Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
B_1257_t_1241_praktika (3).docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
34.08 Кб
Скачать

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ МӘҒАРИФ ҺӘМ ФӘН МИНИСТРЛЫҒЫ

ЮҒАРЫ ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ БИРЕҮ

ФЕДЕРАЛЬ ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҒАРИФ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

М. АҠМУЛЛА ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ

ПЕДАГОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ

Башҡорт филологияһы факультеты

Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте

кафедраһы

Фольклор практикаһы буйынса отчеты

(Ҡыйғы районы)

Башҡарҙы: 1 курс Сәғитова А.Р.

Тикшерҙе: Набиуллина Г.М. К.ф.н., Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте

кафедраһы доценты

Өфө 2015

Йола фольклоры

Күңел сыңы” фольклор ансабле күрһәткән йолалар өлгөһө

Күкәй тәгәрәтеү йолаһы

Беренсе май көнө матур кейенеп аҙыҡ-түлек алып тау ягына сығалар. Йомортҡа тәгәрәтеү өсөн балалар ғырга бешкән йомортҡа алып сыҡҡандар. Тау башында йомортҡаны аҫҡа тәгәрәтепе уйнағандар. Кемден йомортҡаһы ярылмайса аҫҡа тиклем тәгәрәп төшә шул еңеүсе. Тағы ла;

“Ҡаҙҙарым, ҡайтығыҙ” уйыны уйнағанда;

ӨҠаҙҙарым,ҡайтығыҙ-

Ҡайтмайбыҙ,ҡурҡабыҙ.

КемдәнҘ

БүренәнҠ,- тип һамаҡлағандар.

Килеп сығыу ваҡыты билдәһеҙ. Был йола иген,уңыш уңһын өсөн үткәрелгән. Шул уҡ вакытта, беренсе май көнө, балалар ғына түгел, ә ололарҙа гармун алып яланға сыҡҡандар .

Исем ҡушыу йолаһы

40 көнгә хәтлем балаға исем ҡушырға кәрәк.Ҡатын-ҡыҙ 40 көнгә тиклем уҙен һаҡларға тейеш .

Баланы күрергә туған - тыумаса, куршеләр килгәндә улар үҙҙәре менән күстәнәс, бүләк алып килә. Бер тыуған апаһы балаға “эт күлдәге “алып килә. кәйнә кеше мөнәжәт әйтә.

Морондоҡ инәй

Ситтән килгән килендәрҙе һаҡлап, яҡлап йөрөтөү өсөн “морондоҡ инәй” һәм “морондоҡ атай” һайлағандар. “Морондоҡ инәй-атай” йә күршеләре,йә йөрөшкән бабай –инәйҙәре була алған. Улар шулай итеп туғанлашып киткәндәр һәм был йола бөгөнгә тиклем һаҡланған.

Килен сәйе

Туйҙың икенсе көнөнә “килен сәйе” үткәрелә.Килен сәйендә өҫтәлдә мотлаҡ бауырһаҡ булырға тейеш. Иҫке Мөхәмәт ауылында оҫта ауыл халҡына туй алдынан матур итеп бауырһаҡ бешереп бирә.

Ҡыҙ яғына барғанда кейәү күренес алып бара.Был күренесте мотлаҡ ағаһы асырға тейеш.Кейәү күренесенә ,ғәҙәттә,аҡса йәки һарыҡ әйтәләр.

1. Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылы

2.Сәғитова Гөлсирә Энгельс ҡыҙы.

3.1962 йылда тыуған

4.Ҡыйғы районы,Иҫке Мөхәмәт ауылы

5.Китапханасы

6.Китапхана техникумын тамамлаған

7.Ололарҙан ишеткән

8.30 июнь,2015 йыл

9.103 төркөм

Ер-һыу атамаһына бәйле легенда һәм риүәйәттәр.

Яуын ауылында “Асҡыс юғалған күл” бар. Сәхипямал кендеккәйем һөйләүенсә, ҡаасандыр уның икенсе исеме “Асҡыс юғалған “күл түгел, ә “Әсмә юғалған”-тип йөрөтөлгән.

Яуын ауылында Әсмә исемле бик матур бер ҡыҙ булған.Ул баһлеүәндәй батыр егет менән дуҫлашып йөрөгән.Шунан ул егете 25 йылға службаға киткән.Һуңынан бер бай, Әсмәне үҙенең улына кәләш итеп бирергә булған.Уның улы ялҡау,булдыҡһыҙ булып сыға.Әсмә уға сыҡҡыһы килмәй.

