Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
А. Баширов. О башкирах.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
353.83 Кб
Скачать

Йәдкәр БӘШИРОВ  

БӨЙӨК БАШҠОРТ  ИЛЕ 

Инеш 

“Тарих ҡаты хәҡиҡәт урынлаштырыу өсөн яҙыла” 

(Кесе Гай Плиний, Рим яҙыусыһы) 

 

Башҡорт  халҡының боронғо тарихы менән шөғөлләнеүсе ғалимдар үҙҙәренең хеҙмәтендә ҡәбиләләр берлеген һәм айырым ырыуҙарҙы тәрән өйрәнә. Ғалимдар башҡорттарҙы улар йәшәгән Көнъяҡ Урал, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре, Евразия өлөштәре бәйләнешендә, аҫаба ерлегендә ҡарай. Совет власы тарафынан башҡорттарҙан тартып алынып, республикаға инмәй ҡалған территориялар күп осраҡта ғалимдар иғтибарынан ситтә ҡала, иғтибар булған осраҡта ла был мәсьәләгә һаҡ ҡараш һиҙелә. “Тарихи Башҡортостан”да йәшәүсе башҡорттарға ҡарата бындай мөнәсәбәт йәшәгәндә уларҙың тарихы яйлап онотолоуға дусар ителә, тарих ысынбарлығы боҙола һәм башҡорт халҡының тарихы, данлы ҡаһарманлығы был ерҙәрҙә хәҙер йәшәгән икенсе бер халыҡтыҡы итеп күрһәтелә башлай. Шуға күрә боронғо башҡорт ерҙәрендә йәшәгән башҡорттарҙы боронғо башҡорттарға бәйләү мөмкинлеге юҡҡа сыҡҡас, ҡайһы бер тарихсылар башҡорт ырыуҙарын йә ирандарға, йә венгрҙарға, йә парфяндарға бәйләй башлай. Етмәһә, башҡорт халҡының рухи һәм матди мираҫын (миҫалға Филиппов кургандарын сарматтарҙың мираҫы итеп күрһәтеүҙе генә алайыҡ) башҡа халыҡтыҡы тип атарға әҙер генә торалар. 

Башҡорт халҡының тарихы тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгән, аҡ таптар унда күп. Һуңғы быуаттарҙа Башҡортостандың тарихын өйрәнеү буйынса баҫылып сыҡҡан бик күп һандағы ғилми хеҙмәттәр, мәҡәләләр һәм китаптар башҡорт халҡының тарихын тулы килеш күҙ алдына баҫтыра алмай әле. Беҙҙең тикшеренеүҙәргә ярашлы, Башҡортостандың тарихы төрлө осорҙа бер нисә илдең составында, айырым ханлыҡтар һәм эре ҡәбиләләр берҙәмлегендә Евразия территорияһында “Бөйөк Башҡорт иле” тип ҡарала ала. 

Һәр бер халыҡтың үҙенең тарихи йәшәү майҙаны, үҙенә хас мәҙәниәте, теле, йолалары, үҙен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн хеҙмәт итеүсе дәүләт ҡоролошо була.  

Башҡорттарҙың ҙур өлөшө уғыр этник донъяһына, аҙаҡ уғыр-төрки донъяһына ҡарай. Урта быуаттарҙа йәшәүсе уғырҙарҙы (уғер, юғор, уғур) XI быуат башында башҡорт тип атай башлағандар, төрөктәр уларҙы был ваҡытта һаман да “уғыр” тип атаған. Башҡорт халҡының тарихын көнъяҡта йәшәүсе оғуздар, болғарҙар, көнсығышта йәшәүсе һундар, төрөктәр, ҡыпсаҡтар, монголдар һәм башҡалар менән тығыҙ берлектә ҡарау фарыз. Уларҙың һәр ҡайһыһы башҡорт халҡының этник тарихында үҙ эҙен ҡалдырған, халыҡтың үҫешендә хәҙерге көнгәсә ҙур роль уйнаған. Хәҙерге Башҡорт иленең халҡы араһында беҙҙең эраға тиклем 2000 йылда, асылда, европоид тибындағы ҡәбиләләр ҙә булған. Ә яңы мең йыллыҡ башында, беҙҙең эраға тиклем VIII быуат самаһында, көнсығыштан монголоид ҡәбиләләр килеп, VII быуат башына тиклем урындағы халыҡҡа ҙур йоғонто яһаған. Ваҡыт үтеү менән был халыҡтар бер-береһе менән ныҡ ҡатнашып киткән, ғалимдар үткәргән тикшеренеүҙәрҙә был халыҡтарҙың уртаҡ һыҙаттары күп табылды. Археологик ҡомартҡыларҙы өйрәнеү һөҙөмтәләре иһә, уларҙың төрлө халыҡтар икәнлеген раҫланы. 

Этногенез теорияһы буйынса, этник төркөмдөң этник үҙаңын сағылдырған үҙ этнонимы барлыҡҡа килгәндән һуң формалашыу осоро тамамлана. Тик ошонан һуң ғына халыҡтың этник тарихы башлана, этник берҙәмлек үҫеш осоро кисерә, башҡалар менән ҡушылып яңы этник ойошма барлыҡҡа килтерә. Башҡорттар физик тип булараҡ, монголоид һәм европоид расалары берҙәмлегенән формалаша, генетик яҡтан улар Урал ареалына ҡарай. Артабан оҙайлы быуаттар буйына барған аралашыу процесында төрки телле халыҡтар өҫтөнлөк ала башлай. М.З. Зәкиев фекеренсә, Волга-Урал буйының төркиләшеү процесы беҙҙең эраға тиклем VII-IV быуаттарға ҡарай.Көнбайыш Уралда иһә, фин-уғыр ҡәбиләләре менән төрки ҡәбиләләр ныҡ аралаша (195, 305-се бит). Беҙҙең эраға тиклем Vбыуат тарихи сығанаҡтары Көнъяҡ Урал ҡәбиләләре хаҡында аныҡ мәғлүмәт еткерә: унда әйтелеүенсә, Ра (хәҙерге Волга) йылғаһының көнсығышына табан, таулы-урманлы Рифей (Урал тауҙары) буйында даи (даик, дахо), исседондар, аримастар, агриппейҙар, иирктар, ә уларҙан көнъяҡтараҡ саҡтар һәм мәсәғүттәр йәшәгән. В.В. Бартольд яҙыуынса, даиҙар (даиктар) боронғо төрки телендә һөйләшкән. Уның фекерен С.Е. Малов яҡланы һәм иртә тимер быуат башында Көнъяҡ Уралда йәшәүсе ҡәбиләләр боронғо башҡорт телендә аралашҡанлығын иҫбатланы. (“Республика Башҡортостан” гәзите,№ 228, 01.12.2010 й. Н.Мәжитов мәҡәләһе). 

С.И. Руденко, С. Е. Малов, Дж. Кейекбаев, К.Ф. Смирнов башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм теле Көнъяҡ Уралда йәшәүсе дахо-мәсәғүт ҡәбиләләре менән булыуын раҫлай (21, 56-сы бит). Мәсәғүт ҡәбиләләренең башҡорттар менән уртаҡ тамырҙан булыуын улар генетик туғанлығынан сығып аңлата (110, 110-сы бит). Уралтау  итәгендә  йәшәүсе мәсәғүттәр боронғо башҡорттар (уғырҙар) менән тығыҙ аралашҡан һәм даи (даик) этнонимы менән башҡорттарҙың яйыҡ төркөмөнөң оҡшашлығы ошо аралашыуҙы иҫбатлай. 

Һуңыраҡ күренекле археолог Н. А. Акишев саҡ ҡәберлектәрендә табылған боронғо төрки яҙыуҙарҙы – донъяға саҡтарҙың телен асыусы руна яҙмаларын баҫтырып сығарҙы. Саҡ ҡәбиләләре төркисә яҙған, боронғо төрки телдә һөйләшкән. Ғалимдарҙың фараз итеүенсә, саҡ ҡәбиләләре Ырымбур яғында, Көнъяҡ Уралда Саҡ һәм Һаҡмар йылғалары буйында йәшәгән. “Саҡ” этнонимы шунан килә. Мәшһүр  башҡорт ғалимы Н.А. Мәжитов ошо фекерҙә. Волга, Кама йылғаһы буйҙары, Урал тауҙары борон-борондан төрлө-төрлө сит ҡәбиләләрҙе үҙенә ымһындырып торған. Был хәл урында йәшәүсе аҫаба халыҡтың булмышында яңы һыҙаттар барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән дә инде. Һәр хәлдә, боронғо башҡорттарҙың саҡтар менән этник берҙәмлеге бәхәсһеҙ тип әйтергә була. 

С.И. Руденко фекеренсә, Башҡорт иленең төньяҡ-көнбайышында йәшәүсе башҡорттар менән Геродот тиссагеттарын этник яҡтан бәйләргә мөмкин (93, 304-се бит).Тарихсыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, Кама йылғаһының урман-дала өлөшөндә тиссагеттар йәшәгән. Тиссагеттар – “үҙенсәлекле һәм күп һанлы халыҡ, һунарсылыҡ менән көн иткән”, улар ултыраҡ тормошта, бүрәнә өйҙәрҙә көн күргән (147, 21-22-се биттәр). Тиссагеттар Башҡорт иленең үҙәгендә һәм төньяғында, йәшәүселәр менән тығыҙ аралашҡан. Тиссагеттар менән ҡандаш булған ирктар ҡәбиләһе Урал тауҙарының көнсығышында, хәҙерге Силәбе ҡалаһы урынлашҡан ерҙәрҙә ҡуйы урмандар араһында йәшәгән. 

Тарихсылар килтергән мәғлүмәттәр буйынса, беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта Волга-Урал төбәгендә фин-уғыр ҡәбиләләре йәшәгән, аҙаҡ улар башҡа ерҙәргә күсеп ултырған. Был китапта беҙ тарихи сығанаҡтарға таянып  фин-уғыр халыҡтарының барлыҡҡа килеүе мәсьәләләренә лә туҡталырбыҙ. Ҡәбиләләрҙең туҡтауһыҙ күсенеп тороуы төрлө халыҡтарҙың аралашыуына ла килтергән. Хеҙмәттә “уғыр халҡы”н төплөрәк итеп өйрәнергә тырыштыҡ. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев яҙыуынса, башҡорт халҡы төрлөсә атап йөрөтөлгән. Урыҫтарҙың тарихи материалдарында һәм дәүләт баҫмаларында ул Югор: “600 йыл башында – руми буйынса Волганан Кубанға һәм Ҡырымға тиклем, Болғар өлкәһенә тиң булған Ҡат Юғра һәм Утру Юғра халҡы йәйелгән... ” (179, 234-се бит). Мәҫәлән, В.Н. Чернецов Обь буйында, Урал аръяғында һәм Көнбайыш Себерҙә иртә тимер быуатында уғыр ҡәбиләләре хаҡында яҙып ҡалдырған (160, 118-себит). Башҡорттарборон-борондансоставындамәсәғүт, табын, бөрйән, үҫәргәнһәмбашҡаҡәбиләләребулғануғырнигеҙлехалыҡиҫәпләнә. Евразияның башҡорттарға ҡандаш булған башҡа уғыр ҡәбиләләре төрлө сәбәптәр һөҙөмтәһендә һаман да тарихтың аҡ таптары булып йөрөй һәм башҡорттарҙың тарихынан ситтә тороп ҡалған. Беҙ был китапта был бушлыҡты өлөшләтә тултырырға тырыштыҡ, киләһе быуындар уларҙы тулыландырыр, тип ышанабыҙ. Һөҙөмтәлә шундай һығымтаға киләбеҙ: башҡорттар – үҙ составына мәсәғүт, табын, бөрйән, үҫәргән  һәм башҡа ҡәбиләләрҙе индергән уғырҙар ҡатнашмаһынан барлыҡҡа килгән халыҡ. 

Башҡорттар боронғо төрки телдә һөйләшкән, төрки яҙма менән файҙаланған, төркисә яҙған (91, 11-се бит). Х быуат башында уҡ “Башҡорт” тигән илдең барлығы билдәле. Был илдә күп һанлы ҡәбиләләр һәм ырыуҙар Башҡорт хан етәкселегендәге бер берәмеккә ойошҡан, “Башҡорт” этнонимының килеп сығыуы варианттары араһында ошоһо башҡаларынан нигеҙлерәк булып тойола. Ҡайһы бер авторҙарҙың яҙмаларында ла Башҡорт хан тураһында мәғлүмәттәр осрай. Үкенескә күрә, хәҙерге тарихсы ғалимдарҙың ҡайһы берҙәре башҡорт халҡының тарихын Башҡорт ханы һәм Болғар осоро менән бәйләгәндә  бик һаҡ ҡылана. Был осраҡта улар тотош тарихи процесс булырлыҡ боронғо башҡорт тарихын урап үтә. 

Күп кенә тарихсылар үҙенең хеҙмәтендә башҡорт халҡының боронғо тарихын өйрәнеп, тарихи аренала башҡорт халҡы тотҡан урынды билдәләне. Күп кенә авторҙар, шул уҡ ваҡытта һуңғы осор ғалимдары, урта быуаттарҙағы тарихи процестарҙы өйрәнеп, унда башҡорт халҡының йәшәү рәүешен, башҡа халыҡтар менән мөнәсәбәтен күҙ алдына баҫтырыуға өлгәште. Был йәһәттән беҙ XIX-XX быуат башҡорт ғаимдары М. Өмөтбаевтың, З. Вәлидиҙең һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре менән танышбыҙ. Хәҙерге заман ғалимдарының ентекле тикшеренеүҙәре башҡорт халҡының үткәнен тәрәндән белергә булышлыҡ итте. Ғалимдар Н. Мәжитов, Ә. Әсфәндиәров, аталы-уллы Ирек һәм Салауат Аҡмановтар, Р. Шәкүров, Р. Буканова, Ә. Сөләймәнов, М. Ҡолшәрипов, С. Ғәлләмов, Р. Вахитов, С. Исмәғилев, С. Хәмиҙуллин, Ю. Йосопов, Р. Аҫылғужин һәм башҡа бик күптәр үҙ халҡының тарихын өйрәнеү офоҡтарын киңәйтте, тәрәнәйтте һәм бының менән һис һүҙһеҙ үҙ халҡының ихтирамына лайыҡ булды. Ирекһеҙҙән С. Шәриповтың (Шәрипов. М. 2013) түбәндәге һүҙҙәре иҫкә төшә: “Халыҡтың милли ғорурлығы уның тарихында ята” 

Уның нигеҙен батырҙар: Ашын, Туҡсаба, Мәсем, Иҫкебей, Ҡара Ҡужаҡ, Һары Мәргән, Алдар Иҫәкәев, Күсем Төлөкбаев, Килмәк Норошов, Аҡай Күсемов, Йосоп Арыҡов, Күҫәк Солғолов, Рысай Игембәтов, Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Төлкөсура Алдағолов, Аланйәнғол Ҡотлоғужин, Кинйә Арыҫланов, Салауат Юлаев,  Баҙарғол Юнаев, Ҡаранай Моратов, Муса Мортазин, Әмир Ҡарамышев, Хажиәхмәт Унасов, Муса Гәрәев, Таһир Күсимов, Миңлеғәле Шайморатов, Шакирйән Мөхәммәтйәнов, Миңләғәле Ғөбәйҙуллин, мәғдәнселәр: Исмәғил Тасимов, Надир Үрәзмәтов, 1812 йылғы Ватан һуғышы батырҙары Ҡаһым түрә, Ниғмәтулла Хазиев, Ҡотлогилде Ишемғолов, Аҡкөсөк Тимербаев, Килдейәр Байбулдин, Назарбай Теләпов, Нәсир Наурызов, Ҡыуатовтар, ғилем таратыусылар: Ҡол Ғәли, Сәлихйән Күкләшев, Мирсалих Биксурин, Байыҡ Аблаев, Буранбай Ҡотосов,  Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев, шағир-мәғрифәтселәр: Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Ризаитдин Фәхретдинов, Ғәли Соҡорой, диндарҙар, шағирҙар, яҙыусылар һәм дәүләт эшмәкәрҙәре: Зәйнулла Рәсүлев, Ғабдулла Сәиди, Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Дауыт Юлтый, Мәжит Ғафури, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Мостай Кәрим, Мортаза Рәхимов һәм башҡа бик күптәр тәшкил итә. Күп быуаттар буйына азатлыҡ өсөн көрәшкән башҡорт халҡы үҙендә тыуған иленә тоғролоҡ, яуызлыҡ менән килешмәүсәнлек, эскерһеҙлек, тыуған еренә сикһеҙ мөхәббәт тойғолары тәрбиәләй алды.Башҡорттар азатлыҡты бар нәмәнән дә өҫтөн ҡуя. 

Башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары булған уғыр ҡәбиләләрен бер ҡанат аҫтына тупларға ынтылыу Бөйөк Башҡорт илен төҙөүгә башланғыс була ла инде. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев яҙыуынса, Болғар империяһы осоронда уғыр ҡәбиләләре үҙҙәрен баш уңғар йәки баш уғыр (югор) тип һанаған (бында баш – иң төп мәғәнәһендә). XX быуат башында Рәсәйҙә революция була. Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич һәм башҡалар етәкселегендәге башҡорт милли хәрәкәтенең башҡорттарҙың ерҙәрен “Ҙур Башҡорт иле” сиктәрендә һаҡлап алып ҡалырға тырышыуы тормошҡа ашмай. “Ҙур Башҡорт иле” бары тик картала ғына тороп ҡала. Башҡорттар йәшәгән уның территорияһы совет власы урынлаштырылған осорҙа күп өлөштәргә бүленеп, Рәсәйҙең бер нисә өлкәһе һәм Татарстан Республикаһы барлыҡҡа килә. 

Үкенескә күрә, Р.Ғ. Кузеевтың “Башҡорт халҡының барлыҡҡа килеүе” китабында  башҡорт халҡы Арал һәм Һырдаръя буйынан Көнъяҡ Уралға күсеп килеүсе күсмә халыҡ тип кенә килтерелә. Был хеҙмәттә башҡорт халҡы бөйөклөгөнөң ысын мәғәнәһендәге тәрәнлеге һәм киңлеге күрһәтелмәй, автор өҫтән-мөҫтән генә һүрәтләү менән сикләнә. 

Евразияның күп кенә халыҡтарының тарихын өйрәнеүселәр боронғо һәм урта быуат авторҙарының, көнсығыш тарихсыларының, сәйәхәтселәрҙең яҙмаларын файҙалана. Уларҙа археологик сығанаҡтар иң мөһим әһәмиәткә эйә. Китапта барлыҡ баҫма сығанаҡтарға һылтанма текстың үҙендә килтерелә, унда авторҙар йәки төҙөүселәр, баҫманың сыҡҡан датаһы, бит һандары урынлаштырыла. Һылтанмаларҙа килтерелгән сығанаҡтар исемлеге текстың аҙағында. 

Автор үҙенең китабында башҡорт халҡының тарихын иң боронғо дәүерҙән хәҙерге көнгәсә өйрәнә, был халыҡтың тарихы үҫешенең динамикаһын күрһәтә. Хеҙмәтемде яҙғанда ҡатмарлы мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашҡандары өсөн ғалимдар Рәшит Шәкүровҡа, Роза Букановаға, Нияз Мәжитовҡа, Юлдаш Йосоповҡа һәм башҡаларға рәхмәтемде белдерәм. 

Й. Ә. Бәширов. 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

БЕРЕНСЕ  БҮЛЕК  

Евразияла йәшәүсе боронғо халыҡтарҙың этник тарихы

Ысын мәғәнәһендәге бөйөк халыҡ кешелектәге икенсел, хатта беренсел роле менән дә бер ваҡытта ла килешә алмай, ул фәҡәт бөйөк һәм беренсе генә. Ошондай инаныуын юғалтҡан халыҡ халыҡ булыуҙан туҡтай...  

Ф.М. Достоевский 

 

Йөҙ мең йыл элек Көньяҡ Уралда емеш-еләк, балыҡсылыҡ һәм һунар менән көн күреүсе тәүтормош ҡәбиләләре йәшәгән. “Башҡорт халҡының тарихы”ның I томына яҙылған инеш һүҙҙә Көньяҡ Уралдың тәүге кешеләренең тормошо һүрәтләнә. Ошо томда килтерелгән материалдар менән танышыу һәм уларҙы анализлау “Тарихи Башҡортостан” территорияһында йәшәүсе башҡорттарҙың ата-бабаларының тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә. Башҡорттарҙың борон-борондан ошо ерҙә йәшәүе, бер яҡтан, боронғо башҡорт теленең, халыҡ тыуҙырған хазиналарҙың, үҙенсәлекле мәҙәниәттең һ.б. менән, икенсе яҡтан –  боронғо археологик ҡомартҡыларҙың асылыуы һәм уларҙың өйрәнелеүе менән аңлатыла. Мәҫәлән, 1955 йылда ғалимдар  Кушнаренко районының Иҫке Туҡмаҡлы ауылы территорияһында аҫҡы палеолит  ҡомартҡыларын өйрәнеп, ундағы бүрәнә ҡалдыҡтарының 50 мең йылға тиң радиоуглерод  датаһын  билдәләне (БашТИ - 61). Ә палеомагнит тикшеренеүҙәре уларҙың  400 мең йыллыҡ йәшен иҫбат итте (93, 23-сө бит). Өҫкө палеолиттың һуңғы осорона күп һандағы ҡомартҡылар ҡарай. Чусовой йылғаһы ярындағы  М.В. Талицкий исемендәге Островская торлағында 5000-дән ашыу ҡомартҡы табылған. Ҡомартҡыларҙың радиоуглерод йәше 18500 йыл. Башҡортостандың Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ағас күмер буйынса был һандың 14000-16000 йылға тиң булыуы билдәләнгән. Унда 193 таштан яһалған ҡомартҡылар табылған. Шүлгәнташ мәмерйәһе (Капово) палеолит мәҙәниәтенең Урал усағы булғанлығын иҫбатлай (93, 51-се бит). 

Һуңғы йылдарҙа тел өйрәнеү ғалимдары башҡорт һәм инглиз телдәренең боронғо тамыр бәйләнештәре барлығын иҫбат итте. Инглиз ғалимдары иһә, үҙенең тел тамырҙарын Туран цивилизацияһына бәйләй. Үҙ сиратында Туран цивилизацияһы Урал цивилизацияһынан  айырылып барлыҡҡа килгән, донъяла был цивилизация  5000 йыллыҡ шына яҙыуҙары һаҡланған “шумерҙар” исеме менән билдәле. “Беҙҙең эраға тиклем 4 меңенсе йылдың башында Месопотамияның көньяҡ сигендә тәүге шумерҙар йәшәгәне билдәле. Улар яйлап Месопотамияның Фарсы ҡултығының көньяғынан башлап төньяҡҡа Тигр һәм Евфрат йылғаларына тиклем  ҙур өлөшөн үҙләштерә” (В. Кузищин, М.1979, 94-се бит). Археологик ҡаҙылмалар беҙҙең эраға тиклем 11-се мең йыллыҡтан 3-сө меңйыллыҡҡа тиклем Месопотамияла бер халыҡтың йәшәүен дәлилләй. Шумерҙарҙың бәшәнәк-уғырҙар менән яҡынлығын “бураҙна” һүҙенең ике ҡәүемдә лә бер үк мәғәнәне аңлатыуында ла күрергә була һ.б. (Самюэль Крамер, Шумеры, М. 2002, 55-се бит).  

Боронғо башҡорттарҙы  беҙҙең эраға тиклем 16-сы меңйыллыҡта “билиш-бриг” йәки “ҡырылған башлы ҡәүем” тип атағандар. Был осорҙа Волга йылғаһы территорияһында Умай-бич (Һомай) хакимлыҡ итә, артабан идаралыҡ Джам ҡартҡа, шунан Таргиз-уғырға тапшырыла. Таргиздың хакимлыҡҡа килеүе хөрмәтенә  “Аратэб” храмы төҙөлә, байрамға ян-яҡтан күп халыҡ йыйыла. Байрамдан һуң Джам ҡарт үҙҙәренең һорауы буйынса “билиш-бриг”тарға грек Агилына ҡайтырға рөхсәт итә. 

Гректар “билиш бриг”тарҙы “фригеит” йәки “пеласг” тип атап йөрөткән, “билиш-бриг”тар иһә үҙҙәрен “аҡ ҡой” (грекса ахейҙар) тип белгән. Был атама Грецияның боронғо халҡы “пеласг” менән “ахей”ҙы аңлата.  Ахей батыры Геракл (боронғо башҡорттарҙа Гүр улы) б.э.т. VI тиклем Лидий батшаһы Крез (“Көрәш” һүҙенән). ( Геродот, Тарих, М., 2001 708-се һ.б. биттәр). 

Афинаның  боронғо ҡалаһы – “Бүләр-кекан”(“кекан” – “бейек ҡәлғә”), гректар уны “Пелар-Гикон” тип атап йөрөтә (Тарих, М., 2001, 720-се бит). Б.э.т. VII быуатта Анатолия (Греция) табибы Аристейҙың (Мәрмәр диңгеҙе буйындағы Проконнес тигән урындан) Рифей (Уралтау) тауҙарына оҙайлы сәйәхәт яһағанлығы билдәле. Ул саҡта Уралтауҙың төнъяҡ битләүҙәрендә гиперборей Аполлондың ғибәҙәтханаһы урынлашҡан. Сәйәхәттән ҡайтҡас Аристей унда күргәндәрен үҙенең “Аримаспея” (93, 179-сы бит) поэмаһы баҫылған өс китабында яҙа.  Поэманың беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән өлөштәрендә Боронғо Уралда йәшәүсе холоҡтары һәм йолалары буйынса ҡырағайыраҡ ҡәүемдәре хаҡында мәғлүмәт бар. Был өлөштәрҙә шулай уҡ аҙналар буйына төньяҡтан, “Борей” диңгеҙенән иҫкән көслө елдәрҙән һаҡланыр өсөн гиперборийҙарҙың йәнлек тиреләренән тегелгән кейемдәр кейеүе бәйән ителә. Гиппократ (460 - 370 й.й. б.э.т.) корреляция (нервы, ҡантамырҙары һәм эске секреция биҙҙәре ярҙамында айырым органдар функциялары бәйлелеге) төшөнсәһен индерә. Уның буйынса индивид, хатта тотош халыҡтар формалаша. Ғалимдың оҙайлы ҡыштар, көслө ел-бурандар шарттарында йәшәүсе төньяҡтағы  Ойкуменға, шулай уҡ Аҙау(Азов) диңгеҙенән Рифейҙа (Уралтау) йәшәүсе боронғо ҡәбиләләр тарихын өйрәнеүгә иғтибары тап шул сәбәп арҡаһында. 

Башҡа авторҙар төньяҡ елдәре барып етмәгән күршеләш йәшәгән исседон һәм аримас  гиперборийҙарын мифоэпик ҡәбиләләр итеп һүрәтләй (Доватур һ.б., 1982,  265-се бит). Татищев үҙенең хеҙмәттәрендә түбәндәгесә яҙа: “Страленберг Себер буйлап йөрөгәндә ижад иткән, айырыуса география менән булышҡан, үҙҙәрен гиперборийҙар тип атауҙарынан риза булыусыларҙың төньяҡ ерҙәрен картаға төшөргән” (171, 94-се бит). Рифей тауҙарына Аристей барып ҡайтҡандан һуң бер быуат үтеүгә  Көньяҡ Урал тураһындағы мәғлүмәтте беҙгә Геродот (“Тарих атаһы”) еткерә. Ул Көньяҡ Уралда йәшәүсе скифтарҙың йәшәйешенә, көнкүрештәге йолаларына, бигерәк тә дин үҙенсәлегенә һәм хәрби тормошона етлекле туҡтала. Геродот үҙе менән әңгәмәләшеүселәрҙең һүҙенә таянып, Боспорҙан алып Көньяҡ Уралға тиклем сауҙа юлында йәшәүсе ете халыҡ тураһында бәйән итә. Беҙгә көнбайыш ғалимдарының башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары хаҡындағы яҙмалары айырыуса әһәмиәткә эйә. Аристей яҙмалары буйынса беҙгә билдәле булған халыҡтарға Геродот яҙмаларында тиссагеттар, аргиппейҙар һәм иирктар өҫтәлә, уларҙың һәр ҡайһыһы көнкүреш, шөғөл, ғөрөф-ғәҙәт, дин үҙенсәлеге менән башҡаларынан айырыла. “Скиф” тигән йыйылма төшөнсә эсендә Геродот Рифейҙан Яксартҡа тиклем күсеп йөрөүсе саҡтарҙы айырып күрһәткән (Дандомаев, 1977, 30-39-сы биттәр). Геродоттың был мәғлүмәтен Страбон хуплай. Уның 11-се “География” китабында яҙыуынса, б.э.т. V-VI быуаттарҙа объектив сәбәптәр буйынса саҡ-мәсәғүттәрҙең киң иле өс ҡәбиләгә бүленә. Уларҙың дахи-даи  тигәндәре Александр Македонский менән Һиндостанға тиклем барып етә. Икенселәре, саҡ-рауҡалар б.э.т. II быуатта Кавказ артынан үтеп, Бактрияны яулай, ә өсөнсөләре Көньяҡ Урал алдына (Ырымбур менән Башҡортостан араһы) күсенеп, Геродот иҫкә алған тиссагеттар, иирктар, исседондар менән аралашып йәшәй (Генинг 1971, 44-54-се битттәр). 

Шуныһы ҡыҙыҡлы, ҡайһы бер авторҙар саҡ ҡатын-ҡыҙҙарының бала сағында уң түштәрен көйҙөрөп, уның артабан үҫеүен туҡтатыуы хаҡында яҙа. Был осраҡта уларҙың барлыҡ көсө уң ҡулға һәм уң яурынға йыйыла икән. Саҡ ҡыҙҙары кейәүгә сыҡҡанса һыбай йөрөй (209, 110-сы бит). Ғалимдарҙың мәсәғүттәр хаҡындағы яҙмалары ла ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, Каспийҙың көнсығышында (Төньяҡ-көнбайыш Төркмәнстан), Ирандың төньяҡ сигенә күрше йәшәгән мәсәғүттәрҙә йыназа тәртиптәре Заосторизм ҡанундары буйынса башҡарыла (Вайнер, Йосопов, 1992, 123-125-се биттәр). Улар Аракс йылғаһы аръяғында исседондарға ҡаршы көнсығышта йәшәй. Ҡайһы берәүҙәр уларҙы скиф ҡәбиләләре тип һанай (Геродот, 75-76-сы биттәр). Н.Л. Членова яҙыуынса, “Күк йылғаһы” Гангты ирандар Аҡ йылғаға (Ағиҙел) тиңләгән. Һинд арийҙары Көньяҡ Урал тауҙарын да үҙҙәрендәге тауҙарға параллель итеп ҡуйған (Совет археологияһы,1989, №2, 228-се бит). Ғалимдар фекеренсә, “Шахнамә”лә яҙылған берзула ҡәбиләһе боронғо мәсәғүттәрҙең тур һәм алан тармағына ҡарай, берзулалар ҙа улар менән бер тамырҙан. И.В. Пьянков та шул фекерҙе яҡлай : Мәсәғүттәр турҙар (“тига”лар) барлыҡҡа килтергән  ҡәбилә берләшмәләре менән бер тамырҙан (И.В. Пьянков., 1975, № 2, 68-се бит). Шулай итеп, Авеста Туралары грек сығанаҡтарындағы мәсәғүттәргә тап килә (207,  16, 20-22-се биттәр). Күп кенә комментаторҙар, Геродоттың әйткәндәренә таянып, исседондарҙы Уралдың көнсығышында Исәт йылғаһы буйында йәшәгән тип иҫәпләй (Доватур һәм башҡалар., 1982, 253-сө бит). Б.э.т. V быуатта Геродот “Бейек Рифей тауҙары итәгендә кешеләр йәшәй. Ул халыҡтың атамаһы - аргиппейҙар” тип яҙып ҡалдырған. С.Я. Лурье уларҙы хәҙерге башҡорттарҙың ата-бабалары тип иҫәпләй. Ә Страбондың “География” тигән хеҙмәтендә был ерҙәр “ургалар иле” тип атала, “ургалар күсмә тормош менән йәшәй, уларҙың бер аҙы игенселек менән шөғөлләнә”. Профессор С.Л. Утченко бында Страбондың урга тип әйткәнен, уғраны күҙ уңында тота, тип белдерә (80, 5-се бит). Авторҙарҙың был сығанаҡтарынан беҙ шуны ла аңлайбыҙ: боронғо Рифей (Уралтау) тауҙарында урындағы уғыр ҡәбиләләре көнсығыштан көнбайышҡа, төньяҡтан көньяҡҡа күсенеүсе күп һандағы ҡәбиләләр менән тығыҙ аралашып йәшәгән. Борон заманда Урал, шулай уҡ барлыҡ Көнсығыш Европа көнбайышҡа табан күсенеүсе халыҡтар өсөн “бөйөк ҡапҡа” булып  хеҙмәт иткән. Көньяҡ Уралда һәм Волга буйында б.э.т. VI-V быуатта  ултыраҡ тормош менән йәшәүсе Европа халыҡтарының йәшәгән урындары табылған. Улар үҙҙәрен уғырҙар (башҡорттарҙың ата-бабалары – Й.Б.) тип атап йөрөткән. 

