Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
SbornikMAN2011.docx
Скачиваний:
3
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
1.66 Mб
Скачать

2. М.Кәрим прозаһында ауыҙ-тел ижады өлгөләре

Мостай Кәримдең барлыҡ сәсмә әҫәрҙәрендә лә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөләрен күрергә була. Быны «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы миҫалында ҡарап китәйек. Әҫәр геройҙарының телмәрҙәрендә тапҡыр һүҙҙәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр йыш осрай. Бигерәк тә, улар Оло инәйҙең телмәрендә бик күп, шуға ла уның һәр әйткән һүҙе, өгөт-нәсихәте, фатихаһы фәһемле һәм ҡәҙерле. Миҫалдар:

- Ирем киҫәге-итем киҫәге. Бар сихыры шунда. - Ошоларҙы әйткәс, Оло инәйем көрһөнөп ҡуйғандай итте.

«Ағас күрке япраҡ, әҙәм күрке сепрәк,»- тине бер саҡ Оло инәйем.

«Аш-ашҡа, урыны башҡа. Йомортҡаға ла урын табылыр. Ҡатыҡ сеүәтәләрегеҙгә берәр ҡашыҡ ҡаймаҡ та һалып бута.- Быныһын ул миңә әйтте.»

«Ҡара уны,- тип киҫәтте ҡартты, - бармаҡ менән сиртәһе булма балаға. Уның күңеленә хәҙер асыу сәсһәң, һуңыраҡ нәфрәт урырһың. Иң яман ҡаза – ата менән бала дошманлығы.»

«Йомарт ҡулға мал керер»,- ти Оло инәйем.

«Арыҡ аттың күгәне киң, тиме. Шашма! Бер бәрәс бирһәң, хаттин ашҡан.”

Шулай уҡ башҡа геройҙарҙың телмәрҙәрендә лә халҡыбыҙҙың тапҡыр мәҡәлдәрен, әйтемдәрен осратабыҙ.

«Бер ҡышҡа ҡуян тиреһе лә сыҙаған, тиҙәр. Бер төнгә түҙербеҙ».

«Береһен төшөрмәй, икенсеһен күтәреп булмай,»- ти атайым.

Ул бер аҙ артҡа сигенде лә: «Байрам аша – ҡара ҡаршы,»- тип минең эсемә типте.

- Ә һине табыуым «бирәһе килгән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына» тигән мәҡәл буйынса булды.

- Яҙмыштан уҙмыш юҡ,- тип көрһөндө атайың.

- Алдырыр көн яҙҙырыр, ти, шул. Былай булырын белһәм, бер ҙә генә ҡушмаҫ инем дә бит,- тип Кәфиәнең башынан һыйпаны.

«Сатан күп йөрөр, тип минең турала әйткәндәр ул.»

«Тартай теленән таба тигәндәй, шул телем арҡаһында эләгеп кенә тора миңә.»

«… уны тыйыуым да асыуҙан түгел, ә «ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул» тигәнде аңлатыуым ғына ине.»

«Яҙығына күрә язаһы,»- тип ул телен дә тыйманы, йәбер-йоборға ла иҫе китмәне.

- Һыйлағанда һыу эс, тигәндәр боронғолар,- тип аңлатты Ишбирҙе,- улар белмәй әйтмәҫ.

«Уҡыған берәү мулла булмаҫ, суҡыған берәү ҡарға булмаҫ»,- тине анау көндө Вәлетдин, малайҙар һабаҡ, уҡыу тураһында әңгәмә ҡуҙғатҡас. Дөрөҫөн әйтә ул. Бөтә уҡыған әҙәм мулла булып бөтһә, атҡа бесән кем һалыр һуң?

- Сәмиғулланың да аҡсаға күҙе ҡыҙғас инде, коммунисмен тип йөрөүе ҡороһон. Берәүгә лә ышаныс юҡ былай булғас!- тип үртәнде Мортаза ағайым.- Һәр кемдең бармағы үҙенә табан кәкере…

«Әҙәм күңеле –ҡара урман. Ни генә юҡ унда? Тик ҡара урманға һорауһыҙ ҙа инеп була, кеше күңеленә рөхсәтһеҙ ҡағылыу ярамай».

«Эт өрөр, бүре йөрөр» тигәндәй беҙ сәйнәшә торҙоҡ, улар, беҙгә әйләнеп тә ҡарамай, йөрөй бирҙе.

- Эҙләгән – тапҡан, ташҡа ҡаҙау ҡаҡҡан,- тип һамаҡланы ҡатын. – Сабыр итеп көткән – һөйгән йәрен үпкән…- Баяғы ҡош тағы суп итеп алды.

«Менгән атың йығылып үлһә үлһен, әйткән һүҙең нахаҡҡа сығып үлмәһен»,- ти атайым.

Унан да бигерәк «ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен» тигән фәһемле һүҙҙе беҙҙекеләр бик күптән төшөнөп алғандар.

«Серҙең ҡанаты етеҙ. Бер ысҡынһа, илде тиҙ урап сыға ул».

«Бәлә аяҡ аҫтында ята шул»,- тиештеләр кешеләр.

- Янһа…- Ул, икенсе ҡулын һелтәп, һикегә ултырҙы.- Атым юҡ ине аранда, ҡайғым юҡ ине буранда. Ат тигәнем ҡайғы булып сыҡты, былай булғас…

«Яҙған мал булһа, ашаған еренә ҡайтыр әле…» - тип йәмһеҙ һүгенеп ҡуйҙы атаһы.

«Бына бит, яҙған ризыҡ теш һындырып керә»,- тине Мансур ҡарт.

«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесында таҡмаҡтар, йырҙар, һамаҡтар ҙа йыш осрай.

«Ниңә Әсҡәт өндәшмәй икән? Хатта анау саҡ бер таҡтаны бүрәнә өҫтөнә арҡыры таҡта һалып, икебеҙ ике башҡа баҫып, таған атынғанда, ул таҡмаҡ сығарҙы бит:

Һин дә баҫтың таҡтаға,

Мин дә баҫтым таҡтаға,

Беҙҙең брат хеҙмәт итә

Универсальный лавкала.»

«Уның хаҡында мин йыр ҙа сығарҙым.

Бейек-бейек ыҙмала

Йәштәр түгә ҡыҙ бала.

Йәштәр түккән ҡыҙ баланы

Күңелдәрем ҡыҙғана.»

Анау көндө Әсҡәт, йәнәһе, Әнүәрҙең әсәһенә оҡшатып, шундай һамаҡ һамаҡланы:

Әнүәрбәк, Мозафар! –

Утын киҫәһем дә бар,

Һыуға бараһым да бар,

Ҡамыр баҫаһым да бар,

Ҡаҙан аҫаһым да бар,

Өй артына егет килгән

Шуға бағаһым да бар…

Эй лә бөтмәҫ ҡырҡ эш!

Юҡты бушҡа тултырам,

Һағыҙ сәйнәп ултырам..”

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]