Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
уроки поэзии сокр..doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
99.33 Кб
Скачать

Күңел хәтере

Урамда һеҙ юл ситендә торған мату-ур машина күреп ҡалдығыҙ: әт-тә-тә-тә!.. Их, бер елдереп үтһәң... Ҡараһағыҙ, бер кеше йүгереп килә лә, уның ишеген асып инеп ултыра һәм елдереп ҡуҙғалып та китә! Һоҡланып һәм көнләшеп ҡарап ҡалырға ғына ҡала артынан...

Ә бит, уйлап ҡараһаң, беҙҙең заманда машина йөрөтә белмәгән кеше лә юҡ һымаҡ. Әлбиттә, Шумахер, Чагин һәм Ғабдрахман Ҡадыров кеүек “ас”тар миллионға, юҡ, миллиардҡа берәү генә булалыр, әммә урам тулы машиналарҙа һеҙҙең һымаҡ кешеләр йөрөп ята бит. Бының өсөн уларға ни бары өс нәмәне – тормоздың, газдың һәм рулдең нимә икәнен һәм нисегерәк эшләүен белеү ҙә еткән.

Беренсе дәрестә беҙ биргән өс аңлатма ла шуларҙан ғибәрәт ине. Машина йөрөтөргә өйрәнгән һымаҡ, шиғыр яҙырға өйрәнер өсөн дә уларҙы – ритмика, тема һәм рифманың ни икәнен, уларҙы нисек эшләргә мөмкин икәнен белеү етә. Ләкин оло юлдарға сығыу өсөн водителгә, машинаның төҙөлөшөн белмәһә лә, тағы ла юл ҡағиҙәләрен өйрәнергә кәрәк әле. Тап шуға ла водитель танытмаһы алам тигән кеше махсус уҡырға, имтихан тапшырырға тейеш була.

Шиғриәттә бындай ҡағиҙәләр ролен “Әҙәбиәт теорияһы” тигән фән башҡара. Практика теорияһыҙ – һуҡыр, тиҙәр. Ләкин береһе лә шиғыр яҙғанда, теория буйынса былай ярамай бит әле, ошолай булырға тейеш, тип ултырмай. Улай уйлай башлаһаң, бер ни ҙә яҙа алмаясағың көн кеүек асыҡ. Ундай шик-шөбһәләр йонсотмаһын өсөн, ул ҡағиҙәләр һеҙҙең эске, түбәнге аңығыҙға (подсознание) автоматизм булып инергә тейеш. Ысынлап та, бесән сапҡан кеше бер ҡасан да салғыһын нисек һелтәүе тураһында уйламай ҙаһа, уны ҡулдары башҡара, ә ул үҙе был ваҡытта икенсе нәмәләрҙе уйлап, һөйләп йөрөүе лә мөмкин.

Нимә ул эске, йәғни төпкөл аң? Ул беҙҙең мейелә ҡасандыр барлыҡҡа килгән, әммә кәрәге булмағанлыҡтан тәрән хәтергә һалып ҡуйылған мәғлүмәт. Тик кәрәк саҡта ғына ул үҙенең барлығын һиҙҙерә. Быны ябай миҫал ярҙамында аңлатып биреп була. Мәҫәлән, һеҙ үҙ ғүмерегеҙҙә меңәрләгән кино ҡарағанһығыҙ. Тик хәҙер берәй киноны һөйләп бирергә ҡушһаң, уны береһе лә иҫенә төшөрә алмаясаҡ. Һәм бына шул киноны һеҙгә күрһәтә башланыҡ, ти. “Ә-ә-ә, быны бит мин шунда-шунда ҡарағайным, унда бына былай була!” – тип ҡысҡырып ебәрәсәкһегеҙ һеҙ, барыһын да иҫләп. Был- һеҙҙең төпкөл аңығыҙ кәрәкле мәғлүмәтте сығарып һалды...

Кешелә бик күп хәрәкәт, мәғлүмәт ана шундай төпкөл аң кимәлендә һаҡлана. Уны сығарыуҙы автоматизмға еткереү өсөн көндәлек күнекмә кәрәк.

Әҙәбиәткә ҡағылғанда, был күберәк уҡырға кәрәклекте аңлата. Ҡомһоҙланып күберәк китаптарҙы “йоторға” түгел, әлбиттә, ентекле уйланып һәм үҙең булдыра алғанса анализлап. Сөнки һеҙ бит ябай “машина йөрөтөүсе” түгел, ә кәм тигәндә “уҙышыу буйынса спорт мастеры” булыу маҡсатын ҡуйғанһығыҙ. Яҙылған әҫәрҙе анализлап ҡарау ҙа ана шуның өсөн кәрәк: төпкөл аңға уңыштар ғына түгел, хаталар ҙа һалынырға тейеш – ҡабат ҡабатламаҫ өсөн. Уны, аҡыл хәтеренән айырмалы, күңел хәтере тиҙәр.

