- •3. Башҡорт этносының барлыҡҡа килеүе тураһында
- •4. Мәҙәниәт һәм дин тураһында
- •IV. Халыҡтар күсенеүе эпохаһы
- •2.Төрки осор
- •4. Ишем ханлығы
- •V. Бөйөк Башҡорт иле халыҡтары тураһында
- •VI. Башҡорттар тарихына бер нисә концепция
- •2. Башҡорт-мадьяр концепцияһы
- •3.Башҡорт-болғар концепцияһы
- •2. Мәскәү кенәзлеге менән мөнәсәбәт
2. Мәскәү кенәзлеге менән мөнәсәбәт
“Бер дәүләт тә оҙаҡ ваҡыт тыныслыҡта ҡала алмай, әгәр ҙә тышҡы дошман булмаһа, эске дошман табыла...”
(Тит Ливий, Рим тарихсыһы б.э.т. 59 йылынан – б.э 17 йылына тиклем)
Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң Мәскәү үҙен уның вариҫы итеп һанай. Мәскәүҙә урҙа традициялары тамыр йәйә башлай. Идара эшен камиллаштырыу маҡсатында Мәскәү ҡыпсаҡ далаһынан, урҙанан кешеләрҙе үҙенә йәлеп итә. Иван III ваҡытында Рустә ҡыпсаҡтарҙан сыҡҡан кенәздәр: Куракиндар, Болғаҡовтар, Дашковтар, Сабуровтар, Мансуровтар, Годуновтар, Ушаковтар (адмирал), Юшковтар, Аксаковтар һ.б. (97, 324-се бит). Рәсәй дворяндарының шәжәрәһенә күҙ һалғанда, Мәскәү дворяндарының яртыһы ҡыпсаҡ далаһынан сыҡҡандарҙы тәшкил итә. Һөҙөмтәлә Мәскәү эргәһендә Һары ҡала, Ҡытай-ҡала, Таганка, Ордынка, Балчуг, Арбат, Хива һ.б. ҡалалар барлыҡҡа килә. Төрки тел киңерәк ҡулланыла. Сауҙа эшенә лә ҡыпсаҡтар нигеҙ һала. “Казана”, “деньги” шул тарала һөйләй.
“Татар” ҡушаматы, ахырыһы, тап шул мәлдә барлыҡҡа килгәндер. Яйлап урыҫтар монголдарға әүерелә барып, уларҙың ҡайһы берҙәре хатта урыҫ тамырҙарын йәшерергә тырыша. Мәскәүҙең мосолман өлөшө “татарҙар”, христиан өлөшө “урыҫтар” тип атала башлай.
Был процестар Мәскәү кенәзлегенең монголдар ваҡытында уҡ башланған көньяҡ-көнсығышҡа хәрәкәтен башлап ебәреүен тиҙләтә. Н.А. Фирсов яҙыуынса, “Русь дәүләте барлыҡҡа килгәндән һуң көнсығышҡа табан хәрәкәтте бөйөк кенәз Владимир Равноапостольный башлап ебәрә. Ул Кама буйындағы болғарҙар менән һуғыша…» ( 189, 5-се бит). Ул саҡта Великороссия Ока менән Волга араһында 450 000 кв. км майҙанды биләй. 1462 йылда Мәскәү кенәзлеге башына Иван III ултыра. Уның хакимлығы осоронда кенәзлектең майҙаны 4 200 000 кв. км. Тиклем киңәйә, кенәзлектә йәшәүселәрҙең һаны 1,5 миллиондан 4,3 миллионға тиклем арта. Иван III 1505 йылда, 66 йәшендә үлеп ҡала, ул 43 йылдан ашыу кенәзлек менән идара итә. Артабан тәхеткә килеүсе Иван IV батшаны дошмандарға ҡаршы аяуһыҙ булғаны өсөн Грозный тип атайҙар. Артабан монголдар көсһөҙләнгәс, Иван Грозный үҙен монгол ханының вариҫы тип атай. Әсәһе яғынан уның Мамай хандың нәҫеле булыуы ла бында роль уйнағандыр (79, с.94].
Яңы батша Иван яңы көнсығыш ерҙәрҙе баҫып алыу маҡсатында Ҡаҙан, Әстрхан ханлыҡтарына, көнбайыш Себергә хәрәкәт башлай. Ул монгол хандары өлгөһөндә үҙен батша тип атай, Григорий Котошихин яҙыуынса, ХVI быуаттың ҡайһы бер кенәздәре үҙҙәрен “аҡ батша” тип атаған.
Мәскәү кенәзлегенә артабан көнсығышҡа китер өсөн Ҡаҙан ханлығын алырға кәрәк була. Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң был ханлыҡ яңы аяҡҡа баҫып килгән була. Урыҫ кенәздәре бер нисә тапҡыр Ҡаҙанға хәрби поход ойоштора. Иван Грозный Ҡаҙанды яулағандан һуң Башҡорт иленең икһеҙ-сикһеҙ биләмәләрен яулау мөмкинселеге асылырын аңлай. Ул батша булған саҡта Русь дәүләтенең сиктәре көньяҡта Ока йылғаһына тиклем генә һуҙыла. Мәскәүҙән 120 саҡрым үткәндән һуң икенсе дәүләттең биләмәһе башлана.
Ҡаҙан хандары башҡорт яугирҙәренә айырыуса мөнәсәбәттә булған, уларҙы хәрби оҫталығы өсөн йәлеп иткән. Башҡорттар һәм башҡорт йәмғиәте ул саҡта хәрби-күсмә принцибы буйынса ойошҡан («Башкортостан атласы (тарих, мәҙәниәт,этнография)» [М.; Өфө, 2007] 118-се бит). Башҡорттарҙа хәрби дисциплина бәләкәй саҡта алып тәрбиәләнгән, улар берҙәм булып үҙенең юлбашсыһы артынан эйәрә. «Эйәрҙә ултырған башҡорт һәйкәл кеүек. Башҡорттар хәрби күнекмәләрҙе оҫта башҡара – улар ат өҫтөндә бик оҫта йөрөй, ҡылыс менән оҫта эш итә, мылтыҡ һәм яндан бик оҫта ата. Мәҫәлән, улар 15 сажиндан атҡан уҡ кешене генә түгел, атты ла үтә сыға (38, 115-се бит).
Фото: “Башҡорттар походта”. Зауервейд А.И.
Ҡаҙан хандарының төп сәйәси линияһы башҡорттарҙы үҙ яғына ауҙарыу булған. Бындай мөнәсәбәттең миҫалы булып ирәкте ырыуы башҡорттарының ергә өҫтөнләк биргән тарханлыҡ грамоталарына алмашҡа Ҡаҙан ханына хеҙмәт итеү торған.
Мәскәүҙәге дәүләт хеҙмәтенә лә башҡорттарҙы саҡырғандар. Күрәһең, Башҡорт хан заманындағы урыҫтар менән башҡорттар араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәт онотолмаған. Мәҫәлән, 1533-1534 йылдарҙа башҡорт Бәхтиәр Баймаҡов Молдовияға Петр Волошскийға илсе итеп ебәрелгән. Бәхтиәр Баймаҡов бөрйән ырыуынан сыҡҡан (9,156-сы бит).
