- •(Йәки тәүге һөйөү тураһында әкиәт.)
- •24 Июнь 2009 йыл
- •25 Июнь 2009 йыл
- •26 Июнь 2009 йыл
- •29 Июнь 2009 йыл
- •02 Июль 2009 йыл
- •03 Июль 2009 йыл
- •11 Июль 2009 йыл
- •13 Июль 2009 йыл
- •16 Июль 2009 йыл
- •26 Июль 2009 йыл
- •30 Август 2009 йыл
- •31 Август 2009 йыл
- •13 Октябрь 2009 йыл
- •22 Ноябрь 2009 йыл
- •1 Декабрь 2009 йыл
- •11 Октябрь 2014йыл
13 Октябрь 2009 йыл
Мөхәббәттә ни өсөн барыһы ла һәйбәт кенә түгел икән? Айҙар менән яҙышҡайным бәйләнештә. Илнур менән осрашҡанды белгәс: “ Сабира, йәш арағыҙ ете йыл. Ул һине йәлләп кенә йөрөйҙөр ул. Хистәре ысындыр тип ышанмайым.”- тип яҙҙы. Шул көндән алып Илнурҙы бер һүҙ менән булһа ла насарлап ҡалырға тырышты, егеттәрҙең хыянат итеүҙәре, алдаҡсы булыуҙары тураһында яҙа башланы. Түҙмәй үҙенә: “ Егетәрҙе бер ҡалыпҡа һалғас, һиңә лә ышанырға ярамай инде,” – тип яуапланым. Шунан һуң бер талайға өнө тығылды тегенең. Тик минең күңелгә бер ҡорт төшөп ятып, Илнур телефонын алмаған, яуап бирмәгән саҡтарында күңелде ашай башлағайны инде.
22 Ноябрь 2009 йыл
Һөйләр хәбәрең күбәйһә, яныңда күңелеңде бушатырға берәү ҙә ҡалмаһа, яңынан көндәлекте хәтерләйһең икән. Илнур саҡ ҡына юғалып торһа, хәбәрҙәргә яуап яҙмаһа, ныҡ ҡыҙа инем. Төрлө ғәйептәр таға башланым. Ахырҙа, Илнур арыны шикелле. Минең сираттағы бер бәйләнгәндә: “Әйҙә саҡ ҡына аралашмай торайыҡ. Ял итәйек бер-беребеҙҙән. Тынысланып ал,”- тип яҙҙы. Мин, былай ҙа ҡыҙған нимә: “Киткәс, бөтөнләй кит!”- тинем, асыуланып. Ул бары тик : “Ярар,”- тип кенә яуап бирҙе. . Оҙаҡ ышана алмай ултырҙым. Миңә бит уның: “Саҡ ҡына түҙ, барыһы ла яҡшы булыр”, “ Мин бит һине яратам” , һис юғында “Ҡырҡа һуҡма, уйла”, тигән һүҙҙәре кәрәк ине. Тап шулай яуап бирер тип ышанғайным да. Тик йыш ҡына беҙҙең теләктәр ысынбарлыҡ менән тура килмәй икән. Ә бит Илнур хаҡ булған. Мин әле ныҡ, ныҡ бәләкәй.