 

8-се картаның урыны: Картаның исеме: уғырҙарҙың ата-бабалары –сабандар, хондар, һундар, самодийҙар, телелар һ.б. Б.э.т. – беҙҙең эраның Х быуаты.

 

Шулай итеп, беҙ был территорияла халыҡтарҙың ҡатнашыуы хаҡында һүҙ алып барабыҙ. Уралтау аша күсенеүселәрҙең бер өлөшө артабан көнбайышҡа юл алған, бер өлөшө урындағы аборигендар менән тороп ҡалған. Тарихи материалдарҙа һалҡын климат шарттарында йәшәүсе ҡәбиләләрҙең йылы яҡтарға күсенеүе тураһында ла әйтеп үтелә. Был осраҡта бай тәбиғәт ресурстары булған урындарҙа урындағы халыҡтар йәшәгән. Уларҙың үҫеш кимәле тәбиғи байлыҡтарҙы табырға һәм файҙаланырға, шуның ярҙамында көнкүрешен яйларға мөмкинлек биргән. Урындағы халыҡтың алдынғы ҡарашлы булыуын Көньяҡ Уралда асылған Һынташ комплексы дәлилләй. Был үҙенсәлекле киң пландағы түңәрәк торлаҡ-ҡоролмаларға (Һынташ, Арҡайым, Аланд һ.б.) инеү ишектәре ҡоролманың үҙәгенә ҡарай урынлашҡан. Уларҙың төҙөлөү принцибы бер үк, бүлмәләр бүленештәре лә стандарт. Күрәһең, торлаҡтарҙың бындай төҙөлөшө саҡырылмаған ҡунаҡтарҙың көтөлмәгән  һөжүменән һаҡланыр өсөн ҡулай булғандыр. Күп һанда табылған ҡомартҡылар (руда, шлактар, металл тамсылары, заготовкалар, таштан эшләнгән сүкештәр, өлгөләр) тимер эшкәртеү булғанлығын аңлата (93, 94-се бит). Һынташ ҡоролмаһында фәҡәт Уралда осраған файҙалы ҡаҙылмаларҙан яһалған яу ҡоралдары, биҙәнеү әйберҙәре табылыуы урындағы халыҡтың ултыраҡ тормош менән йәшәүе һәм ныҡ алға киткәнлеге хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, Ырымбур ҡалаһы янында Филиппов ҡәберлектәрендә табылған  500 ҡомартҡының күбеһе алтындан йәнлектәрҙе һынландырып эшләнгән. Баймаҡ районының ҡомташлы ятҡылыҡтарында табылған рудалары алтынға, көмөшкә, барийға бик бай. Борон алтын был төбәктә бик еңел юл менән ерҙең өҫкө ҡатламынан табылған, уларҙы табыусы уғыр-башҡорттар йомшаҡ металдарҙы яңыса ысул менән эшкәртеү һәләтенә лә эйә булған. Филлиппов кургандарында табылған ҡомартҡылар шул хаҡта һөйләй. Көньяҡ Уралда Арҡайым ҡаласығының һәм “Ҡалалар иле”нең башҡа ҡалалары табылыуы  башҡорттарҙың ата-бабаларының ниндәй юғары кимәлгә өлгәшеүҙәре тураһында һөйләй. Үкенескә күрә, башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары булған уғырҙарҙың был ҡаҙанышын ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан икенсе бер халыҡтыҡы тип атайҙар. 

Уралтауҙа йәшәгән халыҡтың меңәр йылдарға һуҙылған һәм үҫешкән мәҙәни традициялары бар. Боронғо башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр”ҙың сюжетында ла иҫбатлана был үҫеш: 

Йондоҙ һымаҡ атылып, 

(Аҡбуҙ толпар атлығып,) 

Күктән килеп төшкән, ти, 

Һомай һылыу алдына 

Килеп башын эйгән, ти. 

Аҡбуҙ шунда туҡтаған, 

Бөтә майҙан һоҡланған. 

Һыртына эйәр һалынған, ти, 

Эйәренең башына 

Алмас ҡылыс тағылған; 

Эйәренең ҡашы алтын, 

Йүгәненең башы алтын... 

Алтын ҡашлы эйәр, алтын башлы йүгән, алмас ҡылыс... Ошо бәләкәй генә эпос өҙөгөнән башҡорт халҡы тураһында әллә күпме хазина табырға була! 

Беҙҙең боронғо уғыр ата-бабаларыбыҙ тураһында Геродоттан тыш бик күптәр яҙып ҡалдырған. Эпостың өҙөгөнән күренеүенсә, алтын хаҡындағы мәғлүмәт ысынбарлыҡ менән тулыһынса тура килә. Бронза дәүеренән һуң Уралға алтын быуаты килә. Һәм Башҡорт ғалимы Р.Вахитов яҙыуынса, ул саҡта тарихи аренала “өлкән ағай”төшөнсәһе булмаған. Улар өсөн – урыҫ халҡына боронғо башҡорттарҙың бер ниндәй мәҙәниәте лә, алтыны ла булмаған, хәйерселек һәм томаналыҡ хөкөм һөргән! (49, 98-107-се биттәр).  Б.э.т. XVIII-XVI  быуаттарға ҡараған  Һынташ ҡәберлектәрендә табылған ҡомартҡылар башҡорттарҙың ата-бабаларының ныҡ үҫешкәнлеге хаҡында һөйләй. Бронза дәүерендә хәҙерге Башҡортостан территорияһында мәғдән иретеү сәнәғәте үҫешкән булған. Был ерҙәрҙәге боронғо ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең һаны 2500-4000-гә еткән. Шулай уҡ был ҡалаларҙың “Ҡалалар иле” сиктәрендә башҡа ҡалалар менән дә бәйләнеше һиҙелә. Бындай ҡалаларҙың һаны  30-ға тиклем барып етеүе хаҡында ла һүҙ алып барырға була. Бронза дәүеренән беҙҙең көндәргә тиклем этнографик элементтары булған бер нисә ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре килеп еткән, Һынташта табылған ҡашмауҙар мәҫәлән, хәҙерге башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары милли кейемдәренән әллә ни айырылмай. Ундай кейемдәрҙе шулай уҡ ханталарҙа, мансиларҙа, шулай уҡ Евразияның башҡа халыҡтарында осратырға була. Был оҡшашлыҡ ошо төбәктә йәшәүсе халыҡтарҙың, шул иҫәптән хәҙерге башҡорттарҙың этногенез тарихын бронза дәүеренә бәйләргә мөмкинлек бирә.  

Б.э.т. 2000 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан территорияһында йәшәүселәр, асылда, европоидтарҙан торған ҡәбиләләр булып, б.э.т. VIII быуатта бында көнсығыштан монголоид ҡәбиләләр килгән, улар б.э.т. VII быуатта уҡ Көнбайыш Себерҙә, Көньяҡ Уралда һәм Кама буйында йәшәүселәрҙең асылында сағылыш тапҡан. Урындағы халыҡ икһеҙ-сикһеҙ далаларҙы үҙләштереүен дауам иткән. Ошо нигеҙҙә яңы мәҙәни традициялар формалашҡан. Мәғдәнселәр төҫлө һәм башҡа металл ятҡылыҡтарын  асыуға өлгәшкән. Урал алдындағы урманлы һәм урманлы-далалы  урындарҙа йәшәүселәрҙең иҡтисад өлкәһендәге уңышы шуның менән бәйле. Уралда ҡеүәтле металлургия усағы ошо рәүешле тоҡанған.  Көньяҡ Уралда иң боронғо тимер ҡорамалдар Ырымбур өлкәһендә  табылған. Улар: йоҡаҡ тимер пластинанан эшләнгән бөгөлгән тәрилкә, ағас һабының остоҡтары һаҡланған тимер ҡасау, баҡыр ҡалыплы тимер уймыр (арҡыры балта), тар йөҙлө хәнйәр. Был ҡомартҡылар б.э.т. III быуат уртаһына ҡарай (93, 168-сыбит). БылтөбәктәйәшәүселәрҙеГеродотагриппейҙартипатаған, улар урта Иртышта, көнбайыш Себерҙә йәшәүсе ҡәбиләләр менән тығыҙ аралашҡан. Геродоттың был ерҙәргә Ҡара диңгеҙ буйындағы ҡалаларҙан сауҙа каруандары йөрөгән тип яҙыуы ундағы ете телдә һөйләшеүсе ҡәүемдәрҙең барыһына ла яҡшы билдәле булыуы хаҡында һөйләй. Агриппейҙар уларҙың аръяғында йылына алты ай буйына йоҡлай торған халыҡ йәшәүе хаҡында һөйләр булған. Агриппейҙарҙан көнсығышта исседондар йәшәгән, улар үҙҙәренән алыҫ түгел урында бөркөттәрҙең алтын сыҡҡан урындарҙы һаҡлауҙары тураһында һөйләгән (97, 34-се бит].  

Ете телле, бер бөтөн халыҡтың ете ырыу-ара телендә һөйләшкән ҡәбиләләре боронғо бер дәүләткә буйһонған, күрәһең, артабан ошо территория “Бөйөк Башҡорт иле” тип атала башлаған да инде. Башҡорт лингвист-тюркологы Ж.Ғ. Кейекбаев менән СССР ФА мөхбир ағзаһы С.Е. Малов  1950 йылдарҙың башында Геродот үҙенең билдәле хеҙмәтендә иҫкә алған күсмә ҡәбиләләрҙең (саҡтар, мәсәғүттәр, иирктар, дахтар, аримастар, агриппейҙар) башҡорт телендә һөйләшеүе хаҡында яҙа. Бынан шундай һығымта ла яһарға була: билдәле ғалимдар был ҡәбиләләр йөҙөндә башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларын күргән. Мәшһүр башҡорт шәреҡсеһе Әхмәтзәки Вәлиди менән башҡорттар хаҡындағы этнография фәненә нигеҙ һалыусы Сергей Руденко ла шундай уҡ фекерҙә (90, 66-сы бит). Дахо-мәсәғүт һәм төрки ҡәбиләләр араһындағы туғанлыҡ таныла. Мәсәғүттәр менән саҡтарҙы гректар төрки телле халыҡтарға индерә (76, 202-себит). Күпбыуаттарғаһуҙылғанассимиляцияһөҙөмтәһендәбылтөбәктәтөркителлехалыҡөҫтөнлөкалабашлай. Тарихсыларб.э.т.VII -IV быуаттарҙа Урта Волгала һәм Көньяҡ Уралда йәшәүсе ҡәүемдәрҙең мәҙәниәтен Прохоров, б.э.т. III-I быуатына ҡарағанын Суслов мәҙәниәтенә индерә. Һуңғараҡ беҙҙең эраның  II-IV быуаттарында тарихи аренаға һун ҡәбиләләре килә. Б.э.т. II быуатына һәм беҙҙең эраның  III быуатына ҡараған 2200 ҡәберлекте өйрәнеп, ғалимдар Пьянобор мәҙәниәте барлығын асыҡланы. Башҡорт ғалимы Нияз Мәжитов б.э.т.  VIII-II быуаттарға ҡараған мәҙәниәтте Ананьин мәҙәниәтенә индерә, был мәҙәниәткә ҡараған ҡәбиләләр Ағиҙел һәм Кама йылғалары һәм уларҙың ҡушылдыҡтарында мәсәғүттәр менән күршеләш йәшәгән, бер үк ваҡытта ғалим уларҙы Прохоров мәҙәниәтенә лә индерә. Ҡайһы бер ғалимдар был мәҙәниәтте сарматтарҙыҡы тип атау яғында, әммә Марков тигән ғалим был мәҙәниәттең сарматтарҙыҡы булыуын инҡар итә, сөнки сарматтар дәүерендә был ерҙәр Ананьин мәҙәниәтенә ҡарай.  Был хаҡта ентекләберәк һуңғараҡ яҙырбыҙ (Марков, 2007, 44-се бит). Көнбайыш Уралда Бахмутин мәҙәниәтенә ҡараған йөҙәрләгән ауылдар һәм ҡалалар иҫәпләнә. Уларҙың яҡынса яртыһы тиерлек б.э.т. VII-III быуаттарға ҡарай, ә б.э.т. II быуаттан беҙҙең эраның  II быуатыныҡылар Пьянобор мәҙәниәтенә  ҡарай. Был дәүер ултыраҡ тормош менән йәшәүсе халыҡтың туҡтауһыҙ мәҙәни үҫеш йылдары тип иҫәпләнергә хаҡлы. Башҡа ҡәбиләләр күсеп килгәндән һуң Урал алдындағы ерҙәрҙә йәшәүсе халыҡтар яңыса урынлаша. Билдәле булыуынса, иртә тимер быуатында (б.э.т. 3-2-се меңйыллыҡ) Уралда эре баҡыр ятҡылыҡтарын эшкәртеү башлана. Хәҙерге Ырымбур ҡалаһы янындағы Ҡарғалы руднигы - Евразия далаларындағы иң эре рудниктарҙың береһе. Ул XIX быуат башына тиклем алдынғы һанала. Бронза дәүерендә Көньяҡ Уралдың урман-далалы зонаһында 20 нығытма барлығы билдәле, уларҙың береһе – Арҡайым ҡаласығы. “Боронғо ҡалалар иле”нең һаҡлыҡ нығытмалары һәр береһенән 40-60 саҡрымда урынлашҡан (67, 10-14-се биттәр). Б.э.т. 445 йылда Геродот Тимербикә батшабикә етәкселегендәге мәсәғүттәрҙең Фарсы батшаһын еңеүе хаҡында яҙа. Ул мәсәғүттәрҙе ҙур территорияны биләүсе күп һанлы халыҡ тип атай. И.В. Пьянков үҙенең “Геродот мәсәғүттәре” тигән хеҙмәтендә Көньяҡ Урал далаларында Прохоров мәҙәниәтенә ҡараған мәсәғүттәр һәм дахалар йәшәүе хаҡында яҙып үтә (Пьянков И.В.,1975, 67-68-се биттәр). Автор был халыҡтарҙы яҡшы ҡоралланған, бай, юғары мәҙәниәтле һәм Тәңре диненә табынған ҡәүем булараҡ телгә ала. 

Страбондың мәғлүмәттәре буйынса, Көньяҡ Уралдың көнсығышындағы урманлы-далалы зонала мәсәғүттәр һәм саҡтар йәшәгән.  Уларҙың барыһын бергә скифтар тип атағандар. Уларҙың берәүҙәре тауҙарҙа, икенселәре – тигеҙлектә, өсөнсөләре – һаҙлыҡта, дүртенселәре утрауҙарҙа көн күргән. Мәсәғүттәрҙең йәшәгән урынын билдәләр өсөн Страбон йүнәлеш итеп Төньяҡ Боҙло океанға ҡойған  йылғаны һайлаған.  

Страбон, үҙенең замандаштары һымаҡ уҡ... сиктәрҙе томандар артындағы төньяҡ диңгеҙҙәр рәүешендә күҙаллаған. Беҙҙең эраның тәүге йылдарында римляндарҙың хәрби караптары Балтик диңгеҙенең дымлы һәм боҙло ярҙарына барып еткәс, үҙҙәрен Төньяҡ Боҙло океанда тип хис иткән. Йылғаның төньяғында йәшәүсе скифтар иле хаҡында ла ишетеп ҡайтҡан улар. Балтик диңгеҙенә ҡойоусы йылғаларҙан улар бары Висланы ғына белгән. Улар Каспий диңгеҙен океандың ҡултығы тип уйлаған, Алыҫ Көнсығыш, Ҡытай хаҡында ла ишетеп кенә белгән, Урта Көнсығыш, Һиндостан, Урта Азия, Урал һәм Себер хаҡында бөтөнләй белмәгән. М.И. Ростовцев яҙыуынса, Каспий диңгеҙенән көнсығышта йәшәүсе мәсәғүттәр хаҡында “тарихсылар үҙҙәренең хеҙмәттәрендә аныҡ һәм теүәл булған бер мәғлүмәт тә килтермәгән...” ( 151, 4-се бит). Бының дәлиле булып Страбон үҙенең хеҙмәтендә Урал (Яйыҡ) йылғаһы менән уның ҡушылдығы Тубылды бер йылға тип билдәләй. Уларҙың башланған урындары яҡын – 5-6 саҡрым ғына. Улар бер урындан баш ала: Урал көньяҡҡа Каспийға, ә Уй Тубылға ҡушылғандан һуң Иртыштан Обҡа ҡушыла, артабан был йылғалар бергә ҡушылып Төньяҡ Боҙло океанға барып етә. Урал һәм Обь йылғалары, күрәһең, борон һаҙлыҡ урындарҙан башланғандыр. Геродот был урындарҙа ҡоро ер булмауы хаҡында әйтә. Ә  Р.Вахитов иҫәпләүенсә, Каспийҙан алып Төньяҡ Боҙло океанға тиклем һыу үҙәне боронғо замандарҙа сауҙа юлы булып хеҙмәт иткән.  Уралда алтындың һәм зәңгәр таштарҙың үтә күп булыуы сауҙаға киң юл асҡан.  