Йәш Мәскәү кенәзе Иванға 1547 йылда 17 йәш тула. Ул өйләнгәндән һуң батша титулын ала һәм күп һанлы ғәскәре менән Ҡаҙанға походҡа сыға. Ҡышҡы рашҡыға тап килә был поход. Волгала боҙ өҫтөнә һыу ҡалҡып, юлһыҙлыҡ арҡаһында күп кенә һалдаттарын юғалтып Иван Мәскәүгә кире әйләнеп ҡайта. 1550 йылдың февралендә Иван үҙенең ғәскәре менән Ҡаҙандың имән стеналары янына тағы ла килә. Ҡаҙан ханлығына ҡараған сирмештәр, сыуаштар һәм мариҙар Иван ғәскәре яғында һуғышырға ризалыҡ белдерә. Башҡорттар Ҡаҙанды яҡлап Иван Грозный ғәскәренә ҡаршы һуғыша. Был хаҡта Ҡаҙан ханлығын яулауҙа ҡатнашҡан Андрей Курбсийҙың яҙмалары һөйләй (109, 328-се бит). Был юлы, 40 көн буйына һөжүм иткәндән һуң, Иван IV Ҡаҙанды яулай. Ҡулдарында ҡоралы булған барлыҡ ир-атты үлтергәндән һуң ҡатындарын һәм балаларын урыҫ армияһына бирә ( «Батша китабы»на һылтанма). Мәсеттәр емерелә, уларҙың ҡайһы берҙәре бар халыҡ алдында сиркәү итеп үҙгәртеп ҡорола. Ҡол-Шәриф мәсете һүтеп алынып, уның урынына Благовещенский соборы һалына («GEO» журналы. 2005. № 7). Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 1557 йылда 30–40 мең кеше урынына 6 мең мосолман тороп ҡала, уларға 7 мең урыҫ ҡушыла.
1557 йылдың яҙында Иоанн ҡотосҡос йылдарҙың үтеүе хаҡында иғлан итә һәм Мәскәүҙә аҡһаҡалдарҙы ҡабул итеп, уларға ялыу грамоталары тапшыра. Күп кенә ҡаҙанлылар үҙ теләге менән суҡынып, христиан диненә күсә. Уларға бының өсөн хужалыҡ алып барыр өсөн баҫыуҙар, көтөүлектәр бирелә. Иван Грозный башҡорттарға үҙ ерҙәренә ҡырғыҙҙарҙы һәм Себер татарҙарын үткәрмәү шарты менән 1557 йылда ерҙәрен биләүгә грамоталар бирә. Волга-Кама төбәгендә тик башҡорттар ғына Рәсәй составына ингән саҡта, федератив идараға нигеҙ һалып, үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын, үҙидаралығын, үҙенең хәрби ойошмаһын, телен, динен, йолаларын һаҡлап ҡала (Р.Буканова, «Һәр кем үҙе хаҡында һөйләһен» 207-220-се биттәр).
Рәсәйгә ҡушылғандан һуң башҡорттар Русь дәүләте йөҙөндә үҙенә таяныс күрергә тырыша, әммә Иван Грозный башҡорттарға ҙур яһаҡ һала. Уның буйынса һәр башҡорт хужалығы бер төлкө һәм һыуһар тиреһе йәки билдәле күләмдә бал бирергә тейеш була. Бынан тыш башҡорттар бушҡа ылаусы хеҙмәте үтәргә, Мәскәү ғәскәре аттары өсөн аҙыҡ әҙерләргә, тирмәндәрҙә бушлай эшләргә бурыслы. Шунан һуң Иван Грозный башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын юҡҡа сығарып, ерҙәрен батшаныҡы итеп иғлан итә. Артабан ул айырым грамоталар нигеҙендә Мәскәүгә ярҙам иткән башҡорт бейҙәренә һәм ырыуҙарына ер өләшә башлай. Ошонан һуң ғына башҡорт халҡы үҙенең алданғанын аңлай.
Был саҡта Башҡорт иле ҙур майҙанда урынлашып, унда халыҡ бик аҙ йәшәй. Яйыҡ менән Волга араһында унда-бында йөрөгән нуғайҙарҙан һәм башҡорттарҙан тыш башҡа халыҡтар бында булмай (38, 149-сы бит). Йән башына 25 тин һалымды түләү бик ауырға тура килә. Батша хөкүмәте бының менән риза булмайынса, башҡорттарға өҫтәмә һалым һала. Бер аҙҙан башҡорттарҙы ғәскәргә рекрут итеп ала башлайҙар (1, 76–77-се биттәр). Башҡорттар Мәскәүгә һалым түләүҙән баш тартып, батшаға прошение ебәрә. Уларҙың мөрәжәғәте ҡабул ителмәгәс, башҡорттар ҡораллы ихтилалға әҙерләнә башлай.
Башҡорттарҙың тәүге ихтилалы 1584 йылда Яйыҡ йылғаһы буйында була. Ихтилал һалымдарҙы юҡҡа сығарыу менән шундуҡ тынып ҡала. Был хәл башҡорттарҙа үҙ көсөнә ышаныс тыуҙыра.
Артабан тәбиғи ресурсарға бай булған башҡорт ерҙәрен яулау башлана. Строганов һымаҡ урыҫ аристрократтары һәм сәнәғәтселәре күпләп башҡорт ерҙәрен һатып ала.1583 йылда Иртыш яғынан Ермак Тимофеевич Себер ханы Күсемгә ҡаршы хәрби хәрәкәт ойоштора (был хаҡта беҙ “Себер ханлығы” бүлегендә яҙып үттек). Себергә барғанға тиклем унда бер урыҫ кешеһе лә булмай.
1584 йылда башҡорттар үҙ ерен һаҡлар өсөн Табын ҡәлғәһен төҙөй.
Урыҫтар ҡалмыҡтар менән дуҫлашып, башҡорттарға һәм ҡырғыҙҙарға ҡаршы уларҙы файҙалана. Рәсәй батшаһы алыҫ Себерҙә был юлы үҙенең хакимлығын урынлаштыра алмай. Был төбәккә 1585 йылда Пермь, Вятка, Каргополь төбәктәренән, Мәскәүҙән стрелецтар, казактар һәм крәҫтиәндәр күсерелә. 1604 йылда казактар, литвалар тарафынан ҡалаларға нигеҙ һалына, 1635 йылда Енисей йылғаһы буйында Вологда, Нижегород, Каргополь, Устюг, Холмогор, Архангельск кешеләре йәшәгән ауылдар күренә башлай.
Мәскәү кенәзлеге Кама аръяғындағы территория өсөн ҙур борсолоу кисерә. Унда йәшәүселәрҙе Мәскәү хакимдары “башкирцы” тип атай. Улар физик яҡтан сыҙамлы һәм күп ҡатынлылыҡ арҡаһында һан яғынан даими тулыланып тороуы менән дә ҡурҡыныс халыҡ һанала.
Борай һәм Минзәлә өйәҙендә йәшәүсе башҡорттар 1645 йылда баш күтәрә. Күтәрелештең сәбәбе – уларҙың ерҙәре урыҫ һәм поляк крәҫтиәндәренә бирелеүе арҡаһында көтөүлектәрҙең етешмәүе, етмәһә ситтән килеүселәр (“үҙ” ерҙәрендә утлау сәбәпле) башҡорттарҙың аттарына ҡул һала башлай.
1651 йылда батша Алексей Михайловичтың икенсе диндәге кешеләрҙең ерҙәрен суҡындырылғандарға һәм урыҫ кешеләренә бирелеүе тураһында указы сыға (78, 193-сө бит). 1655 йылда батша Минзәләгә Смоленск шляхтарының 124 ғаиләһен күсерә. Быға яуап итеп башҡорттар яңы күсеп килеүселәрҙең ауылдарын яндыра, Минзәлә ҡалаһына һөжүм итә (90, 87-се бит).
Мәскәү хөкүмәтенең суҡындырыу сәйәсәте башҡорттарҙың хәлен ҡатмарлаштыра. Волга һәм Кама аръяғындағы үҙенең подданныйҙарын ҡалмыҡтарҙың, ҡарағалпаҡтарҙың, нуғайҙарҙың, башҡорттарҙың, ҡырғыҙҙарҙың һөжүмдәренән һаҡлау, был ерҙәрҙә хакимлығын нығытыу өсөн 1652–1656 йылдарҙа Рәсәй хөкүмәте Кама аръяғы оборона линияһын төҙөй. 450 километрға һуҙылған Кама аръяғы оборона һыҙығы Волга буйындағы Аҡъяр ҡәлғәһенән башлана. Ул Ерекле, Тейен, Биләр, Яңы Шишмә, Кисуй, Зәй ҡәлғәләре аша үтеп, Ыҡ йылғаһына һәм Минзәлә крайына тиклем барып етә (114, 15-се бит).
