- •Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:
- •3.Уҡыу предметына дөйөм характеристика
- •4. 5 Класта башҡорт теленең уҡыу планындағы урыны
- •6.Уҡыу предметының йөкмәткеһе
- •7.Тематик планлаштырыу
- •8. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
- •5 Класс уҡыусылары белергә тейеш төшөнсәләр
- •Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау
- •9. Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге
- •Материаль-техник ҡулланмалар
- •10.Ҡушымта Контроль эштәр өсөн текстар
8. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
5 Класс уҡыусылары белергә тейеш төшөнсәләр
-һүҙҙең грамматик мәғәнәһе; тулы мәғәнәле һүҙҙәрҙең һан, эйәлек, килеш, хәбәрлек менән үҙгәреүе, сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙһытыу дәрәжәләре, һөйкәлеш, зат һәм заман; һүҙ төркөмдәрен классификациялау принциптары, үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре; һүҙ төркөмдәре булараҡ исем, сифат, һан, рәүеш, алмаш, ҡылым, ҡылым төркөмсәләре, сифат ҡылым, исем ҡылым, хәл ҡылым, теркәүес, бәйләүес, мөнәсәбәт һүҙ, ымлыҡ;
-рус теленән үҙләштерелгән исемдәрҙең, сифаттарҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы, ҡыҫҡартылған ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы;
-эпиграф төшөнсәһенең билдәләмәһе, рәсми эш ҡағыҙҙары стиле хаҡында төшөнсә, рәсми эш ҡағыҙҙары стилендә телмәр этикеты (әҙәплеге) тураһында төшөнсә.
Күнекмәләр:
-һүҙҙең грамматик мәғәнәһен билдәләү;
-үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен айыра белеү;
-исем, сифат, һан, рәүеш, алмаш, ҡылым, теркәүес, бәйләүес, киҫәксә, мөнәсәбәт һүҙ, ымлыҡтарҙың төп морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролдәрен әйтеп биреү; исем, сифат, һан, рәүеш һәм алмаштарҙың төрлө ысулдар менән яһалышын белеү; стилистик үҙенсәлеген иҫәпкә алып, исем, сифат, ҡылым, һан, рәүеш, алмаштарҙы телмәрҙең төрлө формаларында һәм типтарында ҡуллана белеү; кеше һәм башҡа предметтарға; күренештәрҙе белдергән исемдәргә һорау ҡуя белеү.
-рус теленән һәм башҡа телдәрҙән үҙләштерелегән һүҙҙәрҙе һәм ҡушма һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙа белеү;
-ҡатмарлы план төҙөү, текстың төп фекерен сағылдырыу маҡсатында эпиграфты ҡуллана белеү; текст эсендәге һөйләмдәрҙе бер-береһенә алмаштар ярҙамында бәйләй белеү.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау
1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Уҡыу йылы башында инеш диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала: 5 класта- 22
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла.
№ |
Төрө |
Формаһы |
Ваҡыты |
1 |
Телмәр үҫтереү |
Инша |
1 сирек |
2 |
Инеш контроль |
Диктант |
1 сирек |
3 |
Телмәр үҫтереү |
Инша |
1 сирек |
4 |
Контроль эш |
Диктант |
2 сирек |
5 |
Телмәр үҫтереү |
Изложение |
2 сирек |
6 |
Телмәр үҫтереү |
Диктант |
2 сирек |
7 |
Контроль эш |
Инша |
2 сирек |
8 |
Телмәр үҫтереү |
Диктант |
2 сирек |
9 |
Контроль эш |
Изложение |
2 сирек |
10 |
Телмәр үҫтереү |
Инша |
3 сирек |
11 |
Телмәр үҫтереү |
Диктант |
3 сирек |
12 |
Телмәр үҫтереү |
Изложение |
3 сирек |
13 |
Контроль эш |
Диктант |
3 сирек |
14 |
Телмәр үҫтереү |
Инша |
3 сирек |
15 |
Контроль эш |
Диктант |
3 сирек |
16 |
Телмәр үҫтереү |
Инша |
4 сирек |
17 |
Телмәр үҫтереү |
Изложение |
4 сирек |
18 |
Телмәр үҫтереү |
Инша |
4 сирек |
19 |
Контроль эш |
Изложение |
4 сирек |
20 |
Телмәр үҫтереү |
Изложение |
4 сирек |
21 |
Телмәр үҫтереү |
Инша |
4 сирек |
22 |
Контроль эш |
Диктант |
4 сирек |
