Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
SbornikMAN2011.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
1.66 Mб
Скачать

3. М.Кәрим поэзияһында һәм прозаһында халыҡ йолалары

а) М.Кәримдең шиғырҙарында, поэмаларында халыҡ йолалары ла киң сағылыш тапҡан. Уның «Декабрь йыры» поэмаһында балаға исем ҡушыу халыҡ йолаһындағыса башҡарыла. Йоланың ҡануны: күҙгә тәү салынған нәмә - балаға исем. Тик күҙ алдында ятҡан таштан алып Ташбулат исеме ҡушһаң, баланың күңеле таштай ҡаты булыр ; айға ҡарап Айсыуаҡ атаһаң, ғүмере айҙай ҡыҫҡа булыр; иң ҡулайы- оҙон һәм нурлы юлға оҡшашы- Юлдаштыр тип, уйлай кендек әбейе.

Әгәр анау таштан алһаҡ

Баланың атын?

Тар булһа һуң уның күңеле,

Таш һымаҡ ҡаты?

Күктә тулы ай. Балаға

Айсыуаҡ ҡушһаҡ?

Бик ҡыҫҡа булһа ғүмере,

Ошо ай һымаҡ?…

Ана, юл ялтырап ята,

Гүйә, саҡматаш,

Хәйерле мәлгә тап килһен

Был исем – Юлдаш!

«Үлмәҫбай» поэмаһында туй йолаһының ҡайһы бер күренештәренә осрайбыҙ. Мәҫәлән:

Ул кейәү егете икән,

Моғайын, ғауға була.

- Туйҙа,- ти,- көршәк төпәҫләү-

Борондан ҡалған йола.

«Алйот,- ти Теребай,- туйҙа

Мылтыҡтан атыу була,

Һауыт-һаба шылтыратыу

Борондан ҡалған йола».

Ә бына «Өс йөҙ егет» шиғырында ир-егеттәрҙе яуға оҙатыу йолаһы сағылдырыла.

Йәш күрһәтмәй ҡатып ҡалды әсәйҙәр,

Сөнки шундай йола йәшәй Рәсәйҙә:

Егет китһә яуҙарға хаҡ эш менән,

Сылатмайҙар уның юлын йәш менән.

б) М.Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәрендә халҡыбыҙ йолаларының, ғөрөф- ғәҙәттәренең мул булыуын күрәбеҙ. Мәҫәлән, әҫәрҙең башында уҡ бала тыуыу һәм шуға бәйле башҡа йолалар сағылдырыла.

«Бәпес тыуған йортҡа, уның мөлкәтлеме, мөлкәтһеҙме булыуына ҡарамаҫтан, икенсе көндө үк һый ағыла башлай. Күрше-күлән, туған-тыумаса, дуҫ-иш, таныш-белеш ҡатындар, тиңдәштәр, әхирәттәр, ҡоҙағый-ҡоҙасалар бала әсәһенә күстәнәс ташый. Берәүҙәр – ҡыҙыу табала ҡоймаҡ, икенселәр – бәлеш, өсөнсөләр – ҡыҫтыбый, дүртенселәр – тултырған тауыҡ, бишенселәр – ҡатлама, алтынсылар – бауырһаҡ, етенселәр… тағы әллә нәмәләр, әллә нәмәләр килтерә. Һәр кем хәленән килгәнсә лә, артығын да тырыштыра, үҙендә булмағанды күршенән үтескә алып тора. Бына ниндәй һыйҙар менән хөрмәтләйҙәр яңы тыуған баланы!

Иртәнән кискә тиклем түрҙән самауыр төшмәй. Түр башында мамыҡ мендәр өҫтөндә кендек әбейе ултыра, уның эргәһендә кем тиһегеҙме – мин. Бер аҙна буйы шулай ултырабыҙ. Хатта ашып та китә. Был күркәм тормошто тик бер генә нәмә боҙа. Ул да булһа – бәпес мунсаһы.»

Шулай уҡ повеста автор туй йолаһының килен төшөрөү, һыу башлау күренештәрен бик тәфсирләп тасуирлай.