1 Декабрь 2009 йыл
Илнур башҡа яҙманы ла, шылтыратманы ла. Һүҙендә торҙо. Ә мин иланым. Әсәйҙе ҡосаҡлап иланым. Әсәй бер нимә лә өндәшмәне. Айҙар ҙа “ваҡытлы ғына итеп” Илнурҙың бер ҡыҙ менән фотоһын ебәргән. Уның дуҫ ҡына икәнен белһәм дә ҡыйын булып китте. Уйҙар нисектер һүлпән генә ағалар. Ҡысҡырыр, илар, бәхәсләшер, ғәйепләр теләгем дә, хәлем дә юҡ. Нимә эшләй алам инде? Әминә( һүрәттәге ҡыҙ, Илнкрҙың дуҫы) күпкә сибәр. Етмәһә, йәштәше. Ә беҙҙең арала ете йыл! Дуҫтың һөйгән кешегә әйләнеүе ауыр түгел. Иң мөһиме: ул Илнурҙың янында,Өфҡлә. Ә мин 300 саҡрым алыҫта кескәй генә бер ҡалала ятам. Ошо уйҙар ағымын туғтата алмай, бүлмәне ҡарап сыҡтым. Бөтөн ғүмерем Илнур икән хәҙер. Ҡайҙа ҡарама фотоһүрәттәр, ул бүләк иткән уйынсыҡтар, бүләктәр.Өҫтәлдә ятҡан һәр нәмә нисек булһа ла уға килеп тоташа. Күҙгә йәш тығылды. Был һөйөү менән мин үҙем быуылам, уны бөтөнләй тонсоҡторғанмындыр инде. “Бәхетле бул, Илнур.”- тип яҙҙым да, бәйләнештә битемә сик ҡуйҙым. Телефонда номерын ҡара исемлеккә индерҙем. Бөттө. Бүлмә ҡаранғыланып китте. Тыным ҡыҫылды, бөтөн нимә әйләнә башланы.
7 декабрь 2009 йыл
Инде бер аҙна больницала ятам. Берәү менән дә һөйләшкем, берәүһен дә күргем дә килмәй. Әсәйҙән башҡа яныма береһен дә индермәйҙәр. Уйлағы ла килмәй. Тик бөгөн генә көндәлекте ҡулға алғы килеп китте. Телефон һүнек. Әсәй өләсәйгә телефондан: “Һарыға һабышҡан,”- ти ине. Нимә булалыр, тик әлеге мәлдә эргә- тирәмдә 4 стена булыуы менән мин ҡәнәғәтмен. Врачтар тиҙҙән үтер, организмың ниндәйҙер стресс кисергән тейҙәр. Ниндәйҙер... Төптө яңылышалар. Организмдың ҡыҫылышы юҡ бында. Тик быны аңлатып торорға ғына теләгем юҡ.
21 декабрь 2009 йыл
Бөгөн мине өйгә алып ҡайттылар. Тегендә ҡалыуы хәйерлерәк булыр ине. Бүлмәлә әсәй бөтөн нимәне үҙгәрткән. Стеналарҙа фотолар алмашынған. Береһендә лә Илнур юҡ. Уйынсыҡтар яңы. Шулай уҡ Илнур бүләк иткәндәре юҡ. Һәлмәк кенә барып, компьютерҙы ҡабыҙҙым. Бында ла бер фотоһүрәт тә ҡалмаған. Сыр-сыу килгән тауышҡа тәҙрә янына барып аҫҡа ҡараным. Ҡараным да илап ебәрҙем: класташтарым. Шарҙар тотоп ҡысҡырышҡан яҡындарыма ҡарап, терелә башлағанымды аңланым.