Ихтилалдар мәлендә урындағы халыҡтың ризаһыҙлығын файҙаланып, башҡорт юлбашсылары Ҡырым ханлығы һәм Төркиә менән бәйләнеш урынлаштырып, Башҡортостанды икенсе дәүләттең подданныйы итергә лә тырыша. Мәҫәлән, Ҡырым ханына яҙған дипломатик хатта (Ә.Ғ. Салихов Рахман Ҡолоевтың аҡһаҡалдар, абыҙҙар исеменән яҙылған хаттының бер өҙөгөн баҫып сығарҙы) Урал-Волга буйы халыҡтарын үҙ ҡарамағына алыу һорала (21, 38-се бит).
Тотош Башҡорт илен ялмап алған тәүге хәрәкәт 1662–1664 йылдарҙа була. Башҡорттар Ҡаҙан юлында үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә Минзәлә, Зәй , Кисуй, Яңы Шишмә ҡәлғәләренең һалыныуына ризаһыҙлыҡ белдерә. Башҡорттарҙы яңы күсеп килеүсе мариҙар, сыуаштар һәм татарҙар яҡлап сыға.
Башҡорттар ихтилалында казактар ҡатнаша, шуға күрә һуңыраҡ дәүерҙә башҡорт еренә күсеп килеүсе урыҫтар казактар менән башҡорттар араһын боҙоу өсөн саралар күрелә башлай. Башҡорттарҙың бығаса үҙаллылыҡҡа нигеҙләнгән идара системаһы үҙгәреш кисерә. Башҡорттар урыҫтарҙың хәрби идаралығына буйһондорола. Әммә урыҫ отрядтарына һөжүмдәр бының менән генә туҡталмай.1737 йылда көнсығыш башҡорттар ҡаҙаҡтарҙың һәм ҡарағалпаҡтарҙың Ҡайып ханын таныуҙары хаҡында белдерә.
Башҡорттарҙың милли ҡоролтайы һаналған йыйыны һаман да үткәрелә килә. Батшабикә Анна 1737 йылдың 9 июнендә сығарылған указы менән йыйындарҙы тыя. Башҡорт иленең үҙаллығына кәртә ҡуйылыуы халыҡтың ризаһыҙлығын тағы ла арттыра (46, 140-сы бит). Мәскәү вәкилдәре Кириллов менән Румянцев мосолмандарҙың һан буйынса артыуыу кәметеү өсөн ир-аттарҙы һуғышҡа ебәреүҙе, мосолмандар янында урыҫ слободалары төҙөүҙе, старшиналарға ҡоролтайҙар үткәреүҙе тыйыуҙы, старшиналарҙы бер йылға ғына һайлап ҡуйып, уларҙан һалым түләүҙе талап итеүҙе тәҡдим итә.
Әммә бындай саралар крайҙы көсөргәнеште арттыра ғына төшә.
Шулай уҡ территориаль идаралыҡты үҙгәртеү юлы менән дә мәсьәләне хәл итергә ынтылыш була.
Тәүге тапҡыр Минзәләлә үткәрелгән Генераль советта башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу мәсьәләләре генә түгел, Башҡорт крайы менән идара итеү мәсьәләһе лә ҡарала. Советтың төп ҡарары булып “башҡорттарҙы төрлө судтарға һәм идараларға бүлеү” тора. Был үҙ нәүбәтендә Башҡортостанда административ үҙгәрештәр үткәреүҙе талап итә. Советта Урал аръяғында Исәт провинцияһына нигеҙ һалып, идара үҙәген Пермь провинцияһына, Көңгөргә күсерергә тигән ҡарар сығарыла. 1737 йылда Башҡорт Урал аръяғы Себер губернаһынан тартып алынып, Исәт провинцияһы барлыҡҡа килә (38, 19-сы бит). Килеп тыуған хәлдә башҡорттар күршеләренә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Соловьев шулай яҙа: “Башҡорттар бер үҙҙәре урыҫтарҙы еңә алмаясағын аңлап ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйергә мөрәжәғәт итә һәм уны үҙенең юлбашсыһы итеп таный. Әбелхәйер быға шатлана һәм башҡорт ҡыҙына өйләнә. 1738 йылда ул Рәсәйгә ҡаршы хәрәкәт башлай һәм Орск ҡәлғәһенә яҡынлашҡас, баш күтәргән башҡорттарҙы үҙ янына йыйып ала һәм урыҫтарға баш һалғандарҙы язалай. Ырымбур губернаторы Неплюев ғәҙәттән тыш аҡыллы кеше һанала. Әммә уның башҡорттар һәм татарҙар, башҡа халыҡтар араһына шына ҡағыу һәләтенән башҡа ҡулында бер нәмә лә булмай. Килеп тыуған хәлде аңлатып ул Петербургҡа хат яҙа. Башҡорттарҙың 50 меңлек ғәскәре Яйыҡ аръяғына сығып, ҡаҙаҡтарға ҡушылғас, Тевкелев һәм Неплюев тарафынан ойошторолған мәкер һөҙөмтәһендә агент-провакаторҙар уларҙы ҡулына ҡорал тотоп ҡаршылай. Башҡорттарға хыянат иткән ҡаҙаҡтар уңышҡа өлгәшә. Ҡаҙаҡтарҙың Алғын ырыуы вәкилдәре ҡасҡындарҙың ҡатындарын һәм ҡыҙҙарын тартып ала. Башҡорт ир-аттары ҡаҙаҡтар ҡулындағы ҡатындарын һәм ҡыҙҙарын азат итеү өсөн һуғыша һәм тыуған иленә ҡайта. Унда уларҙы урыҫ карателдәре ҡаршылай.
Рәсәй хөкүмәте тарафынан индерелгән хаяһыҙ һалымдар халыҡты баш күтәреүгә алып килә.1708–1722 йылдарҙа күп кенә старшиналар, шул иҫәптән Ҡыпсаҡ волосынан Кинйә Арыҫлановтың атаһы Арыҫлан батыр Аҡҡолов бөтөн башҡорт халҡы исеменән Өфөләге юғары инстанцияларға мөрәжәғәт итеп, әҙәм ышанмаҫлыҡ һалымдарҙың авторы Андрей Жихаревҡа (“Әндрәй ҡаҙнаһы”), М. Доховҡа, Ҡаҙандың ҡанһыҙ комиссары А. Сергеевҡа яза биреүҙе һорай. Был “эш” бик оҙаҡҡа һуҙыла, өлөшләтә ыңғай һөҙөмтәһе лә була.
Мәскәүҙең ҡәлғәләр төҙөү юлы менән көнбайыш Башҡортостанды уратып алырға ынтылышы Аҡай ихтилалын тоҡандыра. 1736 йылда Аҡайҙы урыҫтар ҡулға ала. Был хәбәр бөтөн Башҡорт иленә тарала. Нуғай һәм Ҡаҙан юлдарының бәкәтин, ҡыпсаҡ, тамъян, бөрйән, бихкәк (пегках), уран, ҡырсын, джури, ҡыбау, байнар (баят), карай (кирәйет), шуран һәм ҡырғыҙ ҡәбиләһенең өс ырыуы башҡорттары ҡоролтай үткәреп, Аҡайҙы ҡулға алыусыларға хат яҙа. Хатында улар батша һалдаттарына Аҡайҙы ебәреүен һәм үҙҙәренә Минзәлә ҡалаһына ҡайтып, бүтән был яҡҡа сығып йөрөмәүҙәрен талап итә. Яуапҡа батша ғәскәре командиры үҙен Яйыҡ яғына үткәреүҙәрен һорай, Аҡайҙы шул осраҡта ғына ебәрәсәген белдерә. Яйыҡ янында һуғыш йыл буйына дауам итә. Башҡорттар был яуҙа күп яугирҙәрен юғалта. Урыҫтар Минзәләгә кире ҡайта, әммә Аҡайҙы азат итмәй.