Боронғо Евразияла йәшәүсе ҡәбиләләр хаҡында яҙыусы ҡайһы бер ғалимдар мәсәғүттәрҙе стиссагеттарға тиңләй. Ғилми хеҙмәттәр араһында башҡорттарҙың этногенезында ҡатнашыусы иирктар хаҡында ла яҙмалар осрай: “Был яҡтарҙа улар менән күршеләш иирк атамалы (“ирик” ырыуы бәшәнәктәре) йәшәй. Улар һунарсылар, йәнлектәрҙе түбәндәгесә ысул менән аулай. Һунарсылар табышын ағас баштарында һағалай (уларҙың иле ҡуйы урмандар менән ҡапланған). Һәр һунарсының ятырға өйрәтелгән аты һәм эте бар. Йәнлек ағасҡа яҡынлағас, һунарсы уға уҡтан ата һәм ерҙә көтөп ятҡан атына атланып, йәнлек артынан саба”. Геродот тиссагеттарын һәм иирктарын  С.И. Руденко башҡорттар тип атай (С.И. Руденко, 2006, 304-се бит). Шулай уҡ Руденко үҙенең “Башҡорттар” (Доватур һәм башҡалар., 1982, 247-252-се биттәр) башҡорттарҙың ата-бабалары тип аргипейҙарҙы атай. Әммә, Геродот яҙыуынса, “ҡаялы тауҙар итәгендә йәшәүсе”агрипейҙар төрки телле түгел. Геродот уларҙы “яҫы танаулы, ҙур ҡолаҡлы” итеп һүрәтләй, был һынлама уларҙың монгол расаһына ҡарауын дәлилләй. 

Һүҙ юҡ, Евразияның, бигерәк тә Урал алды һәм Көньяҡ Уралдағы Урал (Яйыҡ) йылғаһы буйының, этник составы бик ҡатмарлы:   Геродот исседондары, дахо-мәсәғүттәр (мәсәғүттәрҙең ул осор батшабикәһе Тамарис ), шулай уҡ күсмә тормош менән йәшәүсе даиктар булған. 1970 йылда дахтарҙы Көньяҡ Урал халҡы тип таныған ғилми хеҙмәттәр барлыҡҡа килә.  Күрәһең, бында дах ырыуы атамаһының Яйыҡ (Урал) йылғаһы менән яңғыраш булыуы нигеҙ итеп алынғандыр. Шулай уҡ “Даи” атамаһы башҡорт телендәге “Даһи” (Бөйөк) һүҙенә лә оҡшаған. Үҙенең аңлатмалы һүҙлегендә В. Даль “Дайга” һүҙенең килеп сығышын Себерҙәге тау түбәһенә бәйләп аңлата, әммә был осраҡта Яйыҡ йылғаһы Уралтауҙан баш ала. Ырымбур башҡорттарының телен өйрәнеүсе С.Ф. Миржанова ырыу-ара бүленешен аңлатыусы “йайыҡ” этнонимын теркәй. Даи (даик) менән йайыҡ этнонимы бер-береһенә ныҡ яҡын. В.В. Бартольд даи (даик) ҡәбиләһенең боронғо төрки телдә һөйләшеүе хаҡында яҙа, уның фекерен С.Е. Малов хуплап сыға һәм иртә тимер быуатында Көньяҡ Уралда йәшәүсе ҡәбиләләр боронғо башҡорт телендә аралашыуын дәлилләй. Бынан тыш башҡорт ғалимы Н.Мәжитов даи-даиктарҙың Көньяҡ Уралдың киң майҙанын үҙҙәренең иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни йоғонтоһо аҫтында тотоуын нигеҙләне. Был фекерен иҫбатлар өсөн ғалим даи-даиктарҙың ювелир иҡтисадының юғары үҫеш кисереүен килтерә, даиктарҙың үҫешкән үҙ дәүләте булған, Филиппов кургандарында табылған алтын боландар коллекцияһы ла уларҙың матди ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә (Мәжитов, 2013, 24-37-се, 38-50-се биттәр). Н.Мәжитов үҙенең хеҙмәттәрендә иртә тимер быуатына ҡараған Көньяҡ Урал археологик ҡомартҡыларының башҡаларҙан айырылып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Беҙҙең эраның  I- II быуаттарында йәшәүсе даи-даик ҡәбиләләре вариҫтары алдынғы этник төркөм иҫәпләнгән, улар боронғо төрки телендә һөйләшкән һәм уларҙы башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары тип һанарға ла мөмкин. Башҡортостан һәм башҡорт халҡы тарихындағы бындай етди аныҡлама абстракт (уйлап сығарылған) атамалар менән түгел, ә документтар нигеҙендә аныҡ рәүештә нығытылырға тейештер. Был даи-даик ҡәбиләһенә лә ҡағыла. К.Ф. Смирнов иртә тимер быуатында Көньяҡ Уралда йәшәүсе ҡәбиләләрҙе йыйылма даи-даик этноним менән атау яғында. Бындай тәҡдимде Мәжитов буйынса ҡарағанда, “савромат”, “сармат” этнонимдарын “даи-даик” ҡа, ә “савромат мәҙәниәте”н даик (Яйыҡ) мәҙәниәтенә үҙгәртеү лазым (“Ватандаш” № 4, 2014, 31-38-се биттәр). 

Тарих фәндәре докторы Н. Мәжитов иртә тимер быуатына ҡараған ҡомартҡыларҙы тәрән өйрәнеп, шундай фекергә килә: урман һәм урман-далалы Көньяҡ Уралдағы иртә тимер быуатына ҡараған археологик ҡомартҡылар б.э.т. VI  быуаттан алып беҙҙең эраның IV быуатына тиклем йәшәгән савромат-сармат ҡәбиләләренән ҡалған тигән хата фекер һаман да йәшәп килә һәм был төшөнсәләр миҫалдар рәүешендә килтергәндә савромат мәҙәниәте тип (б.э.т. VII-IV быуаттар), иртә сарматтыҡы тип (б.э.т. IV-II быуаттар), урта сарматтыҡы тип (б.э.т. II-I быуаттар), һуңғы сарматтыҡы тип (б.э.II- IV быуаттар) алына. Н.А. Мәжитовтың хеҙмәтендә (“Башҡорт халҡының тарихы”, 2009, 168-2003-сө биттәр) боронғо һәм урта быуаттарҙағы  Көньяҡ Уралдың тарихы буйынса ғилми тикшеренеүҙәр килтерелә. Ғалим был хеҙмәтендә боронғо башҡорт этносының барлыҡҡа килеү һәм үҫеш процестарын өйрәнеп башҡорттарҙың автохтон (ерле) халыҡ  булыуы хаҡында гипотезаһын нигеҙләй. Ысынлап та, көнсығышҡа табан савромат-сармат ҡәбиләләре ерҙәре нисек кенә  индермәй (алып ташларға был һөйләмде). Шуға күрә Урал-Волга буйында табылған археологик ҡомартҡыларҙы  сармат-савромат ҡәбиләләреке тип һанау мәсьәләһе бәхәсле (асыҡ) көйө ҡала (93, 173-сө бит). Авестаның бер гимнында савроматтарҙың телгә алыныуы уларҙың Иран халыҡтары менән бишектәш булыуы хаҡында һөйләй (Смирнов, 1964, 194-се бит). Күсмә тормош менән йәшәүсе, күпләп йылҡы малы үрсетеүсе иран телле сарматтар б.э.т. VIII быуаттан башлап Кавказ тауҙары менән Дон, Волга йылғалары араһында йәшәгән. Б.э.т.III быуатта сармат ҡәбиләләренең Ҡара диңгеҙҙең төньяғына күсенеүе күҙәтелә. Сарматтарҙың бер өлөшө булған сирактар һәм аорстар Кубанға һәм Төньяҡ Кавказға китә, икенсе бер өлөшө б.э.т. II быуатта өс ырыу – язығтар, роксоландар, сирматтар составында Днепр йылғаһы боролмаһындағы Никополға юллана. Улар илле йыл һуҙымында Дондан Дунайға тиклем арауыҡҡа урынлашып, 500 йыл самаһы Ҡара диңгеҙҙең төньяғында хакимлыҡ итә (14, 45-се бит).  

Скифтарҙың күршеләре булған савроматтар хаҡында боронғо грек тарихсыһы Геродот шулай ти : “Танаис (Дон) йылғаһы аръяғында – был ерҙәр скифтарҙыҡы түгел – ер биләмәләре савроматарҙыҡы” (Геродот, Тарих, 192-194-се биттәр). Страбон үҙенең китабында ( 480-481-се биттәр) һәм (209,  112-се бит) түбәндәгеләрҙе яҙа: “Әгәр ҙә Каспий диңгеҙенә инһәң, уң яҡта скифтар һәм сарматтар, улар Европа илдәре менән сиктәш, Танаис менән был йылға араһында көнсығыш скифтар, биләмәләре Көнсығыш диңгеҙгә  һәм Һиндостанға тиклем һуҙылған номадтар йәшәй. Азияның Дон йылғаһы юнәлешендә йәшәүсе Скифияға килеп, Диодор әйтеүенсә, Сицилийскийҙың ҡушыуы буйынса унда йәшәүселәрҙең йәнен ҡыйып дан ала. Скифтар юҡҡа сыға (97, 36-сы бит). Ғалим Акания Ширакации VII быуатта түбәндәгеләрҙе теркәй: “Сарматия үҙҙәренең Европа өлөшөнән Рипия (Рифей, Уралтау) тауҙарының көнсығыш һырттары, Танаис (Дон), Меотис (Аҙау) диңгеҙе менән айырыла, Кавказ тауҙары буйлап, Грузия һәм Албания буйлап Каспий диңгеҙенә тиклем һуҙыла. Сарматияла йылғалар күп, уларҙың береһе 70 ҡултығы булған  Этиль йылғаһы ла бар, ул йылға буйында Басил халҡы һаҡлана” (203, 49-сы бит). Дон артында һәм Астрахань далаларында Сарматтар һәм Савроматтар йәшәй башланы (97, 176-сы бит). V быуат аҙағында сарматтар хаҡында тарих өнһөҙ. Европа авторҙары Марцеллин һәм Иордан, боронғо авторҙарҙың береһе лә үҙҙәренең хеҙмәттәрендә сарматтарҙың алтыны, боландарҙы ҡәҙерләүе хаҡында һис юғы беҙҙең эраның  I быуатында ла бер ниндәй мәғлүмәт яҙмай. 

Хәҙерге ваҡытта Көньяҡ Урал территорияһы савромат мәҙәниәте таралған ареалға инмәй һәм “савромат” этнонимы Көньяҡ Уралда йәшәүсе боронғо ҡәбиләләрҙе аңлатҡанда ҡулланылмай (209, 90-сы бит).   

Башҡорт ғалимдарының Көньяҡ Урал территорияһында үткәргән археологик ҡаҙылмалары һөҙөмтәләре быны иҫбатлай. Филиппов кургандары уларҙың береһе һанала. Курган Ырымбур ҡалаһының көнбайышында, ҡаланан 100 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. 1986-1990 йылдарҙа А.Х. Пшеничнюк етәкселегендәге РФА экспедицияһы 17 курганды тикшерә. Р. Вахитов экспедиция етәксеһе А. Пшеничнюк менән осрашып һөйләшә. Башҡорт ғалимы унан кургандарҙы ҡаҙғанда, бигерәк тә б.э.т. IV быуатҡа ҡарағандарынан табылған хазиналарҙы иртә сарматтарҙыҡы тип атауҙары хаҡында һорай. Вахитовтың дәғүәһе шуға бәйле: “Башҡортостан” энциклопедияһында сарматтар бүлегендә был ҡәбилә халҡының ҡалалары булмауы, балсыҡтан эшләнгән һауыт-һаба ҡулланыуы хаҡында хәбәр ителә. Тимәк, сарматтарҙың ҡәберлектәрендә табылған ҡомартҡыларҙың алтындан, көмөштән булыуы хаҡында һүҙ алып барырға ла мөмкин түгел. Сарматтар тимер эшкәртмәгән, уларҙың тимер иретеү мейестәре булмағас, ҡәберлектә табылған уникаль ҡомартҡылар уларҙыҡы түгел. А. Пшеничнюк   2006 йылда Филиппов кургандарында табылған хазиналарға һәм уларҙың авторҙарына бәйле фекерҙәрен бер аҙ үҙгәртте. Ул үҙенең мәҡәләһендә Филиппов кургандарын “Көньяҡ Уралдың һәм Аҫҡы Волга буйының иң бай күсмә халыҡтарыныҡы” йәғни б.э.т. V быуатта  Урал алдында, Урта һәм Көньяҡ Уралда, уға сиктәш далала көн күреүсе уғыр-башҡортарыныҡы тип атай. Бының менән ул сарматтарҙың  Уралда йәшәмәүен дә дәлилләй.  

Башҡорттарҙы иң боронғо халыҡтарҙың береһе тип һанаусы тарихи  мәғлүмәттәр араһында (IX быуаттан башлап ) урта быуаттың  көнсығыш авторҙарыныҡы ла бар. Авторҙар араһында Сәлләм ат-Тарджумаи (IX быуат), Ибн Руста (X быуат), әл-Балхи (X быуат) һәм башҡалар. Шул уҡ ваҡытта был авторҙар башҡорт халҡын барлыҡҡа килтергән боронғо ырыуҙарҙың тарихын урап үтергә тырыша. Үкенескә күрә, ҡайһы бер хәҙерге заман ғалимдары башҡорт халҡының тарихын башҡа халыҡтар менән бәйләй: венгрҙар менән (Р. Вахитов,  2009), иран-парфяндар менән (М. Зәкиев), етмәһә, курдтар менән (С. Ғәлләмов). Талантлы башҡорт ғалимы С. Ғәлләмов үҙенең хеҙмәттәрендә “башкурд” һәм “курд” төшөнсәләрен йәнәш ҡуйып, башҡорттарҙы курдтарға бәйләргә тырыша. Автор башҡорттарҙың боронғо бөрйән ырыуын Борзен Михрбандан алынған тип, башҡорттарҙы иран сығышлы тип иҫәпләй (IV т. 297-300-се биттәр). Уныңса, башҡорттар беҙҙең эраның 1-се меңйыллығында формалашҡан, ә “Тарихи Башҡортостан” территорияһында башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары түгел, башҡа халыҡтар йәшәгән булып сыға (93, 7-се бит). 

Б.э.т. V быуатҡа ҡараған тарихи сығанаҡтар ғына Көньяҡ Уралда йәшәүсе боронғо ҡәбиләләр хаҡында аныҡ мәғлүмәт еткерә. Тик уларҙа башҡорт халҡының ата-бабалары булған даик, дахо, исседон, аримас, агриппей, иирк, мәсәғүт ҡәбиләләре телгә алына. Ҡәбиләләр быуаттар буйына аралашып йәшәгән. Обь буйы тураһындағы мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп В.Н. Чернецов иртә быуат дәүерендә Урал аръяғы  һәм Көнбайыш Себер ерҙәрендә уғыр (башҡорт) ҡәбиләләре йәшәүе хаҡында яҙа ( 160,  118-се бит). Мәҫәлән, автор Обь буйы уғырҙарының мифологияһына мөрәжәғәт итеп, ханттар менән мансиларҙың дини ышаныуҙары Обь уғырҙарын барлыҡҡа килтереүсе ике компоненттың ҡушылыуынан килеп сыҡҡан тип иҫәпләй (160, 124-се бит). Бигерәк тә халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе дәүерендәге ҡатмарлы тарих халыҡтарҙың физик тибында, телендә һәм көнкүрешендә эҙһеҙ үтмәй, әлбиттә (147, 304-се бит). Ҡәбиләләрҙең туҡтауһыҙ һәм оҙайлы күсенеүе төрлө халыҡтарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән.  

Тарихсыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, б.э.т. VIII быуатта Волга-Урал төбәгендә фин-уғыр ҡәбиләләре йәшәгән. Улар был ерҙәрҙә күпмелер йәшәгәндән һуң яйлап башҡа ерҙәргә күсенгән. Волга-Урал территорияһының төркиләшеүе б.э.т. VI- IV быуатта уҡ скифтар дәүерендә башланған. М.З. Зәкиев билдәләүенсә, Уралдың көнбайышында  фин-уғыр халыҡтары менән төрки телле халыҡтарҙың тығыҙ аралашыуы башланған ( 195, 305-се бит). 