24 декабрь 2009 йыл
Гимназияла мин тереләм. Ә өйгә ҡайтһам тағын бүлмәгә бикләнеп, сикһеҙлеккә осам. Бөгөн класта мин ауырығанда бер егет бер нисә тапҡыр килеп эҙләп китте, тинеләр. Мин йылмайҙым да, өндәшмәнем. Ә өмөт сатҡылары ипләп кенә емелдәй ҙә башланылар. Дәрестән һуң күмәкләп шаулашып ҡайтырға сыҡтыҡ. Урамға еткәс: - Сабира, ҡара , теге егет тағын килгән!- тип Зәлиә ҡысҡырып ебәрҙе. Минең йөрәгем дарҫлап тибә башланы. Әйләнеп ҡараным да, үлеп-терелдем. Айҙар. Өмөттәрем селпәрәмә килде. Янына барҙым. - Оҙаҡ яттың дауаханала. Ҡурҡыттың. Яныңа индермәйҙәр ҙә,- тип һүҙ башланы Айҙар. - Нимә кәрәк? – минең уның хәбәрен тыңлап торғом килмәй ине. - Һине күргем килде,- тине. - Өфөнән былай ошонда килдеңме мине күрәм тип?- мин йыбанып ҡына мыҫҡыллы йылмайҙым,- минең дә һине күргем килә ине. Һине күреп, “Айҙар, мин һине күралмайым”, тип әйткем килә ине. Яйлап боролдом да, класташтарым янына киттем. Улар, кем дә кем тип һораша башлағас, илай башланым. Өйгә тиклем оҙатып барҙылар, мин өйгә тиклем илап барҙым. Әсәй тиҙ генә врачҡа шылтыратты, мин һаман тыныслана алманым. Класташтарым нимә булғанын әсәйгә һөйләп бирҙеләр. Врач килеп укол һалды, тынысландым. Доктор әсәй менән оҙаҡ һөйләште. Мин яйлап йоҡлап киттә башланым. Мин бит ошо ваҡыт буйы мине һин эҙләгән тип өмөтләнә инем, Илнур. Ә ул инде мин күптән онотҡан Айҙар булып сыҡты.
31 декабрь 2009 йыл
Яраларҙы ваҡыт барыбер дауалайҙыр. Әсәйем мәктәпкә башҡа ебәрмәһә ла, класташтар көн дә тейерлек килеп торҙолар, күңелде күтәрергә тырыштылар. Улар ҡайтып китһә, тағы күңелһеҙләнә инем. Кисә әсәй менән атайҙың һөйләшкәнен ишеттем. Әсәй илай башланы. Сыҡманым, йыуатманым. Йәлләйем үҙем яҡындарымды, миңә ҡарап үҙәктәре өҙөлә. Ләкин үҙем менән бер нимә лә эшләй алмайым. Бөгөн яңы йыл. Яңы өмөттәр, теләктәр менән яңы кеше булып аяҡ баҫ яңы йылға, ти әсәйем. Мин тырышырмын. Тик һинең өсөн генә, әсәй, тырышырмын.
7 ғинуар 2010 йыл
Әсәйемә биргән һүҙҙә торорға тырышам. Өйҙә шат йөҙ менән йөрөйөм, күңелһеҙләнмәйем, бер туҡтауһыҙ нимә менәндер булам. Тик кисен генә бүлмәгә инеп бикләнәм дә, бөгөлөп төшәм. Илнурҙы уйларға уйҙарға ирек бирәм. Көндәлектә лә торған һайын һирәгерәк яҙам. Бәлки бөтөн һағышты үҙемдә тотоп өйрәнгәнмендер. Сөнки Илнурҙан хәҙер әсе һағыштан башға бер нимә лә ҡалманы. Был һағышты ғына булһа ла үҙемдеке иткем килә. Хатта көндәлек менән дә бүлешкем килмәй. Нимә был? Һөйөүме? Улай тиһәң, бер яҡлы ғына яратыуҙы ауырыу тиҙәр бит. Тимәк, мин ғашиҡ ҡыҙ түгел, ә ауырыу. Хәтәр. Шәп. Миңә тигәндә гел иң мәғәнәһеҙе инде. Хатта ауырыуы ла.
14 ғинуар 2010 йыл
Өләсәйгә ауылға ҡайтып килдек. Тыныс. Рәхәт унда. Бар уйҙарымдан арынып, таҙарынып киткән кеүек булдым.