Ырымбур ҡалаһын төҙөгәндә И.К.Кириллов башҡорт тархандарына
иҫәп тота. Рәсәйҙең Азия илдәре менән сауҙалашыуында аралашсы һәм карауандарҙы оҙатыусы итеп ул башҡорттарҙы күрә. “Был халыҡ хәҡиҡәтте һәм таҙа йылғаны шул тиклем ярата, әгәр ҙә Хоҙай ярҙам итһә, башлаған эшен ташламай, улар менән бар эште атҡарып була”, тип яҙа И.К. Кириллов үҙенең 1735 йылдың 29 ғинуарында В.Н. Татищевҡа төбәлгән хатында (38,15-се бит).
Үҙәк Рәсәйҙән Башҡорт иленә халыҡтарҙың күсенеүе дауам итә.
1745 йылда ошо нигеҙҙә башҡорт еренә күсенеүсе урыҫтарҙың һаны 20 мең кешене тәшкил итә. Православия сиркәүе аҫтында урыҫтар Себерҙең яңы территорияларын яулай. Был крайҙың төп халҡы һаналған уғыр-башҡорттар мишәр диалекты ҡушымтаһы менән туған телен һаҡлап ҡала. Этник система көтөлмәгән ябайлаштырыу кисерә.
XVIII быуатта Башҡорт иленә килеүсе урыҫтарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың һаны һиҙелерлек арта. Башҡортостан территорияһында Воскресенск, Архангельск, Праволенск, Ҡатау-Йөрөш, Белорет, Ҡатай, Меңле, Алапай, Һеүәле, Белговск, Шайтан, Егушеминск, Исәт, Благодатный, Верхнетуранск заводтары барлыҡҡа килә. Богоявленский баҡыр иретеү заводы (1751 – 1752), Асҡын йылғаһы буйында Архангел баҡыр иретеү заводы (1752 – 1753), Ыҡ йылғаһында Покровск баҡыр иретеү заводы (1754), Әүзәндә Әүзән-Петровск тимер эшләү заводы (1754), Ҡана йылғаһында Кананикольск баҡыр иретеү заводы (1751), Ырғыҙлы йылғаһында – Вознесенск баҡыр иретеү заводы (1754), Себер башҡорттары йәшәгән Кәҫле йылғаһында Кәҫле баҡыр иретеү заводы (1751), Һатҡы һәм Кеүәш йылғаларында – Златоус тимер яһау заводы (1751), башҡорттар йәшәгән Ҡаҙан юлындағы Киҙеш йылғаһында Верхнетроицк баҡыр иретеү заводы (1752), Шаран йылғаһында – Ишерәк баҡыр иретеү заводы (1751) төҙөлә. Был заводтар янына башҡорттар түгел, меңәрләгән урыҫ крәҫтиәндәре һәм эшселәре күсеп килә.
Халыҡтарҙың күсенеүе, асылда, башҡорт ерҙәре аша үтә. Башҡа тарафтарға йүнәлгән күптәр был ерҙәргә ҡыҙығып тороп та ҡалған. Рәсәй үҙәгенән кешеләр көньяҡ Уралға, ҡаҙаҡ далаларына яҡын ерҙәргә, Рәсәй хөкүмәте нығытмалар төҙөгән Ырымбур тирәһенә ағыла. XVII–XVIII быуаттарҙа Рәсәй тарихының драматик битен башҡорт ихтилалдары биләй. Урындағы халыҡ систематик рәүештә, һәр 10–15 йыл һайын үҙ ерҙәре һәм хоҡуҡтары өсөн көрәшкә күтәрелә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй халҡына ситтән ҡурҡыныс янаған саҡта башҡорттар урыҫтар менән бергә ватаны өсөн көрәшә. 1812 йылғы Ватан һуғышында, мәҫәлән, башҡорттар атҡа атлана алырлыҡ барлыҡ ир-аты менән изге яуға сыға. Кенәз Ҡудашев менән бергә фәҡәт башҡорт яугирҙары Кремлде шартлатыуҙан һаҡлап ҡала (46, 38-се бит).
“1750 йылда элекке Ҡаҙан ханлығы территорияһында христиан диненә күсерелгән сыуаштарҙың һәм татарҙарҙың һаны 269 213 кешегә барып етә. Тик 1741 йылда ғына 9 159 кеше суҡындырыла, уларҙың араһында татарҙарҙың һаны - 3 670. 1742 йылда Ҡаҙан губернаһындағы 516 мәсеттең 418-е емертелә. Шул саҡ татарҙарҙың бер өлөшө көсләп суҡындырыуҙан Башҡортостанға ҡаса. 1730–1760 йылдарҙа урындағы халыҡты көсләп суҡындырыу башлана …» (103,117,188,18-се биттәр).
Суҡыныуҙы үлемдән дә ауырыраҡ яза итеп ҡабул иткән башҡорттар яңы ихтилалға әҙерләнә. Тарихта “Батырша ихтилалы” тип аталған 1755 йылғы башҡорт ихтилалы башлана. 1754 йылда башҡорттар менән ҡаҙаҡтарҙы айырыр өсөн ҡәлғәләр һалына башлауы арҡаһында башҡорттар менән ҡаҙаҡтар бергәләп яуға сығырға һүҙ ҡуйыша. Быға ҡаҙаҡтар ҙа, башҡортар ҙа ныҡ ышана. Мишәрҙәрҙән булған Батырша үҙ халҡының һәм татарҙарҙың күтәрелеп сығыуына ныҡ ышана.
Ул мишәрҙәрҙе һәм татарҙарҙы ышандырыу өсөн күп ваҡыт юғалта.
Әммә уларҙы күндерә алмай һәм Ҡаҙандан күңелһеҙ хәбәр алғас, башҡорттар менән тороп ҡала. Ихтилал аяуһыҙ рәүештә баҫтырыла. Уның уңышы булып Рәсәй хөкүмәтенең урыҫ булмаған халыҡтарҙы көсләп суҡындырыуҙан тыйылыуы тора.
Екатерины II батшалыҡ иткән осорҙа ла башҡорттарҙың хәле әллә ни шәптән булмай. Батшабикә крәҫтиәнде тауар итеп һатыуға-һатып алыуға рөхсәт бирә. Әгәр ҙә элек крәҫтиәнде үлтергән өсөн дворянды судҡа бирһәләр, хәҙер ул сиркәүҙә Хоҙайҙан ярлыҡау һорау менән генә ҡотолған (191, 114-се бит). Шундай шарттарҙа халыҡтың ризаһыҙлығы артҡан. ХVIII быуатта ғәйнә башҡорттары азатлығы өсөн ихтилалға күтәрелә. Улар араһынан Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ишбулатов һымаҡ тотош сылбырҙы тәшкил иткән шәхестәр сыҡҡан. Мәҫәлән, Барҙы ауылынан башҡорт старшинаһы, 1767-1769 йылдарҙа башҡорттарҙан Өфө провинцияһында депутат булып тороусы Баҙарғол Юнаев кеүек башҡа депутаттар менән берлектә башҡорт халҡының хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһай.
1773-1775 йылдарҙа Туҡтамыш Ишбулатов мең кешелек баш күтәреүселәр отряды менән етәкселек итә, Пугачевтан полковник чины ала. Уса ҡалаһын ҡамауҙа ҡатнаша.
1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында Бошман-Ҡыпсаҡ волосы старшинаһы Кинйә Арыҫланов Пугачевтың яҡын дуҫына, көрәштәшенә әүерелә. Ул башҡорттар һәм башҡа халыҡтар араһында киң агитация эше йәйелдерә. 1773 йылың көҙөндә Шайтан-Көҙөй волосы старшинаһы Юлай Аҙналинға ла хат килеп төшә. Башҡорт халҡының тарихына Салауат Юлаев тап ошондай шарттарҙа килеп инә. Пугачев Салауат Юлаевҡа полковник чины бирә (191, 120-се бит).
