- •Рәсәй федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығы
- •Р.Х. Ғизәтуллина йәншишмә ҡайҙан башлана?
- •2.1.Буй етмәгән ергә уй, ҡорал етмәгән ергә хыял етә
- •2.2. Йыһанға өлгәштереүсе ете ҡапҡа
- •Муладһара
- •Свадистана
- •Манипура
- •Анахата
- •Вишудда
- •Сахасрара
- •Ил тигәндең кеме юҡ
- •2.6.Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем
- •1.Донъя алмаш килә26
- •2. Оҡшаш оҡшағанын табыр28
- •3. Донъя - алдаҡ29 Улай тиеп кем әйтә,
- •4. Донъя – ғазап 30
- •2.6. Ҡурайы юҡтың өнө юҡ, өнө юҡтың көнө юҡ
- •2.3. “Урал батыр” ҡобайырында йога тәғлимәте
- •2.4.“Урал батыр” ҡобайыры сюжеттары Ҡөрьән аяттарында
- •2.5. Халыҡ әйтhә, хата әйтмәҫ, хаҡ әйтер
- •4. Ҡулланылған әҙәбиәт
- •Гизатуллина Рашида Хаевна,
- •Откуда начинается Родник Духовности?
2.3. “Урал батыр” ҡобайырында йога тәғлимәте
Яҡтылыҡ hәм уй-хыял кимәлендәге мәғлүмәт донъяhында ҡасандыр үҙенең тәүторош хәлендә булған йәндәр, нур булып ойошоп, бер бөтөнлөктө тәшкил иткән – был камил, тулы, бөтөн41 hәм бөйөк бушлыҡ – Нирвана. Ошо камил донъянан таралған, матдилашып (ауырайып), ергә “ҡолаған” йән ни тойор үҙенең тәүбулмышына тап килмәгән икенсел хәлендә? Әлбиттә, Сансараның тупаҫ материяһы – физик тән эсендәге тотҡонлоҡта hанhыҙ күп тапҡырҙар ҡабат-ҡабат тыуырға мәжбүр булған йән үҙе лә тупаҫлана бара, аңы ла томалана, йәғни, тәүторошона хас бөйөклөктән, Рух42 күтәренкелегенән алыҫлаша. Сөнки ул фанилыҡ сифаттарына солғана бара, матдилашыу тәжрибәhенә әүрәй hәм донъяуи белемдәргә генә эҫeнә бара.
Л
әкин
йәндең төпкөл аңы, “үҙ – үҙәге”43
үҙенең саф
сағын,
нур
сатҡыhы44
мәлен аңбаҙында, тәрән хәтер hандығында
hаҡлай бирә. Шуға күрә hәр кешенең, аҡылы
менән төшөнөп бөтмәhә лә, күңеле, эске
ғазаптар кисереп, hәр саҡ нимәнелер
юҡһына, нимәлер эҙләй, нимәгәлер ынтыла.
Ә бит был хәл –
беҙҙең аң кимәлендә үҙебеҙҙең тәүбулмыш
хәлебеҙҙе юҡhыныу, шул тәүторошобоҙҙо
hағыныу. Күптәр, был хәлде аңлатып булмаҫ
эс бошоуға hанап, шуның сәбәбенә төшөнә
алмауҙан, онотолоу теләгенән эскелеккә
hалыша, донъянан ваз кисеү юлы күреп,
наркотик ҡуллана башлай, йә булмаhа,
башҡа алдатҡыс шөғөлдәргә алмаштырырға
маташып, яңылыш юл hайлай. Күңел донъяhының
тышҡы ығы-зығынан бер аҙға ваз кисеп
торғоhо килеү теләген беҙҙең ата-бабалар,
тап йога өйрәткәнсә, аяҡтарҙы салып
тороп ултырып, ҡурай моңо тәьҫирендә
онотолоу (медитация) юлы аша үтәгән. Тап
ошо ваҡытта беҙҙең төпкө аң-хәтер Йыhан
менән тоташып, уның ҡеүәтен тойоп,
ләззәтләнә, тынысланыу таба. Юғиhә, hәр
ваҡыт иреклек эҙләгән, азатлыҡҡа
ынтылыусан йән фани донъяның ҡуласаhынан
ысҡына алмауҙан йөҙәй. Сөнки Сансара –
Нирвананың кире, тиҫкәре яғы, ҡапма-ҡаршы
түбән йүнәлеше, тоҙаҡлы зиндан. Шуға
күрә бәндәнең йән генәhе тәүбулмышына
хас бөтөнлөк, камиллыҡ тойғоhо етмәүҙән
ыҙа кисерә. Уны шул теүәллектән
айырылғанлыҡ, бүленгәнлек, өҙөлгәнлек
тойғоhо яфалай. Бәндәнең тәбиғи, саф
үҙ-үҙәге
тик тормош тәжрибәhе (тормош – ормош!),
ғәмәли белемдәр аша мин-минлеккә
төрөнөп, шул ситлектә төп теләген
тормошҡа ашыра алмауҙан миктәй. Йәндең,
Аңдың саф мәле – Йыhан, тәбиғәт менән
ҡушылған, бергә бөтөн булған тәүторош
сағына кире ҡайтара алыу юлын эзотерик
буддизм киң таралған Тибетта Маhамудра45
(дзогчен) – Бөйөк бушлыҡ, саф аң тураhында
ғилем
тип атайҙар. 46
Әҙәмдең аңын томаналыҡтан, наҙанлыҡтан арындырыусы Махамудра – өс таяуға нигеҙләнгән ғилем:
1.Буддизм доктринаhының йәҙрә өлөшө булған Yлем тураhында фекер йөрөтөү;
2. Сәбәп – hөҙөмтә бәйләнешен тылҡыусы карма законын аңлатыу;
3. Кеше сифатында йәшәү – яҙмыштың иң ҡиммәтле бүләге икәнлеген танытыу.
Бына хәҙер йәнде Сансара ҡоллоғонан ҡотҡарыу тураhында белем сығанағы булған Махамудра ғилеменә мөрәжәғәт итәйек. Уның төп hәм беренсе өлөшө ихтирамға hәм ҙур иғтибарға лайыҡлы төшөнсә – Yлем тураhында булыр. Ундағы фекерҙәр тулыhынса башҡорт халыҡ әйтем-мәҡәлдәренең йөкмәткеhенә тап килә:
Yлем – ҡотолғоhоҙ.
Yлем ҡаршында бар ҙа тигеҙ.
Yлем бай, ярлы тип тормай.
Yлем ҡартына, йәшенә ҡарамай.
Yлем яйыңа ҡарамай.
Yлем үкенесhеҙ булмай.
Yлем – hәр кешенең ҡунағы.
Yлемде көтмә, үҙе килер.
Yлемдән ҡурҡмаған – терек, үлемдән ҡурҡҡан – үлек.
Yлергә сәғәт бар, үлмәҫкә сәбәп бар.
Yҙәклегә үлем бар.
Yлемhеҙ донъя юҡ, үтелгеhеҙ йылға юҡ.
Yлмәктән ҡалмаҡ юҡ.
Донъя бер беҙҙән генә ҡалмаған.
Ҡунаҡ әйтеп килмәй, үлем hорап килмәй.
Күрәсәкте күрмәй, гүргә кереп булмай.
Сирлегә үлем күрше.
Әжәл етмәй, үлем юҡ.
Белеүебеҙсә, беҙҙең телдә лә Yлем47 төшөнсәhен төрлөсә атап була: әжәл, hуңғы сәғәт, ғүмер ахыры, гүргә кереү, әхирәткә кереү, теге донъяға китеү, ләхеткә ятыу. Башҡорт халыҡ ижадында Yлем hүҙен атамай ғына, уға барыш, яҡынайыш тураhында бик йәтеш иҫкәртелеүҙәр бар:
Илле итәктән алды,
Алтмыш аяҡтан алды,
Етмеш йүгән hалды,
Һикhән hикегә hалды,
Туҡhан туңҡайтып ҡуйҙы,
Йөҙ өҙөп алды.
– Алтмыш, hиңә ни ҡылдым? Аяғыма бау, ҡолағыма шау hалдың.
– Етмеш, hиңә ни ҡылдым? Уртымдағы теште, башымдағы hушты алдың.
– Һикhән, hиңә ни ҡылдым? Маңлайҙағы күҙҙе, бурбайҙағы биҙҙе алдың.
– Туҡhан, hиңә ни ҡылдым? Ауыҙҙағы hүҙҙе алдың, илтеп ләхеткә hалдың.
Ә инде ата-бабаларыбыҙҙың рухи ҡомартҡыhы “Урал батыр” ҡобайырында Yлем hүҙе 79 тапҡыр ҡабатланып, иҫкә алына, уның тәбиғәте, сифаттары бик ентекле итеп тасуирлана hәм әhәмиәте ҡат-ҡат hыҙыҡ өҫтөнә алына икән, был үлемhеҙ әҫәр туранан-тура Махамудраның сығанағы тип әйтә алабыҙ.
Махамудрала был донъяның тотороҡhоҙлоғо, ундағы ҡапма-ҡаршылыҡлы (дуаль булған) хәл-ваҡиғаларҙың сиратлап, алмашынып килеүе тураhындағы хәҡиҡәт Yлем төшөнсәhе менән бергә ҡарала. Был “сансара” – “донъя ҡуласаhы” – “ваҡыт тәгәрмәсе” эсендәге әүерелеш – реинкарнация тип атала. Әлеге хәлең башҡаларҙыҡынан яҡшыраҡ булыуы менән hауаланмаҫҡа, йә киреhенсә, сағыштырмаса насарыраҡ тойолғанда, кәмселек кисереп, көнләшмәҫкә өйрәтә әҙәмде был йога hәм будда тәғлимәтенең төп ҡануны – карма аша ғына хәл ителер күсәгилешлелек, әүермәнлек. Ошо хәҡиҡәтте тылҡыусы “Калачакра48 (Ваҡыт тәгәрмәсе) тураhында”ғы сутралар ҙа бик фәhемле булыр. Ошо ғилем ҡушыуынса, әҙәмдең аңы үҙ-үҙен башҡа йән эйәләре менән бер бөтөн итеп ҡабул итер hәм тиң күреп яратыр, башҡаларҙың именлеген үҙенекендәй күреп хәстәрләү кимәленә етhә генә, эволюция баҫҡысы аша ул үҙенең тәүторошона, бөтөн – будун – Будда хәленә керер ине! Был кимәлгә етер өсөн ябай талаптар үтәлергә тейеш булған. Ул беҙгә тәүбабабыҙ Урал батыр васыят итеп ҡалдырған өгөт-нәсихәт:
Ололарға кесе булып,
Кәңәш алып йөрөгөҙ.
Кеселәргә оло булып,
Кәңәш биреп йөрөгөҙ.49
Был өгөт-нәсихәттең нигеҙендә боронғо дини тәғлимәтебеҙ – йога талаптары ята. Ваҡыт тәгәрмәсе “калачакра” шартлы рәүештә өскә бүленә: үткәнең, бөгөнгөң, киләсәгең. Кеселәргә оло булыу, мәрхәмәт күрhәтеү, юл биреү – ул үҙ үткәнебеҙ, тәжрибәбеҙ нигеҙендә йәшерәк быуындың хәлен тойоп, аңлап, яҡшы өлгө биреү өсөн кәрәк. Ололарға, ҡарттарға ҡарата үҙебеҙ кесе булып, уларҙың тормош тәжрибәhенән hабаҡ алырға, уларҙан нимәгәлер өйрәнергә тейешлегебеҙ ваҡыт тәгәрмәсенең киләсәгенә бәйле, сөнки ҡартлыҡ – беҙҙең алдағы көнөбөҙ. Ҡайғы, ауыртыныу кисергәндең хәленә кереү, шатлығы ҙур булғандың шатлығын уртаҡлаша белеү ҙә – йога талап иткән эске мәҙәниәт, сөнки hин, үҙеңде ысын мәғәнәhендә кемдеңдер урынына ҡуйып ҡарап ҡына, үҙеңде уның менән бер бөтөн итеп тоя алаhың. Ауырыу, меҫкен, фәҡир, бахыр хәлендәгеләрҙе күреүҙән, hауаланып, йөҙ сырыштырырға түгел, киреhенсә, Сансарала ҡасандыр үткәнеңдә йә киләсәгеңдә ошондай хәлдең һинең менән булыу ихтималлығы hине hағалауын онотмай, башҡаның хәлен тоя белеү зарур. Ябайлаштырып әйткәндә, ямандан ғибрәт алыр, яҡшынан фәhем алыр өсөн үтәбеҙ беҙ тормош юлын. Махамудраның өсөнсө таяуы – карма буйынса, Сансара ҡуласаhының кешелек донъяhында тыуыу бәхетенә лайыҡлы булғас ҡына, кеше ҡиәфәтендә тейешле кимәлдә рухи ғәмәл үтeүгә өлгәшеп, ҡайтанан йәндәрҙең тәүторошона, йәғни Нирвана hәм Маха Нирванаға күтәрелеү мөмкинселеге тураhында hабаҡ булыр. Һан hәм сифат күҙлегенән тикшергәндә, кеше булып тыуыу ихтималлығы шул тиклем hирәктәр өлөшөнә төшә, шуға күрә бындай ғүмерҙең баhаhы тураhында Саҡтар ырыуының Аҡыл Эйәhе Гаутама: “Бер көнөң – бер ғүмергә тиң”, – тигән. Кешелекте түбән тәгәрәүҙән туҡтатыу hәм уларҙың аң кимәле күтәрелешен хәстәрләү ниәтенән, Нирванаға өлгәшкән ҡайhы бер йәндәр50 был донъяға кире ҡайтыр булғандар. Төрлө дәүерҙәрҙә тыуған пәйғәмбәрҙәр – Аллаhының ерҙәге илселәре, шулар араhынан булыр. Уларҙың тыуыры күк есемдәре тарафынан алдан иҫкәртелеп килгән:
Анау саҡта ай, батшам,
Бер йәш бала тыуғанда,
Шуның тауышы килгәндә,
Күктә осҡан дейеүҙәр
Бары ҡолап төшкәйне.
Баланы урлап алырға,
Yлтереп юҡ ҡылырға
Барған дейеү, ендәрҙең,
Бала текләп ҡарағас,
Тоторға тип уҡталғас,
Барған бере ҡурҡыуҙан
Йөрәге ҡубып үлгәйне.
Кешелек донъяhын ғына түгел, ә бәлки бөтә йән эйәләренең именлеген хәстәрләр бындай бөйөк шәхестәр ерҙәге бурыстарын үтәп, йәндәре кире күккә олғашҡанда, был ваҡиға, шулай уҡ, тәбиғәт күренештәре менән оҙатылыр булыр:
Урал батыр үлгән, ти.
