Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
ине ткн кндр. лиева.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
43.9 Кб
Скачать

29 Июнь 2009 йыл

Ә йәйләүҙә торған һайын ҡыҙыҡ. Бөгөн киске уйындан һуң беҙҙең ырыу шаулаша-көлөшә корпусҡа китте. Мине талғын бейеүгә саҡырған беренсе ырыу егете Айҙар ҙа беҙҙең арала ине. Корпус алдында беҙҙе Камил ағай ҡаршыланы: -Балаҡайҙарым-бәләкәстәрем! Тиҙ генә йыуынабыҙ, һеҙҙе әүен баҙарына китергә карандастар көтә! Әсе теллеләре Камил ағай менән телләшеп, шаярып үтте. Бөтәһе лә бүлмәләргә йыуыныу кәрәк ярағына йүгерҙе, тик мине әйҙәүсе туҡтатты ла: -Әҙерәк кенә көт әле,- тине. Мин әллә оялып, әллә үҙемә шундай шәхси мөнәсәбәтте өнәп еткермәй, ҡапыл ситкә ынтылдым: -Камил ағай, әүен баҙарына һуңлайым, - тип, битемдең ҡыҙарыуын баҫырға тырышып, инеп киттем.

Йыуыныу бүлмәһендә һәр ваҡыттағыса хөрриәт! Шаулашалар, шаяралар, һуғышалар, буяшалар. Тик бөгөн нығыраҡ шаштылар – бер кранды һындырып та ҡуйҙылар. Йәмилә апай йыуынып өлгөрмәгәндәрҙе тышҡа сығып, йыуынып килергә ҡушты. Тыштағы йыуынғыста йылы һыу юҡ, шуға был хәл мине артыҡ ҡыуандырманы. Башҡалар сәрелдәшеп алға йүгерҙе, ә мин “йыуынырғамы, әллә юҡмы” тигән икеле-микеле уйҙар менән яйлап атлап барҙым. Мин барып етеүгә башҡалар йыуынып бөтөп, кире йүгерҙе. Мин эргәләге урмандың шомло, сикәндергес тынлығын тыңлай-тыңлай, йыуынырға тотондом. -Сәләм. Йөрәгем шыу итеп ҡалды. Янымда таҫтамалын тотоп Айҙар тора ине. Әллә кәйефе шәп, миңә ҡараған да, ауыҙ тултырып йылмая. -Шәләм,- тинем мин теш шеткаһын ауыҙҙан сығармай ғына. -Ниңә бында йыуынаһың?- аптыраулы ҡарашын миңә төбәне бөҙрәбаш. Уның һорауы ни өсөндөр мине шул тиклем асыуландырҙы, әйтерһең был уның ғына йыуынғысы. Асыуымды тыйырға тырышып: -Шөнки,- тинем дә, теш йыуыу менән ныҡ мауыҡҡан йөҙ яһаным. -Сабира бында аҙашып килеп сыҡҡанмы?- Илнур ағайҙың тауышын ишетеп, пастаға быуыла яҙып, төкөрөнөргә тотондом. Берәй ҡасан уның алдында йүнлерәк ҡиәфәттә күренерменме икән? -Эйе, аҙаштым!- тинем дә, туһырайып, иртәгә иртән торғас уҡ ағайымды килеп алырға ныҡышырға үҙ-үҙемә һүҙ биреп, корпус яғына ынтылдым. -Көт, Сабира,- Илнур ағай беләгемдән тотоп алды. – Отбой күптән булды, мин әйҙәүсе булараҡ һине яңғыҙ йөрөтөргә тейеш түгелмен. Сабыр ит, хәҙер үҙем алып барып ҡуям. -Мин юлды беләм, тағы ла, һеҙ бит минең әйҙәүсе түгел,- тип тағы ла тырмамды арҡыры һөйрәй башлағайным, Илнур ағай ҡаты ғына итеп: -Телеңде ҡыҫҡартырға кәрәк. Әйҙәүселәр менән телләшмә,- тине. Аңлашылды. Тымдым. Тыныс ҡына көтөп торам. “Әйҙәүсе” ишараты боролоп ҡараны ла: -Нисек өндәшмәй ҡалдың ул? –тип аптырап һораны. Мин йондоҙҙарғаа “һоҡланып” ҡарап тороуомдо белдем. Йәнәһе, уны ишетмәйем дә. Эргәлә, күптән йыуынып бөтһә лә, һаман тапанып Айҙар тора ине. -Илнур ағай, Сабираны үҙем алып барып ҡуяйыммы әллә? -Айҙар, отбой һинең өсөн дә яңғыраны. Зеү бүлмәңә. – Илнур ағай битен һөртөп, таҫтамалын яурынына һалды ла миңә боролдо .– Киттек, ҡыҙый. Мин Айҙарҙың асыуҙан аларған йөҙөнә күтәрелеп ҡараным да , Илнур ағай артынан йүнәлдем. Бер талай өндәшмәй барғас, Илнур ағай тынлыҡты боҙҙо: - Камил ағайың әйткәндә ниңә әҙерәк кенә көтмәнең?- Һиҫкәндерҙе был һорау. Шулай ҙа әсәйҙән күскән әсе тел үҙенекен итте, яуап тиҙ табылды: - Сөнки, Илнур ағай, отбой минең өсөн дә яңғыраны. Көндө тамамлау өсөн ошо яуап менән корпусҡа йүгереп инеп китеү иң шәп ысул булыр ине. Тик ул минең уйымды уҡығандай ҡулымды тотоп алды ла: - Сығынсыҡланма, зинһар.- Әфлисунлы пакет тотторҙо. – Төшкө аш мәлендә малайҙарҙан әфлисун талағаныңды күрҙем дә, уларҙы йәлләп киттем. Мин аптыранып торған арала Илнур ағай боролоп китеп тә барҙы. Мин шулай китергә тейеш инем! Ярай, бөгөнгә 1:0. Илнур ағай файҙаһына.