1773–1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Урал-Волга буйының барлыҡ халыҡтары: урыҫтар, башҡорттар, мишәрҙәр, татарҙар, мордвалар, сыуаштар, мариҙар, удмурттар һ.б. ҡатнаша. “Улар араһында ҡатнашыусыларҙың һаны, яуҙарҙа ҡатнашыуы, уйнаған роле буйынса төп урынды башҡорттар биләгән”, - тип яҙа ғалимдар Ю. А. Лимонов, В. В. Мавродин, В. М. Панеях.
1800 йылда ерле башҡорттар бармаҡ менән генә һанарлыҡ тороп ҡала. Башҡорт иле төрлө яҡтан килгән килмешәктәр менән тула. Шул уҡ ваҡытта башҡорттар өсөн түҙеп торғоһоҙ тормош шарттары тыуа.
Башҡорт ырыуҙарының һәм ҡәбиләләренең тарихи ерҙәре ситтән килеүселәргә бирелә.
ХХ-ХХI быуаттарҙа башҡорттар
1917 йылдан һуң барлыҡҡа килгән яңы дәүләт власы аҫаба халыҡты Башҡортостан автономиялы Совет Социалистик Республикаһы сиктәренән ситтә ҡалдырып, башҡаларға бесеп биреүҙе дауам итә. Яңы барлыҡҡа килгән Пермь, Ҡорған, Силәбе, Һамар, Свердловск, Ырымбур, Һарытау, Ульяновск өлкәләренә, Татарстан Республикаһына аҫаба башҡорт ерҙәре аҫаба халҡы менән бүлеп бирелә. Ундағы башҡорттар совет власы барлыҡҡа килгән тәртиптәргә буйһоноп, үҙҙәренә хас булмаған мәҙәниәт, йолалар менән, туған телен уҡытырға рөхсәт һорап йәшәргә мәжбүр ителде.
Карта-6- Башҡортостан 1913-1914 йылдарҙа
Юғарыла һанап үтелгән өлкәләрҙә даими рәүештә башҡорт мәҙәниәтенең инҡар ителеүе, социаль-иҡтисади сараларҙы уларҙың уникаль мәҙәниәтен һәм тарихын иҫәпкә алмайынса үткәреү дөйөм башҡорт тарихы һәм мәҙәниәте өсөн ҙур юғалтыуға килтерәсәк. Миҫалға Һамар өлкәһен килтерәйек. Унда халыҡтарҙы берләштерергә, башҡорттарҙың үткәнен иҫкә төшөрөргә теләгәндәй, Ульяновскиҙан Волгаға тиклем ғорур Жигули тауҙары теҙелеп киткән. Батый хан дәүерендә Болғар ҡалаһы менән бергә тирә-яҡтағы барлыҡ тереклек юҡ ителгән. Боронғо нығытмаларҙан бында ҡәлғәләрҙе хәтерләткән таш өйөмдәре генә ҡалған. Ҡаҙан яуланғандан һуң ҡәбиләләр был урындарҙы ташлап киткән ( И.Лепехин «Боронғо Валах ауылы янындағы нығытмалар» 340-сы бит). Авторҙар бында башҡорттар йәшәгәне хаҡында әйтмәй. Ә В.Ивановтың мәғлүмәттәре буйынса, Волга менән Ҡондорса йылғалары араһында хәҙерге Тольятти, Дмитровград һәм Ульяновск ҡалалары урынында төрки-уғыр, йәғни башҡорт ҡәбиләләре йәшәгән (В.Иванова,1944, 87-се бит).
Рәсәй халыҡтарының XVIII быуаттан алып 1916 – 1917 йылдарға һәм 2010 йылдарға тиклем һандары ( Энциклопедия, М. 1994, 17-се бит һәм 2010 йылға халыҡ иҫәбе, кешеләр һаны (мең кеше) :
Йыл |
1719 |
1897 |
1917 |
2010 |
Урыҫтар |
11130 |
55670 |
76700 |
111016 |
Татарҙар |
295 |
2230 |
3000 |
5310 |
Башҡорттар |
172 |
1320 |
1750 |
1584 |
Сыуаштар |
218 |
845 |
1120 |
1435 |
Удмурттар |
48 |
420 |
540 |
552 |
Анализ өсөн Рәсәйҙең ошо халыҡтар һанының сағыштырмаса таблицаһын килтерәбеҙ:
|
1897 |
1917 |
2010 |
Иҫкәрмә (артҡан, кәмегән) |
1719 |
1897 |
1917 |
||
Урыҫтар |
5 |
1,34 |
1,45 |
артҡан |
Татарҙар |
7,6 |
1,34 |
1,7 |
артҡан |
|
||||
Башҡорттар |
7,67 |
1,33 |
0,9 |
кәмегән |
Сыуаштар |
3,89 |
1,33 |
1,28 |
кәмегән |
Удмурттар |
8,75 |
1,28 |
1,02 |
кәмегән |
Таблицала урыҫтар менән татарҙарҙың башҡа халыҡтарҙың кәмеүе иҫәбенә артыуы күренә. Балалар тыуыуы юғары булһа ла, бигерәк тә, башҡорттарҙың һаны кәмегән. Әлбиттә, бында халыҡтың иҫәбен алыуҙағы хаталар ҙа сағылалыр (212, 14-се бит). Боронғо Руста һәм урта быуаттарҙа халыҡты һанамағандар. Эксперттарҙың иҫәбе буйынса Рәсәй дәүләтселеге нығына башлаған дәүерҙә Мәскәү менән бергә территорияларҙа 6 млн. кеше йәшәгән. XVII быуат уртаһына тиклем Рәсәй халҡы “күсереп яҙыу”(«писцовые описания») ысулы менән теркәлгән. Артабан инде халыҡ һанын теркәү “ревизия яҙмалары” («ревизские сказки») яҙмалары ярҙамында башҡарыла. Башҡорттар халыҡ иҫәбен алыусыларҙы йорттарына индермәгән. Етмәһә, уларҙың һанын әҙерәк күрһәтеү өсөн башҡорттарҙы башҡа халыҡтар иҫәбенә индереү ҙә күҙәтелгән. Этностың үҙ асылына хас булмаған мөхиттә йәшәүе күп осраҡта уның үҙенсәлеген үҙгәртеүгә килтерә. Мәҫәлән, Рәсәй эсендә икенсе урынға күскән тәүге быуын башҡорттар ғүмеренең аҙағына тиклем үҙенең этник асылын һаҡлап ҡалһа, уларҙың балалары яртылаш сит йоғонтоға бирелһә, ейәндәре милли тамырҙан бөтөнләй өҙөлә.
1917 йылға Рәсәй империяһында 180 халыҡ һәм ҡәбилә булһа, 1991 йылда СССР-ҙа улар 100 самаһы ғына (79, 84-87-се биттәр). Был тенденция илдә аҙ һанлы халыҡтарҙың яйлап юҡҡа сығыуына килтерә. Төбәктәрҙә аҙ һанлы милли-мәҙәниәт институттары төҙөү ҙә уларҙы үҙ тамырҙарынан айырыуға ғына алып килде.
“Титуллы” республикаларҙың Рәсәй өлкәләрендә йәшәгән милләттәштәрен шефлыҡҡа алыуы өсөн дә күп кенә финанс сығымдары талап ителә. Һәр хәлдә, был мәсьәләне хәл итеү бер республиканың ғына хәленән килмәй. Мәҫәлән, үҙенең аҫаба ерҙәре менән Башҡортостан Республикаһынан ситтә тороп ҡалған башҡорттарҙың тарихы һәм проблемалары һаман да өйрәнелмәгән.
