡарағанлығына шик тыуҙырмай (Руденко, 1962, 106-108-се биттәр). Йәш һундар араһында Модэ етәкселегендә дәртле, егәрле төркөм барлыҡҡа килә. Модэ – Хи батшалары династияларына ҡараған Шанью Томан батшаның улы. Уларҙың нәҫел башында Шунь-вей торған.
Модэ б.э.т. 209 йылда Шы-хуань батшалыҡ иткән заманда Томанды атып үлтереп, тәхеткә менеп ултыра. Уның 300000 яугирҙән торған ғәскәре булған. II быуатта инде һәләтле һәм башкиҫәр Модэ батша булып китә. Тиҙҙән һундар державаһына барлыҡ Маньчжурия далаһы буйһона. Ул ғәскәрҙә ҡаты дисциплина урынлаштыра, яңы идара итеү ысулы индерә. Модэ тәхеткә килгәс, көнсығыш күршеләрен тар-мар итеп, Урта Азияның хакимы булып китә. Уның дәүләте көнсығышта Маньчжурияға, көньяҡта Хуанхэ, төньяҡта Енисей йылғаһына, көнбайышта Каспий диңгеҙенә тиклем барып етә (227, 38-се бит). Һундар Модэ батшаның ғәскәр башлығы булараҡ даһилығы ярҙамында һәр ваҡыт үҙенең дошманын еңеүгә өлгәшкән. Б.э.т. 177 йылда Модэ үҙенең дәүләтенә Амударъяға һәм Һырдаръяға, Тянь-Шанға һәм Бактрияға терәлеп ятҡан өлкәлерҙе ҡушыуға өлгәшә. Уның державаһына усун, уҡа, ҡанкүн, цвюеше һәм ҡыпсаҡ ҡәбиләләре ҡараған. Күп кенә боронғо тарихты өйрәнеүселәр Модэның идара итеү һәм реформалар үткәреү дәүерен юғары баһалай. “...Модэ башҡарған эштәр Тау вәғәзенән (Нагорная проповедь) йәки Сыңғыҙхан реформаларынан һис тә ҡалышмай...”, тип яҙа Л.Н. Гумилев (66, 40-сы бит).
Б. э.т. 49-48 йылдарҙа һундар Ҡытай сигенән тәүге тапҡыр көнбайышҡа күсенә. Һундарҙың төньяҡта хакимлыҡ итеүе төньяҡ юлдарҙы яланғасландыра, көнсығыш Төркөстанға илтеүсе сауҙа юлдарын сикләй. Исседондарҙың төньяҡ күршеләрен Аристей аримаспалар тип атай. Улар яугирлек менән дан алған күсмә халыҡ була. Ә аримаспалар менән исседондар араһындағы һуғыштар күп осраҡта сауҙа монополияһы өсөн талаш арҡаһында килеп сыға.
Ҡытайҙың төньяғындағы Гиунг-ну тип аталған ( ҡытайса - һыбайлылар) б.э.т. 50 йылда ике өлөшкә бүленгән: көньяҡ өлөшө ҡытайҙарға буйһонған, икенсе өлөшө Чи-чи етәкселегендә Тянь-Шань битләүендәге Ву-сунь (Усунь) батшалығын баҫып алып, ҡырғыҙҙар илендә төпләнә. Ҡытай йылъяҙмаларына ярашлы, улар артабан Балхаш күле менән Арал диңгеҙенә тиклем барып етә. Улар аҙ һанлы булыуҙарына ҡарамаҫтан, яу өсөн иң яҡшы яугирҙәрҙе һайлап (көсһөҙҙәрен юлда ҡалдырып) бик күп көслө халыҡтарҙы үҙенә буйһондора (233, 33-сө бит).
