Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
РП-баш яз, 3 линия, 5-9.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
55.8 Кб
Скачать

Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә 5 - 9 кластар өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы

Дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү буйынса программа федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле» уҡыу ҡулланмаһына өлгө программалар (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). Төҙөүсеһе: Ғәбитова З.М., Өфө: Китап, 2015. – 52 бит., нигеҙендә төҙөлдө.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейы муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре башҡорт милләтле балаларға туған тел булараҡ, ә сит милләт уҡыусыларына дәүләт теле булараҡ башҡорт теле дәрестәре итеп үткәрелә.

Эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:

  1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

  2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

  3. Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3

  4. ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

  5. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3

  6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730

Төп дөйөм белем биреүҙең маҡсатына өлгәшеүҙә «Башҡорт теле» предметының өлөшө

Башҡорт теле – башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

Рус телле мәктәптәрҙә «Башҡорт теле» предмет булараҡ айырым урын биләй. «Башҡорт теле»н дәүләт теле булараҡ уҡытыу «Башҡорт теле» һәм «Әҙәбиәт» предметтарын берләштереп уҡытыуға ҡоролған.

Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә:

  • уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә;

  • белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләтен үҫтерә, шулай уҡ уҡысыларҙың әүҙем уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора.

Башҡорт телен өйрәнеү – уҡыусы шәхесен социаллаштырыуҙың мөһим йүнәлештәрҙең береһе, ул гражданлыҡ тиңлеген (идентичность) һәм толерантлыҡ тәрбиәләүҙән ғибәрәт.

Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә башҡорт телен

  • аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү

  • үҙ-ара аңлашыу һәм фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү

  • һүҙлек байлығын арттырыу

  • үҙ телмәреңде камиллаштырыу

  • төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҙләштереү.

Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыны һүҙ сәнғәте таныштырыу – ысын художестволы ҡиммәттәр менән генә танышыу түгел, ә аралашыу тәжрибәһе лә.

Башҡорт һәм башҡа милләт яҙыусыларының әҫәрҙәре аша уҡыусыларҙа Тыуған илгә, ергә, күп милләтле республикаға һөйөү, уның менән һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһо,тыуған йорт, урам, ауыл һәм ҡалаға, уның үткәндәре һәм бөгөнгөһөнә ҡарата ихтирам тәрбиәләнә. Балала башҡорт һәм үҙ халҡының үткәне һәм бөгөнгөһөнә, традицияларына, йыр-моңона, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә, этик-эстетик ҡараштарына – тоғролоҡ һәм үҙ-ара дуҫлыҡ, берҙәмлек, изгелек кеүек һыҙаттар үҫтерелә.