Ҡайғырышып, барыhы
Башын түбән эйгән, ти;
Күктән йондоҙ атылып,
Һомайға оран биргән, ти…
Уралдың ябай ер кешеhе түгел, ә пәйғәмбәр затлы әҙәм булыуын hүрәтләүсе тағы бер күренеш булыр эпоста:
Урал батыр үлгән hуң,
Гүрендә ерhеп бөткән hуң ,
Гүре балҡып торған, ти,
Быны күргән кешеләр
Йыйылышып барған, ти,
Бер ус тупраҡ алған, ти,
Бары данлап hалған, ти,
Бара-бара ул ерҙә
Алтын булып киткән, ти…
Тимәк, Уралдың был донъяға килеүе hәм китеүе күк йөҙө тарафынан ошондай күренештәр аша белдерелә икән, ул – Аллаhы Тәғәләнең ерҙәге илсеhе булыуына шик ҡалмай. Ә ундай бөйөк заттарҙың аңы тик бер тарафҡа йүнәлтелгән – донъяны hәләкәттән ҡотҡарыу. Был аныҡ маҡсат мәғлүмәт кимәлендә уларҙың аң баҙында ныҡлы, нигеҙле hалынған булғанлыҡтан, тыумыштан тура юлдан тайпылыуhыҙ алға, тураға, юғарыға барыр ундай шәхестәр. Аллаhының тәғәйен заты булмаhа, Уралдың, әле донъя күреп тә өлгөрмәгән үҫмер генә көйө, үҙ бурысын аныҡ белеүе ҡайҙан булыр ине:
Мин күренмәҫ Yлемде
Юҡ итергә сыҡҡанмын;
Ҡан ҡойоусы батшанан,
Кеше ашар дейеүҙән
Бар кешене ҡотҡарыу,
Йәншишмәнән hыу алып,
Yлгәндәрҙе терелтеү
Өсөн тыуған батырмын!
Был берҙән-бер юл – кеше ҡиәфәтендәге физик тән51 эсендә тыуған бөйөк йәндең52 (бодхисаттва) үҙаңы ярҙамында ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә йога баҫҡыстары – рухи үҙәктәр (чакралар) аша күтәрелеп, үҫешә, hәм ошо hәләте ярҙамында башҡаларҙы рухи hәләкәттән ҡурсалау, үргә юл күрhәтеү өсөн үтелә.
Бына шул тәбиғи аңы нигеҙендә Урал бәләкәйҙән үк тыйыу-киҫәтеүҙәргә ихтирамлы, йолаға бойhоноусан, ата-әсәнең ҡушҡанын бурыс-васыят итеп тота белә. Олоно тыңлау, ихтирам итеү менән бер үк ваҡытта үҙенән көсhөҙгә мәрхәмәтле булыуы – уның ҡанында:
Тилберлектә, тиҙлектә,
Көслөлөктә, ҙурлыҡта,
Түҙемлектә, hаҡлыҡта,
Һиҙгерлектә – көндөҙҙә,
Төндә йоҡлап ятҡанда –
Арыҫлан, болан, ҡапланы,
Айыуы, тағы бүтәне –
Улар беҙҙән кәмме ни?
Йога тәғлимәтендәгесә, кеше булып тыуыу осрағы үҙе бер hирәк өлөш булhа, унан да hирәгерәге – шулар араhында тыумыштан уҡ мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек сифаттарына эйә, яҡшыға ғына ынтылышы булған, карма законын нескә тойоп, тәбиғи hәләттәрен тик йола (ҡанун, намыҫ эше) өйрәнеүгә йүнәлтер, мөмкинселектәрен тик йола ҡағиҙәләрен үтәүгә ҡорор изге йәндәр булыуы бик ҙур мөғжизәгә тиң. Ундайҙарға тыумыштан (ҡанына hалынған тибеҙ) Махаяна-Йогага53 килеү, йәғни үҙ-үҙеңде үҫтереп, аңыңды күтәреп, кире тәүбулмыш хәленә, Нирвана һәм Маха Нирванаға ашыу мөмкинселеге бирелhә лә, улар, үҙ артынан юл күрhәтеп, ғүмерҙәрен кешелек донъяhын ҡотҡарыу маҡсатына бағышлай. Ҡобайырҙа ағалы-ҡустылы Шүлгән менән Уралдың, ҡанды эсеү-эсмәү тураhында бәхәсләшеп, ҡараштары тап килмәү ваҡиғаhын hүрәтләү – Шүлгәндең Хинаяна-Йога,54 Уралдың Махаяна-Йога юлын hайлауҙарының башы; ҡан – аң-хәтер символы. Эпостың буйынан буйына улар үҙҙәре hайлаған юлдан яҙлыҡмай барасаҡтарын иҫбат итәсәктәр: береhе тереhыуҙы үҙен ҡотҡарыу өсөн, икенсеhе – тәбиғәт менән кешелекте мәңгеләштереү маҡсатынан эҙләр. Йогала был ике юл да хаҡ тип ҡабул ителгән, тик үҫеш-артылыш юлына баҫыр әҙәмдең уның ҡайhыhынан китергә hайлау хоҡуғы ла бар. Сөнки был донъя үҙе шулай дуаль: ағы hәм ҡараhы, дөрөҫө hәм ялғаны, үре hәм түбәне, яҡшыhы hәм яманы, мөхәббәте hәм нәфрәте кеүек ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан торасаҡ ул. Ошо бөтөндөң ике яртыhы булып, мәңге ярыш барасаҡ был Шүлгән менән Урал башлаған ике юл – уң hәм hул, уңыу hәм hулыу.
Был йога тәғлимәтендә нескә кимәлдәге ҡеүәттең өс канал Пингала (уң), Ида (hул), Сушумна (урта юл) тураhындағы ғилем булыр. Ошо ҡыл-юлдар буйлап (уларҙы Нади тип атайҙар), ҡур hөйәге – ҡоймостан тереклек итеүҙе тәьмин итеүсе кундалини ҡеүәте хәрәкәт итә. Әгәр ҙә төрлө сәбәптәр менән каналдар бысранып, хәрәкәтсән ҡеүәт тонсоҡhа, был кешенең ваҡытhыҙ, иртә ҡартайыуына hәм үлеменә килтерә. Ида каналы ҡоймостоң hул яғынан, Пингала уң яғынан башланып, икеhе лә бөтә чакралар аша үтеп сыға hәм тәүгеhе ҡаш араhындағы аджня-чакраның hул яғына килеп етә, икенсеhе уң яғында тамамлана.
Йогала ошо нескә каналдарҙың дөйөм hаны 72 000 тип әйтелhә лә, үрҙә аталған өсәүhе – иң әhәмиәтлеләре, шуға күрә махсус әҙәбиәттә тик шулары тураhында бәйән ителә.
1 – муладара (ер элементы), 2 – свадистана (һыу элементы), 3 – манипура
(ут элементы), 4 – анахата (ел-һауа элементы), 5 – вишудда (бушлыҡ элементы), 6 – аджня (аджняна, агия), 7– сахасрара.
А – ҡур һөйәгендә йоҡо хәлендә уралып ятҡан йылан рәүешендәге кундалини ҡеүәте;
В – Ида нади (ай ҡеүәтенә тәғәйен һул юлаҡ), аңдың үткәне тураһындағы хәтер, донъяуи тәжрибә өсөн яуаплы (аңбаҙы). Тура мәғәнәлә – кешенең эске донъяһы, күңеле, хис-тойғоһо, теләктәре. Мейенең уң ярымшарына күсеп, суперэгоны (F) барлыҡҡа килтерә. Ҡатын-ҡыҙға яраҡлы йәлләү, йомшаҡ күңеллелек, эске һиҙгерлек, тойомлау, ярҙамсыллыҡ, хәстәрлелек, пассивлыҡ сифаттары хас;
С – Сушумна нади (урта юлаҡ) – әлеге хәл-торошта, хәҙерге мәлдә кешенең ҡур һөйәгендәге ҡеүәттең күтәрелеп, бөтә тереклек аңына тоташыуына, берләшеүгә яуаплы;
D – Пингала нади (ҡояш әүҙемлегенә тәғәйен уң юлаҡ), ир-атҡа хас аҡыл эшмәкәрлеге, ярыш, көрәш сәме кеүек сифаттар булдыра. Мейенең һул ярымшарына күсеп (G), кешенең эгоһын тәшкил итә, киләсәкте күҙаллау, планлаштырыу, анализ өсөн тәғәйенләнгән.
Е – Үлемһеҙ Рух.
Ә чакралар шул 72 мең ҡыл-каналдарҙың киҫешеүенән яралғанға күрә, уларҙың hәр береhе ҡыл-нурҙарҙың бер бәйләме, суғы кеүек ҡабул ителә. Йоганың маҡсаты – махсус күнекмәләр ярҙамында, өс каналды ла таҙартып, кундалини ҡеүәтен юғары чакраларға күтәреү.
Шулай итеп, Урал, бер ниндәй ҡотҡоға бирелмәйсә, баштан уҡ үҫеш-күтәрелеш юлына төшә: ҡабырсаҡтағы ҡанды эсеүҙән баш тартып, беренсенән, үҙен ошо кире мәғлүмәтле, ярамаған, насар карма туплауҙан азат итhә, йәғни яма кимәлен үтhә, икенсенән, атаhы hәм ағаhы Шүлгәнде кейек-йәнлектәрҙе аулауҙан, hунар итеүҙән, уларҙың йәнен ҡыйыуҙан тыйып, был шөғөлдөң ғәҙелhеҙлек икәнлегенә төшөндөрөп, нияма баҫҡысына күтәрелә. Атаhы Шүлгәнде туҡмағанда, ағаhын йәлләп яҡлашҡан Урал атаhының асыуын баҫа алырлыҡ аҡыллы кәңәштәр биреүе – уның аңы муладара чакраhынан ашыуын иҫбатлаусы ваҡиға. Урал, тыуып-үҫкән илем, тип атаясаҡ беренсе ил – ер элементына тап килгән кимәлдән артылыу, азат булыу ошо күренеш менән тамамлана, сөнки ул атаhын ышандырырлыҡ аҡылы менән егет ҡорона инеүен иҫбат итте. Был хәлдән hуң Урал, барса йәнлек, ҡош-ҡортто йыйҙырып, кәңәш-ҡор үткәргәндә, тиңлек, ғәҙеллек тураhында hәм тағы ла йыртҡыслыҡты бөтөрөү, яңғыҙ ҡалыр Yлемде табып, уның үҙен үлтереү тураhында фекер әйтеп ҡараhа ла, хайуандар быға риза булмай. Сөнки был кимәлдә тереклек итеүселәргә хас хәл-торош ул – көслө көсhөҙҙө ейер йолаға бойhоноп көн итеү. Был hыу элементы өҫтөнлөк иткән (иҫләгеҙ: “дүрт яғын диңгеҙ уратҡан булған, ти, бер урын” ) икенсе аҫҡы донъя – Свадистана иленән ысҡыныу ҡулға килеп эләккән Һомайҙы иреккә ебәртеү hәм аҡҡош-ҡыҙ мәғлүмәт итеп биргән Йәншишмәне – тере һыу сығанағын эҙләргә сығыу ваҡиғаhы менән тамамлана. Эпоста уның ҡабат
Бүтән кеше күрмәйсә,
Тик йәшәгән дүртәүhе.
Донъя-маҙар йыймаған,
Ҡашыҡ-аяҡ тотмаған,
Ҡаҙан аҫып, ут яғып,
Алар донъя көтмәгән.
Ауырыу-hыҙлау күрмәгән,
Yлем барын белмәгән
был ерҙәргә, ата-әсәhе янына кире әйләнеп ҡайтыуы тураhында мәғлүмәт булмауы ошо фекерҙе раҫлай. Ер-hыу элементынан торған ике чакранан шулай күтәрелде булыр Шүлгән менән Урал.
Артабан ике улдың, Yлемде еңер сара эҙләп, юлға сығыуы hәм уларҙың ике йүнәлешкә айырылып китеүҙәре символик рәүештә Муладаранан сыҡҡан аңдың саталаныуын – уң яҡтағы Пингала (асыу-hарыуҙы ҡайнатыусы хәрәкәт ҡеүәте – раджас – ҡояш) hәм hул яҡтағы Ида (томаналыҡ, hиллек ҡеүәте – тамас – ай) каналдарына бүленеүен hүрәтләй:
Һулға китhәң, юл буйы –
Уйын-көлкө төн буйы,
Ҡайғы-этлек күрмәйенсә,
Барлығын да белмәйенсә,
Рәхәт йәшәй байманда…
Уңға китhәң, юл буйы –
Илау-hыҡтау йыл буйы;
Яуызлыҡта дан алған,
Батшаhынан, башҡаhынан
Ҡайғы, этлек күреүсе,
Ҡанлы йәшен түгеүсе
Ҡатил батша иле бар;
Тау-тау кеше hөйәге,
Ҡанға батҡан ере бар…
Ни өсөн тыныс холоҡло, изге күңелле, мәрхәмәтле Урал яуыз Ҡатил батшаның илау-hыҡтау, зарға тулы иленә килеп юлыға, ә асыулы, ярһыулы Шүлгән hиллек, муллыҡта көн күргән илдә бер ыҙа-хәсрәтhеҙ донъя ҡыҙырып йөрөр? Һәр кем үҙенә тейешле ҡеүәт төрөн үҫтерер, шуға бәйле тормош тәжрибәһе туплар, үҙе лә хәл-ваҡиғаларға йоғонто яһар заруратынан булыр уныһы.
Хәҙер инде йоганың өсөнсө кимәлендәге манипура илендә– ут элементына тап килгән донъяла Урал ниҙәр кисереүенә байҡау яhайыҡ. Белемгә, донъяны танып-белеүгә ынтылыш манипураның ыңғай сифаты булhа, самаhыҙ ҡомhоҙлоҡ, hаранлыҡ артыу ихтималы уның насар яғынан hанала. Ҡатил батша йыл да
Ауырыу-hыҙлау күрмәйенсә,
Yлем башҡа килмәйенсә,
Ҡатын-ҡыҙҙы, ир-атты,
Айырмаҫтан йәш-ҡартты,
Ҡул-аяғын бәйләтеп,
Арыуҙарын hайлатып,
Йыл да бер ҡат йыйҙыра,
Һарайына алдыра;
Ҡыҙы hайлай егетен,
Yҙе hайлай ҡыҙ-ҡырҡын,
Ҡалғандарын тағы ла
Ярандары ҡарайҙар,
Yҙҙәренә hайлайҙар;
Бүтәндәрен аямай,
Ҡанлы йәшкә ҡарамай,
Тереләтә, hау көйгә
Ҡыҙын күлгә hалдыра,
Ирен утҡа яндыра;
Атаhы өсөн, үҙе өсөн,
Йыл да бер ҡат Тәңре өсөн
Ҡанлы ҡорбан уҙҙыра.
Уралдың был илгә килеп етеү ваҡыты ошо йоланы башҡарыу мәленә тап килеүе осраҡлы хәл түгел:
Батша ҡыҙы, аралап,
Бар егетте hайлаған,
Араhынан оҡшарҙай
Бер егет тә тапмаған.
Аҙаҡ сиктә, яҡынлап,
Уралға килеп еткән, ти;
Ҡулына алып бер алма,
Уға бүләк иткән, ти.
Батша ҡыҙы майҙанда
Башҡа hайлап тормаған,
Уралды алып барырға
Бер яранға ымлаған.