Ә хәҙер, беренсе дәрестә вәғәҙә иткәнсә, берәй шиғырҙы тикшереп ҡарайыҡ.

Әсәкәйем

Әсәкәйем, ғәзиз кешем,

Минең яҡты ҡояшым.

Эргәмдә һин булғанда,

Ышаныслы ҡарашым.

Әсәкәйем, берҙән-берем,

Һиңә ғүмер теләйем.

Башымдан бер һыйпаһаң да,

Онотолғандай хәсрәтем.

Бына ошондай шиғырҙар редакциялар почтаһында күпселекте тәшкил итә. Тәртиптән тайпылмаҫ өсөн, беҙ уны беренсе дәрестә башлағанса ҡарайыҡ. Күреүегеҙсә, бында беҙ билдәләгән өс нәмәнең береһе лә юҡ. Иң башта шуны асыҡлап ҡуяйыҡ (бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә!): шиғырҙа ваҡлыҡтар булмай! Булырға тейеш түгел, бигерәк тә бындай ҡыҫҡа ғынаһында һәр һүҙ, ижек урынында килергә бурыслы. Ә бында, күрәһегеҙ һәм аңлайһығыҙ: тәүге строфаның 1-се һәм 3-сө юлдарында уҡ “тел абына”, йәғни яп-ябай бер ижек етмәй. Тема тигән өлөшкә ҡағылмаҫҡа ла мөмкин булыр ине, сөнки, күрәһегеҙ – ул юҡ. Дөйөм һүҙҙәр генә бар. Әсәйҙең берәү икәнен кеше генә түгел, йәнлек-хайуандар, ҡоштар ҙа белә, уны нимә тип яҙып ултырырға? Артынса уҡ - “теләйем” һәм “хәсрәтем” һүҙҙәрендә рифмаға оҡшаш яңғыраш табып ҡарағыҙ. Әгәр ошо шиғырҙы редакцияға ебәрәм тигән кеше алдан ошо күҙлектән сығып уҡып ҡараһа, уны алыҫыраҡ йәшереп ҡуйыр ине һәм ғәзиз кешеһенә бағышлар өсөн икенсерәк һүҙҙәр эҙләргә керешер ине...

Килешерһегеҙ, “бөтә быға тиклем әйткәндәргә ҡушылам” тип әйтер өсөн ниҙер яҙып ултырырға кәрәкмәй, баш ҡағып ҡушылырға ла ҡуйырға ғына кәрәк. Әлбиттә, был шиғырҙы уҡып ишеттерһәң, авторҙың әсәһе уны күккә күтәреп маҡтаясаҡ. “Шәп, ҡыҙым, рәхмәт!” – тиәсәк. Тик икеһе лә аңлай ҙаһа – был “берҙән-бер, ғәзиз әсәгә” бағышланмаған, ә ер йөҙөндәге миллиардлаған әсәнең һәр ҡайһыһына уҡырлыҡ. Ҡотлау открыткалары шуға ла дөйөм һүҙҙәр менән һәм миллионлаған тираж менән сығарыла, ә шиғырҙың авторы берәү генә ул. Ул лирик герой тип атала. Был хаҡта киләһе дәрестә һөйләшербеҙ.

3-сө дәрес Кем ул лирик герой?

Әҙәбиәттә автор тигән төшөнсә һәр кемгә таныш – ул яҙыусы, әҙәби тексты уйлап сығарыусы. Герой тигән һүҙҙе лә һеҙ яҡшы беләһегеҙ – әҙәби әҫәрҙәрҙә ҡатнашыусыларҙы шулай тип атайҙар. Геройҙар күпселектә яҙыусы уйлап сығарған, уның фантазияһы емеше булған кешеләр. Хайуандар тураһындағы әҫәрҙәрҙә улар хайуандар ҙа булыуы ихтимал – мәҫәлән, Джек Лондондың “Белый клык” романындағы эт. Тормошҡа һәм уҡыусыға яҡыныраҡ, аңлайышлыраҡ булһындар өсөн, геройҙарҙы яҙыусылар йышыраҡ эргә-тирәләге тормоштан алырға тырыша. Уларын прототип тиҙәр, ундай шәхестәр герой образын тулыраҡ асыр өсөн күберәк, анығыраҡ, уҡыусыға аңлашылырлыҡ материал йыйырға ярҙам итә.

Ә бына ҡайһы бер әҫәрҙәрҙе автор үҙ исеменән дә яҙа. Ул йышыраҡ автобиографик әҫәрҙәрҙә осрай, йәғни, унда автор ҙа, герой ҙа булып яҙыусы үҙе сығыш яһай. Әлбиттә, әҙәби геройҙарҙың төрлөһө була, әммә беҙгә әлегә уның төп асылын билдәләү ҙә етеп торор.