Беҙҙең эраның 15 йылында тәхеткә Шаньюй хан килгәс, илселәр уға алтын-көмөш, ҡиммәтле бүләктәр тотоп килеп, “Хунна” атамаһын “Һунна”ға алмаштырырға тәҡдим итә. Бичурин яҙыуынса, ҡытайса “Хунь-ну” “уҫал ҡол”, “Гунь-ну” “хөрмәтле ҡол” тигәнде аңлата (монах Иакиноа, Санкт-Петербург, 1851й.,107-се бит). Сығанаҡта килтерелеүенсә, Бэй-шы Яниҙың төньяғында ете Йорт булған, ә 901 йылда инде 42 дәүләт барлыҡҡа килгән. Башҡала ул саҡта Ги-чень тип аталған Пекин ҡалаһында булған. И-вандан алып Вань-хиға тиклемге Янь дәүләтендә ете кенәз хакимлыҡ иткән. Һундарҙың Монголиянан күпләп күсенеүе беҙҙең эраның 93 йылында була (Иностранцев К., Хунну и гунны, 1923 й. 13-сө сығарылыш, Л., 60-сы бит).
Урал алдында ҡалған төрки телле һундар II–IV быуатта барған этник процестар ваҡытанда урындағы ҡәбиләләр менән ҡатнашып, күсмә һундар халҡын барлыҡҡа килтерә. “Һундар” атамаһы һис һүҙһеҙ “хундар”ҙың көнбайыш тармағын билдәләр өсөн ҡушыла. II–V быуаттарҙа күрелмәгән күп быуатлыҡ ҡоролоҡ арҡаһында һундар Евразияның кеше йәшәмәгән майҙандарына күсә башлай. Был ерҙәр эшкәртеү өсөн бик ауыр, әммә бай ерҙәр һанала. Яңы эраға тиклем биш быуат элек Алтайҙан көнбайышҡа күсә башлаған кешеләр йылғаһы һаман да ағыуын дауам итә. Күсенеүселәрҙе төрлөсә – һундар, саҡтар, скифтар, арийҙар, готтар, төркиҙәр, һары ҡыпсаҡтар (половцы) тип атағандар. Уларға утыҙҙан ашыу исем-атама уйлап сығарғандар. Бөйөк күсенеүҙең көнбайышҡа табан тиҙлеге йылына ҡырҡ саҡрымды тәшкил иткән. Күсенеү ике быуат ярым барған. Ошо ваҡыт эсендә яңы ҡала-ауылдар барлыҡҡа килгән, юлдар, тракттар һалынған.
Бөйөк күсенеүҙең артабанғы юлы II быуатҡа тиклем, Яйыҡҡа еткәнсе, көнбайышҡа табан һуҙылған (7, 80-се бит), унан һуң артабанғы йылға Иҙел (Волга).
Һун ҡәбиләләре көньяҡ Урал, хәҙерге Башҡортостан территорияһы буйлап та үтә. Ҡайһы бер тарихсылар фекеренсә, һундарҙың бер өлөшө Башҡортостандың төньяғынан үткән. II быуаттаң аҙағынан һундарҙың тотороҡло йәшәгән урыны Урал-Ишем йылғалары аралығы, шулай уҡ Волганың түбәнге ағымынына яғалаш ерҙәр һанала. Дионисий Периегет йөҙөндәге боронғо традиция 160 йылда һундарҙы “ундар” тип теркәгән. Көнбайыш йүнәлештә улар Чусовой йылғаһы буйлап хәрәкәт итеп, һөҙөмтәлә Кама буйына барып сыға (Боталов С.Г., Гуцанов С.Ю., Силәбе, 2000, 158, 174-183-се биттәр). Һундарҙың ҡытайҙар менән оҙайлы йылдар һуғышы арҡаһында II быуатта һун халҡы дүрт өлөшкә бүленә: төньяҡ һундар 155 йылда түбәнге Волгаға һәм Уралға китә һәм урындағы уғыр ҡәбиләләре тарафынан йотола. Шуға күрә көньяҡ Урал ҡәбиләләренең мәҙәниәтенә (I – III) бер яҡтан һун-өсән, икенсе яҡтан урындағы дахо-мәсәғүт ҡәбиләләре характеры хас (93, 271-се бит).