Берҙән-бер көндө Әсмә сабаталарын кейеп сығып китә лә,юғала.Күл эргәһендә уның сабаталары, кейемдәре генә ятып ҡала. Элегерәк был күлде “Әсмә күле” тип йөрөткәндәр һәм бөгөнгө көндә ул күл ”Асҡыс юғалған” күл тип йөрөтөлә .

Суҡарағай күле

“Әсмә юғалған” күл эргәһендә Тәнзилә апайҙарҙың иҫке йорто бар.Шул ауылдың тәрән “Сукарағай” күлендә юха йылан йәшәгән.Ул йылан кеше ҡиәфәтенә инеп , егеттәргә – матур,тәңкәле ҡыҙ булып ,ҡыҙҙарға егет булып күренә лә,уларҙы арбап йота икән.

Шул күл эргәһенән “Ҡондоҡ ауыҙы “тигән тәрән йырын утә ине.Бер көндө болот юл һалып,ошо юха йыланды ҡыҫып алып китә.”Але “Суҡарағай” күле тәрән микән,йырын бармы икән мин белмәйем”,- мин белмәйем тип күл тураһында легендаһын тамамланы Әсмә апай.

Маяҡ тауы.

Элек ошо иң бейек тау түбәһенә ағастан бейек маяҡ төҙөгәндәр. Һуңынан ағас маяҡ емерелгәс, маяҡты тимерҙән нығыталар. Ошо маяҡ торған урынды Маяҡ тау тип йоротәләр.

Ерән бейә тауы.

Бер ағайҙҙын ерән бейәһе юғала. Хужалары бейәне бик оҙаҡ эҙләйҙәр. Ә бейә бер тау битендә ҡолонлаған булған. Шул ваҡыттан бирле был тауҙы ерән бейә тауы тип йөрөтәләр.

Әй йылғаһы.

Ошо йылға райондың конъяк көнбайыш шиге буйлап тора А.К. Матвеевтың ҡарашынса, Әй йылғаһының атамаһы башҡорт һуҙе “Ай” һүҙе менән ҡәбилә атамаһының йылғаға күсерелеү бәйләнешен яҡшы тойған. Әй ҡабиләһе “Ай” – Әй йылғаһы, “Ай” – ай һымаҡ матур, яҡты. Хәҙерге ваҡытта а урынына ә өнө ҡулланыла.

Куҫтәр тауы.

1774 йылдың 2 июлендә Салауат Юлаев менән Емельян Пугачевтың Үрге Ҡыйғыла осрашыуы билгеле. Восстания аяуһыҙ баҫтырылгас, Костя исемле крәҫтиән егете дошмандан ҡасып ҡала. Ул Әй буйындағы тауҙарҙа ҡасып йәшәгән. Кешеләр уға ашарға килтергәндәр. Ул йәшәгән тауҙы “Костяны” уҙгәртеп Күҫтәр тауы тип атайҙҙар.

Өфәй ҡолаҡ.

Элек бер әбей менән бабай йәшәгән булған. Бер көн баҙарға барырға булғандар. Бабай ат еккән, әбей кәрәк нәмәләрҙе арбаға һалған. Юлда китеп барғанда ат өркөп, бабай яр аҫтына ҡолап тошә һәм ҡолағым өфәй булды тип илай. Шунан бирле был ер өфәй ҡолаҡ тип аталып йөрөтөлә.

Иҫке Әй күле

Элек Әй йылғаһы икенсе урындан аҡҡан булған. Һуңынан Әй үҙенең көслө ағымы менән боролоп ағып киткән. Элекке урында һыу ятҡылығы тороп ҡалған. Шул урын күлгә әйләнеп Иҫке Әй күле тип йөрөтөлә.

Ишмөхәмәт төбәге

Ишмөхәмәт исемле бабай йәшәгән була. Уның ере була, ул унда төрлө нәмә үҫтерә. Икенсе исеме Күгәрсен төбәге, ошо ерҙә күгәрсендәр килеп тары сүпләр булғандар. Был хәл 1780 йылдарҙа була. Бабай 1812 йылға тиклем йәшәгән.

