- •Йола фольклоры
- •Күкәй тәгәрәтеү йолаһы
- •Исем ҡушыу йолаһы
- •Морондоҡ инәй
- •Килен сәйе
- •Яуын ауылы фольклоры
- •Эре ҡайынлыҡ
- •Ерек шишмәһе.
- •Ҡунаҡ янына саҡырыу йолаһы
- •Ҡыҙҙы кейәүгә биреүгә әҙерләү йолаһы
- •Ҡыҙҙы оҙатыу йолаһы
- •Урта кисеү
- •Яуын ауылына хас тыйыуҙар.
- •Йосоп ауылы фольклоры.
- •Тыуған ил иҫемемдән китмәҫ.
- •Айырылдым илдәремдән.
- •Сания шишмәһе.
- •Ҡала тауы.
- •Ҡыҙҙар тауы.
Ҡыҙҙы оҙатыу йолаһы
Ҡыҙҙы үҙ өйөнән айырып кейәүгә оҙатҡас ,әсәһе ҡыҙы артынан бойҙай,ярма һирпеп ҡала.Был үҙенә күрә,ҡыҙ кейәүҙә бай,мул тормошта йәшәһен тигәнде аңлата.
Урта кисеү
Баҫыуҙың ике яғының уртаһында булғанға “Урта кисеү”тип атағандар.
Оҙон ҡор
Ауылдан сыҡҡас та бик оҙон ҡыр һуҙылып китә,майҙаны -60гектар.. “Ҡыр” һүҙе “Ҡор” һүҙенә әйләнеп киткән һәм халыҡ ул урынды “оҙон ҡор” тип йөрөтә башлаған.
Ҡыйғы районы,Яуын ауылы.
Сәләхова Миңлегөл Миңлебай ҡыҙы.
1950 йылда тыуған.
Яуын ауылында тыуып-үҫкән,тырнаҡлы ырыуынан.
Колхозда эшләгән,хәҙерге көндә хаҡлы ялда.
10 класс бөткән.
Мәғлүмәтте ауыл ҡарттарынан,атаһынан ишеткән.
1.07.2015
103-сө төркөм
♦♦♦
Яуын ауылына хас тыйыуҙар.
Һәр эште “Бисмилла” һүҙе менән башларға.
Мунсаға,өйгә ингәс, тамаҡ кырып,ишек шаҡып эйәләрҙән ризалыҡ алып инергә кәрәк.
Ҡоро көндәрҙә:шишәмбе,кесаҙна,шәмбе көндәре мунса инергә ярамай.
Юлға сыҡҡанда,кире боролоп өйгә инергә тура килһә,гөлгә һыу ҡойоп, йә булмаһа ,көҙгөгә ҡарап сығырға кәрәк.
Ҡояш байығанда,эңер төшкәндә йокларға,һыу түгергә,эш эшләргә ярамай,сөнки ололар “нәҫтә”ҡағыла тигәндәр.
Әй йылғаһынан һыу алғанда,кер сайғанда .һыу эйәһенән ризалыҡ алырға,рәхмәт әйтергә кәрәк.
Шифалы үләндәр Шифалы үләндәрҙе 20 июндән алып 10 июлгә тиклем йыйырға кәрәк.Яуын ауылы эргәһендә үҫкән шифалы үләндәр: юл япрағы,тау әреме,муйыл ҡайыры,мәтрүшкә,һары мәтрүшкә,үгәй инә үләне,еҙ төймә. Эс киткәндә,һыуыҡ тейгәндә муйыл ҡайырын ҡайнатып эсергә кәрәк.Тау әреме ҡайнатмаһын малдарҙың эсе киткәндә эсереү зарур.Ҡурай еләге,сейә,муйыл япраҡтырын сәйгә һалып эскәндә шифаһы ҙур.Һыуыҡ үткәндә мәтрүшкә төнәтмәһе ярҙам
Ҡыйғы районы,Яуын ауылы.
Ғәфәрова Фәнүрә Иблиәмин ҡыҙы.
1945 йылда тыуған.
Яуын ауылында тыуып-үҫкән,тырнаҡлы ырыуынан.
Уҡытыусы,хәҙерге көндә хаҡлы ялда.
Мәсәғүт педагогия институтын бөткән.
Мәғлүмәтте кәтәйенән,атаһынан ишеткән.
1.07.2015
103-сө төркөм
Йырҙыр
Һуғыш тураһында бер йыр әйтәм
Болотларға күмлеп ҡояш байый
Үткән юлдаркилә күңелгә
Еңеүҙәрҙе яулап алған саҡта
Онотолмаҫ ғүмер ғүмергә
Еңеүҙәрҙе яулап алған саҡта
Күпме дуҫтар ҡайтмай ҡалғандар
Шул дуҫтарҙың йоҡоларын һаҡлап
Аҡ ҡайындар моңло шаулайҙар
Зәңгәр томандарға күмелеп ҡалды
Беҙ походта булған саҡтар
Күптән һүнде Дунай буйҙарында
Беҙ ҡабыҙған утты усаҡтар
Таҡмаҡ
Уфа тейҙәр, Уфа тейҙәр
Уфаны күрҙек инде
Башларыбыҙ йәш булһала
Нужнаны күрҙек инде.
Ултырҙында кәмә айтүренә
Ҡаранында һыуҙын төбөнә.
Һыу төпкәйҙәренә йыш ҡарайым
Башҡа сара юҡ,
Хоҙай ҡушҡан эшкә сара юҡ.
Ул Муса ағайҙың йыры, 4 класста йырлай сәхнәлә
Һандуғас, һандуғас китмә, китмә һандуғас
Ҡанатларын талдырып,
Тыуған ерҙе ҡалдырып,
Беҙҙә тыуып үҫтең һин.
Суҡ һыуҙарын әйттең һин
Һандуғас, һандуғас китмә, китмә һандуғас.
Шунда тыуып үҫҫтең һин
Китмә, китмә һандуғас.
Китмә, китмә һандуғас.
Һандуғас, һандуғас китмә, китмә һандуғас.
Ҡурҡма һин ҡоштарҙан
Ҡал һин башҡа ҡоштарҙан,
Һаҡлармын һалҡын елдән
Китмә һин тыуған илдән.
Һандуғас, һандуғас һин китәһең мин ҡалам.
Һинең матур йырҙарыңды
Мәңгегә отоп алам.
4 класс
Колхоз
1.Ҡыйғы р-ны, Яуын ауылы
2.Минзия Сибагатуллина
3. 1928
4. Яуын ауылында тыуып-үҫкән,тырнаҡлы ырыуынан.
5. 4класс
6. колхозда һауынсы булып эшләгән
7. Мәғлүмәтте ололарҙан ишеткән
8. 01.07.15
9.103-сө группа
_________________________________________________________________