Һундар, халыҡ булараҡ, 200 йыл һуҙымында, II быуатта Ҡытайҙан күпләп киткәндән алып Европаға яһалған билдәле походтарына тиклем формалаша. II – III быуаттарҙа һундар Ҡаҙахстан һәм көньяҡ Урал далаларында һаҡлана әле, һөҙөмтәлә унығырҙар (ун уғырҙары) һ.б. этностары барлыҡҡа килә (203, 108-се бит). 372 йылдар тирәһендә һундар Волгаға үтеп инеп, 375 йылда Донда һәм Аҙау диңгеҙе буйында йәшәүсе аландарҙы буйһондора. Ульдиндан (400-408гг.) һуң һундар менән өс ағалы-ҡустылы Бендсгуз, Октар и Руа идара итә. Руа 434 йылда хан булып тора, һуңынан идара уның туғаны Атиллаға күсә. Уның ғәскәренең батырлығы Дунай өлкәһендә осраған барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңә. 448 йылға һундар дәүләтенең сиге, бушаҡ кимәлдәге үҙәкләштерелеүе менән, Даниянан Рәсәй һәм Венгрия аша Себергә тиклем һуҙыла (233, 35-се бит).
Себер халыҡтарының береһе IV быуатта уҡ тарихта дан яулай. Гаттерер уларға тағы ла мәсәғүттәрҙе, саҡтарҙы индерә (Camment.Soc.Cotlin –көн ХIV т., 24-се бит), [140, 182-се бит). Кама һәм Урал буйына киткән Себер һундары нәҫелдәштәре араһында Баламбер (Баламир) атлы юлбашсыны билдәләргә булыр ине. Ул һундарҙың көнбайышҡа күпләп хәрәкәт итеүен ойоштороп, Атилланың сәйәси осошон әҙерләй. Башҡорт этногенетик риүәйәттәр ХХ быуатҡа тиклем уның хаҡында хәтирә һаҡлап килә. ХХ быуаттың 20-се йылдарында уҡ баҫылып сыҡҡан башҡорт шәжәрәләренең бер нисәһендә “һун төрөктәре ханы Баламирҙың” меңле ҡәбиләһенә ҡараған ырыу башлығы булыуы хаҡында әйтелә (205, 17-се бит). Һундарҙың икенсе бер өлөш Ҡанғой (Ҡанғар) көнбайышҡа юллана. Ҡанғой дәүләте Балхаш күленән алып Арал диңгеҙенә тиклем һуҙыла. Константин Багрянородный яҙыуынса, ҡанғарҙар һуңғы бәшәнәктәрҙең ядроһын тәшкил иткән (205, 15-се бит).
Һуңыраҡ һундарҙың күсмә ҡәбиләләрен Аттила бер йоҙроҡҡа туплай. Ул идара иткән осорҙа һундар дәүләте 434–453 йылдарҙа ҙур ҡеүәткә өлгәшә. Аттила башта үҙенең бабаһы Руа тарафынан Дунай йылғаһына, Болгарияға аманат итеп ебәрелә. Автор яҙыуынса, Аттиланың резеденцияһы Тисса менән Дунай араһында, хәҙерге үҙәк Венгрияла урынлашҡан була. Аттила үҙ заманының хакимдарынан дипломатлығы, батырлығы һәм ҡаһарманлығы менән айырылып тора. Рейндан алып Волгаға, Балтик диңгеҙенән Ҡара диңгеҙгә тиклем бар халыҡ үҙҙәрен баҫып алыусы был баһадирҙан үҙҙәренең яҙмышын хәл итеүен көткән.