Өләсәй үтә күрә ул. Йоҡларға ятҡас та, янға килер булды. Һөйләшеп ятабыҙ, шуға күрә кисен дә Илнурҙы иҫләргә ваҡыт ҡалмай ине. Ҡартайға кейәүгә димләү буйынса сыҡҡанын һөйләне. Бер аҙна туй булды. ти. Өләсәй әсәһенә минән ҡотолоуға шулай шатланаһығыҙмы тип, үсегеп бөткән. Бер аҙна ғына таныш булғандар буласаҡ ире менән! Иҫ китмәле. Һәм һаман да бер-береһен аңлап, бергә-бергә ғүмер итәләр. Эх. Кире ҡайтҡым килә ауылға. Был ҡала мине тонсоҡтора.
18 апрель 2010 йыл
Ҡышҡы каникулдарҙан һуң әсәйем түңәрәктәрҙе ике тапҡыр күбәйттерҙе. Өйҙән иртәнге 8-ҙә сығып китеп, киске унға ғына ҡайтып етәм. Туҡтауһыҙ репетициялар, конкурстар, концерттар, ҡайҙалыр нимәлер яҙыу... Йырға, бейеүгә өлгөрөргә, аҙаҡ биатлон, бассейн... Ҡайтаһың да, арманһыҙ булып йоҡоға ауаһың. Үҙ-үҙемде йәлләмәй шөғөлләнәм барыһы менән дә. Инде ҙур ғына еңеүҙәрем бар. Рәхмәт, Илнур, тип әйтергә кәрәктер. Барыһы ла тик уның өсөн генә. Барыһы ла уны уйларға ваҡыт ҡалмаһын өсөн.
30 май 2010 йыл
Бына. Бер уҡыу йылы шаулап үтте лә китте. Әсәй, сентябрҙән берҙәм дәүләт имтиханына ныҡлап әҙерләнә башлайһың, тине. Ә йәйем ял итергә. Аҙаҡ ат кеүек егелеп эшләргә лә эшләргә. Имтихандар тип түңәрәктәрҙе ҡалдырырға уй юҡ былай. Нисек барыһына ла өлгөрөрмөн- белмәйем. Ә хәҙер йәйгә, өләсәйгә!
31 август 2010 йыл
Йәйем бөттө. Өләсәйҙән яңы ҡайтып тороуым. Көндәлекте асып. Баштан уҡып сыҡтым. Ҡыйын булып китте. Һағынам Илнурҙы һаман да. Тик уны уйлағанда элекке кеүек һыҙланыу, әрнеү түгел, ә ниндәйҙер татлы ауыртыныу кеүек. Минең тормошомда булғаны, килтергән шатлығы, ҡайғылары, күҙ йәштәре өсөн рәхмәтлемен. Ҡулға алырға форсат булырмы көндәлекте, белмәйем . Ауыр уҡыу йылы көтә. Бигерәк ауыр.
25 июнь 2011 йыл
Бына тормошомдоң бер бүлегенә йомғаҡ яһаным. Гимназиям менән хушлашыр көн. Һуңғы бал. Минең тормош атылған йондоҙҙай ҙур тиҙлек менән барҙы һуңғы йылда. Егеттәр янымда булманы түгел, булды. Тик улар гел икенсе урында ҡала килделәр. Ә кемдең икенсе урында булғыһы килһен? Ә беренсе урын гел Илнурҙыҡы булды.
Күрешмәнек уның менән бүтән. Һөйләшмәнек, яҙышманыҡ та. Һағынманым тип тә яҙыр инем... Юҡ, һағындым. Ҡайһы бер төндәрҙә үҙәккә үтеп һағындырҙы. Түҙҙем. Һынырға ни, мин бит инде сыныҡҡан.
4 август 2011 йыл
Өфөгә уҡырға индем. Нисектер ҡурҡыта ла. Әсәйҙең, минең Өфөнө һайлағанды белгәс, беренсе һүҙе: - Илнур осрап ҡына һәләк итә күрмәһен инде үҙеңде!- булды. Мин йылмайҙым, өндәшмәнем. Үҙемә ҡыйын темалар булғанда өндәшмәй ҡалырға өйрәнгәнмен инде. Илнур быйыл уҡып бөтә шикелле. Бәлки, бөтөнләй Өфөлә ҡалмаҫ. Нимә генә булмаһын, минең тормошом күптән уныҡынан айырым аға.