(«Боронғо дәүерҙән ХIХ быуаттың 60-сы йылдарына тиклемге Башҡортостан тарихы “ ОИБ.1т., 1бүлек; 1т., 2.2 бүлек). Бынан тыш РФ Хөкүмәте милли төбәктәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙы ҡыҫҡартыу йүнәлеше алды.
Ғалимдар ҙур ауырлыҡ менән һаҡларға теләгән халыҡтар тарихы ла онотолоуға дусар ителмәҫ тимә. Совет осоронда паспорттарҙа “милләт” графаһы ата-әсәһенең теләге буйынса тултырылды. Был осраҡта, әгәр ҙә ата-әсәләрҙә милли аң булмаһа, йәки түбән булһа, кешене теләһә ниндәй милләт вәкиле итеп яҙырға мөмкин ине. Бында “Башҡорт булып тыуыуың аҙ, башҡорт булып китергә лә кәрәк әле” тигән һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү урынлы булыр.
Н.А.Мазитовтың фотоһына текст:
Боронғо грек философы Демонакт (112-176 й.й.) шулай яҙған:«Кешенең байыр өсөн тырышҡандай ныҡышмалылыҡ менән яҡшы эштәр башҡарыу осрағы бик һирәк була».
Тышҡы уңайлыҡтарҙы яратманы. Иң юғары бәхет итеп бойондороҡһоҙлоҡто һананы.
Башҡортостан ғалимдарының, шул иҫәптән Нияз Мазитовтың, үҙ халҡына фиҙаҡәр тоғролоғо һәм тырышлығы ярҙамында башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары йәшәгән мең ярым йыллыҡ тарихы булған шартлы үҙәге Өфө- I-II тип аталған “Тарихи Башҡортостан” емереклектәрҙән ҡалҡып сыҡты. Был – башҡорт халҡының киләһе быуындары өсөн ҡомартҡы, һәйкәл булып тора. Беҙ “Бөйөк Башҡорт иле”нең тарихын оноторға тейеш түгелбеҙ. Башҡорт халҡының вариҫтары III меңйыллыҡтан һуң да лайыҡлы йәшәргә бурыслы.
Этностың тотороҡлоғо тураһында
“Билдәле этник сифаттарға эйә булмай тороп, йәмғиәт тормошонда ҡатнаша ла, лайыҡлы кеше лә була алмайһың”
Боронғо грек философы Аристотель (б.э.т. 384-322 й.й.)
Этносты һайлап алып булмай. Хәҙерге Рәсәй төрлө мәҙәни кимәлдә үҫешкән күп этнослы ил һанала. Билдәле, бындай шарттарҙа милли мәсьәлә дәүләттең сәйәси тормошондағы иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Һуңғы ваҡытта хатта киң йәмәғәтселек кимәлендә лә Рәсәйҙә этносәйәси мәсьәләнең булмауы хаҡында һөйләй башланылар. А.Е. Мөғәллимов яҙыуынса, милли мәсьәлә дәүләттең стратегик һәм тактик мәсьәләләренең береһе булырға тейешле (79, 172-179-сы биттәр). Этносты һаҡлар өсөн уның туған теленә нигеҙләнгән мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү мөһим. Күп быуаттар буйына башҡорт теленең һөйләштәре һәм диалекттары формалашып, улар ХХI быуатта ла яңғырай икән, был тел башҡорт халҡының барлыҡҡа килеү тарихында тотороҡло урын алып тороуы хаҡында һөйләй. Бында Л.Н. Толстойҙың фәһемле һүҙҙәрен иҫкә төшөрөу лазым: “Халыҡ һөйләшендә телдең тыуыу закондары йәшәй һәм эшмәкәрлек итә” («Зирәклектең алтын энцеклопедияһы»).
Күп төрлөлөк ҡәбиләләрҙең традицияларының һаҡланып ҡалыуын күрһәтә, шул уҡ ваҡытта республикала берҙәм әҙәби телде ҡулланыу диалект һыҙаттарын юҡҡа сығырыуға булышлыҡ итә. Әгәр ҙә төрлө төбәктәрҙә йәшәүсе башҡорттарҙың төрлө һөйләштәренә иғтибар итһәң, уларҙа ҡәбиләләр тарихының һәм географияһының араһындағы ҡыҙыҡлы айырымлыҡты тояһың. Мәҫәлән, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы Бәжекәй ауылы һөйләшендә ҡаҙаҡ теле элементтары булһа, Башҡортостандың Баймаҡ районы халҡының һөйләше боронғо башҡорт һөйләшенә ниеҙләнә, ә Татарстан Республикаһының Минзәлә башҡорттарының һөйләше бөгөнгө татар теленә яҡын. Әлбиттә, башҡорт ғалимдары һуңғы ваҡытта был йәһәттән күп эш башҡара: “Башҡорт теленең диалектик һүҙлеге”, “Диалект Атласы” баҫылып сыҡҡан. Был хеҙмәттәр башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүҙә лә ҙур ҡаҙаныш булып тора. Ғалимә Н.Х. Мәҡсүтова тарафынан төҙөлгән хәҙерге башҡорт теленең диалектик картаһында юғарыла һанап үтелгән төбәктәр индерелегән: Арғаяш һөйләше – көнсығыш, Баймаҡ, Ыҡ-Һаҡмар һөйләше – көньяҡ, Минзәлә һөйләше – көнбайыш диалект һ.б. (72, 232-се бит).
Баҫылып сыҡҡан был материалдар башҡорт халҡының тарихы өсөн мөһим, әммә беҙ мәҙәниәттәр интеграцияһы барған хәҙерге заманда йәшәйбеҙ. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса Рәсәйҙә 40 миллион кеше ҡатнаш ғаиләлә йәшәй. Волга буйы төбәге был йәһәттән беренсе урында тора. 2010 йылдағы халыҡтың иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Волга буйы Федераль округына 29 899 699 кеше йәшәй. Уларҙың урыҫ булмағандарының һаны - 10 088 289 кеше, йәғни 33,7 %. Был округ илебеҙҙең кеше иң тығыҙ йәшәгән урыны һанала. Был территорияла рәсәйҙең 12 милли республикаһының иң эреләре урынлашҡан. Уларҙың 3-һө төрки телле – Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан, 3-һө фин-уғыр – Марий-Эл, Мордовия и Удмуртия. 2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡтың иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Волга буйы Федераль округында урыҫ булмаған халыҡтарҙың һаны түбәндәгесә: башҡорттар -1,3 млн., татарҙар – 4 млн. ашыу, сыуаштар – 1,3 млн., мариҙар – 473 мең, мордвалар – 617 мең, удмурттар – 497 мең, коми-пермяктар – 95 мең кеше, был округтың дөйөм халҡының 32,3 % проценты. Үҙ республикаларында йәшәүселәрҙең нисбәте: башҡорттар – 74 %, татарҙар – 38 %, сыуаштар – 57 %, мариҙар – 53 %, мордвалар – 45%, удмурттар – 74 % (212, 11-се бит). Был халыҡтар үҙенең мәҙәниәтен һаҡлап ҡалған һәм XXI быуатҡа килтереп еткергән.
Волга буйы Федераль округында этнос-ара толерантлыҡ юғары кимәлдә. Был урыҫ һәм урыҫ булмаған халыҡтарҙың күп быуаттар буйына бер урында бергә йәшәп өйрәнеүенән килә. Һүҙ юҡ, был округта этник-ара, конфессия-ара яҡшы мөнәсәбәт булыуында урындағы властарҙың, ижтимағи ойошмаларҙың үҙ-ара килешеп эшләүе лә сағылыш таба.