Ҡыҙ тәхеткә ултырып,
Тағы ҡолдан күтәртеп,
Һарайына юлланған,
“Батша ҡыҙы hөйҙө бит,
Батша кейәүе булды бит!” -
Тип, барыhы шау килеп,
Ярандары геү килеп,
Халыҡты ситкә тарҡатып,
“Әйҙә hарайға, егет,
Батша ҡыҙы көтә”, - тип,
Уралға йола аңлатып,
Бер яраны шул саҡта
Юл башларға булған, ти.
“Кейәү булдың беҙгә”, – тип,
Арҡаhынан hөйгән, ти.
Урал быға күнмәгән,
Һарайға ул китмәгән.
“Мин йоланы белмәйем,
Эш аҙағын күрәйем,
Аҙаҡ барhам, барырмын,
Ҡыҙҙы эҙләп табырмын”, –
Тиеп Урал әйткән, ти…
Был ваҡиғаны hүрәтләүҙән беҙ Уралдың егет ҡоронда нығыныуын күрәбеҙ. Әле үҫмер булыуына ҡарамаҫтан, уның ғәйрәте, свадистана кимәленән ашыуы сәбәпле, батша ҡыҙын ылыҡтыра. Бер үк ваҡытта, ул свадистананың тәьҫиренә бирелмәй, шуға күрә ҡыҙҙың саҡырыуы артынан эйәреп китмәй, әҙәп hаҡлай. Әммә тәҡдимде кире ҡағыуын йола белмәүгә hылтап, ҡыҙҙың да йөҙөн йыртмай hәм халыҡ алдында абруйын төшөрмәй. Бының менән ул үҙ фекере барлығын, үҙ аҡылы менән ҡарар ҡабул итеүгә өлгәшкән батыр егет дәрәжәhен раҫланы. Ҡатилдың Yгеҙе менән көрәшер алдынан да ул:
Мин дә әрәм итергә,
Yгеҙ hине тырышмам,
Яфаланып, көс түгеп,
Һинең менән сайҡашмам.
Донъяла hин кешенән
Көслө юғын танырhың,
Yҙең түгел, тоҡомоң менән
Кешегә ҡол булырhың, –
тип кешелек hәм хайуанлыҡ кимәлдәренең айырмаhын ҡәтғи бүлеп ҡуя. Ҡатил үгеҙе, шулай уҡ дүрт бәhлеүәндең бер юлы алышта Уралдың алдына сыға алмауын тик йогалағы нескә кимәлдәге ҡеүәттең тупаҫ, физик көстән өҫтөн булыуы менән генә аңлатып була:
Дүртегеҙ ҙә килегеҙ,
Yлем эҙләп йөрөгән
Батыр көсөн белегеҙ;
Ҡулығыҙҙа йән бирhәм,
Арыҫланыма бирегеҙ;
Көсөгөҙ етhә ташларға,
Йәншишмәгә сөйөгөҙ…
Ни өсөн Урал Yлемдән ҡурҡмай? Сөнки бындай көрәш арҡылы аңдары юғары кимәлдәге шәхестәр (батырҙар) ғәҙәти бер hынау ғына үтә: улар өсөн был шулай итеп тере саҡта “үлем тәжрибәhе” үтеү, йәғни “рухи үлем кисереү” hәм “рухтың ҡайтанан тыуыуын кисереү” тип аталған ғәмәл генә ул. Ә ни өсөн батырҙар бындай hынау тотор? Сөнки тап ошо ғәмәл аша донъяуи теләктәрҙе булдырыусы, нәфсене үҫтереүсе “мин-минлек55” юҡҡа сығыр, үлер; уның урынына яңы аң – рухи күтәрелеш кисергән бөйөк шәхес әүәләнер был йәндә. Шулай итеп, Урал манипура кимәлендә лә hынауҙы тотҡарлыҡhыҙ йырып сыҡты – был өсөнсө илдең батшаhы ҡыҙын ғoманлы итеп ҡалдырыуы шуға ишара булыр. Инде кешелек донъяhының да тик ғазап-яфаларҙан ғына яралғанын нескә тойоп, “үҙ-үҙәген56” тапҡан яңы йән бар яңы булмышын кешелекте ошо яфаларҙан арындырыуға бағышлар.
Артабанғы
ваҡиғалар Уралдың йылан батшаhы Ҡәhҡәhә
иленә аяҡ баҫыуына, уның улы Зәрҡумдың
ун ике тарбаҡ мөгөҙлө боланды йоторға
маташыуына осрау ваҡиғаhы менән башланып
китә. Йыландың тамағына торған боландың
мөгөҙөн hындырышып, Урал, Зәрҡумды
Yлемдән ҡотҡара. Боланды йотоуға булышлыҡ
иткәс, тeгеһе шунда уҡ сибәр бер егеткә
әйләнә. Был осраҡта боландың ун ике
тарбаҡлы мөгөҙө нимәнең символы тиhегеҙ?
Ун ике өлөштән тороусы “Ваҡыт тәгәрмәсе”
эсендә Сансараның аҫҡы донъяhында
тереклек итеүҙән бүккән йәндең өҫкө
донъяларға артылырға тырышыуын h
үрәтләгән
тамаша булыр был. Тарбаҡ мөгөҙлө болан
үҙе – йогалағы иң юғары баҫҡыс hаналған
сахасрара символы ул: был кимәлгә еткән
йән кәүҙәhен үҙ теләге менән
ҙурайта-бәләкәйләтә, ауырлығын
арттыра-кәметә ала hәм теләгән бер
алыҫлыҡтағы арауыҡты үтә алыу, йәне
теләгән әйбергә хужа булыу hәләтенә,
бөтә донъя менән идара итеү мөмкинселегенә
эйә була, тиҙәр. Ул кимәлгә яҡынлашыр
өсөн, йәндең “кеше булыу” хәлендә
булыуы мотлаҡ. Бының өсөн манипураның
“ҡомhоҙлоҡ” сифатына эйә Зәрҡум үҙен
үлемдән ҡотҡарыр Уралға хатта атаhының
ынйы башлы таяғын бүләк иттерергә вәғәҙә
бирә:
Ул таяҡтың даны шул:
Һыуға төшhәң, батмаҫhың,
Утҡа инhәң, янмаҫhың;
Күренмәҫкә теләhәң,
Һис бер йән дә күралмаҫ,
Дошман hине эҙләhә,
Бер ҡасан да табалмаҫ…
Урал был ваҡытта үҙенең сихри hәләте – юғары кимәлдәге аңы ярҙамында Зәрҡумдың мәкерле уйын үтәнән-үтә уҡый:
“Йылан илең күрәйем,
Бар серене беләйем,
Яҡшылыҡҡа яманлыҡ
Була икән донъяла,
Бергә барып күрәйем.
Егет hүҙе бер булыр,
Алға алған уй булыр,
Тартынмайса барайым.
Yлем еңер йөрәктең,
Уны йығыр беләктең
Батырлығын hынайым”, –
Тиеп Урал уйлаған,
Барыу юлын hайлаған.
Тәүәкәллек уны алдағы ваҡиғаларҙа үҙ-үҙен hынауға этәрә, сөнки аң үҫеш дауам итә, маҡсатҡа ынтылыш hәр саҡ аңды аныҡ тота. Был анахата – ярайhы уҡ юғары кимәлдәге донъя булыр, hаҡсы йыландарҙың Уралды кем ашарға лайыҡлыраҡ икәнен асыҡлау өсөн бәхәсләшеүҙәренән күренә. Шуға ла улар, дөрөҫ hиҙенеп, Уралдың да ҡеүәт кимәлен баhалайҙар:
“Юҡ, юҡ, тәңрем түгел hин –
Кеше еҫе аңҡыны –
Ысын кеше икәнhең!
Батша улын hөйләтеп,
Бөтә серҙе белгәнhең,
Серҙе аңлап килгәнhең…”
Йылан батшаның бар серен hаҡлап тороусы туғыҙ башлы йыландың бер башын сабып өҙгәс, ергә асҡыс ҡойолған, ҡалған hигеҙенән hигеҙ батыр бар булған, ти. Йыландың йөрәген ярыуға унан алтын асҡыс табылып, сер hарайын асыу, ә ул hарайҙан hылыу ҡыҙ Гөлөстан сығып, ынйы таяҡты Уралға тоттороуы – былар барыhы ла һис шикһеҙ анахата – ер кешеhе донъяhына тап килгән дүртенсе кимәлдәге ил булып сыға. Йоганан билдәле булыуынса, был кимәлгә артылғанға дан-шөhрәт, билдәлелек килер. Әгәр ҙә ул шуларға әүрәп, ирәйеп китhә, артабан үҫешкә юл ябыласаҡ. Иреккә сыҡҡан халыҡ ысынлап та шуны тәҡдим итә лә Уралға:
Тәңре бирмәҫ ярҙамды
Беҙгә, егет, атҡарҙың,
Ил ҡаплаған яуыздың
Утлы яуын аҡтарҙың.
Инде, егет, нишләйек,
Ниндәй бүләк бирәйек,
Ни тип әйтеп ҙурлайыҡ?
Бөйөк маҡсатына барыуҙан hис тайпылмаҫ Урал дандан, ҡәҙер-хөрмәттән баш тарта hала:
Һис бер ҙурлыҡ кәрәкмәй;
Ил батыры шул булыр –
Һеҙҙең шатлыҡ – минеке,
Минең шатлыҡ – hеҙҙеке.
Илдең барын йыяйыҡ,
Күмәкләп туй ҡылайыҡ,
Арағыҙҙан берәүҙе
Башлыҡ итеп ҡуяйыҡ.
Был яуабы менән ул hауаланыуға, батырлығы менән ғорурланыуға юл ҡуймай, халыҡты ҙурлап, үҙен кеселекле күрhәтә. Ә икенсе тапҡыр туй ҡылыуы – халыҡ исеменән hүҙ тотҡан, донъяны күп күргән аҡhаҡалдың hүҙен йыҡмауҙан:
Һәр йыл ғүмер бер батыр
Иле өсөн яратыр.
Быуын-быуын үтер ул,
Киләсәк быуын етер ул,
Һинең даның ҡалhа ла,
Ҡулда ғәйрәт бөтөр ул.
Ир бөтhә лә, ил бөтмәҫ,
Ил батыры – батырҙан,
Батыр ирҙән тыуыр ул;
Атанан күреп, уҡ юнып,
Өлкәндән күреп яу ҡыуып,
Ил эсендә үҫер ул,
Утын-hыуын кисер ул.
Батырҙан батыр тыуғанда,
Бер быуын тип hаналған
Илдә ғүмер итер ул.
Батыр атанан ҡот йәйгән,
Матур әсәнән hөт имгән, –
Һиңә тиңдәш булыр ҡыҙ,
Батырға әсә булыр ҡыҙ, –
Тигәс, Урал тыңлаған:
Гөлөстанды алған, ти,
Бер оло туй ҡылған, ти,
Бергә ҡунаҡ булған, ти.
“Исеме үк әйтеп тороуынса, Уралдың был ҡатыны яҡты донъя, ер өҫтө менән бәйле. Уның атаhы Алғыр ҙа ер кешеhе57”. Шулай итеп, халыҡ тарафынан инде батырлыҡ дәрәжәhендә танылған Урал, был донъяла бар нәмәнең ваҡытлыса, шул иҫәптән ваҡиғаларҙың да, алмашыныусанлығы тураhында аҡhаҡалдың hабағын отто, үҙләштерҙе, hәм, киләсәктә үҙенә ярҙамға килер ул яралтып, артылыш юлын артабан дауам итер булды.
Быныhы булыр бишенсе ил – күктәге тәхет өсөн көрәш-алыш, ярыш-сәм менән тулы Вишудда кимәле. Йәншишмәгә юлланыуҙың hул сиген hайлаған Шүлгән дә күтәрелеп еткән был үрҙәргә! Урал туғанын ошонда тап итәсәк ул, сөнки өҫкә күтәрелгән hайын, донъя киңәйә барhа ла, йән эйәләренең hаны күрәләтә кәмей унда, бындай юғарылыҡҡа артылыу hирәктәр өлөшөнә генә тәтер. Бына шул hирәктәр араhындағы көрәш тә бик ҡаты булыр унда, сөнки улар араhынан кемдер берәү генә тағы ла үрҙәрәк торған күк тәхетенә урынлашыр бит. Шуға күрә дейеү батша Әзрәҡә hәр береhе үҙ юлы менән күтәрелгән ағалы-ҡустылының береhен, үҙенә ҡулайлыhын, тиңен ваҡытлыса, мәкерле ниәттән, дуҫ ҡылырға мәжбүр. Дейеү, уларҙың көс-ҡеүәтен бер-береhенә ҡаршы йүнәлтеп, бәрелештереп, үҙе, шул көрәштән ситтә ҡалып, отмаҡсы. Ошо юл менән ул, күк батшаhы Самрауҙы ҡолатып, уның урынын алыу өсөн сәмләнә. Был ниәтте тормошҡа ашырыр юлын да улар аныҡ белә. Әҙәм ҡиәфәтендәге берәү кәрәк уларға:
Батшам, сара эҙләйек,
Ҡул ҡаушырып тормайыҡ;
Берәй кеше табайыҡ,
Самрау ҡоштоң Аҡбуҙын
Кеше аша алайыҡ,
Һис булмаhа – урлайыҡ.
Әзрәҡә: “Аҡбуҙатты алырға,
Уға эйәр hалырға
Йә булмаhа, ул атты
Был донъянан юйырға
Ете дейеү ебәрҙем.
Күктә торған буҙ аттың
Урынын үҙем күргәҙҙем.
Улар барып баҫтырҙы,
Тота алмағас яҡшылап,
Ат уларға килмәне,
Дейеүҙәрем ғәрлектән
Кире илемә инмәне:
Күктә ҡалды хур булып,
“Етегән” тигән исемдә
Мәңге ҡалды ут булып.
“Һис булмаhа hары атын
Алайым”, – тип уйланым.
Айҙан тыуған ҡыҙы бар, –
Шуны уйлап ҡараным.
Ҡыҙы тотҡон булhа ла,
Аты бүләк булhа ла,
Ул ат hаман килмәне,
Һис теләгем булманы.
Хәҙер беҙгә шул кәрәк:
Кеше булған ир кәрәк,
Ҡояш ҡыҙы Һомайҙы
Арбай алыр ир булhын,
Был донъяла бер булhын.
Ҡыҙ, яратып егетте,
Аҡбуҙ менән булатты
Бүләк итерҙәй булhын.
Буҙ ат менер ир тапhаҡ,
Ҡыҙ теләhә, ҡыҙ биреп58,
Мал теләhә, мал биреп59,
Баш булам, тип ымhынhа,
Берәй илгә баш ҡылып60,
Ул егетте арбаhаҡ, –
Беҙ Уралды еңербеҙ,
Ер өҫтөндә кешенән
Тарлыҡ-маҙар күрмәбеҙ,
Теләгәнебеҙ итербеҙ,
Барын ҡулда тоторбоҙ.61”
Күк батшалары Әзрәҡә менән Ҡәһҡәһә ни өсөн кешенән үтә алмай? Хикмәт ниҙә hуң? Тик рәхәтлектe, ҡәнәғәтләнеү тойғоhона сорналып, көн күреүсе аллалар ни өсөн кешенән көсhөҙөрәк? Сөнки, йога өйрәткәнсә, әҙәм балаhына ғына рухи кимәлде үҫтереү теләге хас.