Р. Кузеевтың; “Этнографик төркөмдәр этник территориялар нигеҙендә барлыҡҡа килгән һәм этностың айырылғыһыҙ бер өлөшө булараҡ нығыраҡ ойошҡан берәмеккә ҡушылған”, - тип яҙыуы Урал төбәгенең аҫаба халҡының боронғо дәүерҙән башлап нисек формалышыуын күҙалларға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, солоҡсолар яртылаш күсмә тормош менән йәшәгән саҡта ла солоҡтарын ташлап ҡалдырмаған, был шөғөл эстафетаһын үҙенең вариҫтарына күсергән. Башҡа цивилизацияларға ҡарағанда Солоҡсолар иле нығыраҡ үҫешкән, боронғо башҡорт ҡәбиләләре территорияһында табылған Филиппов кургандарының ҡомартҡылары шул хаҡта һөйләй. Хәҙерге көнгә тиклем ошо шөғөлдөң продукцияһы башҡорт халҡын бар донъяға данлай. Уралда йәшәүсе боронғо халыҡ тураһында алыҫ тарафтарҙа ла белгәндәр. 

Һуңғараҡ, урта быуаттарҙа, III быуаттың икенсе яртыһында герман ҡәбиләләренең баҫып инеүе һөҙөмтәһендә һуңғы скифтарҙың дәүләте юҡҡа сыға. Этник берәмек булараҡ, скифтар үҙҙәре лә йәшәүҙән туҡтай. Улар урынына V быуаттың икенсе яртыһында Һундар кенәзлеге барлыҡҡа килә. Был кенәзлекте VI быуат башында Византия яулай. Һөҙөмтәлә быуат аҙағында Төрөк Ҡағанаты хакимлығы урынлаша, уны һуңынан Хазар Ҡағанаты алмаштыра. Был территорияла йәшәүсе кеше һанының күплеге хаҡында ырыу-ҡәбиләләрҙең  күп төрлөлөгөнә ҡарап та фекер йөрөтә алабыҙ. Былар тамғаларҙа сағылыш таба. Донъяға билдәле булған  8000 тамғаның 7000 самаһы Волга-Урал буйы ырыу-ҡәбиләләренеке. 

 

 

3. Башҡорт этносының барлыҡҡа килеүе тураһында

Мәғлүмәт диңгеҙе даръялай ҡайнаған заманда халыҡ тарихының объектив ағышын өйрәнеп, хәҡиҡәткә барып етеүе, үҙеңдең хаҡлығыңды иҫбат итеүе айырыуса ҡыйын. Әгәр ҙә инде халыҡ тарихы тотошлайы менән, бигерәк тә ул төрлө осорҙа ситтән көсләп тағылған ҡанундар һәм нормалар менән (ҡайһы ваҡыт күп һанлы халыҡтарҙың аҙ һанлы халыҡтарҙан өҫтөн булыуы күҙлегенән сығып) өйрәнелһә, был ҡыйынлыҡ икеләтә-өсләтә арта.

1880 йылда башҡорт ғалимы М. Өмөтбаев түбәндәгеләрҙе яҙа: “Рәсәй халыҡтары тураһында дөрөҫөн яҙа алырҙармы икән? Бының өсөн тарих яҙыусыға тәржемәсе сифатында Азия һәм Европа тарихын төрлө яҡтан тәрән белгән аҫаба башҡортто беркетергә кәрәк булыр ине. Ул кеше тарихты яратырға, риүәйәттерҙе һәм хикәйәттәрҙе йыя белергә тейешле. Үҙ тарихы өйрәнелһен өсөн һәр халыҡтың үҙ Карамзины булыуы тәүшарт. Ул урта быуаттарҙың йырҙары аша башҡорттар хаҡындағы төшөнсәләргә барып етәсәк. Боронғо башҡорттар хаҡында кәрәкле төшөнсәләрҙе өйрәнер өсөн, уларҙы бөгөнгөләре менән бутарға кәрәкмәй. Уларҙы тәүтарих күҙлегенән өйрәнә башларға кәрәк...”(М.Өмөтбаев, 1984, 194-се бит).

Өмөтбаевтың васыят булыр һүҙҙәре бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала. Башҡорт халҡын тәшкил итеүсе ҡәбиләләр күп һанлы булған. Башҡа халыҡтар, ҡәбиләләр менән тығыҙ аралашып йәшәп, башҡорттар үҙенсәлекле холҡон, үҙенә хас сифаттарын, башҡа халыҡтарға ҡарата толерантлығын һаҡлап ҡала алған, бының һөҙөмтәһе булараҡ, үҙҙәре лә ихтирам һәм абруй ҡаҙанған. Борон замандарҙан алып яҙылмаған ҡанун буйынса, һәр башҡорттоң, бигерәк тә йәштәрҙең үҙ ырыуын, ҡәбиләһен, хандары хаҡында риүәйәттәрен белеүе, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарауы халыҡтың һаҡланып ҡалыуына һәм үҫешенә булышлыҡ иткән. Башҡорттар күп осраҡта үҙҙәренең ҡәбиләһен ниндәйҙер ханға йә бейгә бәйләгән. Әйтәйек, Үзбәк, Ҡыпсаҡ, Туҡтамыш, Бапсаҡ, Күҫәк, Ҡарағөлөмбәт, Иҫкебей һ.б. Был йола ырыу-ҡәбилә башлығын һайлаған саҡта үтәлгән. Шуға күрә ҡәбиләһен һаҡлап ҡалыу өсөн башҡорттар хандарын үҙҙәренең кешеһе араһынан һайларға тырышҡан (179, 120-се бит). Заман тарафынан ҡуйылған тәртип буйынса Азия ҡәбиләләре атамалары хандың исеме менән йөрөгән.

Башҡорт халҡы этнонимының барлыҡҡа килеүе мәсьәләһе тарих офоғонда аҙ өйрәнелгән мәсьәлә булып ҡала килә. Әммә археологик ҡомартҡылар эре ҡәбиләләрҙең VIII быуаттан һуң да һаҡланып ҡалыуы тураһында һөйләй. Яҙма сығанаҡтарҙа IX-XII быуаттарҙа көньяҡ Урал башҡорт халҡының боронғо ата-бабалары көн иткән Башҡорт иле булып аталған. Ә V-VII быуаттарҙа көньяҡ Уралда башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары йәшәгәнлеге теркәлгән. Улар уғыр ҡәбиләләре тип аталған (67, 19-сы бит). Был Евразия, Кольск ярымутрауы, көнбайыш Себер территорияларында табылған археологик ҡомартҡылар менән раҫлана. Кургандарҙа һәм ҡәберлектәргә бер үк төрлө керамика әйберҙәре, башҡа ҡомартҡылар табылған. Ошо территорияларҙа әле лә йәшәүсе халыҡтарҙың риүәйәттәрен, легендаларын анализлау ҙа шуны раҫлай.

М. Өмөтбаев үҙенең “Йәдкәр” китабында: “Боронғо Европа тарихсылары “Көнсығыш Урал, Иртыш буйы башҡорттары баскатир тип атаған”, - тип яҙа. Ул башҡорттар һәм уларҙың составы хаҡында Ибн Халдундың мәғлүмәттәрен килтерә: “Был халыҡ эсендә алан, бөрйән, ҡаңлы, ҡыпсаҡ, бәшәнәк, дыуан, әйле, табын һ.б. ырыуҙар бар. Улар барыһы бергә басжарт тип аталған”. Бынан тыш ул үҙенең хеҙмәтендә башҡорттарҙың үҙҙәрен уңғар тип атауҙары хаҡында яҙа (179, 234-235-се биттәр).Тарихсы А.Е. Алекторов XIX быуат аҙағында Урал тауҙарының ике яғында күп һанлы югор (уғыр) ҡәбиләләренең йәшәүе, тик һуңынан башҡорттар барлыҡҡа килеүе, башҡорттарҙың боронғо уғыр халҡы икәнлектәрен раҫлай. Ҡайһы бер авторҙар башҡорттар тарихының боронғо осорҙары, ысынлап та, әҙ өйрәнелеүе хаҡында белдерә. Мәҫәлән, XVIII–XIX быуат тарихсылары Д. Европеус, И. Фишер, А. Шлецер, шулай уҡ совет осоро профессоры С.А. Токарев һәм башҡалар башҡорттарҙы көслө төркиләшеү һөҙөмтәһе булараҡ, фин-уғыр телдәре төркөмөнә индергән. С.И. Руденко фәҡәт төньяҡ башҡорт ырыуҙары араһында ғына уғыр компоненты барлығы хаҡында белдерә. Этник яҡтан ул башҡорттарҙы Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында Геродот тиссагеттары менән генә бәйләргә мөмкин тип иҫәпләй (162, 304-се бит). Бынан ике-өс тиҫтә йыл элек кенә Рәсәй һәм совет ғалимдары башҡорт халҡының боронғо тарихи тамырҙары барлығын танырға теләмәне. Әйтергә кәрәк, Евразия йүнәлешендәге тарихсылар был хаҡта бик күп һәм мауыҡтырғыс итеп яҙҙы. Уларҙың фекерҙәре бик күп уҡыусылар тарафынан кире ҡағылды. Н.С.Трубецкой яҙыуынса, көнбайыш Европала йәшәүсе һәр кемдең йәшерен теләге - Ер шарының барлыҡ халыҡтарының милли йөҙөн, уларҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен юҡҡа сығарыу, дөйөм кешелек мәҙәниәте итеп Европаныҡын ғына ҡалдырыу, ҡалған барлыҡ мәҙәниәттәрҙе икенсе сортлы итеү (67, 54-се бит).

Ғәрәп һәм Азия ғалимдарының халыҡтар тарихына ҡарашы бөтөнләй икенсе булған. Мәҫәлән, ғәрәп сығанаҡтарында әйтелешендә күп кенә тайпылыштар булһа ла, “башҡорт” этнонимы хаҡында беҙ бик күп мәғлүмәт таба алабыҙ. Ғәрәп ғалимы Әбү Зәйет әл Балхи (943 йылдар тирәһе) бер урында Урал һәм Европа ҡәбиләләрен «Баджгардъ” тип атаһа, икенсе урында «Башджарт” тип әйтә. Әл Балхиның ҡульяҙмаларын файҙаланып фарсы яҙыусылары “Баш харт” тигән атама ҡуллана. Ибн Сәйет (XIII быуат) “Башкерть” тип яҙа. Казвини (ХIII быуат уртаһы) көнсығыш һәм көнбайыш башҡорттарын “Башгарть” тип атай. Димешки (XIV быуат башы) көнсығыш башҡорттарын “Басхарт”, Европа башҡорттарын “Башкард”, “Маджар” һәм “Хункар” тип таный. Әбделфиҙа (1320 йылдар тирәһе) төрлө сығанаҡтарҙа “Басджарт”, “Башкерд”, “Хункар” һәм “Әл Маджария” тигән атамалар таба (2, 114-се бит). Димешки менән Әбделфиҙа бөтөнләй башҡа халыҡтарҙы башҡорттар тип атаған.

Ҡытай сығанаҡтарындағы башҡорттар тураһындағы мәғлүмәттәр боронғо ҡәбиләләрҙең атамаларын “Башҡорт” атамаһына яҡынайтырға тырышыу ғына булып тора. Диҡҡәт менән ҡарағанда, беҙ жуань жуаней тарҡалғандан һуң Урта Азияла төрки ҡәбиләләрҙе берләштереү ваҡытында туған теле ырыуының мөһим роль уйнағанына шаһит булабыҙ. Ҡайһы бер Ҡытай сығанаҡтарында был ҡәбиләне Дили тип атайҙар, көньяҡ Ҡытай диалектында был атама Тиелэ йәғни теле-дили тип әйтелә (И.Бичурин. Халыҡтар тураһында мәғлүмәттәр йыйынтығы... 214-се бит; П.Б.Коновалов. « Үҙәк Азияның этник аспекттары: боронғолоҡ һәм урта быуат”. Улан-Удэ, 1999, 92-93-сө биттәр). Бында һүҙ Урта Азия ҡәбиләләре хаҡында бара. Мәҫәлән, төрки ҡәбиәләләр “тие-ле” берлеге араһындағы бер ҡәбилә“ба-шу-ки-ли” тип атала. Профессор Чанг бында башҡорттар хаҡында һүҙ бара тип иҫәпләй. Төрки ҡәбиләләре араһында “башҡорт” этнонимын йөрөтөүселәр иң боронғоһо булып иҫәпләнә. Улар хаҡында тәүге яҙмалар “Суй-шу” Ҡытай хроникаһында һаҡлана. Төрөк ҡағанатының көнбайышында йәшәүсе теле (тегрег) уғыр ҡәбиләләре конфедерацияһында ба-шу-ки-ли ырыуы барлығы атала (З.Вәлиди, “Башҡорттарҙың тарихы”). Бөйөк башҡорт ғалимы З.Вәлиди беҙҙең эраның VII быуатынан башлап ҡыпсаҡ һәм ҡун ҡәбиләләре составына төрки телдә һөйләшеүсе тиеле-телестар ҙа инеүен дәлилләй.

Тимәк, башҡорттар Гектөрөктәр дәүерендә “толос” ҡәбиләһенә инеп һундарҙың вариҫтары һаналған. "Толос" ҡыпсаҡ ҡәбиләләре Алтай-Иртыш төбәгендә төпләнгән. Хәҙерге башҡорттар ҡыпсаҡ төркөмөндәге төрки халыҡ һанала, әммә уларҙың телендә уғыҙ һөйләшенең рефлекстары һаҡланған (А.Б.Моратов, «Ҡытай хроникаһында башҡорттарҙың теле ата-бабалары», 2012, № 3, 250-252-се биттәр); 207, 81-се бит). Әммә башҡорттарҙың килеп сығышын бер генә тамырға бәйләп аңлатырға тырышыу бәхәсле.

Европаның боронғо тарихсылары: “Башҡорт Урал тауҙарының көньяғында, Иртышҡа яҡын ерҙә йәшәгән”, - тип яҙа. Ә Әбелғәзи тарихында башҡорттарҙы уғырҙарға индерәләр. Башҡорттар үҙҙәрен уңғарҙар тип атаған. Башҡа фекерҙәр ҙә булған. Ибн Халдундың “Был халыҡ араһында алан, бөрйән, ҡаңлы, бәшәнәк, ҡыпсаҡ, дыуан, әйле, табын һәм башҡа ҡәбиләләрҙең булыуы, һуңынан барыһы ла басжарт тип атала башлауҙары” хаҡында һүҙҙәре иғтибарға лайыҡ. “Был халыҡ Сыңғыҙхандан алдараҡ йәшәгән һәм уның хандары булған. Бер мәлдә башҡорттар Болғар ҡалаһына буйһонған...”

Артабан күренекле башҡорт ғалимы М. Өмөтбаев: “Хәҙерге башҡорт ерендә бик боронғо заманда бөрйән, ҡыпсаҡ ырыуы ырыуҙары йәшәгән, һуңыраҡ төрөкмән, һарт, үзбәк һәм башҡа ырыуҙар, ҡәбиләләр килгән. Күрәһең, шуның өсөн дә уғырҙар йәғни боронғо башҡорттар, ырыуҙарҙың ошондай күсенеүе барған, етмәһә Болғар империяһы составында булған саҡта үҙҙәренең милли йөҙөн һаҡлап ҡалыу маҡсатында үҙҙәрен Баш унғар йәки баш уғыр, һуңыраҡ башғур, тағы ла һуңыраҡ башҡорт тип атай башлаған... Ҡырғыҙ-ҡаҙаҡтар, башҡорттарҙың бер ырыу башлығының исеменә бәйләп, уларҙы истәк (иштәк) тип атап йөрөткән” (179, 234-се бит).

Күренекле ғәрәп-сицилия географы Мөхәммәт әл Иҙриси көнсығыш Европа – Ҡара диңгеҙ буйы территорияһында, Днепр һәм Дон буйы далаларында Ҡуман иле булыуы хаҡында яҙып ҡалдырған, был урынды урыҫ йылъяҙмасылары “Һары ҡыпсаҡтар яланы” (“Половецкое поле”) тип атай, ҡумандар менән һары ҡыпсаҡтар (половецтар) бер үк халыҡты аңлатҡан. Билдәле булыуынса, “половец” һүҙе “һары” (блондин) тигәнде аңлата, төркисәгә “ҡоба” тип тәржемә ителә. Ғалимдар Ғ.Ғ. Аҫылғужин, Т. М. Сабитов, Т.А. Һибәтулллина, Ю. М. Йосопов “ҡубан” этнонимы “ҡоман”ға әйләнгән тип иҫәпләй (23, 78-се бит) һәм үҙҙәренең хеҙмәттәрендә Ҡыбау (Ҡоман) ырыуына ҡараған бер нисә ауылда һаман да ошо ырыуға ҡараған башҡорттар йәшәүе хаҡында яҙа.