Тел булмаһа – халыҡ та юҡ! Мәҫәлән, 2015 йылда ТАССР барлыҡҡа килеүенә 95 йыл тулды. “Был ваҡыт эсендә республиканың милли составы күпмегә үҙгәрҙе? Ҡайһы этностың вәкилдәре һан буйынса артҡан, ҡайһылары кәмегән, ниндәй яңылары барлыҡҡа килгән?” – тип яҙыла “Йортобоҙ - Татарстан” (№4 (036), 2015 й.) журналында ошо датаға арнап. Шунда уҡ этнографик карта буйынса Татарстан Республикаһында 1920 һәм 2015 йылдарҙа йәшәгән халыҡтарҙың һаны күрһәтелә. Мәҡәләлә яҙылғансы, баҡтиһәң, Татарстан Республикаһы Госкомстаты мәғлүмәттәренә ярашлы, 1920 йылда хатта Минзәлә өйәҙендә бер башҡорт та йәшәмәгән икән. Ә бит 1920 йылда яңы республика төҙөлгәндә БАССР территорияһының бер өлөшө - Минзәлә өйәҙе тулыһынса ерле башҡорт халҡы менән бергә ТАССР-ға бирелә. Ә 2015 йылда ТР территорияһында 14 000 мең башҡорт яңы күсеп килгән кешеләрҙе (диаспора) тәшкил итә икән дә. Әгәр ҙә юғарыла һанап кителгән хеҙмәттәрҙең авторҙары журналдағы мәҡәләгә формаль ҡарамаһа, башҡорттарҙың быуаттар буйына үҙенең аҫаба ерендә йәшәгәнен белгән көйө, ТР Госкомстатының тарихты боҙоуына күҙ йомоп ҡарамаҫ ине. Бынан тыш, республикала ерле башҡорттарҙың йәшәүен күрмәҫкә тырышыу XXI быуатта барлыҡ республика халҡының наҙанлығына иҫәп тотоп эшләнгән икән, бының эҙемтәләре лә оҙаҡ көттөрмәйәсәк. Бындай осраҡта башҡорттар: “Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә”, - ти.
Яҙғандарым ҡоро раҫлау ғына булмаһын өсөн тарих фәндәре кандидаты В.В. Ермаковтың “Яр Саллыһы һәм Кама аръяғы төбәге тарихы” (2008, КГУ, 44-се бит) китабынан бер генә мәғлүмәтте килтереү ҙә етер ине. Автор был хеҙмәтендә 1912-1913 йылда Өфө губернаһында үткәрелгән йорт буйынса халыҡ иҫәбен алыу (подворная перепись) мәғлүмәттәрен килтерә. “Халыҡтар буйынса Минзәлә өйәҙе составы” тигән таблицала башҡорттар 154 324, татарҙар-93 403, урыҫтар-135 150 кеше тип теркәлгән. Шул иҫәптән Аҡтаныш, Әлмәт, Күҙкәй һәм башҡа волостарҙа тик башҡорттар ғына йәшәгән. Ирекһеҙҙән шундай һорау тыуа: властар тарафынан Татар АССР-ына бирелгән башҡорттар ҡайҙа булған? Был һорауға “Йортобоҙ - Татарстан” журналы яуап бирмәй.
“Халыҡтар дуҫлығы” йорттары төҙөп, унда аҙ һанлы халыҡтарҙың мәҙәниәтен һаҡлап ҡалырға ынтылыу үҙен тулыһынса аҡламай. Шулай ҙа улар этностарға үҙ үткәненә әйләнеп ҡарарға ярҙам итә. Беҙ иң беренсе нәүбәттә, милли эгоизмдан арынырға, камил берҙәмлеккә өлгәшер өсөн бер-беребеҙҙе аңлап өйрәнергә тейешбеҙҙер (212,56-сы бит). Башҡортостан бөгөн Рәсәй Федерацияһында халыҡ һаны буйынса ҙур республика һанала (4061,5 мең кеше ). Унда 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса (Өфө: Башкортостанстат, 2013, 1б. 28-се бит) башҡорттар бар халыҡтың 29,5, татарҙар - 25,4, урыҫтар 36 процентын тәшкил итә. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының “Халыҡтар дуҫлығы” йортонда 39 милли-мәҙәни үҙәктәр теркәлгән. Бынан тыш Башҡортостанда 60 республика милли-мәҙәни ойошма эшләй, уларҙың эшмәкәрлеге Башҡортостан халыҡтарының милли аңын үҫтереүгә, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән (212, 62-сы бит).
Татарстан Республикаһының “Татарстан халыҡтары” ассамблеяһы республикалағы этник төркөмдәрҙең ҡырҡлаған милли-мәҙәни автономияһын берләштерә бар. Һамар өлкәһендә “Халыҡтар дуҫлығы” йортонда 100-ҙән ашыу милли-мәҙәни ойошма эшмәкәрлек итә. Бындай учреждениелар Рәсәйҙең күпселек субъекттарында барлыҡҡа килде. Был ижтимағи ойошмалар аҙ һанлы халыҡтарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса барлыҡ проблемаларҙы ла хәл итә алмай. Күп осраҡта уларҙың эшмәкәрлеге юлбашсыһының әүҙемлегенә һәм мәҙәниәт кимәленә бәйле. Аҙ һанлы халыҡтарҙы һаҡлау һәм үҫтереү эффекты тыуҙырып, был ижтимағи ойошмалар, Рәсәйҙең хәл ителмәгән милли пролемалар “букетында” “ямау” ғына булып тора. Этник картаның бындай үҫеше беҙҙең илдә бигерәк тә бөтә ил буйынсаүткән халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрендә сағылыш таба. Төбәктәрҙә төп халыҡтың һанын башҡа халыҡтар иҫәбенә арттырып яҙырға тырышыу объектив ысынбарлыҡты боҙоуға килтерә. Ҡайһы ваҡыт төрлө ысулдар менән икенсе милләттең талантлы кешеләрен үҙеңә тартыу, башҡалар иҫәбенә үҙ милләтеңдең данын арттырыуға тырышыу аҙ һанлы халыҡтың мәҙәниәтен кәмһетеп ҡарауға килтерә.
Билдәле, был ысулдар теге йәки был милләт вәкиленең эске халәтен үҙгәртмәй, бигерәк тә кешенең тәбиғәт тарафынан бирелгән генеалогик тамырҙары тотороҡло һәм уларҙы юҡҡа сығарыу мөмкин дә түгел. Кеше донъялыҡта булған саҡта рухи халәт, ниндәйҙер үҙгәреш кисергән хәлдә лә, юҡҡа сыҡмай. Был хәл теге йәки был сәбәп менән тарихи ватанынан ситтә йәшәргә мәжбүр булған этник төркөмдәрҙең үҙ асылын һаҡлап ҡалыуы менән дә аңлатыла. Кешенең вегетатив нервы системаһы тарафынан һаҡланып килгән генетик кенә түгел, тарихи хәтере лә Рәсәйҙә йәшәгән төрлө халыҡтар вәкилдәренең үҙ-үҙен тотошонда һаҡланып ҡалған.
XXI быуат – мәғлүмәт быуаты, күпселек халыҡтарҙың милли аңы күтәрелеп, тарихи тамырҙарын өйрәнеүгә, илебеҙҙең халыҡтары тураһында тарихи хәҡиҡәтте белеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде (144, 33-сө бит). Л.Н. Гумилев яҙыуынса: “Күп этник берәмекле дәүләттә халыҡтарҙың тотороҡло һыйышып йәшәүенең берҙән-бер дөрөҫ девизы – “Дуҫ йәшәргә, әммә айырым йәшәргә”. “Дошманлыҡ һәм ҡан ҡойош кешеләргә уларҙың бер төрлө икәнлектәрен һеңдергән урында башлана”. “Милләттәрҙең ҡушылыуы” проблемаһы менән ауырыған барлыҡ этносәйәсмәндәргә Кампучия миҫалы ҡаты иҫкәртеү булырға тейеш. Унда берҙәм кхмер милләте төҙөргә ынтылыу кампанияһы тоталь геноцидҡа алып килде (67, 176-сы бит). Шулай уҡ тағы бер иҫкәртеү: “ Һәр милләт үҙен башҡаларҙан юғары һанай. Был патриотизм һәм... һуғыштар барлыҡҡа килтерә» (Д.Карнеги)
Төрки телле халыҡтар үҙ-ара аралашҡанда, бер-береһенә мөрәжәғәт иткәндә төрлө диалекттағы төрки һүҙҙәрҙе ҡуллана. Был хәл яҡшы, хатта йылы ҡабул ителә. Һүҙ юҡ, беҙҙең илдә дөйөм дәүләт теле булып урыҫ теле ҡалырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта теге йәки был төбәктә йәшәүсе аҙ һанлы халыҡтарҙың телен һаҡлау һәр төбәк етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.