Сансара ҡуласаhының уртаhына тап килгәнгә күрә, кешелек донъяhына уның ләззәте hәм ыҙа-яфаhы бер самала тиң бирелгән. Кеше, шуның алтын уртаhын тойоп, өҫкә ынтылыр көс таба алыр булыр. Ә уның аҫҡы ҡаттары булған ғазап ситлектәре – тамуҡ, хайуандар hәм мәңге ас ендәр донъяларында йән аҫырау ҡайғыhынан башҡа хәстәр юҡ, ә кешелектән юғарыраҡ баҫҡыстарҙа тороусы асурҙар hәм күк аллалары өсөн, байманлыҡта йәшәп, ҡайғы-хәсрәт барлығын онотоуға дусар булғанлыҡтан, рухи ғәмәлдәр алып барыу мохтажлығы юҡ. Шуға күрә улар Рух бөйөклөгөнә ынтылыуҙан мәхрүм hәм нәтижәлә, кешенән көсhөҙөрәк булып ҡала. Эпоста hүҙ барған көрәш бына шул сәбәптән бара ла инде. Күк батшалары кешенең аң кимәлен, үҫешен матди донъяның төрлө алдатҡыстарына ымhындырып, туҡтатырға маташа. Yҙҙәре иhә, вишудда (бишенсе элемент – бөйөк бушлыҡ батшалығында) – аджня (аждаhа) кимәлдәрендә азатлыҡта, иркенлектә мәңге хужа булып ҡалырға теләрҙәр.
Был кимәлгә еткән Шүлгән менән Урал уларҙың ысын көндәштәре, сөнки уларҙың алтынсы ил Аджняға күтәрелеү мөмкинселеге дейеүҙәрҙекенән артыҡ – кеше атлы әҙәм затынан улар. Был тәңгәлдә пәйҙә булған ай ҡыҙы Айhылыу, ҡояш ҡыҙы Һомайҙың ролдәре нимәлә? Уларҙың образына йога тәғлимәтенең ниндәй сере hалынған?
Йогала ҡур hөйәгендә йоҡо хәлендәге йылан рәүешендә hаҡланыусы ҡеүәтте уятып, хәрәкәткә килтереү, чакралар аша юғарыға күтәреү өсөн бер рухи ғәмәл башҡарылыуы мотлаҡ: Ида hәм Пингала ҡыл-каналдарын унда йыйыла килгән карма ҡалдыҡтарынан, иҫке ҡеүәттән бушатып, таҙартыу маҡсатында hыу hәм ут тәьҫирендә hабаҡ алыу. Һул яҡ каналды таҙартыу йогала “hыу менән таҙарыныу62” тип атала hәм физик тәндең ҡайhы бер үҙгәреш кисереүе менән оҙатыла: кундалини ҡеүәте күтәрелеү ваҡытында оҙайлы ғына ваҡыт өшөүҙән ҡалтыраныу тойғоhо биләп ала, кеше hүрәнләнеп ҡала, баш ойой. Бер ниндәй йылы кейем hәм тышҡы йылылыҡ ҡотҡара алмай был хәлдән: астраль тәндәге был ҡеүәт төрөн Айҙың магнит тәьҫире хәрәкәткә килтерә икән.
Пингала юлағын таҙартыу “ут менән hынау” (“крещение огнём”) тип атала, сөнки кундалини ҡеүәте күтәрелеү тәндең йылылығын самаhыҙ арттыра, кеше сәбәпhеҙгә асыулы, ярhыулыға әйләнә – был күренеш Ҡояш әүҙемлеге менән бәйле.
Хәҙер инде ошо “ойоғанлыҡ” hәм “әүҙемлек” хәлдәренә килтергән ике төр ҡеүәтте юғары сифатына әүерелдереү бурысы килеп тыуа: hәр береhен, үҙ юлағы буйлап, Аджня чакраhына – уларҙың hуңғы нөктәhенә тиклем күтәреү, бергә ҡушылыу мәленә еткерергә кәрәк. Ошо саҡта уларҙы урта юлаҡҡа – Сушумна каналына юллатып, яңы ҡушылманан барлыҡҡа килгән Кундалини ҡеүәтенә эйә булыу. Бындай әҙәмдең тәне, бер ниндәй сирҙәргә бирешмәҫ, ауыртыныуҙар белмәҫ, ә йәне аллалар кимәленә хас hәләттәргә эйә булыр. Был кимәлдәге ҡеүәт ярҙамында кеше күҙенә яҡтылыҡ сатҡылары күренер, йәғни көндөҙ йондоҙҙар күрер ул.
Шулай итеп, ҡобайырҙағы артабанғы хәл-ваҡиғаларҙы күҙәтәйек.
Һул яҡтан киткән hәм шуға күрә йогалағы “hыу менән бәйле hынау” тотҡан Шүлгәндең яңынан пәйҙә булған мәле, ысынлап та, шулай hүрәтләнә:
Ай киткән, ти, йыл киткән,
Күп йылға, тауҙар үткән,
Ҡайҙа уға төн булhа,
Шунда ятып йоҡлаған.
Барып сыҡҡан бер ергә
Осраған, ти, бер күлгә,
Ситен ҡуға уратҡан,
Томбойоҡтар япрайып,
Тик ағастай, сәскә атҡан;
Һаҙмыт түгел, ҡырсын төп,
Өйрәк, аҡҡош, ҡыр ҡаҙы
Йөҙөп йөрөй – шундай күп.
Күлдә ятҡан балығы,
Ялтуш, сабаҡ, суртаны
Бергә йөҙөп уйнайҙар,
Бер-беренә теймәйҙәр.
Был күлдең эргә-тирәһендә лә шул уҡ хәл:
Ҡуй-һарыҡ та, бүре лә,
Әтәс-тауыҡ, төлкө лә
Бер тирәгә йыйылған...
Ожмах тигәндең үҙе инде бына! Ошо урында ул Зәрҡумға осрап, тегеhе уны, маҡтау алып, данланыр өсөн, атаhының дуҫы Әзрәҡәғә алып килә. Ошонда улар тарафынан урланып тотҡонда йәшәгән Айhылыуҙы63 күрә hәм, әлбиттә, шул тәьҫирҙән уны ойоу ала:
Күмәк ҡыҙ уртаhында:
Буҙ таштар араhында
Айырым бөртөк ынйылай,
Күктә балҡып йәмләнгән
Йондоҙҙарҙың айындай;
Һылыуҙарҙың битендә
Айырым торған миңендәй –
Һылыуҙарҙың - hылыуы
Айhылыуҙы күргәс тә,
Шүлгән күҙен текләгән.
Шүлгән был матур hәм hил донъя рәхәтлектәрен татып, ни маҡсаттан йәрөүөн дә онотоп китә :
Данлы туйын ҡорған hуң,
Ҡыҙ ҙа hылыу булғанға,
Егетте лә hөйгәнгә,
Шүлгән шуға мауығып,
Был hарайҙа йотолған,
Бөтә эше онотолған.
Ләкин был кимәл йоганың маҡсатына ярашлы булмағанға күрә, Шүлгәнде был “ойоуҙан” сығарырлыҡ тышҡы сәбәп табыла:
Берҙән-бер көн Әзрәҡә
Зәрҡум менән Шүлгәнгә
Самрау батшаның ҡыҙын,
Булат ҡылыс, Аҡбуҙын
Ала торған юлыны,
“Аҡбуҙатҡа менгән ир,
Булат ҡылыс тотҡар ир –
Бөтә донъя йөҙөндә
Иң ҙур батыр булыуҙы,
Барын баш эйҙереүҙе
Т
еҙеп
hөйләп аңлатҡан”, –
Төрлө яҡлап самалап
Ҡул тамырыны тартҡан.
Һомайҙы ил маҡтағас,
Яуға ҡалhа, аҙағы
Дейеү ҙә бирәм тигәс,
Шүлгән бармаҡ булған, ти,
Һомайҙы алмаҡ булған, ти.
Зәрҡум, Шүлгән икәүhе
Yҙ-араhы hөйләшеп,
Бер дейеүгә менгәшеп,
Самрау батша иленә
Икәү бергә киткән, ти,
Күҙ асып, күҙ йомғансы
Барыр ергә еткән, ти.
Быныhы инде йогалағы телепортация күренеше: уй-буй кимәлендә генә өлгәшерлек теләhә ниндәй алыҫлыҡтағы арауыҡты үтә алыу, теләгән бер донъяға сәйәхәт итеү hәләте асылыуы, сөнки йән, аджня аша физик тәндән айырылып сығып, ирекле хәлгә килә. Шүлгәндең Ҡояш ҡыҙы Һомайҙы тап итеүе егеттең аджня кимәленә күтәрелеүен дәлилләй, фәҡәт ошо чакрала ике ҡыл-каналдың юлдары киҫешеп, урындары алмашына: һул юлаҡтағы ай ҡеүәте мейенең уң яғына, ҡояш ярымшарына күсә, ә уң яҡтағы ҡояш әүҙемлегендәге ҡеүәт, киреһенсә, һул ярымшарға – айға күсә. Шүлгән, шулай итеп, дейеүҙәр hәм Зәрҡум ярҙамында Сансараның ҡулсаhынан ысҡынды булды. Шул уҡ ваҡытта, был кире ниәтле яуыздарҙың яйына төшөп, ул изгелеккә хеҙмәт итер туғаны Уралға ҡаршы була. Әммә был да Юғары көстәр тарафынан тәүҙән үк икеhен ике яҡҡа аймылыш иткән ике юл – Махаяна hәм Хинаяна аша үҫеш. Yҙ үҫешен генә хәстәрләр Шүлгәндең “үҙен башҡаларҙан айырым тойоу” аңы ла шулай үҫешә. Мин-минлек идеяhы бындай аңдың хужаhын “бөтөн, камил, тулы” сифатындағы яҡтылыҡ-нурҙан ғына туҡылыр бөйөк бушлыҡ – Нирванаға hәм Маха Нирванаға күтәрмәйәсәк; киреhенсә, ҡапма-ҡаршы йүнәлешкә, түбәнгә ҡолауға борасаҡ, сөнки ул донъяуи нәфсе-теләктәрҙән арына алмауҙан “ауыраясаҡ”. Шуға күрә үҙе нурҙан яралған Һомай-ҡыҙ был икәүҙең мәкерле ҡара уй-хәсрәттән килеүҙәрен шунда уҡ төшөнөп ала, шул яуыз теләктәрен ҡуйҙырыу, ваз кистереү ниәтенән уларға бер hынау ҙа үткәрә. Икеhен ямға ҡолатып, шул ямды hыуҙан баҫтырып, “йөҙҙөрөп” алыр, hабағынан hуң, кәңәш итеп, ошондай киҫәтеү hүҙҙәрен әйтә булыр:
Ҡан көҫәгән, йәш түккән,
Күптәр башына еткән,
Ҡан эсергә уҡталған
Уҫал йөрәгең бөтhөн,
Бәғерле йөрәк үҫhен.
Йөрәк майың иреhен,
Бөтә йәнде үҙеңдәй
Һөйөр бер күңел тыуhын;
Ҡыҙғаныусан йәш йөрәк
Уйыңа башсы булhын.
Шуға саҡлы был ерҙә,
Тере көйө шул гүрҙә
Башың ҡаңғырып ятhын.
Yҙеңә юлдаш hайларлыҡ,
Яҡшы юлды табырлыҡ,
Илдә даны ҡалырлыҡ
Яңы кеше булырhың;
Яҡшыға юлдаш булырhың;
Йыландарҙан ҡасырhың,
Уны дошман белерhең.
Һомай, күк батшаhы Самрауҙың Ҡояштан тыуған ҡыҙы булараҡ, уның аң кимәле кешелек донъяhыныҡыларҙан күпкә өҫтөн, шуға күрә ул үҙенән түбәнерәктәргә ҡарата мөнәсәбәттәрҙә шәфҡәтле, ярҙамсыл, изгелекле буласаҡ – был күктәгеләрҙең булмышына, асылына тап килер күркәм сифаттар. Һомай, күрәҙәлек ҡылып, вишудда кимәлен үтеп, инде аджняға еткән, бер ынтылhа, Йыhан ҡапҡаhы Сахасрараға етер Шүлгәндең, яңылыш юлға баҫҡанын тоя. Күк ҡыҙының ошо ҡылығы аша талапсанлыҡ күрhәтеүе – егеттең кирегә тәгәрәү ихтималлығын алдан hиҙгәнгә күрә, ысын йәлләү йөҙөнән иҫкәртеү булыр. Ләкин көнсөллөк hәм нәфсе ҡолона әйләнгән Шүлгәндең аңы томаланып өлгөргән инде.
Инде Һомайҙың өмөтө, юлында осраған барлыҡ hынауҙарҙы имен-аман үтеп, был тәңгәлгә килеп етер кесе туған Уралда булыр. Шуға күрә ул, ҡунаҡсыллыҡ йолаhы күрhәтеп, әлегә үҙен танытмай, килеүсе менән әңгәмә ҡора, ниәттәрен аңлап алырға тырыша. Уй-теләктәре аныҡлыҡтан, алсаҡ hәм ябай Урал, hәр ваҡыттағыса, дөрөҫ мәғлүмәтле ихлас яуап бирә:
Yҙем йәп-йәш булhам да,
Биш ил барын белдем мин:
Береhендә үҙем тыуҙым,
Икеhен йөрөп күрҙем мин,
Ҡалған тағы икеhен
Күрергә тип сыҡтым мин.
Ҡайҙа ғына барhаң да,
Кемде генә күрhәң дә,
Береhе үҙен баш тиә,
Икенсеhе баш эйә,
Көслө көсhөҙҙө ейә,
Теләгәнсә ҡан ҡоя…
Ул, шулай итеп, үҙе үтеп сыҡҡан биш кимәл – биш чакраға хас донъяларға хаҡ баhа бирә: Свадистана, Манипура, Анахата, Вишудда, Аджня булыр. Аңлатып үтәйек: Уралға насип үҫеш юлы – уң юлаҡ (пингала нади) Свадистанан уҡ өҫкә йүнәлеш ала, сөнки егет ата-әсәһе аша бирелгән йоланы теүәл башҡарыу сәбәпле, насар карманан баштан уҡ азат була һәм уның башланғыс рухи ҡеүәте гөнаһлыларға тәғәйен муладараға ҡоламай.
Маҡсатына яҡынлашҡанын да яҡшы тоя Урал – Сансараның алтынсы ҡатында, ошонда, осратырға тейеш ул Yлем тигән күҙгә күренмәҫ Яуызды:
Yлемде табып үлтереп,
Ил ҡотҡарыр уйым бар.
Һунарлаған сағымда
Ҡулға төшкән бер ҡоштан:
Һеҙҙең илдә Yлемдән
Ҡотолорға юл бар, тип,
Ишеткәйнем мин йәштән.
Бындай осрашыуға, аңлашыуға әҙер Ҡояш ҡыҙы Һомайҙың да, Йәншишмәне күрhәтерҙән алда, әйтер hүҙе, бирер баhаhы бар Уралға:
Минең hиңә шартым бар.