Аттиланың ҡулы аҫтында 300 меңгә тиклем яугирҙән торған ғәскәр булған. Н. Я. Бичурин мәғлүмәттәре буйынса, еңеүселәр “күп кенә күсмә халыҡтарҙы үҙҙәренә ҡушып алған”. Яҡшы ҡоралланған яугирҙәрҙең ябай уҡтарынан тыш һыҙғырыусы һәм яндыра торған уҡтары булған. Күп һанлы монгол-төрки ҡәбиәләләр Европаға IV
быуаттың икенсе яртыһында көньяҡ Себерҙән баҫып инә. Һундар ғәскәре, Европа буйлап хәрәкәт итеп, уның бер өлөшөн яулай, Босфорға үтеп инә һәм Рим империяһын тар-мар итә. Готтарҙың хакимлығы оҙаҡҡа бармай. Аттила батшаның байрағында тигеҙ яҡлы тәре балҡый, кешеләр унда илаһи рухты таный, күктәр аллаһына инана, ул Бөйөк күсенеүҙе раҫлай. Уларҙың илаһи көскә инаныуына башҡа халыҡтар ҙа ынтыла...
Ситтән ҡарағанда был күсенеүҙә ҡатнашыусылар бер-береһенән әллә ни айырылмай, улар барыһы ла һыбай була. XII быуат шағиры Райхан Болғарҙың “Ҡыпсаҡ яланы сәскәләре” тигән шиғырында шундай юлдар бар:
Борон-борон замандарҙа
Йәшәгән, ти бөйөк хан.
Туҡ булған, ти исеме,
Ырыуы Айбат булған.
Ай үҫәһен көн үҫеп,
Бик тиҙ үҫеп еткән, ти.
Ат йылында тыуғанға
Аттила булып киткән, ти.
Бер заман ул һунарҙа
Болан ҡыуып сапҡан, ти.
Шунан Иҙел иленә
Ул барған да сыҡҡан, ти...
Шулай итеп Аттилаға һуғышты туҡтатырға тура килә (35, III т., 105-се бит). Шағирҙың был шиғыр юлдарында башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары көн иткән Бүләр иленең яҙмышы өсөн борсолоу сағыла. Аттила 500 яугиргә тиклем барып еткән ҙур ғәскәре менән (322-се бит.) барлыҡ көнсығыш Европаны хәрби лагерға әйләндерә. 452 йылда ул юлында осраған күп ҡалаларҙы тигеҙләп, Италияға – Римгә ынтыла һәм, көтмәгәндә, кирегә борола. Уны был аҙымға барырға көнсығыш Рим императоры Маркиандың Паннонияны баҫып инеүе һәм яуызлығы менән дан алған Аэцийҙың Римды азат итеү өсөн ғәскәр туплауы хаҡындағы хәбәр мәжбүр итә.
Аттила ҡайтыр яҡҡа, Бисса йылғаһы буйына борола. Юлда ул ғәскәре менән түҙеп торғоһоҙ эҫегә, тағунға (чума), ризыҡ, эсер һыу наҡыҫлығына тарый. Тиҙҙән ул 453 йылда Илдаһау тигән ҡыҙға өйләнгән төндә үлеп ҡала. Аттиланың тәхет вариҫы - өлкән улы Эллак ҡырағай күсмә халыҡ менән идара итеү һәләтенә эйә булмай. (233, V, 323-сө бит).
Аттила үлгәндән һуң ҡеүәтле һундар империяһы ваҡ өлөштәргә тарҡала башлай. Көнбайышта тороп ҡалыусы һундар мәҙәни традицияларын яңы урынға күсерә алмай, хәрби оҫталығын ғына үҙе менән ала. Шулай ҙа, Дон менән Днепр (Молдавия һәм Бесарабия) араһында йәшәүсе һун (контригурҙар) ҡәбиләһенең башлығы
Цаберган 588 йылда Византия империяһына оло хәүеф менән янауын дауам итә (233, 43-сө бит).
