- •Рәсәй федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығы
- •Р.Х. Ғизәтуллина йәншишмә ҡайҙан башлана?
- •2.1.Буй етмәгән ергә уй, ҡорал етмәгән ергә хыял етә
- •2.2. Йыһанға өлгәштереүсе ете ҡапҡа
- •Муладһара
- •Свадистана
- •Манипура
- •Анахата
- •Вишудда
- •Сахасрара
- •Ил тигәндең кеме юҡ
- •2.6.Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем
- •1.Донъя алмаш килә26
- •2. Оҡшаш оҡшағанын табыр28
- •3. Донъя - алдаҡ29 Улай тиеп кем әйтә,
- •4. Донъя – ғазап 30
- •2.6. Ҡурайы юҡтың өнө юҡ, өнө юҡтың көнө юҡ
- •2.3. “Урал батыр” ҡобайырында йога тәғлимәте
- •2.4.“Урал батыр” ҡобайыры сюжеттары Ҡөрьән аяттарында
- •2.5. Халыҡ әйтhә, хата әйтмәҫ, хаҡ әйтер
- •4. Ҡулланылған әҙәбиәт
- •Гизатуллина Рашида Хаевна,
- •Откуда начинается Родник Духовности?
2.2. Йыһанға өлгәштереүсе ете ҡапҡа
“Беҙ һеҙҙең өҫтөгөҙҙә ете юл барлыҡҡа килтерҙек” [Ҡөрьән-Кәрим; ”Әл-Муъминун” сүрәһе, 23:17]
Йога тәғлимәтенең асылы булған төп ете чакраның санскрит атамалары башҡорт телендә әлегәсә үҙҙәренең тәү мәғәнәһенән әллә ни тайпылмай һаҡланып һәм ҡулланылып йөрөүҙәре иғтибарға лайыҡ! Әйҙәгеҙ, беҙ уларҙы юллап ҡарайыҡ. Бер үк ваҡытта сағыштырыу өсөн Ҡөрьән Кәримдән уларҙың мәғәнәһенә ярашлы аяттар килтерәбеҙ.
Муладһара
“Ул һеҙҙе тупраҡтан барлыҡҡа килтерҙе, шунан һеҙ, кеше булғас, таралыштығыҙ” [Ҡөрьән-Кәрим: “Әр – Рум” сүрәһе, 30:20]
Муладһара3– йән эйәләренең hөйәктәрен, ит-мускулдарын, кимерсәк, тарамыштарын барлыҡҡа килтереүсе, умыртҡа бағанаһының төбө – ҡоймоста урынлашҡан көс-ҡеүәт үҙәге. Тәбиғәтте барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашҡан 5 тәүэлементтың беренсеhе – ер элементына тап килә. Йән эйәләре үлгәс тә, тән сереп, киренән тупраҡҡа (прах!), балсыҡҡа әүерелә. Был чакра физик тәндең үҫеше, сәләмәтлеге өсөн яуаплы. Еҫ hиҙеү hәләте лә уның менән бәйле. Муладhара әүҙемләшкәндә тән температураhы күтәрелеп, төрлө сир барлыҡҡа килтереүсе вирустар менән көрәшә, ошоноң менән был чакра сәләмәтлек өсөн ҙур әhәмиәткә эйә. Шулай уҡ уның ярҙамында йоҡоноң ваҡытын ҡыҫҡартыуға өлгәшәләр. Кешенең аңы ошо чакрала ғына тупланhа, ул физик яҡтан көслө, баhадир ҡиәфәткә эйә була ала. Дошманын ботарлап ташлау уға бер ни түгел. “Асыуҙан hарыуы ҡайнай” тигән төшөнсә улар тураhында. Ошо үҙәк аша ғына көс-кәрҙе сарыф итеүҙән тыйыу өсөн йоганың беренсе тыйыу-киҫәтеүе үтәлергә тейеш тә инде: “Yлтермә”. Был тыйыуҙы “йән эйәләренең йәнен ҡыйма” тигән киң мәғәнәhендә аңларға кәрәк. “Йәнлектең йәнен алған – йәлсемәгән, кейек аулаған – кинәнеп йәшәмәгән”, – тигән боронғолар. Хатта ошоға бәйле донъяуи ҡарашын йырға ла һалып ҡалдырған тәбиғәт йәнле халҡыбыҙ:
Бүртә аттар менеп бүр(е) тун кейеп,
Бүре ҡыуа башҡорттар балаһы.
Арт яғыҡайҙарын боролоп ҡарап,
Үк(е)реп илай бүренең анаһы.