Һыуыҡ шишмә

Һыуы һыуыҡ булғанға шулай тип атала. Кешеләр әйтеүенсә хатта атта һыу эсмәй, ти, сөнки ул шул тиклем һыуыҡ булған.

Иҫке Мөхәмәт ауылы Ҡыйғы районынң көнъяҡ-көнбайыш өлөшөндә ята. Ул Ҡыйғы районы менән Салауат районын Әй йылғаһы айырып торған ерҙә урынлашҡан.

Ауылда Әйле башҡорттары йәшәй. Әйле башҡорттары ете ырыуҙан тора: Әй, күҙәй, мырҙалар, һыҙғы Дыуан, ҡошсо һәм опәй. Әй ырыуы әй, тырнаҡлы, ҡаратаулы, төркмән һәм һарт-әйле нәҫелдәренә бүленә.

Әйле башҡорттарының тамғаларыбик куп төрлө булған. Билдәле тарихсы Р.Кузеев 215 тамға барлығын билдәләй.

Әй берекмәләренең тарихы XIV-XV быуаттарға барып тоташа. Был мәлдә әй буйында йшәгән ырыуҙар һәм нәҫелдәр төрлө ырыу ҡатнашмаларынан торған. Һуңыраҡ улар берләшкән.

Легендаларға ҡарағанда әй, тырнаклы,каратаулы, һарт һәм мырҙалар уҙҙәренең ата-бабаларын Уралға, Һырдарья буйынан килеүҙәрен хаҡында һөйләй. Йәнәһе уларҙың ата-бабалары, Һырдарья буйында юғалған һарыҡ көтөүен эҙләп ошо яҡҡа килеп сыҡҡан һәм нығынып алған. Икенселәр иһә был ырыуҙҙың йылҡы өйөрө артынан эйәреп килеүе хаҡында фараз итә.

Әйле башҡорттарының Көнъяҡ Уралға ҡасан күсеп ултырыуын аныҡ билдәләүу ауыр. Был, күрәһең, беҙҙең эраның беренсе меңе аҙағында булырға тейеш. Әйлеләр һәм мырҙалар тәүҙә Көнъяҡ Уралда, Әй, Ағиҙел,Яйыҡ, Уй, Миәс буйҙарына ултырған.

Борон заманда бер оҫта һунарсы булған. Ул яҡын тирәләге урман ҡырҙарҙы ҡыҙҙырып йәнлек аулаған. Бер ваҡыт ҡыш көнө үҙе яралаған йәнлек артынан эйәреп бик йыраҡ Иҫке Мөхәмәт еренә килеп сыҡҡан. Шул ваҡыт ҡараңғы төшкән һәм һунарсы күл буйындағы тыныс урынды һайлап ҡунырға була. Йәнлек артынан ҡыуып ул тәбиғәткә иғтибар итмәгән булған. Иртән тороп тәбиғәткә ҡараһа, иҫе-хушы китә. Яҡын тирәлә ҡара урман менән ҡапланған тауҙар, улар араһында уйһыулыҡтан ҙур йылға ағып ята. Күлдәре бик күп күренә. Бында һунарлыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнер өсөн уңайлы шарттар күп тип ошонда төпләнә. Был һунарсының исеме Мөхәмәт була. Ҡыш утеп, яҙ еткәс ғаиләһе менән ауылда тәүгеләрҙән булып өй ҡороп нигеҙ һала.

Ни өсөн Иҫке Мөхәмәт? Ололар һөйләүенсә ауыл ҙурая барған кешеләр мал тыуар, ҡош-ҡортто күпләп аҫырай башлағандар. Бик күп ҡаҙ бәпкәләре юғала һәм кешеләр уларҙы эҙләп Ибрай, Йүкәле халҡынын һорап иң бейек тау Тора башына менеп ҡараһалар, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып бер нисә ғаилә ошонда күсеп киләләр һәм нигеҙ һалалар ҙа, Яңы Мөхәмәт (Тора) тип атайҙар.

1. Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылы

2.Сәғитова Гөлсирә Энгельс ҡыҙы.

3.1962 йылда тыуған

4.Ҡыйғы районы,Иҫке Мөхәмәт ауылы

5.Китапханасы

6.Китапхана техникумын тамамлаған

7.Ололарҙан ишеткән

8.30 июнь,2015 йыл

9.103 төркөм

_____________________________________________________________________________________

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]