Ҡайҙа булhа барырhың,
Yҙең уйлап бағырhың;
Йылан илен үткән ир,
Уңдан hулға сыҡҡан ир,
Yҙең юлын табырhың.
Был урында һүҙ, әлбиттә, алтынсы чакра аджня тураһында бара! Аҡҡош-ҡыҙҙың егеткә былай тип мөрәжәғәт итеүе баяғы шул кеше тәнендәге астраль каналдарға ишара булыр, сөнки Урал, үҙенә тәғәйен булған уң юл – ҡояш юлағы Пингаланы лайыҡлы үтеп сыҡты. Был ҡыл-каналды дөрөҫ ғәмәлдәр ҡылыуы нигеҙендә таҙартыуға өлгәшкән ябай кеше түгел, ә көс-кәре, ҡеүәте ташып торған батыр ул хәҙер! Ләкин уға, hул каналын да таҙартып, камиллыҡ дәрәжәhенә эйә булыу мотлаҡ, шунhыҙ – Йыhан ҡапҡаhы ябыҡ әлегә! Тап шул кимәлдә ҡур һөйәгенән сығып, умыртҡа бағанаһынан уң яҡтағы ҡояш юлағынан ҡалҡып, аджняға еткән көс-ҡеүәт мейенең һул ярымшарына артыла. Тағы бер ғәмәл – hыу менән hынауҙы үтеп, Айҙың магнитлы тәьҫиренән арынырға, ошоноң менән Ида каналынан да ҡеүәтен күтәрергә hәм был ике төр ҡеүәтте умыртҡа буйлаған урта юлда ҡушырға кәрәк хәҙер Уралға. Ҡеүәттең ошо төрөн сахасрараға күтәрә алғандар эске тойғоhо менән баш түбәhенән, мейенән ысын ләззәт тойғоhона сумдырыр тамсылар (йогала: бинду тип атала) тамыуын тойор. Шул саҡта ғына әҙәм, барлыҡ нәфсе теләктәренән бушанып, ысын азатлыҡ тойғоhон кисерер: был хәл – йоганың иң юғары баҫҡысы, иң аҙаҡҡы маҡсаты.
Ҡобайырҙа был hынау нисек hүрәтләнә икән, шуны күҙәтәйек артабан. Һомайҙың:
Бөтә донъя ҡош төҫөн
Yҙ өҫтөндә биҙәгән
Бер ҡош эҙләп тапhаң hин,
Минән ярҙам күрерhең,
Шишмәнән hыу алырhың,
Теләгәнеңде табырhың, –
тигән йомошона ҡаршы, алдағы hынауҙың ҡатмарлы булырын күҙаллаған Уралдың, үҙенә тиң юлдаш, яуҙа ҡорҙаш булырҙай бүләк hорауы була, ҡыҙ ҙа үҙенең hүҙен әйтә:
Утҡа төшhә, янмаҫтай,
Һыуға төшhә, батмаҫтай,
Ел дә ҡыуып етмәҫтәй,
Тауҙан-таштан өркмәҫтәй,
Ир-егеттән бүтәнде
Yҙенә тиң күрмәҫтәй;
Типhә, тау-таш сорғотоп,
Сапhа, диңгеҙ ярырҙай,
Ауырлыҡта, тарлыҡта
Һиңә юлдаш булырҙай,
Күктә тыуып, күктә үҫкән,
Ерҙә тоҡом йәймәгән,
Әзрәҡәнең дейеүе
Мең йыл ҡыуып тотмаған,
Әсәйемдән бирелгән,
Yҙем hөйгән егеткә
Бирә торған бүләгем –
Аҡбуҙ толпар бирәйем.
Йөҙөн hис тут алмаҫтай,
Утҡа ҡаршы – ут булыр,
Һыуға ҡаршы –hыу булыр,
Ен-дейеүҙең барыhын
Yлемендәй өркөтөр
Булат ҡылыс бирәйем.
Был юлдарҙан аңлауыбыҙса, Һомай, үҙенә тиң булырҙай йәренең аңын алдағы hынауҙарҙа аджнянан түбән биш кимәлгә төшөрмәү сараhын күрә. Йогала ер, hыу, ут, ел-hауа, бушлыҡ элементтарына тап килгән чакралар ҡапҡанына эләкмәҫ мәңгелек РУХ символы Аҡбуҙатын hәм шуларға хас донъяуи нәфсе-теләктәрҙе аҙҙырыусы ен-дейеүҙәрҙең (Йогала: мара – дьявол) ау-тоҙағын өҙә сабыр символ – булат ҡылысын вәғәҙә итә.
Урал батыр, юғары кимәлдәге ҡеүәтен ҡулланып, телепортация ярҙамында (“таяғын ат иткән, ти”) ҙур ара юл үтеп,
Бара торғас, бер саҡта
Тау уратҡан бер яҡта:
Һайыҫҡан да, ҡоҙғон да
Йән барлығын hиҙмәгән,
Һис бер кеше булмаған,
Дейеү-ен дә ул ергә
Килеп аяҡ баҫмаған,
Yркәс-үркәс ҡаяhы,
Башына күҙең hалhаң,
Юғары торор болоттан,
Бөтә йәмде үҙендә
Һаҡлар элек-электән –
Шундай бер тау күргән, ти;
Болот ярып, үрмәләп,
Тау башына менгән, ти.
Был тауҙың hүрәтләнеше йога тәғлимәтендәге ер үҙәге булыр изге Меру тауына тап килә!
Тирә-яҡҡа күҙ hалып,
Оҙаҡ ҡарап торған, ти:
Алыҫтан күҙгә салынған,
Йондоҙҙай булып сағылған
Бер яҡтылыҡ күргән, ти,
Шуға тоҫҡап киткән, ти.
Барып етеп ҡараhа,
Әйләндереп күҙ hалhа:
Таш урынына көмөштән
Сите, төбө биҙәлгән,
Буйындағы сәскә лә
Ҡаты елгә борсолмай,
Шаҙраланып өҫтәре,
Күҙ сағылыр төҫтәре,
Ел дә тейеп тулҡынмай,
Ҡояш нуры төшкәндә,
Ем-ем иткән ынйылай
Бер hылыу күл күргән, ти.
Ошо күлдең өҫтөндә
Тирәләй ҡош йыйналған,
Бөтә төҫкә биҙәлгән
Бер hылыу ҡош йөҙгәнен
Урал айыра күргән, ти…
Әлбиттә, был тамаша, өҫтә иҫкәрткәнсә, Уралда Ида каналын таҙартыусы ғәмәлдең барышын hүрәтләү ул: күл һыуы (һул яҡтағы каналды һыу менән таҙартыу – “крещение водой”) hәм шунда йөҙөүсе ҡоштоң Айhылыу булып сығыуы, шулай уҡ ай символы көмөш тураhында мәғлүмәт – барыhы ла тап килә. Урал нисек шулай тиҙ эҙләгәнен тап итә hуң? Был хәл, йогалағы карма законы буйынса, “тиң тиңен таба” принцибы менән аңлатылыр. Шулай уҡ улар икеhе лә, нескә hиҙгерлек, аң кимәлендә бер-береhенең изге күңелле булыуҙарын яҡшы тойhалар ҙа, ”күҙ асып, күҙ йомғансы” Самрау иленә ҡайтып ингәнсе, серҙе лә асып бөтмәйҙәр, сөнки танышлыҡ әле хәл-ваҡиғаларҙа hыналмаған. Һарайға ҡайтып еткәс, улар hәр береhе ни күргәнен “барын теҙеп hөйләгән”.
Һомай быны ишеткәс,
Уралдан сер тартмаған:
Yҙе Һомай икәнен,
Уралды яҡшы белгәнен
Барын теҙеп аңлатҡан,
Һомай шунда атаhын
Бүлмәhенә саҡыртҡан.
Инде хәҙер асыҡтан-асыҡ hөйләшеп аңлашыр сәғәт тә hуҡты. Тәүҙә улар кәңәшләшеп, дейеүҙәрҙең бында тағы килеү ихтималлығын асыҡлағас, Айhылыуҙы Айға, әсәhе янына, ебәреп тороуҙо хуп күрәләр. Һомай тәүҙә, Уралдың уй-ниәттәренең hаман да бер йүнәлештә икәнен тағы бер ҡат асыҡлар өсөн, hый-хөрмәттә ҡунаҡсыллыҡ ҡағиҙәләрен үтәй. Тәрбиәлелек, сама белеү Уралдың ҡанында булғанлыҡтан, бәҫле ҡунаҡ булып ятыуҙың артабан мәғәнәhе юҡлығын бер-нисә көн үткәс тә, Һомайҙы саҡырып, белдерә. Артабан маҡсатына ярашлы юлын дауам итергә сығырын әйтә, уның биргән вәғәҙәhен иҫенә төшөрә:
Мин эҙләгән Yлемдән,
Һин әйткәйнең телеңдән
Ҡотолорға юл табып
Мин бирермен, тигәйнең,
Аҙаҡ hүҙең әйт, hылыу,
Ни әйтерhең, – көтәйем,
Мин ишетеп китәйем.
Һомай, үҙенең күңелен яулаған батырҙы юлға сығарыр алдынан, атаhына был серен асып, уның ризалығын ала. Алда буласаҡ данлы оло туй хаҡына Шүлгән дә тотҡондан сығарыла.
Шүлгән, Урал икәүhе,
Берен-бере табышҡас,
Көтмәгәндә осрашҡас,
Ике туған шатлығын,
Юлда күргән барыhын
Урал теҙеп hөйләгән.
Шүлгән тыңлап ултырған,
Барын уйлап уҙҙырған;
“Урал былай дан алhа,
Атама данлы ҡайтhа,
Батыр булып маҡталыр,
Бар эштә лә oc булыр,
Минең hүҙҙәр аҫ ҡалыр”, –
Тип, эсенән көнләшкән.
Шуға күрә Уралға
Бар серене сисмәгән,
Әзрәҡәлә булғанын,
Бында ниңә килгәнен, –
Береhен дә әйтмәгән.
Ул Уралды үлтереп,
Yҙе данлы ир булып,
Һомайҙы ла үҙе алып;
Аҡбуҙатҡа атланып,
Булат ҡылыс ҡулланып,
Дан алыуҙы уйлаған.
Әлегә ике туғандың хәл-тороштары бер самала, тиң күренә, сөнки улар икеhе лә был Аджня кимәленә күтәрелеп еттеләр бит. Әммә был күренеш тышҡы ҡарамаҡҡа ғына шулай тойола. Эске үҫешкә йүнәлеш биреүсе ниәттәре башҡаса Шүлгәндең. Йыhандың иң ғәҙел, шуға күрә унан ҡотолор йән булмаҫ карма – ҡармаҡ эләктеререн, ҡармап алырын күҙ уңынан ысҡындыра шул көнсөллөктән аңы томаланған ағай ғынаhы Уралдың! Аң кимәлендә аңлашыу, киҫәтеү ҙә була шул саҡ былар араhында:
…Батыр булған ир-егет
Еңмәҫ нәмә булырмы?
Батырмын тигән ир-егет
Яуызға юл ҡуйырмы?
Утҡа ҡаршы hыу булыр ул,
Яуға ҡаршы тау булыр;
Yҙенә түгел, барына
Ауырлыҡта юл булыр
Батырҙан ир тарыҡмаҫ;
Батыр hис бер зарыҡмаҫ,
Яҡшылыҡтан ялыҡмаҫ,
Яуҙан да hис талыҡмаҫ.
Күккә менер баҫҡысhыҙ,
Ерҙе асыр асҡысhыҙ,
Яҡшынан эскәне – hыу булыр,
Ямандан эскәне – ыу булыр.
Доғаға тиң бындай кәңәште отоп, ҡустыhының киҫәтеүенә ҡолаҡ hалhа, Шүлгәндең артабанғы ҡылыҡтары яҡшыға үҙгәрер, юлы юғарыға, Йыhан ҡапҡаhына килтерер ине уны. Ләкин яуыздарҙың ҡотҡоhона бирелгән (“Ишәй ишен таба, Ҡушай ҡушын таба”) Шүлгәндең нәфсеhе арта бара, хатта туғанына ошондай сара ҡылырға ла тәҡдим итеүгә барып етә ул:
Барыhына мат ҡурып,
Көслө батша булайыҡ,
Һин таяғың бир миңә, -
Ошо илде ҡырайым,
Самрау ҡоштоң ҡыҙыны
Yҙемә тартып алайым,
Аҡбуҙатын менәйем;
Мин бит туған ағайың,
Мин дә данлы булайым!
Ағаhының яңылышыуының хаттин ашҡанын күргәндә лә, Урал асыуланмай, тыныслыҡ hаҡлай, уның асыу көсөн ысын дошмандарға йүнәлтеп ҡарай:
Беҙ икәүләп барайыҡ,
Дейеү илен алайыҡ,
Унда тотҡон булғандың
Барына юл асайыҡ.
Ҡыҙы hөйhә, ҡыҙын ал,
Бүләк итhә, Буҙын ал.
Ҡыҙ алам, тип яу асып,
Yлемгә беҙ юл ҡуйып,
Бер ҙә юҡҡа ҡан ҡойоп,
Яуыз исем таҡмайыҡ;
Ҡан ҡойоусы даны алып,
Илгә яман ҡайтмайыҡ.
Әзрәҡәне еңәйек,
Шишмәнән hыу алайыҡ,
Yлгәнгә йән бирәйек,
Кешеләрҙе донъяла
Yлмәҫ йәндәр ҡылайыҡ.
Ошондай hөйләшеүҙән hуң да Шүлгән, аҫтыртын рәүештә мораҙына етмәк булып, Һомайға үҙ ниәтен еткергәс, мәрхәмәтле hәм хуш күңелле Ҡояш ҡыҙы ла егеткә асыуланмай, уның тойғоларын кәмhетмәй, килеп тыуған көсөргәнешле хәлдән сығыуҙың ғәҙел сиселешен тәҡдим итә:
Егет, hүҙең тыңланым,
Эс сереңде аңланым,
Шулайҙыр, тип уйланым;
Мин бер батша ҡыҙымын,
Ҡыҙҙарының ҙурымын.
Егет, уйың уй булhын,
Бер ҙур майҙан ҡорайым,
Батырлығың hынайым,
Шунда даның күрәйем.
Буҙ атым бар йыраҡта,
Әсәм биргән бүләккә,
Майҙаныма шул килер,
Батыр булhаң, ул белер.
Майҙанымда буҙ атты
Ҡулыңа алып меналhаң,
Эйәренең ҡашынан
Булат ҡылысын алалhаң,
Шундай батыр булалhаң, –
Буҙым бүләк ҡылайым;
Атама әйтеп туй яhап,
Yҙеңә йәр булайым.
Һомай буласаҡ йәре Уралға вәғәҙә иткән бүләктәрен Шүлгәнгә лә ҡабатлап әйтеүе, уның был ярыштың кем файҙаhына тамамланыуын асыҡ күҙаллауынан, әлбиттә. Ләкин былай итеп Шүлгәнде ышандырыуы – киҫәтеүҙәрҙе аң hәм hүҙ кимәлендә төшөнөүҙән ваз кискән ир ишараhына hуңғы тапҡыр hабаҡ биреү булыр. Был ярыштың hөҙөмтәhен ғәҙел баhалауҙы бар халыҡҡа күрhәтеү өсөн, Аҡбуҙатын саҡырта ул.
