
- •Аңлатма яҙыу.
- •Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре.
- •Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар.
- •1.Танып белеү маҡсаты
- •2. Үҫтереү маҡсаты
- •Белем биреү маҡсаты
- •Уҡыу предметына дөйөм характеристика. Башланғыс кластарҙа башҡорт теленә өйрәтеүҙең үҙенсәлектәре.
- •Уҡыу планында предметтың урыны.
- •Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәр ориентиры.
- •Уҡыу предметын өйрәнеүҙең шәхси, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре.
- •Уҡыу предметының йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө
- •Уҡытыу предметының йөкмәткеһе.
- •Башҡорт теле. (34 сәғәт)
- •Башҡорт теле уҡытыуҙың тематик йөкмәткеһе.
- •Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.
- •Уҡытыу – методик ҡулланмалар һәм әҙәбиәт исемлеге:
Уҡыу планында предметтың урыны.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа 33-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбенең «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыуға 3-сө класта 34 сәғәт бүленгән (аҙнаһына - 1, йылына - 34 сәғәт)
Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәр ориентиры.
Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.
Уҡыу предметын өйрәнеүҙең шәхси, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре.
Башҡорт телен башланғыс кластарҙа өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: - донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; - үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу - башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.
Метапредмет һөҙөмтәләр:
уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
башланғыс класс уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.
Предмет һөҙөмтәләре: - башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.
Шәхси сифаттарҙы үҫтереү:
1. Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;
2. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;
3. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына ҡарата һаҡсыл булыу;
4. Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;
5. Һаулыҡты нығытыу.
6. Ҡунаҡта, кинола йәки экскурсия һәм башҡа йәмәғәт урындарында әҙәпле булыу, файҙалы ял итеү;
7. Кеше менән аралашыу этикетын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре :
1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙе уҡыған тексты аңлай алыу.
2. Тексты аңлы уҡыу һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәү.
3. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм, билдәле ситуация буйынса әңгәмәлә ҡатнаша алыу.
4. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу; логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү.
5. Һүҙ төркөмдәрен айыра белеү.
Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.
1. Үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы ҡуллана белеү.
2. Дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләү; дәрескә маҡсат ҡуйыу һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңында тота белеү һәм тормошҡа ашырыу, эште дөрөҫ планлаштырыу, эҙләнеү эше алып барыу.
3. Эҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләү.
4. Тиҫтерҙәре һәм оло кешеләр менән итәғәтле һөйләшеү, кеше менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштереү.
5. Эшләгән эштәрен дөрөҫ баһалау һәм кәрәк саҡта төҙәтмәләр индереү.