Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
ине ткн кндр. лиева.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
43.9 Кб
Скачать

03 Июль 2009 йыл

Бөгөн иртәнсәк торғас, үҙемде көс менән йылмайырға тырыштым. Ырыу менән иртәнге линейкаға киттек. Үҙебеҙҙең урынға барып еткәс, беренсе ырыу яғына әйләнеп ҡараным да, ҡатып ҡалдым. Илнур янында оҙон ҡара сәсле, түңәрәк битле, уртаса буйлы сибәр бер апай тора ине. Ауыр тын алып ҡуйҙым. Илдар тиҙ генә шул яҡҡа әйләнеп ҡараны ла, мине тота һалды. Артабан линейкала нимә һөйләгәндәрен дә ишетмәнем: ниндәйҙер шау-шыу ҡолаҡты ярып барған кеүек ине. Ваҡыт инәлтеп оҙаҡ һуҙылды. Бөттө. Корпусҡа ҡайтырға йүнәлдек. Нисек килеп сыҡҡандыр, беренсе ырыу беҙҙең ырыу артынан юлға төштө. Ә рәттә мин Илдар менән аҙаҡҡы торам: тимәк, Илнур ағай минең арттан ғына килә. -Сәләм, ҡасҡалаҡ,- Илнур ағай минең уйымды ишеткән ише һүҙ ҡушып та өлгөрҙө. Беҙҙең ырыу икенсе юлға боролдо. Мин дә ошо юлға төштөм дә, туҡтаным. Илнур ағай ҙа сибәр юлдашы менән беҙҙең янға боролоп, туҡтанылар. -Кисә көнө буйы күренмәнең, нимә булды? Һағынманыңмы әллә? – Илнур ағайҙың яңы сыҡҡан ҡояш кеүек йылмайған йөҙөнә ҡарап ытырғанып ҡуйҙым. Тамаҡҡа тағын төйөр йыйыла башланы. Минең өндәшмәҫте аңлаған Илдар минең өсөн яуап бирҙе: - Ул кисә арыған ине, Илнур ағай. - Туғандар ныҡ ҡунаҡ иттеме әллә? Ашҡаҙанға көс етмәй инеме?- үҙенең шаяртыуын ҡыҙыҡ күреп ихласлап көлгән әйҙәүсегә аптырап, беҙ Илдар менән бер- беребеҙгә ҡарашып ҡуйҙыҡ. Инде боролоп китәйемдер тип уйлағанда ғына, был сибәр апай телгә килде: -Илнур, таныштыраһыңмы мине был бәләкәс менән, әллә юҡмы? Мин бер секундҡа нисек тын алырға икәнен оноттом. Илнур ағай миңә ҡараны ла: - Ысын, ғәфү ит. Сабира,Таныш бул, был- Айгөл.- Айгөл йылмайып ҡулын һуҙҙы: -Кисә үк таныштырам тей ине, ниңәлер һине тапманыҡ. Ҡустым мин килгәндән алып һине һөйләп башты ҡатыра… Артабан Айгөлдөң нимә һөйләгәнен аңламаным да, ишетмәнем дә…

11 Июль 2009 йыл

Бөгөн йәйләүҙә һуңғы көн. Шул тиклем төрлө мәлдәргә, сағыу көндәргә бай булды һуңғы ун көн! Хатта яҙырға ваҡыт та, форсат та булманы. Иң ҡурҡҡаным: Илнур менән беҙҙең мөнәсәбәттәр. Нимә булыр артабан? Мин бер ҡалаға, ул икенсе ҡалаға юлланасаҡбыҙ. Илдар, ҡыҙҙар, әйҙәүселәр... Ошо 21 көн эсендә йәндәй күргән яғындарға әйләнеп өлгөрҙөләр. Ауыр әле. Ауыр. Илнур киске уйында әйҙәүселәргә балалар менән бейергә ярамаһа ла, мине талғын бейеүгә саҡырҙы. Бөтәһендә лә икәү бейенек. Аҙаҡҡы “Онотмайым ҡояшым мин һине” тигән йырҙа илап ебәрмәҫ өсөнбар көсөм менән тырыштым. Әле башҡа ырыуҙар таралғас та, байтак беҙҙең корпус алдындағы күк ширлектә ултырҙыҡ. Һуң, тип мин инергә ынтылғас, Илнур ҡапыл мине үҙенә тартты ла, иренемдән һаҡ ҡына үбеп алды. Мин оялыштан күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймай инеп киттем. Ҡыҙҙар нимәлер һөйләп шаулашалар, ә мин һаман миңә ҡағылған эҫе ирендәрҙе, бөтә тәнде ойотҡан шул мәлдәге тойғоно онота алмай ятам. Бына инде иртәгә иртәнсәк юлға. Мине иртәгә күрмәҫен Илнур белмәй ҙә әле ул...

13 Июль 2009 йыл

Мин өйҙә. Әсәй һәр саҡтағыса үҙенең раҫ булыуы, мине йәйләүгә ебәреп дөрөҫ эшләүе тураһында бытырлай. Мин уны тыңламайым да тейерлек, сөнки күңелем менән һаман ике көн элек бөткән ожмах мөйөшөндәмен. Бер яҡтан нисектер уңайһыҙ ҡыҙҙар алдында. Сөнки ҡайтыр көндө мин әсәйемдәрҙе иртәнге аш мәлендә килергә ҡуштым. Минең ҡайтып киткәнде береһе лә күрмәй ҡалды. Йәмилә апай хушлашҡанда ҡосаҡлағас, илап ебәрҙем дә: -Бына шуға ла мине береһе лә оҙатмаһын, тип уйланым да инде. Былай ҙа күҙ шәмәреп бөттө. Илнур аҙаҡ шылтыратып орошто, ә мин уның тауышын ишетеп кенә лә илай башлай инем. Ошо көндәрҙә ҡалаға килергә һүҙ биргәйне. Әсәйгә генә Илнур тураһында һөйләмәгәнмен. Белһә, бөттө баш инде. Шуға күрә, әлегә өндәшмәү хәйерлерәк.