- •(Йәки тәүге һөйөү тураһында әкиәт.)
- •24 Июнь 2009 йыл
- •25 Июнь 2009 йыл
- •26 Июнь 2009 йыл
- •29 Июнь 2009 йыл
- •02 Июль 2009 йыл
- •03 Июль 2009 йыл
- •11 Июль 2009 йыл
- •13 Июль 2009 йыл
- •16 Июль 2009 йыл
- •26 Июль 2009 йыл
- •30 Август 2009 йыл
- •31 Август 2009 йыл
- •13 Октябрь 2009 йыл
- •22 Ноябрь 2009 йыл
- •1 Декабрь 2009 йыл
- •11 Октябрь 2014йыл
Һинһеҙ үткән көндәр.
(Йәки тәүге һөйөү тураһында әкиәт.)
Инеш.
Тынып ҡалған лагерь уртаһында туҡтаным да, тирә-яғыма ҡарандым. Эргәлә буяуҙары ҡуба башлаған күк ширлек тора. Оҙаҡ уйламай, шунда барып ултырҙым һәм һулҡылдап илап ебәрҙем.
Нисәмә йылдар йыйылған күҙ йәштәремде түгә-түгә, донъя тигән ауыр нимәнең бер урынға килеп төртөлгәнен, ваҡыт тигәненең туҡтап ҡалғанын аңланым. Инде таушала башлаған көндәлегемде ҡуйындан алдым, һүрән генә яҡтырған фонарға ҡарап, уйға ҡалдым. Бына тағы ла хәтер бар ауырлығы менән иңгә баҫты...
-Бер үткән яраны асҡас, әйҙә, тоҙон да һибеп ҡуяйыҡ,- тип үҙ алдыма йылмайҙым да, көндәлектең тәүге битен астым.
24 Июнь 2009 йыл
Машинаның артында бар салонға һуҙылып яттым да, турһайып әсәйемә ҡараным. Бер аҙ үткәс, тағы ла һүҙ ҡуҙғаттым: - Әсәәәәй, миңә ул лагерға мотлаҡ барырғамы?- Әсәйем миңә әйләнеп тә ҡарамайынса: -Мотлаҡ,- тине. -Әгәр ҙә миңә унда оҡшамаһа?- тауышымды ни тиклем генә йәлләүес итергә тырышманым, яуапҡа алған: -Түҙерһең!- тигәне минең хәл мөшкөл икәнен аңлатты.
Йәйемдең матур бер айы ошо тау-урман араһында, алыҫта үтәсәк. Яҡын дуҫтарһыҙ, туғандарһыҙ, өләсәйһеҙ! Тәҙрә аша йүгергән йөҙәр, меңәр ағастарға ҡарап, мин уларҙы инде күрә алмағанымды аңланым.
-Төш, килеп еттек.- Иҙрәп киткән мине әсәйҙең тауышы айнытып ебәрҙе. Мин һаман да турһайған килеш төштөм дә, багажниктан сумкаларҙы ала башланым. Тирә-яҡҡа күҙ һалдым: күп машиналар, күп балалар, күп ата-әсәләр. Кемдәрҙер инде беренсе йыл ғына ял итмәйҙәр, ахыры, бер-береһен күреп ҡосаҡлашалар, ҡыуаналар. Минең кеүектәр ҙә бар: теләмәй генә сумкаларын тотоп теркәлеү еренә ыңғайлаусылар.
Әсәйем менән сиратҡа баҫтыҡ. Минең моңһоу йөҙөмдө күрепме, теркәүсе апай йылмайҙы ла: -Бында күңелле ул, моңайма әле! Әсәйең был лагерҙы һайлап, һис тә яңылышмаған! – тине. Мин был апайға текәлдем дә: -Күңелле булһа, үҙе ҡалһын.- тип яуапланым. Әсәйҙең дә, был һипкелле апайҙың да нимә әйтерен көтмәй, боролоп китеүҙе хуп күрҙем.
Корпустар уртаһында туҡтаным да, тауышымдағы ҡалтыраныуҙы ла йәшермәй, әсәйемә боролдом: -Ошо урман төбөндә ятайыммы? Бында хатта бәҙрәф тә тышта! Әсәй! Мин йәйемде ошолайтып боҙор өсөн көтөп алманым! – Үҙ-үҙемде ҡулға ала алмағанды аңлапмы, әсәй ҡосаҡланы. -Сабира, тыңла! Һин миңә аҙаҡ рәхмәт әйтерһең!- Мин әсәйҙең ҡосағынан ысҡындым да: -Рәхмәт! Хәҙер үк әйтәм! Рәхмәт ошо төпкөлгә килтереп ырғытҡанға!- Йән асыуы менән сумкаларҙы алдым да, корпусҡа инеп киттем. Миңә тейешле бүлмәне табып, буш карауат янында туҡтаным, мендәргә йөҙтүбән ауҙым.
Ишектә тапанып торған әсәйемә боролоп ҡарамай ғына: -Кит!- тинем. Бер нисә секундтан әсәйемдең алыҫлашҡан аяҡ тауышын ишетеп, илап ебәрҙем. Күпме илағанмындыр, иңбашыма ҡағылған ҡулды тойоп, башымды күтәрҙем. -Ну дауыл ҡуптарҙың, ҡыҙыҡай!- тип көлөмһөрәп ҡараған күҙҙәрҙе осратып, һынымды турайта һалдым. Ҡарағусҡыл бөҙрә сәсле, бәләкәй буйлы, киң битле, кескәй генә танаулы был ҡыҙ һаман миңә ҡарап йылмая ине. Мин йәштәремде һөрттөм дә: -Ураган эшләһәң дә әҙ булыр ине,- тип яуыпланым.Был ҡыҙый һаман күҙгә текләп йылмайыуын дауам итеп: -Мин һинең әйҙәүсең булам. Йәмилә апайың,- тип ҡулын һондо. -Сәләм. Сабира.- Ҡулдары йомшаҡ ҡына ине Йәмиләнең. -Матур исем, нимә аңлата ул? -Сабыр тигәнде. -Шулай булғас, ниңә күҙең шәмәреп ултыра? Сабыр бул! – арҡамдан тупылдатып яратты Йәмилә апай,- йыуын, йыйын- хәҙер төркөм менән танышасаҡбыҙ.