Һөйөп алғас Аҡбуҙын,
Һомай әйткән хаҡ hүҙен:
“Күктә торҙоң йондоҙҙай,
Батыр көтөп, зарығып.
Кеше ҡаны булмаған
Батырҙы алып ырғытып;
Мин hайлаған батырҙың
Береhен hанға алманың,
Yҙең hайлап бирмәнең.
Бына килде батырҙар,
Һине көтөп ятырҙар.
Батырлығын hайлапмы,
Матурлығын hайлапмы,
Береhен үҙең алаhың,
Yҙеңә юлдаш ҡылаhың, –
Һиңә иптәш ир булыр,
Миңә hөйгән йәр булыр”.
Һомайҙың Аҡбуҙатынан ошондай ғәҙел хөкөм, айныҡ ҡарар ҡабул итеүҙә ярҙам hорап мөрәжәғәт итеүе, уның Йыhан кимәлендәге карма законына бойhоноуын аңлатыр: хәл-ваҡиғаларҙың сиселеше өлгөрөп еткән ваҡыт хәле, урын хәле, шарт хәле кеүек өс нәмәнең тап килгән осрағында ғына, билдәле бер мәлдә хәрәкәткә килер, пәйҙә булыр. Был майҙан тотоу күренеше шул “сәғәттең hуғыуына” ишара. Һәр кем, үҙе сәбәп ҡылған эш-ҡылыҡтары буйынса, карма законы бойомға ашырған лайыҡлы hөҙөмтәhен күрер мәл был. Шулай итеп, Урал үҙе hайлаған уң юлды уңышлы тамамлауын бар ғәм алдында раҫлай. Етмеш батман ауырлыҡ ҙур бер ташты ерҙән ҡуптарып алып, өс бармағы осонда күтәреп кенә ҡалмай, уны хурлыҡҡа ҡалған ағаhы өсөн беренсе тапҡыр (!) асыуланып, “алып атҡан hауаға, Әзрәҡәнең иленә”. Был ваҡиға йогала һәр бармаҡ осона бер чакра тап килеү менән аңлатыла: был осраҡта урта бармаҡ – манипура, сығанаҡ бармаҡ – вишудда, һуҡ бармаҡ – аджня чакра булыр. Чакралары таҙа булыу сәбәпле, Урал өс бармаҡ осонда көс-ҡеүәтен туплап, был һынауҙы үтә ала. Таштың күктә ут сығарыуына сәбәпсе булыуы уң каналдағы ут-энергияhынан азат булыуҙы аңлатhа, ә еңелгән Шүлгәнде ҡыҙғаныуҙан, Айhылыуҙы кире төшөртөүҙәре – hулдағы Ида каналындағы ҡеүәтте бушатыу булыр. ”Аллаhы Тәғәләнең ғәфү итеүсене, кисереүсене hөйәрен” күктәгеләр яҡшы белә. Шулай итеп, Самрау илендә бер юлы ике туй ҡылыуҙарынан беҙ Шүлгәндең дә нескә ҡеүәт (кундалини) күтәрелешен Урал менән бергә аджня кимәлендә таныуҙарын, ҡабул итеүҙәрен тағы ла бер ҡат күрҙек. Улар барыhы ла дин-ҡәрҙәштәренә сырай hытып ҡарамаҫ бөйөк йәндәр – бодхисаттвалар икәнлеген ысын мәғәнәhендә күргәҙмә ҡылдылар.
Йога тәғлимәтенең hынауҙары бының менән генә тамамланмауын артабанғы хәл-ваҡиғаларҙан күҙәтербеҙ. Шүлгән менән Уралдың икеhенә лә бергә булып, бер hынау – урта юлды быуып торған, фани донъяға бәйләп тотҡан, ысҡынырға hис бирмәгән hәм ғәҙәткә ингән, күнегелгән өсөнсө тойғо – шул донъяға эҫенеүҙән, эйәләшеүҙән азат булырға кәрәк.
Шүлгән: “Мин дә бер дан табайым, Әзрәҡәгә барайым, илен баҫып алайым”, – тигән ниәтенә Уралды күндереп, серле таяҡты ҡулына төшөрөү менән, яңылыш юлын ҡыуа, яуыз эштәрен ҡыла башлай. Иң беренсе ул “таяғы менән ергә hуҡҡан да, барыhын hыуҙан баҫтырып, hәләкәткә ҡалдырған”. Шул арала әүермәнлек сифатына эйә булыр Зәрҡум, ҙур бер балыҡҡа әйләнеп, Һомайҙы ҡарпығас, күктә ҡояш тотолоуы, Аҡбуҙаттың ҡыҙҙы ҡотҡарып, серҙе Урал белеүе – берләшкән ҡеүәттең ут hәм hыу кеүек ике төргә яңынан бүленеүен, Урал менән Шүлгәндең юлдары киренән саталаныуын, йәғни Махаяна hәм Хинаянала дауам итәсәген күрhәтә. Ә был күренеш үҙе донъяның ысын мәғәнәлә дуалләшеүен төҫмөрләтә: хәҙер инде бер-береhенә ҡаршы булыр көстәр тамам бүленде.
Зәрҡум менән Шүлгән, таяҡҡа хужа булып, Әзрәҡәгә килгәс, уныhы “ерҙе hыу менән ҡапларға, күкте ут менән ялмарға” бойорған. Был хәлгә түҙерлек әмәле ҡалмаған кешеләр, Уралдан ярҙам hорап, ялбарыуына батыр сыҙап тормаған, дошмандарға ҡаршы яу асҡан. Был тамашалар барыhы ла Урал менән Шүлгәндең ҡатнашлығында барыуынан беҙ был ике ҡапма-ҡаршы көстәрҙең үҙ-ара көрәш аша, ләкин бергә (ысын донъяның бер сифаты) Сушумна каналындағы түбән чакраларҙың hәр береhенә хас ер, hыу, ут, ел-hауа, бушлыҡ– арауыҡ элементтарынан арыныуын күҙәтәбеҙ.
Шуларҙың иң өҫкөhө – дейеү батша Әзрәҡә илен Урал Аҡбуҙатында бер үҙе тар-мар итер, Әзрәҡәнең үҙен булат ҡылысы менән тураҡлап, кәүҙәhенән Ямантау барлыҡҡа килер өйөм өйгән, халыҡ иркенләп йәшәhен өсөн, диңгеҙ hыуын сигендергән (Һуңынан был сюжет иудаизм диненең юлбашсыһы Муса пәйғәмбәр миҫалында ҡабатланыр).
Киләhе ваҡиғалар ошо ваҡыт арауығында унан яралған улдарының тыуып-үҫеп, буй еткереп, уға ярҙамға килеп бергәләшеүҙәре менән бәйле. Ҡатил батшаның ейәне, Уралдың беренсе улы Яйыҡ, был илдең халҡының, Уралды тәңрегә тиңләп, хөрмәтләүен, әсәhенең дә уны hағынып көтөүе тураhында ентекләп бәйән итер. Бигерәк тә уның Урал батыр тарафынан үлтерелгән дүрт батырҙың ҡаны бығаса ергә hеңмәй, hыуынмай ятҡанының сәбәбен әсәhенән төпсөнөп-белеп, уның ярҙамы менән ерҙәге барса хәл-ваҡиғаларҙың шаhиты – ҡарт ҡоҙғондо саҡыртып, шул ҡандарҙан дүрт батырҙы терелтеүе иғтибарға лайыҡлы күренеш. Был хәлдең булыуы мөғжизәүи тойолhа ла, йога тәғлимәте өйрәткәнсә, изге кеше алдында ҡылған яуыз эштәреңдең яңылыш икәнен аңлап, ысын үкенес кисереү, изгеләрҙән ғәфү hорап, тәүбәгә килеү, хаҡ юлға баҫыу – яңынан тыуыуға тиң hаналыр ғәмәл ул:
Оло бабаң Ҡатилдың
Ҡоллап алған дүрт батыр,
Бабаң ҡушҡас, яу астыҡ,
Яуыз ҡанға олғаштыҡ;
Ер ҙә эсмәй ҡаныбыҙ,
Көн киптермәй ҡаныбыҙ,
Ҡоҙғондарҙан hорайбыҙ,
Улар ҙа эсмәй ҡаныбыҙ,
Өҙгөләнә йәнебеҙ.
Урал атаңа бар әле,
Беҙҙең зарҙы әйт әле:
Сара тапhын, терелтhен,
Yҙенә юлдаш булырлыҡ
Яуға сабыр ир итhен.
Икенсе ул – йылан илендә ҡалған Гөлөстандан тыуған Нөгөш тә батырҙан батыр тыуыуын эш менән иҫбатлап өлгөргән икән:
…Дейеүен дә, Зәрҡумды ла,
Быуын-быуын тураным.
Хәлhеҙләнгән көйө тороп,
Әсәм килеп ҡул hалды,
Йәшләндереп күҙҙәрен
Былай тиеп hөйләнде:
“Атаң – Урал батырым,
Унан тыуған Нөгөшөм,
Батыр булып тыуғанhың,
Атаңа ҡулдаш булғанhың.
Мен толпарға hин, балам,
Атаңа юлдаш бул, балам!” –
Тиеп әсәм hөйҙө лә,
Толпар тотоп бирҙе лә
Миңә юлды өйрәтте,
Мине яуға оҙатты.
Был юлдарҙан, батыр иреңә тоғролоҡ hаҡлауыңдың билгеhе итеп, унан тыуҙырған балаңдан батыр ул тәрбиәләп, алмаш быуын ҡалдырыу – кешелек донъяhында әлмисаҡтан ҡатын-ҡыҙға тәғәйен иң изге бурыс, “доға ҡабатлаған hайын яңырыр” кеүек мәңгелек хаҡлыҡ икәненә тағы бер төшөнәhең. Был хәҡиҡәт йога серҙәрен hаҡлаған ҡобайырыбыҙҙа асыҡтан-асыҡ дүрт улдың әсәләре миҫалында ярылып ята.
Бала ысын мөхәббәт, лайыҡлы hөйөү, ата-әсә генә түгел, халыҡ фатихаhы менән яралырға тейеш был донъяға. Шул сағында ғына, Аллаhының ризалығы менән, юғары кимәлдәрҙән килгән йән керер тыуасаҡ баланың тәненә. Уралдың өс улының да, тоғро ҡатындарҙан тыуып тәрбиә алыуҙары, атайҙы күрмәйенсә лә, үҙе кеүек, изгелекле булып балиғ булыуҙары – карма законының асылына тап килә: “Ағас тамырына ҡарап үҫә”. Үҙҙәрен бағып үҫтергән әсәләрен яҡлаусы, ихтирам итеүсән булыуҙары менән сауаплы улдарҙың да, ҡылыҡтары менән тик аталарының батырлығын ҡабатлауҙары – уларҙың тыумыштан аңлы, рухлы йәндәр икәнен күрhәтә.
Шулай итеп, Урал менән Һомайҙың мәңгелек мөхәббәте емеше Иҙелгә лә оло hынау – әсәhен яҡлап, дейеү менән алышыу насип булған икән, hәм ул беренсе еңеүе тураhында тәү күргәндә атаhына, ғорурланып, hөйләр:
Дейеү ятып йән бирҙе
Һарай эсе ҡан булды;
Әсәм билдән ҡан кисеп,
Һыуhаның, тип, hыу бирҙе,
Йөҙөнә шатлыҡ тулды.
“Батырҙан батыр тыуғанhың,
Атаңдай батыр булғанhың;
Кәүҙәң бала булhа ла,
Йөрәгең йәш булhа ла,
Инде үҫеп еткәнhең,
Атаң яңғыҙ тилмерә,
Ауыр көндәр кисерә,
Атаң яңғыҙ булмаhын,
Дошман яуы еңмәhен,
Бар, атаңа юлдаш бул”, -
Тиеп әсәм димләгән,
Атаhыны эҙләгән
Иҙел тигән улың мин,
Һиңә төбәп килдем мин.
Бының менән халыҡсан hәм мәңгелек әҫәр – быуындарҙы быуынға, үткәнде киләсәккә бәйләүсе ябай төшөнсәләрҙе hаҡлаусы hәм бөгөнгө көн өсөн ысын мәғәнәhендә “халыҡ тәрбиәhе мәктәбе” ул. Сөнки кешелек донъяhы тарихында, ваҡыт даръяhының бер осоронда йәмғиәт, тормош тәжрибәhен туплау маҡсатынан “кире сифатлы hабаҡ алыу” hынауын үтер замандарҙа, түбән ҡолауҙың hуңғы кимәленә еткәндә лә, хәтергә алырлыҡ тура мәғәнәhендә аҡыл-кәңәштәр ҙә, уратып әйткән тыйыу-иҫкәртеүҙәр ҙә етерлек был әҫәрҙә. Шуларҙың береhе – Айhылыуҙың яуызлыҡ юлынан киткән Шүлгәндән яралған улы Һаҡмарҙы, кейәүенә тигән бүләге – Һары толпарға атландырып, Иҙел менән оҙатҡанда әйтер hүҙҙәре:
“Урал атаң юлынан,
Балам, яуға сап, тине,
Атаңды эҙләп тап”, – тине.
Әсәнең балаhын үҙ атаhынан ваз кистерер өгөт-нәсихәтенә ниндәй мәғәнә hалынған икән? Әлбиттә, йога тәғлимәтендәгесә, Сансараның аҫтан дүртенсе кимәленә – кеше булып тыуыуға сәбәп ҡылыусы ата-әсә булыу – әле бик “бөйөк эш” hаналмаҫ, әммә ләкин hиңә был донъянан юғарыларына күтәрелергә, аң үҫешенә булышлыҡ итеүсе, “донъя ҡулсаhынан” ҡотҡарыр рухи остаз – рухи ата тураhында был hүҙҙәр. Был осраҡта Урал батырға шундай юғары йөкмәткеле бурыс, ышаныс күрhәтелде булыр Ай ҡыҙы тарафынан. Был ваҡиғаны һүрәтләүҙең тағы ла бик әһәмиәтле йәшерен сере бар. Айhылыуҙың улын үҙенеке тип ҡабул итеүен Уралдың аң ҡеүәтенең һул ярымшарға күсеп тамамланыуы тип ҡабул итергә кәрәктер.
Балалары үҫкәнен,
Батыр булып еткәнен
Yҙ күҙе менән күргәс,
Урал батыр ҡыуанған,
Fәйрәте тағы артып,
Аҡбуҙатҡа атланған,
[Аталы-уллы биш батыр,
Бер-беренә иш батыр,
Йәнә баяғы дүрт батыр]
Дейеүгә яу башлаған,
Ҡыйратып ташлаған,
Ай hуғышҡан, ти, былар,
Йыл hуғышҡан, ти, былар.
Ҡаты яуҙарҙың берендә
Ҡәhҡәhәне ҡолатҡан –
Диңгеҙ ярып, дулатҡан,
Асы тауыш сығартҡан,
Күк күкрәтеп, олотҡан,
Кәүҙәhен өйөп, диңгеҙҙe
Тағы бер тау яhатҡан.