Донъя йәмәғәтселеге етди проблема алдында тора: асыҡ йәмғиәт принцибы буйынса үҫешергәме әллә этник йәки мәҙәни яҡынлыҡ сифаты буйынса бүленергәме? Был ике тенденция ла уңышлы үҫеш өсөн мөһим. Был осраҡта иң юғары ҡиммәт булып шәхес торорға тейеш: илдең һәр бер гражданына, этник һәм дини билдәһенә ҡарамаҫтан, этник үҙенсәлеген һаҡлау шарты менән лайыҡлы үҫеш мөмкинлеге гарантияланырға тейеш. Һүҙ юҡ, милләттәрҙе бер-береһенә ҡушыуҙы дауам итеү бер башҡорт халҡының ғына үҙ мәҙәниәтен һәм телен һаҡлау проблемаһы түгел. Был мәсьәләгә ғәмәлдәге мөнәсәбәт хәҙерге заманда милли мәҙәниәтте һәм туған телде һаҡлау буйынса ҡабул ителгән сараларҙан ҡырҡа айырылырға тейеш. Рәсәй Федерацияһы составындағы аҙ һанлы халыҡтарҙы, уларҙың күп быуатлыҡ мәҙәниәтен һәм туған телен һаҡлау барлыҡ граждандарҙа дәүләткә һәм йәмәғәтселеккә ҡарата ихтирам уятасаҡ. Төрлө этномәҙәниттәрҙе байытыу һәм үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәт, барлыҡ этностарҙың ыңғай образын барлыҡҡа килтереү, тыныслыҡ һәм килешеп йәшәү мөхитен һаҡлау, заман тарафынан тыуҙырылған “толерантлыҡ әхлаҡи кодексына” нигеҙләнергә тейештер. Был кодекста түбәндәге принциптар һаҡланыуы мөһим:
-һәр кешегә, уның ҡараштарына милли сығышына, тотҡан диненә ҡарамайынса ихтирам менән ҡарау;
-халыҡтарҙың мәҙәниәтен ҡабул итеүгә, туған теленә тигеҙ ҡараш;
-Рәсәй халыҡтарына киң мәғлүмәт сараларында даими рәүештә, бер үк кимәлдә мәғлүмәт еткереү мөмкинлеге биреү;
-илдә йәшәүсе халыҡтарҙың барлыҡ өлкәләрендәге мәҙәни ҡаҙаныштарын (әҙәбиәт, музыка, сәнғәт) яҡлау, уларҙы башҡаларға еткереүҙә булышлыҡ итеү;
-һәр этнос тотҡан дингә ихтирамлы мөнәсәбәт, башҡа төрлө динде көсләп таҡмау, бер үк кимәлдә традицион дингә лә ихтирамлы ҡараш.
Ошо мөһим принциптарҙың үтәлеше этник толерантлыҡтың, йәмғиәттә тыныслыҡтың нигеҙе була ала (212, 159-сы бит).
Күп милләтте илдә халыҡты берләштереүсе идея булып Рәсәйҙә йәшәүсе һәр милләттең ихтыяжын иҫәпкә алған идея ғына була ала. Был идеяның төп маҡсаты – урыҫ халҡы тирәһендә башҡаларҙың тарихына, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә һәм туған теленә ихтирам менән ҡараған ҡалған барлыҡ этностарҙы берләштереү.
Халыҡтарҙың мәҙәниәтен тик бер төҫтә генә күҙ алдына килтереү, шулай уҡ дөйөм кешелек ҡаҙанышын һәм байлығын бер халыҡтыҡы ғына итеп күреү мөмкин түгел. Рәсәй тәбиғи ресурстарға ғына түгел, тик үҙенә генә хас булған күп быуатлыҡ тарихы һәм мәҙәниәте булған, тыуған еренә береккән, уға тоғро булған халыҡтарға ла бай.
Йомғаҡлау
“Бөйөк Башҡорт иле” тип аталған тарихи сәйәхәтте тамамлап, шундай һығымтаға киләбеҙ: башҡорттар боронғо замандарҙан алып төрлө ырыу-ҡәбиләләрҙе берләштергән, төрлө дәүерҙә төрлөсә атама менән йөрөтөлгән халыҡ булған. Башҡорт халҡы составына меңлеләр, табындар, юрматылар, бөрйәндәр, ҡыпсаҡтар, үҫәргәндәр, тамъяндар, ҡатайҙар, әйлеләр, ҡыуаҡандар, ғәйнәләр, түңгәүерҙәр, һалйоттар, гәрәйҙәр, урандар, ҡырғыҙҙар, йәнәйҙәр, бәкәтиндәр, барындар, тиләүҙәр, күбәләктәр һәм башҡа бик күп ырыу-ҡәбиләләр ингән. Улар араһынан ете ырыу: үҫәргәндәр, юрматылар, ҡыпсаҡтар, бөрйәндәр, меңлеләр, әйлеләр, тамъяндар – башҡорт халҡының ядроһын тәшкил итә. Был ырыуҙар башҡорт халҡы барлыҡҡа килеүҙә хәл иткес роль уйнаған. Беҙ был яҙмаларҙа монголдарға тиклем үк башҡорттарҙың үҙ азатлығы өсөн көрәшен, халыҡтар араһындағы низағтарҙы бөтөрөүҙә ҡатнашыуын, Табын, Ҡатай, Әйле, Ҡыпсаҡ, Тамъян, Юрматы кеүек ҡәбиләләр союзына тиҫтәләгән ырыуҙарҙы туплауын, ҡаршы яҡ менән килешеүҙәр төҙөп үҙ халҡын һаҡлап ҡалыуын күрһәтергә тырыштыҡ. Башҡорт халҡының тулы тарихы киләһе быуындарҙың өйрәнеүен көтә.
Башҡорт халҡының килеп сығыуы тураһындағы дөрөҫ һығымтаны, һис шикһеҙ, башҡорт ырыуҙарын һәм ҡәбиләләрен, тарихи этнографияһын, антропологияһын, телен, мәҙәниәтен өйрәнеп, тарихи сығанаҡтарға, шәжәрәләргә таянып яһарға мөмкин буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта, был осраҡта тарихта башҡорт ҡәбиләләренең тарихи аренала халыҡ булараҡ формалашыуында ҙур роль уйнаған башҡа халыҡтар менән мөнәсәбәтен белеү ҙә мөһим һәм зурури буласаҡ.
Башҡорттар үҙҙәренең толерантлы булыуы һөҙөмтәһендә күп быуаттар буйына һаҡланып ҡала алған.
Башҡорт халҡының үҙ тарихына, рухы тамырҙарына ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, 2006 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте махсус ҡарар ҡабул итте. Был ҡарарҙа башҡорт ырыуҙарының тарихын, һәр кемдең үҙ үткәнен өйрәнеү “Шәжәрә байрамы” үткәреү рәүешендә тәҡдим ителә. Әлбиттә, бындай саралар башҡорт ырыуҙары һәм ҡәбиләләре, ырыу аралары, нәҫел-заттар тарихын булған мәғлүмәттәргә таянып тәрән һәм ентекле итеп өйрәнергә мөмкинлек бирҙе.