(“Һунар көйө”)
Аңы муладһара кимәлендә туҡтағандарҙың унан өҫтәге чакралары ябыҡ була, hәм, әлбиттә, өҫтәгеләрҙең тормошо, уларҙың hәләтенә хас хәл-торош был кимәл кешеhе өсөн түгел. Халыҡ ижадында был кимәлдәге кешенең холоҡ-фиғелен сағылдырған мәҡәл-әйтемдәр, киҫәтеүҙәр күп кенә:
Асыу – ағыу, йотhаң – дарыу.
Асыу – бысаҡ, аҡыл – таяҡ.
Асыу алдан, аҡыл – арттан.
Асыуың айғыр булhа, аҡылыңды теҙген ит.
Аҡайған күҙҙә аҡыл аҙ.
Артҡы аҡылға кем дә бай.
Беләкле берҙе йығыр, йөрәкле меңде йығыр.
Буй үҫтермә, аҡыл үҫтер.
Ҡыҙыу кеше тиҙ ҡартайыр.
Тиле асыуы – яман асыу.
Тиле тилерhә, тирәк йыҡҡан.
Кеше-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү маҡсатынан Ислам ҡанундары аша ла ошондай уҡ йөкмәткеле аяттар керәсәк :
“Бер кешенән үс алырға теләгән саҡтарҙа ла насарлыҡты ул кеше үҙе эшләгән тиклем генә эшләгеҙ, бер һуҡҡанға ике тапҡыр һуҡмағыҙ. Әгәр инде сабырлыҡ күрһәтеп, үс алмай ҡалһағыҙ, был бигерәк тә яҡшы.” [Ҡөрьән Кәрим: “Әл-Нәхл”(Бал ҡорттары) сүрәһе, 16:126].
Свадистана
“Беҙ күктән кәрәк миҡдарҙа һыу төшөрҙөк һәм уны Ерҙә урынлаштырҙыҡ, һәм уны юҡ итергә лә көсөбөҙҙән килә.” [Ҡөрьән-Кәрим: “Әл-Муъминун” сүрәһе, 23:18].
2. Свадистана4 – икенсе тәүэлемент – hыу элементы менән бәйле. Тәм тойоу, түллек ағзаларының, hейҙек ҡыуығы, бөйөрҙәр эшмәкәрлегендә ҡан, шайыҡ, төкөрөк, сперма, лайла кеүек шыйыҡсаларҙы барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашыусы ҡеүәт үҙәге. Изге китаптан аяттар менән дә раҫлайыҡ әле был мәғлүмәтте: “Беҙ кешене шыйыҡ балсыҡтың асылынан яралттыҡ. Унан һуң Беҙ уны тамсы итеп ышаныслы урынға килтерҙек” [Ҡөрьән-Кәрим: “Әл-Муъминун” сүрәһе, 23:12,13]. Тәм тойоу hәләтен дә ул тәьмин итә. Енси яҡтан өлгөрөү осоронда аң ошо чакрала туплана, ҡапма-ҡаршы енескә тартылыу, шулай уҡ уны үҙеңә ылыҡтырыу hәләте тап уның менән бәйле. Ошо хискә генә hуғарылған ғашиҡлыҡ нигеҙендә күптәрҙә шиғриәткә, йыр-моңға hәләтлелек асыла. Араҡы, hыра кеүек эсемлектәрҙе (hыу элементы!) ҡулланыу был тойғоларҙы ҡуҙғыта, енси теләктәрҙе көсәйтә. Дәрт-дармандың артыуы, күңелдең ашҡыныуы йылдың ҡайhы мәленә тап килеүен иҫләйhегеҙҙер? Әлбиттә, ташҡын hыу даръяға әйләнгән саҡта! Әгәр был чакрала тупланған ҡеүәтеңде енси теләкте hуғарыуға ғына ҡулланhаң, ошо кимәлдә үҫеш тотҡарлана, артабан юғарыраҡ кимәлдәге ижадҡа юл ябыла, сөнки был кимәлдә ер йөҙөндәге барлыҡ йән эйәләре үҙенән һуң нәҫел ҡалдырыу, үрсеү маҡсатында ҡуллана. Аңы ошо кимәлдә тупланып, артабан үҫешкә ынтылмағандар хайуандар донъяhына хас булған үҙеңдән көслөрәктән ҡурҡыу сифатына ла эйә булыр. Йәшәү рәүешеңде үҙгәртеү, интеллект кимәлеңде күтәреү өсөн свадистана тәьҫирендәге аң томаналығынан арынып, сексуаль энергияңды киләhе чакраға – манипураға йүнәлтеүгә өлгәшергә кәрәк. Fишыҡлыҡтан арыныу – йоганың икенсе талабы, сөнки был ғәҙәт бәндәне уйнашсыға әйләндереп, түбән тәгәрәтeр.
Был кимәлдең ыңғай hәм кире яҡтарын асып биреүсе түбәндәге тапҡыр hүҙҙәрҙән hәр кем үҙенә файҙалы hығымта яhай алыр:
Алтынды тут алмаҫ, hыуҙы ут алмаҫ.