Тылсымлы Шүлгән диңгеҙе
Ҡап урталай быуылған,
Һыуҙа йөҙгән дейеүҙәр
Ике яҡҡа бүленгән.
Шүлгән йүнгә килмәгән.
Был юлдарҙа яуыз заттан булған Ҡәhҡәhәнең иң түбән кимәл Муладараға ҡолауын кәүҙәhенең ер элементы тауға әүерелеүенән, ә Шүлгәндең Свадистанала hыу элементы диңгеҙгә хужа булыуынан беләбеҙ. Хәҙер инде хәл-ваҡиғалар бер урында төйнәлде, был төйөндөң сиселеше булырға тейештер? Изгелек менән яуызлыҡ көрәшенең тамамланыуға барышында
…Урал тотҡан Шүлгәнде,
Аҡбуҙаты, улдары
Ҡырған дейеү, бүтәнде.
Көсө менән Шүлгән дә
Уралға кәр ҡылмаған,
Алышhа ла, түҙәлмәй,
Шунда ергә ҡолаған.
Һаҡмар килеп Шүлгәнгә,
Ҡылыс менән уҡталған;
Урал тыйғас, Һаҡмар ҙа
Сапмайынса туҡталған.
Урал, халыҡты йыйған,
Шүлгәнде уртаға ҡуйған.
Был күренештән юғары кимәлдәге боронғо тәғлимәткә хас “үс алыу теләгенән хөкөм ҡылыу” йолаhының ҡабул ителеүе генә түгел, тыйылған булыуын төҫмөрләйбеҙ. Ысынлап та, бындай йола карма законына ҡаршы килә, сөнки “сәбәп-hөҙөмтә” сылбырында насар ниәттән (сәбәптән) ҡылған ҡылыҡ кире hөҙөмтәгә килтерер, киләhе яуызлыҡтарға сәбәп булдырыр – әммә ләкин был сылбырҙың аҙағы булмаҫ. Аҡыл эйәhе Урал уландарына ошондай hабаҡ биреү ниәтенән, Шүлгәнде халыҡ алдына ҡуйып, ғәйептәрен hанап, тәүбәhенә килтерергә теләр; сөнки, был иң кешелекле боронғо тәғлимәт өйрәткәнсә, аҡылға ултырыу өсөн бер ҡасан да hуң түгел, тик үҙ ғәйебеңде үҙеңдеке тип таны ғына!
“Fәйеплемен”, – тимәhәң,
Башың сарҙай64 сорғотоп,
Он-талҡандай итермен;
Күбәләктәй йәнеңде
Төнгө томан ҡылырмын;
Ҡаныңа буяп кәүҙәңде,
Әзрәҡәнән бар булған
Ямантау тип аталған
Тауға илтеп күмермен.
Башына йән килмәҫтәй,
Килеп хәлең белмәҫтәй,
Яҡшылап телгә алмаҫтай,
Бер үлән-зат үҫмәҫтәй,
Бите көнгә ярылған,
Ҡасҡан-боҫҡан йыланға,
Яуыз уйлы бөркөткә,
Ҡан көҫәгән ҡоҙғонға
Ҡунып, йәнлек аңдырға
Яуыз тағы булырҙай
Ҡара ҡая итермен”, -
Тигән hүҙен Уралдың
Шүлгән тыңлап торған да
Урал ҡуймаҫ, үлтерер,
Тип йөрәге ҡурыҡҡан,
Һүҙ бирергә тотонған…
Алдағы ваҡиғаларҙан белеүебеҙсә, яуызлығы йөрәгендә булған Шүлгәндең хаталары өсөн үкенес белдереп аҡланыуы буш hүҙ, төҙәлергә биргән вәғәҙәhе тағы ла бер ҡыуыҡ анты булып сығыр. Сөнки был сифат – ул ҡолаған “хайуандар донъяhында” хөкөм hөргән “көслө көсhөҙҙө ейер” йолаhына ярашлы йән эйәләренә хас ҡурҡаҡлыҡ. Ошонан hуң төҙәлеү юлына боролмаhа, тағы ла бер кимәлгә түбәнерәк, иң аҫҡы донъя ҡапҡаhы – тамуҡҡа юл асыусы Муладараға (ҡара ҡаяға әүерелеү – ер элементына ишара!) осорон иҫкәртеү ҙә ҡуйманы уның тәгәрәүен, сөнки аңы хәҙер шул кимәлдә “намыҫ тапар ирҙең”, Шүлгәндең. Ә мәрхәмәтле Уралдың өсөнсө тапҡыр уны hынамаҡҡа ебәреүе – туғанлыҡ ептәренең әле өҙөлмәүенән, йәғни урта юл – Сушумналағы төрлө рәүештәге бәйлелек, эҫенгәнлек тойғоhонан арынып бөтмәүен күрhәтә:
Атамдың хаҡы өсөн,
Әсәмдең хәтере өсөн,
Тағы ла бер hынайым,
Теләгеңде бирәйем.
Йогала танылған “өс ағыуҙың” иң ҡатыhы булыр был хистән ҡотолоу теләге уғата көслөрәк ғазаптар аша үтергә мәжбүр итер үҫәрмәнде.
Урал инде кешелек өсөн яҡшылыҡ ҡылыуҙа hуңғы бурысын башҡарырға әҙер:
Йәншишмәнең бар hыуын
Һоҫоп алып киләйек,
Бар кешегә бирәйек.
Күҙгә күренмәҫ Yлемдән,
Килер ауырыу-сырхауҙан,
Ауыртыныу-hыҙлауҙан,
Кешеләрҙе ҡотҡарып,
Барыhыны шат ҡылып,
Мәңге үлмәҫ ҡылайыҡ.
Әммә Уралдың үҙенең аңы әле Йыhан ҡапҡаhы тәңгәленә күтәрелеп етмәгәнлектән, уның был кимәлдә изге тойолор әлеге маҡсатын тормошҡа ашырыу яңылыш аҙым булыр ине. Ер йөҙөндә бындай байманлыҡта көн күреү Илаh тыуҙырған, бар иткән тәүторош хәлгә кире ынтылыуҙан, үҫеш юлынан ваз кистерер ине бәндәне. Сөнки әле бар яҡтан камил булыр шәхес булып өлгөрмәгән әҙәм балаhы хата-маҙарҙан, етешhеҙлектәрҙән азат түгел. Ләкин Күктәр тарафынан hәр аҙымы ҡурсалауҙа, күҙ уңында булғанлыҡтан, әлбиттә, Уралды хаҡ юлға төшөрөү сараhы күрелер улар тарафынан. Бының өсөн күктең үҙенән туранан-тура күрhәтмә, тоҫҡау булыр тип өмөтләнеү дөрөҫкә тап килмәүен ябай әҙәм төшөнөп бөтмәhә лә, ошо урында иғтибарға лайыҡ ниндәйҙер бер ваҡиғамы, осрашыумы, күренешме – билдә булыр аңлыға. Был турала йога тәғлимәте нигеҙендә барлыҡҡа килгән Будда диненең “Девадатта-сутра”hында күрәҙәлеккә ишаралаусы хәл-ваҡиғаларҙың иң иғтибарға лайыҡлыларынан тип, күктәгеләр тарафынан ебәрелгән дүрт илсе-хәбәрсенең пәйҙә булыуы hаналған. Уларға ҡарата вайымhыҙлыҡ күрhәтеү, йә иғтибар бүлмәү – иң ҙур ахмаҡлыҡ hаналыр:
әҙәм балаhының “был донъяға тыуыу ғазаптарын” онотоу,
“ауырыу-сырхау кисереүсенең хәлен” белмәү,
“ҡартлыҡтан ылйырағанды” танымау,
“үлем түшәгендә ятыусының тәүбәhен” ишетмәү.
Йога тәғлимәтенең үҙәген меңәр йыл сер итеп hаҡлаусы эпоста ла был фекер килеп сыҡмай булмаҫтыр бит? Әлбиттә, Урал батырҙың аң кимәлен артабан үҫеш-күтәрелеш йүнәлешенә бороусы бындай персонаж да пәйҙә буласаҡ мәле еткәс:
Yлем саҡырып-ялбарып,
Бар hөйәге ҡаҡшаған,
Тәнендә ит ҡалмаған,
Ата-әсә, берен дә
Кем булғанын белмәгән
Бер ҡарт килеп еткән, ти…
Бик күп быуындар алмашыныуына, hәр быуындың үҙенә хас заман үҙгәрештәренә үҙе шаhит булған аҡhаҡал бик борон бер дәүерҙә “үлемгә йән бирмәҫкә, туйҙан тороп ҡалмаҫҡа, тип, Йәншишмәнән hыу эскән”, имеш. Бына шул күпте күргән, кешелек донъяhының сал тарихын үҙе аша үткәргән бәндәнең батырға әйтер hүҙҙәре ысын тормош тәжрибәhенең төйнәлеше булыр hәм кешелектең барына ла мөрәжәғәтнамә булып ҡалыр:
Илгә йола булырҙай,
Һынап белгән заңым бар,
Донъяла мәңге ҡалам, тип,
Yлемгә буй бирмәҫкә,
Уны бер заң итмәҫкә
Йәншишмәнән эсмәгеҙ,
Миндәй хурлыҡ күрмәгеҙ.
Донъя ул бер бағ икән,
Йән эйәhе шул бағта
Донъя быуынын hанаған,
Ҡайhы быуын аҡлаған,
Ҡайhы уны таплаған,
Төрлө төҫкә биҙәгән,
Бары – үҫемлек, гөл икән;
Беҙ Yлем тип hанаған,
Яуыз ул тип ҡараған –
Бағтың туҙған үҫмерен
Йәки көнө тулғанын
Сyпләп, бағты бушатҡан,
Унан донъя ташлатҡан
Бөтмәй торған йола икән.
Мәңге ҡалам, тимәгеҙ,
Йәншишмәнән эсмәгеҙ.
Донъяла мәңге ҡалыр эш –
Донъяны матур төҙөгән,
Бағты мәңге биҙәгән –
Ул да булhа яҡшылыҡ.
Күккә лә осор – яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ,
Утҡа ла янмаҫ – яҡшылыҡ,
Телдән төшмәҫ – яҡшылыҡ.
Бары эшкә баш булыр...
Был васыятнамәлә боронғо диндең иң төп hәм үҙәк таяуҙарынан hаналған фекерҙәре hалынған: “был донъяның бөтә нәмәhе, хәл-ваҡиғалары – тотороҡhоҙ, алмашыныусан”. Шуға күрә беҙ үҙебеҙ ҙә – был донъяның ҡунағы ғына. Һәр көнөн уның, бер ғүмергә торош итеп, файҙалы эштәр менән үткәреү беҙҙең бында көн итеүебеҙҙе аҡлар: яҡшы ниәт, яҡшы hүҙ, яҡшы ҡылыҡ менән Кеше ғүмеренең hәр осоронда бер күтәрелеш кисереп, Йыhан ҡапҡаhына яҡынайыу өсөн кәңәш был hүҙҙәр. Шул эштәрҙең нигеҙендә ятыусы “яҡшылыҡ ҡылыу” идеяhы йогала үҫеш юлының беренсе баҫҡыстары булған яма-нияма – кереш, инеш кимәлдәрен иҫкә төшөрөп, ошо ғәмәл ярҙамында уның юғары булған баҫҡыстарында ла, тик шуларға таянып, эш итергә кәрәклеген ҡабатлай аҡhаҡал. Ҡобайырҙың буйынан-буйы ҡабатланып килгән төшөнсәләр – тәүэлементтар ни өсөн бында ла иҫкә алына икән? Халыҡ ижадында хатта уларҙы Ер Тәңре, Һыу Тәңре, Ут Тәңре, Күк Тәңре тип ололау бар. Ер (был урында - бағ) – муладара, hыу – свадистана, ут – манипура, күк- hауа – анахата булhа, вишудда кимәле был осраҡта тел төшөнсәhе аша атала. Бөтә кимәлдәге чакраларҙы ла таҙа тотоу юлы тик бер генә ғәмәл, йәғни яҡшылыҡ ҡылыу юлы ярҙамында, атҡарылыуына тағы бер ҡат иҫкәртелә әҙәм балаhы. Онотмайыҡ, йогала бер үк төшөнсәләрҙе күп тапҡыр ҡабатлау – төплө үҙләштереү, йәғни аңбаҙына индереүҙең отошло hәм аҡланған алымы.
Шулай итеп, аҡыллының кәңәше менән Урал батыр,
Бөтә серҙе аңлағас,
Бар халыҡты эйәртеп,
Йәншишмәгә барған, ти,
Һыуын уртлап алған, ти;
Yҙе сапҡан юлына,
Дейеүҙәр өйгән тауына
Һыуҙы шунда бөрккән, ти.
Ошо урында hорау тыуыр: ни өсөн халыҡ менән бергә булhа ла, hыуҙы тик бер Урал ғына уртлай? Кешелек донъяhына үҫеш юлын үҙ үрнәгендә күрhәтергә бурыслы булып килгән Күк илсеhе Урал халыҡ араhында ҡәҙимге кеше сүрәтендә йөрөhә лә, уның булмышы – башҡа ғәмдән, сөнки бөйөк заттан ул. Йоганың hуңғы баҫҡысында Сахасрараңдан ошо тереhыу тамсылары тамғанын тойоу – ул тик эске донъяңда, күңел киңлегендә кисерелер күренеш булғанға, шулай hүрәтләнә был тамаша. Ләкин Пәйғәмбәрҙең бөйөк бурысы – шул кешелек донъяhындағы hәр әҙәмдең ошондай үҫеш юлы аша үҙенең тәүбулмышына яҙған hәр яҡтан камиллыҡ сифаттарына өлгәшеү, саф hәм тулы аң эйәhенә әүерелеүгә хаҡы hәм мөмкинселеге барлығына ышандырыу, шуның юлын өйрәтеү. Хаҡ яҙмышы ҡушҡан ошо бурысын аҙағына тиклем нисек алып барып еткерер батырыбыҙ?