3 сентябрь 2011 йыл
Өфө. Мине, йәш баланы, үҙенең ҡайнар ағымына шундуҡ йомоп алды. Барыһы ла яҡшы тейер инем. Тик минең төнгө һулҡылдауҙарым, йәш аралаш һаташыуҙарым – барыһы ла юл аша йәшәй. Илнур юл аша ятаҡта көн күрә. Әсәйемә ул тормошома башҡа инмәҫ, тип һүҙ бирҙем. Шуға осрашыуҙарҙын ҡасам. Әлегә юлдар киҫешкәне юҡ, шөкөр. Яңы дуҫтар. Яңы таныштар, саралар, күтәреләһе яңы үрҙәр мине бойоҡмаҫҡа өндәй. Миңә бит әле 18 генә йәш! Тормошом яңы башланып ҡына тора.
17 сентябрь 2011 йыл
Әйҙәүселәр әҙерләүсе түңәрәккә яҙылдым. Нисәмә йыл үткәс, мин яңынан ошо тылсымлы баласаҡ донъяһына сумырға әҙермен. Һыуһаным ошо тормошҡа! Балалар менән уйнағы, көлгө, сараларға әҙерләнге, кистәрен уйында шашҡы килә. Киләһе йәйем һәйбәт үтергә тейеш, Алла бойорһа.
26 май 2012 йыл
Бөгөн лагерҙарға бүлеү булды. Һәм, ниндәйҙер бер мөғжизә ярҙамындамы, мин йәйләүгә эләктем... Баш тартырға ла булыр ине, тик ниңәлер быны эшләмәнем. Ә хәҙер бына әсәйгә нисек әйтергә икән тип, аптырап ултырам. Шунан, сәләм, йәйләү, тип әйтәйемме икән?
Көндәлекте уҡып бөттөм дә, иренде сылатҡан йәштәрҙе һөрттөм. - Ила, ила, һеңлем,- яныма өлкән тәрбиәсе килеп ултырҙы. Мин ял иткәндә спорт буйынса белгес булып эшләгән был бөҙрә сәсле апай мине килгәс үк танығайны. Әле лә миңә текләп ултырҙы ла: - Һағынаһыңмы?- тип һораны. Мин аптырашлы ҡарашымды уға күтәрҙем. – Беләм мин, беләм. Һөйләнеләр. Мин көлөмһөрәнем дә: - Юҡ, бында килгәс кенә нисектер ҡыйын кеүек, Әлфиә Рәүеф ҡыҙы. Мин ул саҡта бигерәк бәләкәй инем. Илнурҙан хыял яһаным. Уның ниндәй икәнен белмәйенсә, уның образын башымда үҙем төҙөнөм . Шул уйлап сығарылған образға аҙаҡ табындым. Әлфиә Рәүефовна мине һаҡ ҡына ҡосаҡланы ла: - Сабира, аҡыллым, Илнур ҙа бит көттө һине. Киләһе йылында ла килде, тик һин килмәнең. Мин бит шул йылы уҡ һиҙеп, күреп йөрөнөм. Һине яратҡанын күреп кенә, бер нимә лә өндәшмәнем. Үҙең беләһең, әйҙәүселәргә балалар менән ниндәй ҙә булһа шәхси мөнөсәбәттәр булдырыу тыйыла. Ул йыл һайын килде йәйләүгә. Йыл һайын көттө. Мин уйсан ғына итеп: - Ә быйыл бит юҡ,- тинем. Әлфиә Рәүеф ҡыҙы аптыранып ҡалды. Өндәшмәй бер талай ултырғас: -Сөнки быйыл ул өйләнә, - тине.
Аҙаҡҡы һүҙ