Боҙло океандан алып Ока йылғаһына һәм Витебск, Полоцк ҡалаларына тиклем Рәсәйҙең төньяғында һәм урта өлөшөндә осраған урыҫтарға тиклемге барлыҡ ер-һыу атамалары уғыр сығышлы. Быны Д. Европеус та иҫбатлай: уғырҙар борон-борондан хәҙерге Рәсәйҙең тотош төньяҡ өлөшөндә, Дон йылғаһы башынан алып Боҙло диңгеҙгә (океанға) тиклем, Висла йылғаһы һәм Балтик диңгеҙенән алып Уралғаса һәм артабан көнсығышҡа табан һуҙылған майҙанда йәшәгән. Дөйөм алғанда, уғырҙар Евразия территорияһында Уралдың төньяҡ-көнсығышында көн күргән остяктарҙы (истәктәр), вогулдарҙы, мансиларҙы, самоедтарҙың бер өлөшөн һәм башҡа халыҡтарҙы тәшкил иткән. Уларҙың составында мариларҙың, мордваларҙың, удмурттарҙың, мишәрҙәрҙең ата-бабалары ла булған. Юғарыла һанап үтелгән боронғо ҡәбиләләрҙең тамырҙары уғырҙарға барып ялғана, улар араһында һуңынан башҡорт булып киткән башуғырҙар төп урынды биләй. Был халыҡтарҙың уртаҡ аралашыу теле булмауының уларҙың араһындағы уртаҡлыҡҡа ҡамасау түгеллеген Л.Н. Гумилевтың һүҙҙәре менән дә дәлилләп булалыр: әгәр ҙә халыҡтар бергә йәшәмәйенсә лә, улар араһында уртаҡ һыҙаттар, оҡшашлыҡ бар һәм улар төрлө телдә һөйләшә икән, яҙма телдәре булмаған халыҡтарҙың телдәре тиҙ һәм йыш үҙгәргән (Гумилев, 2007, 494-се бит). Был күренеш бер үк халыҡтың төрлө һөйләштәрендә йыш осрай. Мәҫәлән, Дағстанда утыҙҙан ашыу тел бар.

XII быуаттың 50-се йыл урталарында бәшәнәк-үҙәй урҙаһын Башҡорт хан аймағы (ҡыпсаҡ- һары ҡыпсаҡ (половец)-ҡоман) тип атап йөрөткәндәр. Уралдағы төп уғыр ҡәбиләләре данлыҡлы Башҡорт хан хөрмәтенә башҡорт атамаһы ала. Улар: “тау башҡорттары” тип аталып йөрөтөлгән Уралтауҙа йәшәүсе башҡорттар. Дон һәм Волга буйында йәшәүсе Туҡһаба ҡәбиләләре, Дәште Ҡыпсаҡтың көнбайышында көн итеүсе ҡомандар, ҡомандарға ҡушылыусы көнбайыш ҡыпсаҡтар – үҙәй-төркиҙәр, бәшәнәк-һары ҡыпсаҡ (половец) ҡәбиләләре, ҡомандар (ҡобау) – ошо халыҡтар һәм ырыу-ҡәбиләләр бер берәмеккә ойошоп, конфедерацияны барлыҡҡа килтерә. Улар Башҡорт хан менән тығыҙ бәйләнештә генә тормаған, күбеһе туранан-тура Башҡорт хандың йоғонтоһонда булған.Шуныһы бәхәсһеҙ: Башҡорт берекмәһе эсендә ғәҙеллеккә, сабырлыҡҡа, ярҙамсыллыҡҡа, тыйнаҡлыҡҡа нигеҙләнгән ҡанундар башҡорт халҡы тарафынан тайпылышһыҙ күҙәтелеп, быуындарҙан-быуындарға тапшырылып, был сифаттар ХХI быуатҡа тиклем килеп еткән. Башҡорт хандың зирәк аҡылы, абруйы үҙ халҡы эсендә генә түгел, шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдә лә шул тиклем юғары булған, күп кенә уғыр ҡәбиләләре уға яҡынларға һәм хандың ҡанаты аҫтына инергә, уның кешеләре булырға тырышҡан.

Һөҙөмтәлә “Башҡорт” исеме ҙур территорияла танылыу яулаған, уғыр ҡәбиләләренең ойошоу символына әүерелгән һәм башҡорт милләте ошо рәүешле ойошҡан. Башҡорт хандың бөйөклөгөн танып, уны ихтирам итеп, тарих уның исемен һәм исеме менән аталған халыҡты хәҙерге көнгә тиклем килтереп еткерҙе һәм, алда әйтеп үтеүееҙсә, урта быуат юлбашсыһының символы, Башҡорт хандың бейек таш һыны Мәскәү ҡалаһының В.И. Ленин исемендәге милли дәүләт китапханаһында һаҡланған (хәҙер Рәсәй дәүләт милли китапханаһы баҡсаһында тора).

Алда әйтеп китеүебеҙсә, уғыр ҡәбиләләренең нигеҙендә башҡорт халҡының ойошоуы 1-се меңйыллыҡтың аҙағына тура килә. Халыҡтың бер берәмеккә ойошоуындағы этник процеста үҫәргән, түңгәүер (бәжғәр), бөрйән, тамъян ырыуҙары төп ролде башҡарған. Был боронғо башҡорт ҡәбиләләренең тарихы уғырҙарға бәйле, ә тарихтың билдәле бер дәүерендә был ҡәбиләләр бәшәнәк донъяһында, һары ҡыпсаҡтар (половец) тарихында билдәле роль уйнаған. Улар тарихтың бер мәлендә көньяҡтағы Ҡырым ярымутрауында ла көн иткән. Был төбәк ваҡытында Башҡорт хан биләмәһенә лә ингән.

Башҡорт хан исемен халыҡ атамаһы итеп алыусы бер нисә ырыу- ҡәбилә ойоша. Улар башҡорт халҡының боронғо “Урал батыр” эпосында әйтелгәнсе, бер Тәңре, бер саф зәңгәр күк аҫтында берләшә. Башҡорт халҡына исем биргән этноним төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә аталып йөрөтөлә: IХ быуаттың тәүге яртыһында башҡорттар иленә сәйәхәт итеүсе Сәлләм Тәржемәндең яҙмаларында уларҙы «башгирд», башкирд», «башджирт», «башгар» тип атаған. Әл Мәсүди (Х), әл Балхи, ибн Русте, Вилки Рубрук үҙҙәренең хеҙмәттәрендә башҡорттарҙы “паскатир” (1Х-Х б.б.) тип атайҙар. Башҡорттар хаҡында шулай уҡ әл Ғәрдизи (Х1 б.) телгә ала. Ғәрәп сәйәхәтсеһе Әбү Хәмит әл Ғәрнәти Андолуси башҡорттар илендә 1150-1153 йылдарҙа йәшәп китә. Ул башҡорттар хаҡында шулай яҙа: “Уларҙың үҙ өлкәһе (кешеләре) бар, улар харадж (ер һалымы) түләй. Улар менән Болғар араһында айлыҡ юл ята. Был ерҙе вису, исәт тип атайҙар, икенсе өлкәһе Ару тип атала...” …(Плано Карпини ХIII-ХIV б.б. – «баскарт»). «Башкир», «башкирец» этнонимын беҙ XV-XVI быуаттарҙағы урыҫ сығанаҡтарында ла осратабыҙ, XVII-XX быуат баштарында был этнонимдың варианттары 40-ҡа тиклем барып етә. Был хаҡта бер тарихсы ғына яҙмай (31, 156-сы бит).

Жәлил Кейекбаев “башҡорт” этнонимы “баш уғыр”ҙан “башғур”, “башҡур”, “башҡорт” үҙгәреш кисереп барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй. Ғалим бында башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары уғырҙар булыуын күҙ уңында тота. Хәҙерге тарихсылар Х быуат башынан алып Башҡорт хан етәкселегендәге күп кенә ырыуҙар һәм ҡәбиләләр берлеге хаҡында күп кенә сығанаҡтар булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт халҡының тарихындағы Башҡорт хан һәм Болғар дәүеренә бик һаҡ ҡарай. Башҡорт халҡының боронғо дәүерҙәрҙән алып көнитмешен өйрәнгән саҡта беҙ күп һанлы ырыу, ҡәбилә атамаларына барып сығабыҙ, әммә уларҙың күбеһе дөйөм иғтибарҙан ситтә ҡала. Бөйөк Башҡорт иленең үҙәге һаналған “Тарихи Башҡортостан” башҡорт халҡы тарихын өйрәнеү фәненең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Шул уҡ ваҡытта Евразияның ҙур ғына территорияһында үҙ ерҙәрендә йәшәгән “Башҡорт” берлегенең ҡандаш ҡәбиләләре һаналған күп кенә уғыр ҡәбиләләре тарихсыларҙың иғтибарынан ситтә ҡала, улар башҡа халыҡтарҙың өлөшө итеп күрһәтелә.

Академик Нияз Мәжитов ХII быуаттың яҙма тарихи сығанаҡтарына таянып, “Башҡорт иле”нә көньяҡтан 5-6 эре ырыуҙар һәм ҡәбиләләр килеп ҡушылыуы хаҡында яҙа. Уның фекеренсә, был ҡәбиләләр араһында Бахмутов мәҙәниәтенә ҡараған ҡәбиләләр иң күбеһен тәшкил иткән, улар көнбайыш Урал алды территорияһының тотошлайы менән тиерлек биләгән. Уғыр ҡәбиләләре Башҡорт хан биләмәһенең үҙәген тәшкил иткән. Башҡорт хан ҡәбиләләре үҙҙәренең ырыу-ҡәбилә атамаһына башҡорт һүҙен ҡушып әйтә башлаған. Әйтәйек, “башҡорт ҡәбиләһе табын”, “башҡорт ырыуы бөрйән” һ.б.

Күп һандағы уғыр-башҡорт ырыуҙарының һәм ҡәбиләләренең бер ҡор булып тупланыуы һөҙөмтәһендә “Бөйөк Башҡорт иле” барлыҡҡа килгән дә инде.“Уғыр” (үгер, югур, уғыр һ.б.) һүҙе боронғо замандарҙа “грамоталы кеше” мәғәнәһендә йөрөгән. Бихши Иман яҙып ҡалдырыуынса, Булымер Караджарский (Владимир Святославович Черниговский) үҙен “уғыр” тип атар булған, етмәһә, был исемде ул бик ныҡ яратҡан (35, IIIт. 34-се бит). Башҡорт хандың ырыуҙар берлегенә инмәгән башҡа аҙ һанлы уғыр ҡәбиләләре (төньяҡ Урал аръяғы, көнбайыш Себер һ. б.) үҙҙәренең ырыу атамаларын һаҡлап ҡалған (ханттар, мансилар, якуттар һ.б.) Улар – башҡорттарға ҡандаш уғыр ҡәбиләләре элек төрки телле уғыр ҡәбиләләре сафында булған. Тарих ағышы шуны күрһәтә: үҙҙәрен “башҡорт” тип атай башлаған ҡәбиләләр ниндәйҙер кимәлдә уғыр ырыуҙарынан һәм ҡәбиләләренән айырылған, бының менән уғыр халҡының бөтөнлөгө емерелгән. Хәрби юлбашсы Башҡорттоң исемен халыҡ исеме итеп ҡабул итеү һәм был процестың тарала барыуы Тубыл һәм Ишем ерҙәрендә йәшәүсе уғыр ҡәбиләләренә лә килеп еткән, хатта Иртыш өҫкө ҡушылдығы булған ике йылғаға ла уның исеме бирелгән: Оло һәм Кесе Башкурка (Большая, Малая Башкурка) йылғалары. Барлыҡ уғыр ҡәбиләләренең дә Башҡорт исемен алырға теләмәүен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Мәҫәлән, Урал алды территорияһында йәшәүсе Бөйөк Башҡорт иле составындағы уғыр ҡәбиләләре (Й.Бәширов, 2013, 85-се бит).

Әлегә башҡорттарҙың уғырҙарға бәйле тарихы аҙ өйрәнелә. 1721 йылда швед ғалимы Страленберг Филипп-Иоганн башҡорттарҙы остяктар (истәктәр) тип атап яҙып сыҡты, М. Өмөтбаев һәм башҡа ғалимдар ҙа был хаҡта яҙған. С. Хәмиҙуллин, Ю. Йосопов, Р. Аҫылғужин, Р. Шәйхиев, Р. Рысҡолов, А. Ғүмәрова кеүек йәш ғалимдарға барлыҡ өмөт. Улар ырыу билдәләре буйынса тикшеренеүҙәр алып бара, уларҙың был хеҙмәте ошо йүнәлештәге аҡ таптарҙан ҡотолорға ярҙам итер тип уйлайым. Улар тарихты тағы ла тәрәнерәк өйрәнергә, уғыр ҡәбиләләренең туғанлыҡ ептәрен барларға, 1-се меңйыллыҡта ғына түгел, б.э.т. үк уғырҙарҙың башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары булғанлығын аңларға ярҙам итер тип ышанам.

III. Евразияның ҡайһы бер халыҡтарының мифтары һәм эпостары.

Донъяны айырым осраҡтан сығып дөйөмдө сығарып өйрәнеү фарыз, ә, киреһенсә, дөйөмдән айырым осраҡты сығарып өйрәнергә ярамай”

Аристотель (б.э.т. 384-322 й.й.)

Башҡорт халҡының боронғо заман мифтарынан башлап башҡа халыҡ ижады әҫәрҙәрендә Урал тауҙары һәм йылғалары айырым урынды алып тора. Башҡа халыҡтарҙың тарихи әҫәрҙәрендә Урал тауҙары “Ра” тауҙары тип һәм башҡа төрлө атала. 1627 йылда нәшер ителгән “Урал топонимы тураһында” тигән китапта ғалимдар был мәсьәләгә үҙ ҡарашын белдергән. “Ҙур чертежға” (“Большому чертежу”) тигән китапта Урал тауҙары атамаһыт Оралтова гора, Аралтова гора тип бирелә. Урал топонимын төрки- монгол теленән сыҡҡан Арал атамаһы менән сағыштыралар. Ғалимдар Р.З. Шәкүров, А.К. Матвеев, Ә.М. Аҙнабаев, Ж. Кейекбаев, З. Әбсәләмов “Урал” топонимын тик башҡорт топонимияһы менән бәйләй, борон-борондан был ерҙәрҙә тунгус-маньчжурҙар, эвенкилар түгел, ә башҡорттарҙың (уғырҙарҙың) йәшәгәнлеген дәлилләй. Быларҙан тыш башҡорттарҙың ошоға оҡшаш принцип буйынса барлыҡҡа килгән башҡа атамалары ла бар (Ватандаш, № 4, 2014 й.) Беҙҙең күҙлектән ҡарағанда профессор Р.З. Шәкүровтың фекере хәҡиҡәткә яҡын булыуы менән ҡыҙыҡһыныу уята. Ул “Урал” атамаһын башҡорт телендәге “урау” ҡылымынан килеп сыҡҡан тип иҫәпләй, унда “ура” тамырына “л” аффиксы ҡушылған. “Урау” ҡылымы башҡорт телендә “атлап йөрөү”ҙе, “һыбай йөрөү”ҙе, “урап йөрөү”ҙе аңлата.

Тарихи мәғлүмәттәргә мөрәжәғәт итәйек: Страбон мәсәғүттәрҙең (уғыр-башҡорттарҙың) йәшәгән ерен Урал тауҙары, Урал аръяғы, Күлдәр крайы, Көнбайыш Себер уйһыулыҡтары һаҙлыҡтары, Каспий буйы уйһыулыҡтары тип атаған. Яҙмаларында Страбон ике йылғаны: Урал (Яйыҡ) менән Тубылды (улар бер-береһенә алыҫ булмаған ерҙән баш ала) бер йылға итеп белгән. Урал көньяҡҡа, Каспий тарафына, ә Уй башта Тубылға, шунан Иртышҡа ҡоя, ә уларҙың барыһының да һыуын Обь Төньяҡ боҙло океанға илтә. Р. Вәхитов фекеренсә, Урал менән Тубылдың баш алған урындары элек был ерҙәге 5-6 саҡрым майҙанда ҡоро урын булмағанға күрә бер майҙанды тәшкил иткән. Ул саҡта боронғо карауандар Урал йылғаһының үренән алып Урта Азияға тиклем аҫылташтар, алтын, лазурит тейәп сауҙа итә алған.

Төрки телдәге “ура” һүҙе “ҡама” тигәнде лә аңлата, был да маҡсатҡа өлгәшеүҙең ысулы булып һанала. Тимәк карауандар урау юлдар аша, Урал тауҙарын уратып үтеп сауҙа итер урындарына барып етә алғандыр. Күрәһең, Яйыҡ йылғаһы Уралтау менән Каспийҙы тоташтырыусы артерия ролен үтәгәндер. 1775 йылға тиклем һаҡланып килгән “Яйыҡ” башҡорт телендәге “яйла”нан алынғандыр тип уйланыла. Йылғаның яҫы таулыҡтар, текә ҡаялар менән уратып алынған ярҙары сауҙагәрҙәргә йүнәлгән тарафтарына яй ғына ығып, имен-аман барып етергә мөмкинлек биргән.