Йәншишмәнең тере һыуын бөрккәндән hуң, мәңге йәшел булып ҡалған был бағта “байман табып, тын алып, рәхәтләнеп” көн күргән халыҡҡа өсөнсө тапҡыр антын боҙған Шүлгәндең, ҡалдыҡ-боҫтоҡ дейеү-йыландарҙы туплап, яңынан зыян күрhәтә башлауын нисек аңларға йога күҙлегенән? “Бар hәм Бер” булған саф, камил, бөтөн тәүбулмыш – Нирвананың ҡапма-ҡаршы, тиҫкәре, киреhе, түбәне булған был донъяның дуаль булыуынан: көндөң төнө, яҡтының ҡараңғыhы, татлының әсеhе, рәхәттең ҡыйыны, мөхәббәттең нәфрәте булғандай, яҡшылыҡ менән яманлыҡҡа ла мәңге бергә булыу насибынан инде, ни хәл итәhең! Йыhан ҡанунына бер кем дә ҡаршы тора алмаҫ был “ике ярты – бер бөтөн” фанилыҡта. Унан ҡотолоу, йәғни Сансараның алты ҡатынан ашып, етенсеhендә – Сахасрара чакраhындағы Йыhан ҡапҡаhынан аңын сығарыуға өлгәшерме Урал батыр? Йәндең “рух арбаhы»” рәүешен генә үтeүсе есмани тәнде ошо юғары идея өсөн ҡорбан итеп, Yлем менән күҙгә-күҙ осрашыуға әҙер булыу – рух азатлығына килеүҙең берҙән-бер юлы, кешелек тарихында башҡа донъяуи диндәрҙә лә Аллаhының ерҙәге илселәренең барыhына ла хас сифат булып ҡабатланасаҡ әле был юғары дәрәжәләге батырлыҡ. Камил булмаған кешелек донъяhының хата-кәмселектәрҙән йыйылған насар кармаhы өсөн яуап тотоу, таҙартыу hәм ярлыҡау hорау өсөн булыр был ҡорбан. Сөнки ағаhы Шүлгәнгә ҡат-ҡат ышаныс күрhәтеп, уның йөҙөндә кеше-ара мөнәсәбәттәргә, ниндәй кимәлде генә алма (туғанлыҡ, дуҫлыҡ, ғаилә h.б.), юғарыларға хас сын тоғролоҡ юҡлығын иҫбатланы Урал пәйғәмбәр был тормошонда. Ялғанлыҡ, хыянатсанлыҡ, тәүбәне тиҙ онотоу кеүек кәмселектәр кешелекте ғүмер баҡый эҙәрләрен тоҫмаллаған Урал hуңғы батырлыҡ ҡылырға мәжбүр:
“Кешегә тынлыҡ бирмәгән
Ҡалған-боҫҡан дейеүҙән,
Яу булыусы Шүлгәндән
Бар халыҡты ҡотолтам!” –
Тиеп, күлде уртлаған.
Күл hыуы ҡайнай башлаған,
Дейеүҙәр ҡурҡып шаулаған,
Шүлгән барын туплаған.
Урал күлде hура, ти, –
Дейеүҙәр эскә тула, ти,
Берәм-берәм Уралдың
Йөрәк-бауырын телә, ти.
Дейеү бик күп тулған hуң,
Йөрәгене телгән hуң,
Урал күлде бөрккән, ти,
Ҡырға сыҡҡан дейеүҙе
Батырҙары тотҡан, ти.
Аяғына баҫалмай,
Ҡабат яуын асалмай;
Урал шунда йығылған,
Бөтә кеше йыйылған,
“Ил бәхете ине”, – тип,
Бары hыҡтап илаған.
Был батырлыҡтың анахата кимәлендә барғанын hәм фәҡәт кешелек өсөн тәғәйен ҡорбан икәнен өҫтәге hүҙбәйләнештәрҙән күрҙек. Артабан уның аңы, вишудда кимәленә күтәрелеп, бар ҡәүемдәр hәм замандар күңеленә хуш килерлек хаҡ hүҙҙәр – өгөт-нәсихәттәрен әйтер көс бирәсәк:
Улдарым, тыңлаң, hеҙгә әйтәм?
Тыңла, илем, hиңә әйтәм:
Ир-арыҫлан булhаң да,
Батыр беләкле тыуhаң да,
Илдә йөрөп, ил күрмәй,
Тубығыңдан ҡан кисмәй,
Йөрәгең батыр булалмаҫ.
Яуызға юлдаш булмағыҙ,
Кәңәшhеҙ эш ҡылмағыҙ.
Уландарым, hеҙгә әйтәм:
Мин әрсегән ерҙәрҙә
Кешегә байман табығыҙ;
Яуҙа булhа, баш булып,
Кешегә ил ҡороғоҙ;
Данлы батыр булығыҙ.
Олоно оло итегеҙ –
Кәңәш алып йөрөгөҙ;
Кесене кесе итегеҙ –
Кәңәш биреп йөрөгөҙ.
Күҙенә сүп төшөрҙәй,
Күҙhеҙ булып ҡалырҙай
Еҫерҙәрҙең алдында
Күҙенә керпек булығыҙ.
Аҡбуҙатым, булатым
Илдә тороп ҡалыр ул, –
Өҫтөнә менеп сабырҙай,
Яуҙа ҡылыс hелтәрҙәй
Батырға менер ат булыр.
Әсәгеҙгә әйтегеҙ:
Минән риза булhындар,
“Ирем, хуш бул!” – тиhендәр.
Барығыҙға шуны әйтәм:
Яҡшылыҡ булhын атығыҙ,
Кеше булhын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!
Күктәгеләр тарафынан уның батырлығын (аң кимәленең юғарылығын, бөйөклөгөн) таныуының шаhиты hәм тиң күреүҙәренең билдәhе булыр бүләктәре – Аҡбуҙатын hәм булат ҡылысын васыят hүҙҙәренә ҡушып, ерҙәгеләргә аманат итеп ҡалдырыуында ниндәй мәғәнә hуң Уралдың?
“Рух” символы булған Аҡбуҙаты hәм әҙәмдең аңын түбән hөйрәүсе “нәфсе-теләктәргә ҡаршы тороу” символы тип hаналған булат ҡылысы – ошо ике төшөнсәнең, кешелеккә юлдаш булыр мәңгелек рухи ҡиммәттәр икәнлеген иҫкәртеүе булыр уның. Ә был ҡиммәттәрҙең баhаhы тағы ла артасаҡ замандың киләсәген дә күҙаллаған ул Һыуғояр. Әҙәмдәргә төбәп әйткән hуңғы мөрәжәғәтендә уның үҙенең дә кеше кимәленә хас хата-кәмселектәрҙән азат булмағанлығына күрhәткән hүҙҙәр бар:
Дейеүҙәргә яу асып,
Диңгеҙҙе дейеүҙән әрсеп,
Ерҙә торлаҡ табыштым,
Кешеләрҙе яуыздан
Ҡотҡарырға тырыштым.
Менhәм буҙ ат бар ине,
Ҡулда булат бар ине;
Яу тупларлыҡ еремдә
Талай илем бар ине;
Ҡулдаш булыр илемдә
Батыр ирҙәр бар ине.
Шулар ҡәҙерен белмәнем,
Батырлыҡҡа маhайып,
Кәңәш ҡороп торманым,
Яңғыҙ башым уйланым,
Уңмаҫ юлды hайланым.
Был hүҙҙәрҙe ул “балыҡтар дәүеренә” хас эске донъяңдағы сикләнгәнлек, үҙ-үҙеңде генә таныу кеүек сифаттарҙың hауаланыуға, маhайыуға килтереүен үҙ тәжрибәhендә таныуын белгертеп, үкенес кисерә. Был юлды уңмаҫ юл тип атап, тәүбәhен бар ғәмгә еткерә. Ошоноң менән ул, бәндәләргә хас хата-кәмселегенән арынып, Аллаhының ризалығына өлгәшеренә ышаныс кисертә. Сөнки башҡаларҙы, өгөт-нәсихәт менән генә тәрбиәләп, үҙгәртеп булмай; “әйләнә-тирәңдә бөтәhе лә hинең аңыңдың сағылышы”, – ти был турала йога тәғлимәте. Тимәк, иң алда үҙ аңыңды үҙгәртеп, кәмселектәреңдән арынып, камиллыҡҡа килгәс кенә, башҡаларҙы үҙгәртеп була, тигән hабаҡ бирҙе беҙгә Урал батыр был hүҙҙәр аша. “Донъяла бар нәмә үҙгәреүсән, алмашыныусан” тигән таяуға таянып, шул иҫәптән, үҙ аңыңды башҡаларҙыҡы менән бер бөтөн итеп тойоу, шул хәлде ысын мәғәнәhендә, мөмкин тиклем күберәк hанда бергәләп кисереүгә өлгәшкәндә генә, кешелек ойошоп, бер үҫеш баҫҡысына күтәрелерен төшөндөрә ул! Бына ошо эске донъябыҙ – “мин-минлек, мин-үҙем” (микрокосм) hәм тышҡы донъя – “башҡалар менән бер бөтөнлөк” хәленең (макрокосм) ҡушылыуын иң юғары маҡсат итеп ҡуйған йога тәғлимәтенең hабаҡтары әле бөтмәгән ҡобайырҙа. Даими үҙгәреүсәнлек хәлендәге алдаҡ ҡына булыр был донъянан, Сансараның ҡатлы-ҡатлы ҡоллоғонан Азатлыҡҡа илтеүсе юлдың ҡапҡаhы аша сығарыусы Yлем батырыбыҙҙың йәнен Мәңгелеккә, тәүбулмыш донъяhы Бөйөк Нур Иле Нирванаға атҡанын “күктән йондоҙ атылып, Һомайға оран биреүенән” таныйбыҙ. Уй hәм яҡтылыҡ тиҙлегендә хәрәкәт итеүсе бөйөк Күк ҡыҙы, Уралына мәңге тоғро Һомайҙың, һөйгәне менән бәхилләшкәндә әйткән сабыр hәм ышаныслы hүҙҙәренә ҡолаҡ hалмау мөмкинме:
Илгә затлы булырҙай,
Кешегә татлы булырҙай,
Йәндәй hанап йөрөрҙәй
Тағы ла затлы булырhың,
Юғалмаҫ алтын булырҙай,
Кешегә данлы hаналып,
Донъяға батыр булырhың.
Уралдың исеме донъя кимәлендә танылыр, дан-шөhрәт яулар көн тыуыуына ғына түгел, ә дөйөм кешелеккә hәләкәт янағанда ҡотҡарыр тәғлимәттең серҙәре асылырынамы, әллә батырҙың ҡайтанан тыуыуына ишарамы был? Ҡалай ғына булмаhын, Ҡояш ҡыҙы Һомайҙың тоғролоҡ символы аҡҡошҡа әүерелеп, еребеҙҙе йыл hайын ҡышҡы тәрән йоҡо хәленән сығарыр ҡот килтереүсе изге ҡош икәнлеген онотмауыбыҙ быға шаhит.
Әйткәндәй, йогала hәм уның нигеҙендә барлыҡҡа килгән Будда динен тотҡан көнсығыш илдәрҙә йәндең бер кәүҙәнән икенсеhенә күсеп яңынан тыуыуы реинкарнация тип атала. Ҡобайырҙа артабан Һомай артынан эркелеп, Уралда үрсеп киткән ҡош-ҡорт hәм башҡа йәнлектәр тураhындағы мәғлүмәт бирелеү, шулар араhында Ҡатил үгеҙенең дә кешегә буй биреүе, Аҡбуҙаттан йылҡы тоҡомо түлләп китеүе, “шул йәнлектәр, ҡош-ҡорттар килеү көнө кешегә ай, йыл hанап белеүгә исем булып китеүе” – барыhы ла hуңынан Будда динен тотоусылар даирәhендә ҡулланыласаҡ өлгө, көнсығыш фәлсәфәhендә киң тараласаҡ миҫалдар. Айһылыуҙың хәл-ваҡиғалар үҫешендә әсәһе Ай янына күккә оҙатылып, күҙ уңынан ысҡыныуында ла хикмәт бар. Сөнки будда динендәге “Сансара – донъя тәгәрмәсе” тураһындағы ғилем буйынса, Ай фани донъя ғазаптарын туҡтата алыу, юҡҡа сығарыу ихтималлығын белдереүсе символды аңлата.
Ошо мәлдән кешелек донъяhының, ысын хәҡиҡәттән алыҫлашып, донъяуи белемдәргә генә мауығып, матдилашып китер hәм Кали Юга тип аталыр ҡараңғылыҡ дәүеренә инеүен тояhың – Мәңгелекте ваҡыт төшөнсәhенә бүлгелeүҙән танылыр был осор. Сөнки үткәнен онотор hәм киләсәген күҙалламаҫ бәндә, бөгөнгөhө менән генә йәшәүҙе ысын hанап, ошо яңылышыуҙан аҙашып китеп, тормош мәғәнәhен юғалтыр осор ул. Әммә йога өйрәткәнсә, бер нәмә лә сәбәпhеҙ булмай: был кире тәжрибә яман менән яҡшыны танытыр hабаҡ өсөн кәрәк булыр әҙәмгә. Ә был матди донъяла икегә бүленгән бөтөндөң hәр яртыhының ярышлап ҡына түгел, сиратлап, берен-бере алмаштырып торған хәлендә, уларҙы айырып таныуҙары, ай-hай, ҡатмарлы булыр кешегә. Халҡының киләсәген хәстәрләгән Урал батыр был осраҡты ла күҙ уңында тотҡан – уның рухын дауам итер аңлылар, миhырбанлылар изге эштәрен дә дауам итер:
Ҡош-ҡорт, йәнлек күбәйгәс,
Шишмә hыуы етмәгәс,
Күлдән ҡурҡып эсмәгәс,
Иҙел батыр, Яйыҡҡа,
Халыҡ йыйылып килгән, ти,
“Нишләйбеҙ?” – тип, барыhы
Аптырашып әйткән, ти.
Иҙел был хәлдән ҡотолоу юлын, яңынан Шүлгәнгә яу асыуҙа күреп, шуға әҙер булғанда, ер ҡотон hаҡлаусы Һомай килеп етеп, улын был ниәтенән туҡтатыуы, аҡыл менән башҡа сара табырға кәңәш итеүенән дә өҫтәге фекерҙең үҫтерелеүен күрәбеҙ: яҡшылыҡ менән яманлыҡ артабан да бергә ҡаласаҡ. Шуға күрә әҙәм затына, был хәҡиҡәтте иҫтә тотоп, аңлы рәүештә яҡшылыҡты үҫтерер эш-ғәмәлдәр ҡылыу юлын эҙләргә кәрәк булыр:
“Атайымдың ҡулында
Булат дейеү тураны;
Уралдан тыуған ул булып,
Халыҡты hыуhыҙ ҡаңғыртып,
Батыр исеме күтәреп,
Һыу табалмай тилмереп
Тороу ирлек буламы?” -
Тигән дә Иҙел ирәйеп,
Тауҙы яра сапҡан, ти,
Көмөштәй бер аҡ йылға
Шылтырап шундуҡ аҡҡан, ти;
Тауҙы буйлап киткән, ти,
Әзрәҡәнән бар булған
Ямантауға еткән, ти.
Иҙел килеп уҡталып,
Билен өҙә сапҡан, ти, -
Йылға ары аҡҡан, ти;
Иҙел баҫып торған тау –
Ирәмәл65 булып ҡалған, ти.
Йылға быуған ҙур тауы,
Ҡырҡа сапҡан урыны –
Ҡырыҡты66 булып ҡалған, ти.
Иҙел батыр тапҡан hыу
Иҙел булып ҡалған, ти.
Күктәгеләрҙең фатихаhынан сығып эш итеүсән Урал батыр ошо изге урындарҙы йәнтөйәк итеп беҙгә ҡалдырған, шул турала бәйән итер бөйөк йөкмәткеле тәғлимәтен аманат итеп беҙгә төбәгән икән, уның уландары Иҙел, Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмарҙар тағы бер ҡат халыҡ булып ойошоп, ерегеп китергә сәбәп ҡылған икән, беҙ бының hөҙөмтәhен дә шул кимәлдә раҫларға тейеш.