Бар иткәнде пар иткән.
Белеп hөйhәң – йәр, белмәй hөйhәң – ҡар.
Бейә кешнәмәй – айғыр тешләмәй.
Буй менән hыу буйламайҙар.
Fазапhыҙ ғишыҡ юҡ.
Fашиҡ булған күҙhеҙ.
Fишыҡ кешене диуана итер.
Fашиҡтың күңеле тыныс булмаҫ.
Димсе диңгеҙ кистерер, илтеп ярҙан осорор.
Донъя күрке йәр менән.
Дәртле күҙҙе йоҡо алмаҫ, дәртhеҙ егет йәр тапмаҫ.
Ер – hыуға, ут – утынға туймаҫ.
Егермелә етлекмәгән иллеhендә өйләнмәҫ.
Егет егәр, ҡыҙ сибәр булhа.
Егет күңеле йүләрҙә, ҡыҙ күңеле көләрҙә.
Елhеҙ тирәк hелкенмәҫ, йүнhеҙ йөрәк елкенмәҫ.
Еткән ҡыҙ кейәүҙән ҡурҡмаҫ.
Еткән ҡыҙҙы мыйығың менән ҡурҡыта алмаҫhың.
Етен башын ел киҫә, егет башын ҡыҙ киҫә.
Ике hыңар – бер пар.
Инә ҡаҙ ҡаңғылдамаhа, ата ҡаҙ бармай.
Иҙел кисһәң, иҫ керә.
Изге кеше иҙел кисә.
Йәнле тәндә дәрт була.
Йәр бирмәк – йән бирмәк.
Күңел төшмәhә, күҙ төшмәй.
Ҡыҙҙар исеме – ҡылдан нескә.
Ҡыҙҙың күҙе ҡыҙылда.
Ҡырҡта булhа ла, ҡыҙ булhын.
Ҡысыған ерҙән ҡул китмәй, hөйгән йәрҙән күҙ китмәй.
Сәскәне ваҡытында өҙ.
Тиҙ бешкән емеш тиҙ серей.
Тиҙ янған тиҙ hүнә.
Тәнен hатҡан ғәрен hатҡан.
Уйнаш уттан көслө.
Уйнап үбешкән, ысынлап илаған.
Уйнаш кергән йорт ҡорой.
Уйнаш кергән йортҡа ҡот ҡунмай.
Уйнашҡа ышанған ирhеҙ ҡалған.
Уйнаштан уймаҡ сыға.
Уйнаштың башы уйын, ахыры – ҡыйын.
Yпкән-ҡосҡан – елгә осҡан.
Yтә ҡыҙыл тиҙ уңа.
Ут ғәйрәтен hыу баҫыр.
Ултырған ҡыҙ урынын табыр, ашыҡҡан ҡыҙ ирhеҙ ҡалыр.
Урман ауыҙы тар булыр, ҡыҙҙар ауыҙы бал булыр.
Yбешкән дә көлөшкән, hуңынан башына уй төшкән.
Yгеҙҙең аҙғыны быҙау араhында.
Һалам ялҡыны тиҙ hүнер.
Һылыу күңелде аҙҙырыр, алтын юлдан яҙҙырыр.
Һыу яр емерер.
Һыу түбәнгә ағыр, әҙәм – үргә.
Һыу hыуға ҡойор, hыу даръяға ҡойор.
Һыу ҡыуған бәләгә, юл ҡыуған ҡазаға.
Эҙләмә матурҙы, эҙлә күңелгә ятырҙы.
Ошо ике үҙәкте таҙа тотоуға, кәрәкле маҡсатҡа йүнәлтеүгә ишараны тойоп булыр түбәндәге йыр куплетынан:
Егет үк булһаң, ер кеүек бул,
Ер ниндәйен ауырлыҡтарҙы күтәрә.
Пак булайым тиһәң, һыу кеүек бул,
Һыу ниндәйен нәжестәрҙе китәрә. (“Урал”)
Ә хәҙер был тыйыу-иҫкәртеүҙәргә өҫтәп, Изге Китаптан тағы ла бер аят килтерәйек:
“Үҙегеҙ аҙғынлыҡ ҡылмағыҙ, йәшерен дуҫ ҡатын тотмаған булып, әжерен түләһәгеҙ, һеҙгә ғиффәтле мөьминәләр һәм һеҙҙән алда китап бирелгән кешеләрҙең ғиффәтле ҡыҙҙары хәләл. Кем дә кем имандан ситкә тайһа – уның эштәре юҡҡа сығыр, әхирәттә улар онотолор.” [“Әл-Маидә” (Аш табыны”) сүрәһе, 5:5].