Төньяҡтағы “Ура” провинция-губернаһы атамаһының “Урал” атамаһына бәйле булыуы ихтималлығы хаҡындағы фараз нигеҙле булмаһа ла, тарихсының ҡыҙыҡһыныуын уятыуы бар. Е.В. Бахревскийҙың “Сәйәхәттәр китабы”нда (В. Бахревский,1999, 6-сы бит): “Тарихсылар тейешле тәнҡит менән эш итһә, китапҡа ингән күп һандағы легендаларҙы һәм риүәйәттәрҙе һорау алынған тарихи шаһиттар итеп файҙалана алыр ине”, тип бик ғәҙел әйткән. Фәҡәт ошондай “тейешле тәнҡит” ярҙамында “Урал батыр” эпосындағы мәғлүмәттәр менән урта быуаттар сығанаҡтарындағы мәғлүмәттәрҙе сағыштырып ҡарау, уларҙың тап килгәндәрен табыу мөмкин булды. Шүлгәнташтағы һүрәттәр менән Игнатьевтағы (Ямаҙыташ) һүрәттәрҙе өйрәнеү ул дәүерҙә аттың тоғролоҡ символы булыуын күрһәтте... (Петрин, 1992). Мәмерйәләге һүрәттәр сюжеттарының барыһы ла боронғо “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарының йөкмәткеһенә тап килә. Был һүрәттәрҙә далалы һәм урманлы-далалы ошо төбәктә йәшәүсе төп халыҡтың көнкүреше сағылғаны бер кемгә лә сер түгел. Силәбе өлкәһенең Һатҡы районында В.Н. Широков энеолит-бронза дәүеренә ҡараған һынлы композиция тапты (Широков, 2009, 20-22-се биттәр). Бында Урал-Себер мифологияһында йыш осраған һунарсынан ҡасып барыусы болан һынланыш алған. Бында “Айна һәм Ғәйнә” риүәйәтен фараз итеп килтерергә мөмкин булыр ине. Риүәйәттең бер вариантында Айна менән Ғәйнә атлы һунарсылар болан менеп киләләр..., икенсеһендә Ғәйнә батыр болан менеп Пермь крайына килә һәм шунда тороп ҡала. Төньяҡ башҡорттары – ғәйнәләрҙең боронғо риүәйәттәрендә аҡ болан мифологик образ ролен үтәй. Ғалимдар ғәйнә ырыуы һәм боландар ошо рәүешле таралған тип иҫәпләй (209, 11-се бит). Мифтарҙа боландарҙың башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары менән дуҫлығы һәм туғанлығы эпизодтары осрай. Ҡайһы бер осраҡтарҙа мифтар геройҙары боландарға табыныусы булып күҙ алдына баҫа. Мәҫәлән, ғәйнә ырыуы башҡорттарының ҡояш боланы хаҡындағы риүәйәтендә кешеләрҙе күк Аллаһының һаҙлыҡта йәшеренгән Тухва һәм Сылва тигән убырлы ҡарсыҡ сүрәтенә ингән яуыз көстәрҙән һаҡлауы бәйән ителә. Болан ҡояшты үҙенең мөгөҙөнә эләктереп ала, юғары күтәреп күк йөҙө буйынса алып йөрөп, ерҙе яҡтырта һәм йылыта. Башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларының табыныу йолалары ғәйнә ырыуы башҡорттарының легенда-риүәйәттәрендә һаҡланып ҡалған. Болан уғыр халыҡтарының, мәсәғүттәрҙең һәм башҡаларҙың тотемы булып һанала. Уралда һәм Себерҙең төньяҡ-көнбайышында Болан эпохаһы булғанлығы билдәле.

Беҙ баласаҡтан алып Ҡафтау хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Күрәһең, Ҡөрьәндең 18-се “Әл Кәһф” сүрәһенең атамаһы дөйөмләштерелгән башланғыс рәүешендә Ҡафтауға бағышланғандыр. Әсхәб Ҡаф мәмерйәһенә инер юлды кешеләргә ҡасандыр күкте һыҙып үткән ҙур тимер метеорит күрһәткән. Башҡорттар ҡанатлы йылан Бараш алыпҡа табынған. Уларҙың ышаныуы буйынса, ҡанатлы йылан ерҙәге тормошто һаҡлаған. Бараш тәүҙә Ҡаф тауында йәшәгән һәм аҙаҡ башҡорттарға осоп киткән. Йыланды башҡорттар шатланып ҡаршы алған, тик аҡҡошто үҙенең ата-бабаһы итеп таныған башҡорттарҙың башлығы Сирмеш кенә йылан килеүгә ҡыуанмаған. Ул башҡорттарҙың аҡҡошҡа табыныуын теләгән. Һуңғы сиктә бей Барашты яралаған һәм йылан Сирмеште ҡарғап, ҡоман сүллегенә осоп киткән. Тиҙҙән Сирмеш ауыр һыҙланыуҙар кисергән һәм йән биргән. Ошонан һуң башҡорттар йыланды йәшәүҙең батшаһы итеп күрә башлаған. Мәсәғүттәрҙең Елбегән алыптары ла ҡанатлы йылан булған. Үҙҙәре табынған Елбегәнде мәсәғүттәр ҙә Бараш тип атаған. Ошонан сығып башҡорттар менән мәсәғүттәрҙең уртаҡ тарихи тамырҙары хаҡында һүҙ алып барырға була.

Башҡорттарҙың ата-бабаларының фәлсәфәүи-художестволы аңы “Авеста», «Махабхарата», «Одиссея», «Илиада» эпостары ижад ителгән боронғо дәүерҙә формалашҡан. «Урал-батыр” эпосының да тап шул осорҙа ижад ителгән тип иҫәпләргә була. “Авеста”лағы Йема, Йавгиите, Йаммид исемдәренең һәм атамаларының “Урал батыр” эпосындағы Йәнбирҙе, Йәнбикә исемдәре менән оҡшашлығына иғтибар итмәү мөмкин түгел. Эпостар сюжеттарында ла оҡшашлыҡтар күп. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосы “Авеста” кеүек үк Изгелектең еңеүе менән тамамлана. “Авеста”ла Йима тылсымлы таяҡ ярҙамында үҙенең биләмәһен киңәйтеүгә өлгәшә. “Урал батыр” эпосында Урал батыр тылсымлы таяҡты ҡулға төшөргәндән һуң батша булып китә. Был хаҡта Ҡәһҡәһәнең улы Зәрҡүм Шүлгәнгә һөйләп бирә (55, 86-сы бит). Урал батырҙың Ҡатил батшаның үгеҙе менән алышы шумерҙарҙың Ғилғәмеш, ирандарҙың Архиман,ирландтарҙың Донна Куальнгене , уғыҙҙарҙың Бүгәс хан (“Дәдә Ҡорҡот”), ҡырғыҙҙарҙың Манас хаҡындағы эпостарын һ.б.хәтерләтә (С. Ғәлләмов). Төрлө халыҡтарҙың мифтары дөйөм һыҙатында, тәбиғәт менән бәйләнгән. Уларҙа тәбиғәт катаклизмдары ла сағылыш таба. Мәҫәлән, уларҙа йыл оҙонлоғо 240 тәүлектән 360 тәүлеккә тиклем, тәүлек 36 сәғәттән 24 сәғәткә тиклем үҙгәрә һ.б. Мифологик идеологияның математика фәне ғилемдәре һәм тәбиғәттә барған ваҡиғаларҙы логик фекерләү тәжрибәһе менән нығытылыуы “Урал батыр” эпосында сағылыш тапҡан бронза быуатында (б.э.т. II меңйыллыҡ) көньяҡ Уралда Арҡайымда көн күргән башҡорттарҙың мәҙәни кимәле хаҡында һөйләй (С. Ғәлләмов).

“Урал батыр” эпосы – үҙ тыуған ерендә, туған телендә ижад ителгән һәм беҙҙең көндәргә тиклем үҙгәрешһеҙ һаҡланып килгән боронғо башҡорт халыҡ тарихы. Шумер батшаһы Шүлгә (2093-2046) менән “Урал батыр” эпосындағы Шүлгәндең исемдәре тап килеүе башҡорт халҡы эпосының яҙылыу ваҡытын билдәләргә мөмкинлек бирә – 4 мең йыл. Был дәлил Урал аборигендарының тарихын, көнкүрешен фәнни яҡтан өйрәнер өсөн яңы мөмкинлектәр бирә. Был тарихтың логик дауамы беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған эпик әҫәрҙәрҙә, “Иҙел менән Яйыҡ”, “Аҡбуҙат”, “Тамъян”, “Батырша”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Ҡара юрға” һ.б. башҡа эпостарҙа күп ырыуҙарҙан һәм ҡәбиләләрҙән торған башҡорт донъяһында барған тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Был йүнәлештә башҡорт халҡының аң үҫеше, мәҫәлән, “Аҡбуҙат”, “Бабсаҡ менән Күҫәк”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Ҡиссаи Йософ” һәм башҡа эпик әҫәрҙәрҙә сағылыш тапты. Боронғо башҡорт халҡының ошо эпик әҫәрҙәре нигеҙендә Волга буйы һәм Урал төбәгендә ысынбарлыҡтағы тарихи ваҡиғалар ята. Ваҡиғалар уртаһында Евразияның иң боронғо халҡы – башҡорттар.

Башҡорт ғалимдары үҙҙәренең боронғо дәүерҙәрҙә халыҡтар араһындағы этномәҙәни бәйләнештәре хаҡында тикшеренеү һөҙөмтәләрен Башҡортостан “Юлдаш” телеканалы аша барған тапшырыуҙа (03.09.2014 й.) киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим иттеләр. Унда аҙаҡҡы палеолит осоро хаҡында һүҙ бара. 1959 йылда хәҙерге Башҡорт ҡурсаулығы территорияһында бар донъяға танылған Шүлгәнташ (Капово-Ҡәпеүә) мәмерйәһе табыла. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре А.В. Рюмин мәмерйә стеналарында боронғо һүрәттәргә, боронғо кешеләрҙең йәшәгән урынына, палеолит осоро усаҡтарынан ҡалған күмерҙәрҙән торған “мәҙәни ҡатламға” барып юлыға. Һүрәттәрҙе боронғо рәссам 15-17 мең йыл элек саҡматаш ҡоралдар, һөйәктәр, ҡыҙыл-һары буяуҙар менән мәмерйә стенаһына эшләгәнлеге асыҡланды. Шулай уҡ Күгәрсен районының Мораҙым мәмерйәһендә 10 000 йыл элек төшөрөлгән боронғо һүрәттәр ҙә табылды. Был һүрәттәр беҙгә боронғоларҙан эстафета рәүешендә килеп еткән. Һүрәттәрҙе төшөрөүсе ата-бабаларыбыҙ, күрәһең, бының менән юғары көстәргә мөрәжәғәт итергә, күҙ күрмәҫ, ҡолаҡ ишетмәҫ ерҙәргә барып етергә теләгәндер. Мамонттарҙы, үгеҙҙәрҙе, мөгөҙморондарҙы һынландырған һүрәттәр араһында трапецияға, өсмөйөшкә, башҡа һындарға оҡшағандары ла осрай. Мәмерйәнең иң ҙур залының стенаһында дүрт сантимерлыҡ ҡалынлыҡтағы кальцит ҡатламы аҫтында ғалимдар бәләкәй аттарҙан торған композицияны тапты: ике төҫтәге, сағыу, стилләшерелгән йөнтәҫ аттарҙың ҡалын ҡойроҡтары һәм ялдары бар. Ҡорам (храм) кеүек иркен, бейек көмбәҙле залды боронғо рәссам ҙур, матур композиция өсөн һайлап алған: уртала – ҙур планда ат тора, ян-яғында мамонттар, йөнтәҫ мөгөҙморон, көнбайыш стенала бизон һәм мамонттар ғаиләһе урын алған. Бик ыҡсым һәм динамикалы һүрәттәрҙән торған композиция. Был зал “Һүрәттәр залы” тип атала.

Төптәге “Упҡын” залындағы ҡырҡ биш метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡ Шүлгәндең ер аҫтындағы донъяһының тупһаһына алып килә. 1770 йылда мәмерйәлә танылған геолог һәм сәйәхәтсе И.И.Лепехин булып китә. Ғалимды оҙатып йөрөүсе башҡорттар уға мәмерйәнең ҙур өлөшөн күрһәтә. Һуңынан был өлөш юғала, әммә яҙмаларҙа ул сағылыш таба. Был – мәмерйәнең сере. Ғалимдар Н.С.Ляхницкий, Б.Д. Мәһәҙиев үҙҙәренең 2003 йылда сыҡҡан “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тигән брошюраһында ошо хаҡта яҙа.

Мәмерйәлә йөрөгән саҡта И.И. Лепехиндың күңелен тәбиғәттең сикһеҙ ҡөҙрәте, мәмерйәнең бөйөклөгө һәм илаһилығы, күп һандағы үтеп булмай торған залдарҙағы асылмаҫ серҙәр биләп ала.Мәмерйә тәүге тапҡыр 1760 йылда П.И. Рычков, һуңыраҡ башҡа авторҙар тарафынан яҙма сығанаҡтарҙа сағылыш таба. Хәҙерге ваҡытта көньяҡ-көнбайыш Европала 400 самаһы мәмерйә палеолит осороноң ҡомартҡылары табылды. Ә Шүлгәнташ мәмерйәһе кеүек мәмерйә көнбайыш Европала бар. Испанияның төньяғында Кантабрий тауҙарындағы Сантандер ҡалаһына яҡын ерҙә «Альтомир» мәмерйәһе бар. Мәмерйә стеналарына боронғо хайуандар төшөрөлгән. Мәмерйә урынлашҡан төбәктә 4000 йыл элек төҙөлгән кеше йәшәгән урындар, өйөлгән валдар, соҡорҙар табылған. Был ерҙә йәшәүселәр игенселек, малсылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән.Б.э.т. ХII быуатта төньяҡ Испания территорияһына һинд-европа халыҡтары үтеп инә башлай. Кельттарҙың боронғо ата-бабаларын тәшкил иткән ҡәбиләләр тәүге тапҡыр б.э.т. ХII-VIII быуаттарҙа төньяҡҡа урынлаша. Б.э.т. VII быуатта инде тарихи аренала грек колонизаторҙары пәйҙә була.

380 метрға һуҙылған “Альтомир” мәмерйәһен “Тәүтормош ”сәнғәтенең Сикстин капеллаһы” тип атап йөрөтәләр. 1879 йылда һәүәҫкәр археолог Саутуол палеолит осорона ҡараған таштан яһалған ҡоралдар, һөйәктәр, болан мөгөҙө таба. Ул шулай уҡ мәмерйәнең түбәһенә асыҡ ҡыҙыл һәм ҡыҙғылт һары буяуҙар менән төшөрөлгән үгеҙҙәр һүрәттәрен осрата. Икенсе залда йыртҡыс хайуандар һүрәттәре һәм геометрик фигуралар табыла. Түбә таҡтаһындағы 20 безон, аттар, ҡабандар һүрәттәренә яһалған радиоуглерод анализы уларҙың 15 мең йыл элек төшөрөлгәнен асыҡларға ярҙам итә. Хайуандар һүрәттәрҙә ятҡан һәм хәрәкәттә килеш һынланыш ала.

Хәҙерге ваҡытта был мәмерйә ЮНЕСКО ойошмаһының “Бөтә донъя ҡомартҡылары” исемлегенә ингән.

Меңйыллыҡтар төпкөлөнә ҡараш ташлағанда, 30 мең йыл элек хәҙерге Франция территорияһына Азиянан ырыу-ҡәбиләләр ағылыуына шаһит булабыҙ. Ситтән килеүселәр неандерталецтарҙы ҡыҫырыҡлай башлай. 10 мең йыл элек климаттың йылына башлауы һөҙөмтәһендә был ерҙәрҙә төньяҡ боландары һәм тюлендар юҡҡа сыға. Б.э.т. II быуатта был ерҙәргә итальяндар килә, аҙаҡ б.э.т. VI быуатта гректар итальяндарҙы ҡыҫырыҡлап Марсель ҡалаһына нигеҙ һала. Б.э.т. 550 йылда гректар был төбәккә күпләп килеп төпләнә.1940 йылда Перигор тигән урында “Ласко” тигән мәмерйә асыла. Анри Брейль тигән тикшеренеүсе мәмерйәлә табылған һүрәттәр хаҡында яҙып сыға.Һөҙөмтәлә ғалим мәмерйәлә тағы ла ҡаҙыныу эштәре алып бара һәм 1433 һүрәт таба. Хәҙерге ваҡытта табылған һүрәттәрҙең һаны 1900-ҙы тәшкил итә. Мәмерйә шулай уҡ ЮНЕСКО ойошмаһының “Бөтә донъя ҡомартҡылары” исемлегенә индерелгән. “Ласко” мәмерйәһе ҙур түгел – оҙонлоғо 250, бейеклеге 30 метр. Залдарҙың береһе “Үгеҙҙәр залы” тип атала. Мәмерйәнең йәше радиоуглерод анализ ярҙамында билдәләнгән – 15 мең йыл.