«Беҙҙең яҡта туйҙарҙы ҡышын ҡыҙ йортонда үткәрәләр ҙә йәйҙең иң йәмле көндәрендә, мисәп-мисәп еккән аттарға ҡыңғырауҙар тағып, кәләште кейәү төйәгенә алып ҡайталар – килен төшөрәләр. Ҡышҡы туйҙан һуң килен төшөрөүгә тиклем кейәү кеше һәр кесаҙна һайын ҡыҙ йортона «кәләш кейәүләргә» ҡуна бара. Урам аша ерме, утыҙ-ҡырҡ саҡрым арамы – барыбер ул, шартына килтереп, юлға әҙерләнә: атының ҡойроҡ-ялын тарап үрә, уны таҫма-тоҫма менән биҙәй, йүгән, эйәр еҙҙәрен ҡом менән ышҡып ялтырата. Атын ул ҡуранан уҡ атланып килмәй, урамға сыҡҡас ҡына, ҡупшы итеп эйәргә һикерә. Унда ла тиҙ үк һайтлап сабып китмәй, ҡупырая биреп, бер талай туп-тура ҡарап тора: күрмәгәндәр күреп ҡалһындар, йәнәһе…»

«Аҡйондоҙҙоң, ҡыҙ-ҡырҡынға эйәреп, һыу юлын башлап ҡайтыуын бөтә урам, тамаша ҡылып, ҡаршы алды. Килендең ике күнәге лә мөлдөрәмә тулы һыу ине. Әмәл өсөн бер тамсыһы сайпылһын ла!»

Әҫәрҙә шулай уҡ өмәләр, уларҙың әһәмиәте тураһындағы урындарҙы ла осратырға мөмкин.

« Ураҡ өмәһе – үҙе бер байрам ул. Көн буйы янып-бешеп эшләйҙәр ҙә кисен ҡура тултырып табынға йыйылалар. Ит һоғоналар, һурпа һемерәләр. Олораҡ ир-ат, саяраҡ бисә-сәсә, шау-шыу килеп, бал эсә.»

«Өмә ашы үҙе бер тамаша ул. Һәр табынға ҙур-ҙур табаҡтар ҡуйылған, тау-тау итеп йыуаса киҫелгән. Табаҡ тирәләй ултырған өмәселәр ҡашыҡтарҙы бейетә генә. Оялып, йыбанып ултырһаң, ас ҡалыуыңды көт тә тор. Унан да бигерәк «ашағандаҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен» тигән фәһемле һүҙҙе беҙҙекеләр күптән төшөнөп алғандар. Һүлпән көйшәү үшән эшләүҙән дә мәсхәрәлерәк нәмә. Быныһын эштән сыҡҡан ялҡау ҙа белә.

Туя биргәсерәк шаярыу, көлөшөү ҙә башланды.»

«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесынан алынған киләһе өҙөктә ир-егеттәрҙе яуға оҙатыу йолаһы сағылдырылған.

«Һөйләнәһе телмәрҙәр һөйләнеп, биреләһе өгөттәр бирелеп, әйтеләсәк теләктәр әйтелеп бөттө. Бына-бына юлға сығырға тейештәр. Хушлашаһы ғына ҡалды. Оҙатыусыларҙың күпселеге – ҡатын-ҡыҙ ҙа йәш-елкенсәк. Яуға китеүселәргә ата-әсәләр боронғо йола буйынса, йортта ғына фатиха биреп ҡала. Улар оҙата сыҡмайҙар. Эйәрҙәге яугирҙең өҙәңгеһенә тотоноп, уның бисәһе генә бер аҙ эйәреп бара. Яуға оҙатҡанда һыҡтау-сеңләү ғәйеп һанала, әҙәпкә һыймай. Сыҙамлыҡ менән сабырлыҡ – фатихаға бәрәбәр. Китер юлға тамған күҙ йәштәре яугирҙең күңелен болоҡһота, ихтыярын ҡаҡшата.»

Кешене һуңғы юлға оҙатыу йолалары ла был повеста сағылыш тапҡан. Йола буйынса, өлкән кешеләр үҙҙәре «үлемтек һандығы» туплай. Был йола менән «Оло инәйем хушлаша» бүлегендә осрашабыҙ.

« «Үлемтек һандығы» нимә, тиһегеҙме? Ифрат серле нәмә ул. Әбей кешеләр, үҙ әжәлдәрен алыҫтан уҡ ҡаршылап, хәлдән килгәнсә яйлап ҡына үлемтек туплай. Үҙе өсөн кәфен, кәфен тегергә энә-еп, кәфен эсенән кейҙерелә торған әхирәт күлдәге, үҙен йыуырға һабын, үҙенә һибергә хушбуй һәм башҡа йыназа кәрәк-яраҡтары әҙерләй. Быныһы – һандыҡтағы мөлкәттең кескәй бер өлөшө генә. Ундағы төп хазина – мәрхүмдең тереләргә таратыласаҡ бүләктәре. Әлбиттә, тереләргә ул үҙ ҡулы менән өләшә алмай. Уның исеменән бүтән берәү өләшә. Иҫ китерлек йола инде: әҙәм гүргә керә, ә үҙе, туйға килгәндәй, бүләк тарата. Беҙ күтәреп килтергән һандыҡта Оло инәйемдең ана шул байлығы ине. Тос булып сыҡты. Байтаҡ тупланған. »

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]