Шиғриәтте беҙ шағирҙың үҙенең кисерештәренең сағылышы тибеҙ. Ана шунда лирик герой төшөнсәһе килеп сыға ла инде. Икенсе төрлө уны шиғыр геройы тип тә атап булыр ине: лирика – үҙ исемеңдән яҙылған шиғыр ул. Проза әҫәрендә геройҙарҙың мотлаҡ исеме була, ә шиғырҙарҙа улар күпселектә юҡ, шуға ла беҙ һәр шиғырҙы шағир үҙ исеменән яҙған тип ҡабул итәбеҙ. Мәҫәлән:

Мин – яуҙарҙа үлгән башҡорттарҙың

Тере рухы – һеҙгә һүҙ ҡушам.

Уралтауҙа һеҙ йәшәһен тиеп,

Ҡайта алмай ҡалдыҡ һуғыштан

(Рәйес Түләк. “Оран”).

Был шиғырҙа Рәйес ағай “мин” тип өндәшә, тимәк, ул үҙе һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған, тип ҡабул итергә мөмкин булыр ине. Ләкин шиғырҙы уҡығанда уҡ беҙ шуны аңлайбыҙ: авторҙың лирик геройы – ҡорбандар – беҙгә шулай тауыш бирә. Бының өсөн шағирға шартлы рәүештә шул ҡорбандарҙың “тиреһенә инеп ҡарарға” кәрәк булған: улар әлеге тормошобоҙҙо нисек ҡабул итер ине, беҙгә ниндәй баһа бирер ине һ. б.

Автобиографик әҫәр геройынан лирик герой нимәһе менән айырыла һуң? Тәүгеһендә яҙыусы-авторҙың үҙе хаҡында һүҙ барһа, лирик герой һәр шиғырҙа төрлө кеше булыуы ихтимал, мәҫәлән, шағир табип, ауырыу кеше, һуғышсы йә әсә исеменән дә сығыш яһап, уның кисерештәрен биреүе мөмкин. Әйтәйек, һуғыш тураһында шиғыр яҙыу өсөн шағирға мотлаҡ һуғышта ҡатнашырға кәрәкмәй, ә автобиографик әҫәр геройы фәҡәт үҙе ҡатнашҡан һуғышты ғына тасуирлай ала. Шуға проза әҫәрҙәре яҙыусылар йышыраҡ өсөнсө заттан (“ул”, “улар” тип һөйләп) сығыш яһаусан.

Лирик герой төшөнсәһе авторҙың үҙенә ныҡ яҡын (әлеге миҫалда күрһәткәнсә, “тиреһенә инеп ҡараған” өсөн), шуға ла ундай әҫәрҙәрҙе уҡыусы ла күңеленә яҡыныраҡ ҡабул итә. Килешерһегеҙ, әллә ниндәй уйлап сығарылған геройҙың кисерештәренә ҡарағанда, һәр кемгә лә аныҡ кешенең күңел донъяһына инеп ҡарауы ҡыҙығыраҡ. Быны берәй ваҡиғаны унда ҡатнашҡан кеше һөйләүе һәм шул уҡ ваҡиғаны кемдәндер ишеткән кешенең һөйләүе менән сағыштырырға мөмкин булыр ине. Миҫал килтереп әйткәндә: һеҙҙең класташығыҙ Австралияға барып йәшәп ҡайтты һәм һеҙгә һөйләне, йә һеҙ Австралия тураһында китаптан уҡып белдегеҙ, ти.

Дөйөм алғанда, шиғриәттә лирик герой төшөнсәһен бер шиғырҙа ғына ҡарамайҙар. Ул шағирҙың тотош ижадында (шиғырҙарында, поэмаларында) уның донъяға ҡарашы, күңел торошо һымаҡ барлыҡҡа килә – нескә күңелле, иленең патриоты, ҙур йәмғиәт эшмәкәре, киң ҡарашлы һ. б. Ана шул шағир тыуҙырған лирик герой образы уҡыусының үҙенең күңеленә лә яҡын булғанда, кеше ғәҙәттә “ул шағир миңә оҡшай” тигән тигән һығымта яһай һәм донъяла һәр кешенең “яратҡан” һәм “оҡшатмаған” шағирҙары барлыҡҡа килә. Ябайыраҡ әйткәндә, яратҡан шиғырығыҙҙы уҡығанда һеҙ, ул шиғырҙы яҙғанда уның авторы ниҙәр кисергән – шуға оҡшаш тойғоларҙы үҙегеҙ кисерәһегеҙ. Хатта ул шиғырҙа яһалған асыштарҙы ла:” Бәй, мин дә шулай уйлап йөрөй инем дә, ысынлап шулай ҙа инде!” – тип ҡабул итәһегеҙ әле…

Беҙ бында лирик герой тураһында һүҙ алып барғанда, “шағир тыуҙырған лирик герой образы” тигән яңы һүҙбәйләнеш килеп сыҡты. Шуға киләһе дәрестә һүҙебеҙ образ тураһында булыр.

4-се дәрес