2015 Йыл – Әҙәбиәт йылы
“Әкиәт иленә сәйәхәт”
Өлкән төркөм өсөн
Тәрбиәсе: Кем беҙҙең тәҙрәгә ҡарап,
Йылы нурҙарын һибә?!
Күңелдәргә шатлыҡ өҫтәп,
Наҙлап иркәләй көн дә?!
Ул бит – ҡояш!Әйҙә, дуҫтар,
Көслө алҡыштар менән
Саҡырайыҡ Ҡояшҡайҙы
Дәртле йырыбыҙ менән!
ЙЫР “ҠОЯШҠАЙ”
(Ҡояш килеп инә)
Ҡояш: Һибелделәр бар ғаләмгә
Нурҙарым – алтындарым.
Йән-яҡҡа йылылыҡ бөркөп,
Яҡтыртып бар Ер шарын.
Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар-малайҙар! Һеҙҙең менән осрашыуымы бик шатмын. Күреүегеҙсә, мин бында үҙемдең күҙ нурҙарым – балаларымды юғалтып килеп сыҡтым. Урман-ҡырҙар буйлап һибелделәр ҙә, юҡ булдылар. Һеҙгә осраманылармы? Уларҙы табырға миңә ярҙам итегеҙ, зинһар!
Тәрбиәсе: Балалар!Әйҙәгеҙ, Ҡояш апайға ярҙам итеп, уның нурҙарын эҙләп табайыҡ .
(Балалар төрлө яҡҡа һибелгән нурҙарҙы табып, уларҙы ҡояшҡа йәбештерәләр).
Ҡояш: Ҙур рәхмәт инде, балалар!
Тәрбиәсе: ҡояшҡай, һин хәҙер ҡайҙа бараһың, нурҙарыңды ҡайҙа балҡытаһың?
Ҡояш: Мин гиҙәмен бар донъяны,
Яҡтыртам һәм йылытам.
Һәр кемде иркәләп-наҙлап,
Матурлыҡ бүләк итәм.
Балаҡайҙарым! Һеҙгә лә
Минән бүләк – серле нур!
Ул ҡайҙа һибелһә, шунда
Әкиәт хасил булыр!
(Тәрбиәсе нурҙы ҡулына алып, һибеп ебәрә)
Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ әле, ниндәй матурлыҡ! Беҙҙең алда алтын ҡапҡа барлыҡҡа килде.
(Ҡапҡанан Батшабикә килеп сыға)
Батшабикә: Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!
Осрашыуға мин шатмын!
Мин – әкиәттәр иле батшабикәһе!
Һеҙ әкиәттәр яратаһығыҙмы? Әкиәт иленә сәйәхәт итергә әҙерһегеҙме? Бына минең тылсымлы ҡыңғырауым.
Ҡыңғырауым, зыңғырла!
Беҙгә болоттар килтер!
Улар беҙҙең барыбыҙҙы
Әкиәт иленә илтер!
(Болоттарға ултырып, балалар әкиәт иленә юл ала)
ЙЫР “БОЛОТТАР”(“ОБЛАКА”)
Тәрбиәсе: Туҡтағыҙ! Ҡарағыҙ әле, был нимә ул? Шалҡан үҫеп ултыра, түгелме?
Батшабикә: Әәә, бөтәһе лә яҡшы! Балалар, тимәк беҙ ниндәй әкиәткә юлыҡтыҡ?
Балалар: “Шалҡан” әкиәтенә!
Батшабикә:Афариндар! Ә һеҙ ул әкиәтте яҡшы беләһегеҙме?Әйҙәгеҙ әле. Миңә сәхнәләштереп күрһәтегеҙ!
“Шалҡан” әкиәте
Ҡатнашалар: Әбей, Бабай, Ейәнсәр, Аҡбай, Мыяубикә, Сысҡан, Һөйләүсе.
Декорация:Өй, ҡойма, алда – ҙур шалҡан!
Һөйләүсе:Борон-борон заманда йәшәгән ти әбей менән бабай. Яҙ етеү менән бабай шалҡан ултыртҡан. Уны яҡшылап ҡараған, көн дә һыу һипкән, ҡыйын утаған. Шалҡан ай үҫәһен көн үҫеп, бик ҙур булып өлгөргән, ти. Бабай сығып тартып ҡарай, көсө етмәй икән.
Бабай: Әбей, сыҡ әле, сыҡ! Шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит!
(әбей йүгереп сыға)
Һөйләүсе:Эй тарталар икәүләп, эй тарталар, сығара алмайҙар икән.
Әбей(ҡулын болғап): Ейәнсәрем, кил әле, шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит!
(Ейәнсәре йүгереп сыға)
Һөйләүсе:Икәүҙән өсәү яҡшы, тип эй тарталар былар , уңға тарталар, һулға тарталар, юҡ, сыҡмай, ти.
Ейәнсәре:Аҡбай, кил әле ярҙамға!
(Эт сыға)
Аҡбай: Уау! Уау!
Һөйләүсе:Дүртәүләп тартып ҡарайҙар, шалҡан урынынан һис ҡуҙғалмай икән.
Аҡбай:Мыяубикә, кил әле, шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит!
(Бесәй сыға)
Мыяубикә: Мыяу! Мыяу!
Һөйләүсе:Бишәүләшеп тартып ҡарайҙар, булдыра алмайҙар, ти!
Мыяубикә: Беҙгә ярҙамға сысҡанды саҡырырға кәрәк!
Бөтәһе бергә: Сысҡанды?!
Әбей: Ул нисек кенә беҙгә ярҙам итһен инде!
Ейәнсәр:Ул бит үҙе бигерәк бәләкәй!
Мыяубикә: Сысҡан, кил әле ярҙамға!
Һөйләүсе:Бесәй сысҡанға килеп йәбешеп, күмәкләп бер тартыуҙары була, шалҡан килгән дә сыҡҡан, ти. Бөтәһе лә бигерәк ныҡ ҡыуанғандар! Әбей тәмле генә итеп бутҡа бешереп ҡунаҡ иткән, ә сысҡан табындың иң түрендә ултырған икән!
(Бөтәһе лә тамашасыға баш эйәләр).
ХОРОВОД”РЕПКА”
Батшабикә: Рәхмәт, балалар!Ҡалай матур итеп уйнанығыҙ, афарин!Мин һеҙгә тағы ла серле таяғым менән әкиәт бүләк итәм: 1, 2, 3! Миндә – тылсым, миндә – көс!(ҡыңғырауын сыңлатһа, йомро икмәк тәгәрәп сыға)
Тәрбиәсе: Балалар! Ҡарағыҙ әле. Был бит – йомро икмәк!
Батшабикә: Әллә был әкиәтте лә беләһегеҙме?!Әйҙә әле, мин ҡарайым, һеҙ уйнағыҙ!