Ошо өс ҙур“Альтомир”, “Ласко”, “Шүлгәнташ” мәмерйәләре боронғо кешеләр төшөргән стеналарындағы һүрәттәре буйынса бер-береһенә оҡшаған. Әлбиттә, был оҡшашлыҡ осраҡлы түгел, бындай ижад ебенең бер сылбырға барып тоташыуы бәхәсһеҙ.

Шүлгәнташ мәмерйәһенә ингән урынды автор шундай һүрәтләмә менән һынландыра: һул яҡта мәмерйәнең яланғас текә ҡаялары башлана, ә уң яҡтағы таш ярыҡтарынанда ҡарағайҙар үҫеп сыҡҡан. Тар ғына һуҡмаҡ Шүлгән йылғаһының ағымына ҡаршы йүнәлештә алып бара ла, бында килеүсе алдында шундайын ҙур тау ҡыуышы-мәғәрә асыла. Мәмерйә ауыҙы кешене ысынбарлыҡтағы тормоштан боронғо дәүергә, беҙҙең ата-олатайҙарыбыҙ йәшәгән тарих төпкөлдәренә алып инеп китә. Ирекһеҙҙән боронғо атай-олатайҙарыбыҙ ижад иткән “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” һәм башҡа мифик әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрә башлайһың. Мәмерйә стеналарындағы һүрәттәргә күҙ һалғанда инде эпос геройҙары терелә һәм хәрәкәткә килә башлағандай. 170 самаһы һүрәт хәҙерге заман кешеһен, мәҫәлән, “Урал батыр” эпосында сағылыш тапҡан мифик образдар донъяһына, боронғо йәшәү рәүешенә алып инә. Эпостың кире геройы, барлыҡ тере йәндәрҙе ҡараңғылыҡҡа ҡыуып индерергә тырышҡан Шүлгән образы ла һынлана мәмерйәлә. Бер ниндәй ҙә йән эйәһе булмаған ҡараңғылыҡтан, ҡояш нуры күрмәгән күл төбөнән ярып сыҡҡан йылға ла Шүлгән исемен йөрөтә.

Боронғо кешеләр мәмерйә стеналарында тере кешеләр менән тәбиғәт араһындағы гармонияны һынландырған, шул замандағы донъя киңлеген, ҡояш нуры аҫтында ул донъяның үҫешен, эпостың ыңғай геройы Урал батырҙың әжәлде еңеп, кешелеккә изгелек алып килеүен,

кешеләр араһына яҡшылыҡ орлоҡтары таратыуын яҙып ҡалдырырға тырышҡан. Эпоста Урал батыр һәләк булғандан һуң уның күмелгән урынында тауҙар теҙмәһе ҡалҡып сығыуы хаҡында әйтелә. Был тауҙар теҙмәһе әлеге ваҡытта Урал батырҙың исемен йөрөтә. Уралтау итәгендә ҡояш нуры аҫтында кешеләрҙең хөр тормошо өсөн яҡшы йәшәү шарттары барлыҡҡа килгән.

Ә “Аҡбуҙат” эпосында ер аҫты батшаһы Шүлгән Урал батырҙың бүләренән еңелгәндән һуң үҙенең хеҙмәтсе дейеүҙәре менән ер аҫты батшалығына китә. Улар ер аҫтында ҡанатлы Аҡбуҙат өсөн һарай төҙөй. Был ҡалын яллы ҡанатлы Аҡбуҙат “Хаос залы” стенаһында һынланған атты хәтерләтә.

Мәмерйәнең икенсе ҡатында ысын мәғәнәһендәге башҡорт сюжеты һүрәтләнгән. Унда башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларының рухи донъяһының тотош бер комплексы сағылыш таба. Шулай уҡ уларҙың боронғо дәүерҙәрҙән алып тап ошо ерҙә көн итеүе, был халыҡтың бик уникаль булыуы, бер нисә мең йыл буйына үҙенең рухи донъяһын һаҡлап килеүе бәйән ителә. Башҡа халыҡтарҙа бындай ижади ҡомартҡыны табыуы ҡыйын. Башҡорттар хәҙерге көнгә тиклем Уралтауҙа йәшәй. Беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған ғәрәптәрҙең тарихи яҙмалары араһында Әл-Балазуриның (892 йылда үлгән) “Илдәрҙе баҫып алыу китабы”, Яҡубиның (897 йылда үлгән) “Тарих” китабы бар. Яҡуби бөрйәндәрҙе Кавказда йәшәгән тип яҙа. Ул Кавказ төбәге тарихын һәм риүәйәттәрен бик яҡшы белгән. Төньяҡ Кавказ һәм Кавказ арты халыҡтарының генеалогияһына арналған “Төньяҡ батшалығы” бүлегендә ул: “Фалоч бин Әбир бин Арфахшад бин Сам бин Нух ерен Нух (Ной) пәйғәмбәрҙең балаларына бүлеп бирҙе, балалары көнбайыштың һул яғына табан китте. Һәм уларҙан ҡәбилә – Наумдың балалары айырылып, төньяҡҡа табан ҡуҙғалды. Автор беҙҙең цивилизация дәүерендә барған ваҡиғалар хаҡында бәйән итә: “һәм улар төрлө яҡҡа бүленеп китте һәм бер нисә батшалыҡты хасил итте: һәм улар – Бөрйән, Дсетлем, Табар, Тилсон, Джиляп, Филап, Алан, Хазар, Дуданийа, Арман батшалыҡтары”. Был яҙманан күренеүенсә, автор Каспий диңгеҙенең көньяҡ, көнбайыш һәм төньяҡ ярҙары буйында урынлашҡан илдәрҙе һанап китә (203, 33-сө бит). Н.М. Карамзин яҙыуынса, күрәһең, беҙгә тиклем булған цивилизацияла Европа һәм көнсығыш телдәре араһында бәйләнеш булған: “Бөтә халыҡтарҙың Азиянан сығыу ихтималлығын данлыҡлы Линнеева ҡулъяҙмаһында бик ҡыҙыҡлы иҫкәртеү булыуын дәлилләй”. Ул (Жебленев) былай ти: “Хоҙай тарафынан барлыҡҡа килтерелгән тәүге кешеләр Тропиктар араһында йәшәгән: Изге китап ҡына түгел, шулай уҡ кешенең яланғаслығы беҙ ҡасандыр йөнһөҙ хайуандар (филдәр, мөгөҙморондар, һинд эттәре) йөрөгән ерҙә йәшәүебеҙ хаҡында белдерә. Унда ағастарҙа үҫеүсе татлы тәбиғи емештәр кешеләрҙең туҡланыр ризығы булған. Туфан һыуы кешеләрҙе һәләкәткә алып килгән һәм Изге китапта яҙылыуынса, Нух (Ной) пәйғәмбәр кәмәһе Арарат тауына барып морон төрткән. Унан тауҙар теҙмәһе Себергә, бейектәге илдәргә табан һуҙыла. Был тауҙарҙан бик күп һандағы йылғалар Боҙло океанға, Каспийға, Көнсығыш океанға, шул тарафтағы ерҙәргә табан аға. Был ерҙәр Нух пәйғәмбәрҙең яҡындарына йәшәр өсөн хәүефһеҙ булып тойола. Хоҙай унда икмәк үҫтерә, тропиктарҙан ситтә йәшәгән күп кешеләр ошо ризыҡ менән туҡлана, ботаниктарға билдәле булыуынса, ҡырағай бойҙай Рәсәйҙең көнсығышында ғына үҫә. Гейпцелманн башҡорт далаларында бойҙай һәм арпа тапҡан. Себерҙә йәшәүселәр ҡырағай арыштан икмәк бешерә. Быларҙан сығып шуны әйтергә була, Себер менән Урал Нух пәйғәмбәр вариҫтары һәм башҡалар өсөн тәүге ватан булған. Линнеева ҡулъяҙма диссертацияһынан Шлецер ошо урынды баҫтырып сығарып, былай тип өҫтәй: “Яңы һәм бик шәп фекер! Ул халыҡтар тарихы өсөн тәбиғи тарих файҙаһын бик тапҡыр дәлилләй!” Г.Озерецковский Себерҙә ҡырағай арыш һәм бойҙай үләне үҫеүе хаҡында яҙа...(97, 182-се бит). Шаме ад-дин ад-Димашки (1256-1327) үҙенең«Нухбат ад-дахр фи аджи иб аль-барр валь-бахр» (“Ҡоро ерҙәге һәм диңгеҙҙәге ҡырағайлыҡтар хаҡында йылъяҙмалар”) тигән космографияһында Кавказ һәм Кавказ арты илдәрен һәм уларҙың ҡалаларын һанап сыға. Димашки: “Бөрйәндәр ере һәм Грузия (әл Курдж) күрше урынлашҡан...” ти һәм илдәрҙе һанап сыға: әл-Аманиййа, әл-Азкишциййа, ат-Туркишиййа, Бөрйәндәр иле, әл-Лан иле”. страна Бурджан, страна аль-Лан». «Әл-Амманиййа» атамаһын С. Хәмиҙуллин«әл-Куманиййа» ның, йәғни Половец яланының боҙоп әйтелгән формаһы тип иҫәпләй ( 203, 38-се бит). Ә “Тарихнамә һәм Болғар” ҙың авторы, башҡорт ғалимы Тажитдин Ялсығол әл-Башҡорди башҡорт халҡының ата-бабалары сифатында Әҙәмдең генеалогияһын, Бөрйән, Юрматы, Ҡуңғырат, Тамьян, Үҫәргән, Байлар, Юрмый, Байҡы, Иректе, Күбәләк, Һалйот, Һарт, Түбәләҫ, Тырнаҡлы, Әйле һәм башҡа этнонимдарҙы килтерә (145, 20-се бит).

Ерҙәге тормош һәм унда көн итеүселәр төрлө дәүерҙә йәшәүсе ғалимдарҙың, мәғрифәтселәрҙең иғтибар үҙәгендә булған. Ғилми фекер үҫеше уларҙың хеҙмәтендә урын алған һәм авторҙарҙың һығымталары төрлөсә булыуы ла аңлашыла. Мәҫәлән, Геродот фекеренсә, ерҙең ҡоро майҙаны түбәндәге өлөштәрҙән торған: Эгей диңгеҙенең көнбайышы – Европа, көнсығышы – Азия, Урта диңгеҙҙең көньяғы – Африка. “Көнбайыш” тигәндә роман-герман суперэтник берҙәмлеге, “Көнсығыш” тигәндә – биш суперэтник төбәкте: Утрауҙы, Алыҫ Көнсығышты, Ҡытайҙы, Һиндостанды, Афразияны, Евразияны берләштергән урын күҙ уңында тотолған.

Ғалим А.В.Шнитников Европа хаҡында шулай тип яҙа: ҡитғаның көнбайыш ярымутрауын атмосфера сиге булған Гольфстрим ағымы айыра, ул Европа климатын йомшартып, кинәт континенталь шарттарға оҡшаш итә. Гольфстрим ағымы яҡын территорияларҙың температура хәленә даими рәүештә ҙур йоғонто яһап тора, ҡоро ерҙең климат хәле үҙгәреүенә тәьҫир итә. Б.э.т. 2300 йылдарына циклондарҙың төньяҡ йүнәлеше хас булған. Шпицберген боҙлоҡтары эрене – көньяҡ киңлектәрҙә климат континенталь була бара, көнбайыш Себерҙең торфтары кибә. Альптарҙа боҙлоҡтар юҡ, тауҙарҙа кеше йәшәгән торлаҡтар барлыҡҡа килә, ҡары эрегән тау һырттарында хәрәкәт барлыҡҡа килә (В.Шнитников, 1957, ХVI т., 261-се бит).

Ошо уҡ дәүерҙә көньяҡ-көнсығыш Европанан үҙәк һәм көнбайыш Европаның дымлы өлкәләренә халыҡтар күсенеүе күҙәтелә. Бер үк ваҡытта далала йәшәүсе ҡәбиләләр ҙә б.э.т. ХХХIV-ХХV быуаттарҙа энеолит дәүере ҡоролоғонан ҡасып көнбайыш Европаға күсенә башлай (67, 281-се бит). Халыҡтар тәбиғәт катаклизмдарына бәйле рәүештә күсенә. Донъяла даими булған бер нәмә лә юҡ. Циклондар, муссондар ҡайһы ваҡыт йүнәлештәрен үҙгәртеп кешеләрҙе малдары өсөн үлән һәм һыу эҙләтеп күсенергә мәжбүр итә (Л.Гумилев, 2007). Һуңғы ике мең йыл эсендә генә быуатҡа һуҙылған ҡоролоҡ бөйөк даланы ялмап ала (б.э.т. II-III быуаттар), һәр осраҡта ла далала йән эйәһе ҡалмай. Ҡитғаның урманлы зонаһында, тундрала тормош үҙгәреш кисерә. Кешеләр тирә-яҡҡа һибелә, күпләп һәләк була. Ерҙә кешеләрҙең ошондай күсенеүе ваҡыт-ваҡыты менән булып торған. Мәҫәлән, Л. Гумилевтың мәғлүмәттәре буйынса, Каспий диңгеҙенең һыу кимәле кешеләрҙең күсенеүенең күрһәткесе булып һаналған. 2000 йыллыҡ дәүер эсендә, дөрөҫөрәге б.э.т. IV быуатта Каспийҙың һыу кимәле диңгеҙ кимәленән 35 метрға түбән булған, ә Х1V быуатта иһә 16 метрға күтәрелгән, ә ХХ быуатта диңгеҙ кимәленән 28 метрға түбән төшкән.

Фирҙәүес Бәширова

Мәңгелек ҡаршылыҡтар

Кешелектең йәшәү һуты, көсө –

Аяҙ күктәй пак, саф Изгелек.

Донъяларҙы яратҡанда Хоҙай

Бар иткәндер уны иң элек.

Орлоҡтары уның һәр сабыйҙың

Күңеленә төшһөн, тигәндер.

Һәр бер әҙәменә Хоҙай шулай

Оҗмах асҡыстарын биргәндер.

Ләкин ерлек төрлө! Төрлө шытым! –

Изгелектә артҡан төрлөлөк…

Тәүтормоштар артта…

Көнө еткәс,

Төрлөлөктән тыуған көнсөллөк.

Ә көнсөллөк – нигеҙ яманлыҡҡа:

Изгелеккә ҡаршы Яманлыҡ!

«Ит изгелек, көт яуызлыҡ» тигән

Әйтемгә беҙ нигеҙ яһаныҡ!

«Урал» менән «Шүлгән» йәшәй һаман!

Ҡайнай Кешелектең ҡаҙаны.

Ахырызаман тертләр, таралғанда

Урал тауҙарының аҙаны.

Изгелек тә иҫән, Яманлыҡ та.

Шуларҙан бит парлы ҡаршылыҡ!

Ынтылабыҙ шәфҡәт, гүзәллеккә:

Изгелек бар! Еңә яҡшылыҡ!

Халҡыма

Мин саң һуғам бөгөн, гүзәл халҡым,

Үҙ илеңде,

Үҙ телеңде,

Үҙ-үҙеңде

Күҙең ҡараһылай һаҡларға!

Мин саң һуғам етеҙ ғәмәл ҡыл да

Байлығыңды бирмә яттарға!

Мин саң һуғам бөгөн, моңло халҡым,

Үҙ бабаңды,

Үҙ балаңды,

Үҙ даныңды

Алтын бөртөгөләй һаҡларға!

Мин саң һуғам: арын ғәмһеҙлектән! -

Яттар ҡалҡмаҫ һине яҡларға.

Шиғыр

Ғүмер баҡый халҡым шиғыр һөйгән,

Шиғри юлдар көйләп йыуанған.

Хәсрәт, көйөнөсө, шатлыҡ, мөхәббәте

Күңелдә тыуып йырланған.

Күңел төпкөлөндә тыуған шиғыр,

Гүйә, дарыу, дауа кешегә.

Бөгөлгәнгә – терәү, аҙашҡанға

Юл барлаусы шиғыр – имсе лә!

Шиғыр бит ул – ел, һүҙ, хәрәкәткә,

Ҡараштарға – күңел зыңлауы!

Мең йәшәгән шиғыр һәм йәшәр ҙә!-

Һис көҫәмәй кемдең тыңлауын.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]