
- •Курс һәм сығарылыш квалификацион эштәрен башҡарыу буйынса уҡытыусылар һәм студенттар өсөн методик күрһәтмәләр
- •Курс эше яҙыуҙы ойоштороу һәм етәкселек итеү
- •3. Курс һәм сығарылыш квалификация эштәрен оформлять итеүгә техник талаптар
- •Сығарылыш квалификацион эшкә заданиелар графигын төҙөү өлгөһө
- •Сығарылыш квалификацион эште башҡарыу өсөн студентҡа бирелгән эш
- •Сығарылыш квалификацион эшкә баһаламаның яҡынса структураһы
- •В Ҡушымта Сығарылыш квалификацион эшкә рецензияның яҡынса формаһы
- •Курс эше
- •Диплом алды курс эше
- •Сығарылыш квалификация эше
- •Образец оформления содержания курсовой (выпускной квалификационной) работы
- •Китаптар
- •Художестволы әҙәбиәт
- •Сериаль баҫмаларҙағы һәм фәнни хеҙмәттәр йыйынтығындағы мәҡәләләр
- •Ваҡытлы матбуғаттан мәҡәләләр
- •Диссертация авторефераттары
- •Рецензиялар
- •Электрон ресурстар
- •Интернет материалдары
Федеральное агентство по образованию
Государственное образовательное учреждение высшего профессионального образования
«Башкирский государственный университет»
Нефтекамский филиал
Курс һәм сығарылыш квалификацион эштәрен башҡарыу буйынса уҡытыусылар һәм студенттар өсөн методик күрһәтмәләр
Нефтекамск 2010
Инеш
Университетта уҡыу барышында башҡорт филологияһы бүлеге студенты II, III курста курс эше, IV курста диплом алды эше һәм V (көндөҙгө бүлек), VI (ситтән тороп уҡыу бүлеге) курстарҙа сығарылыш квалификацион эше яҙа. Төп фән буйынса сығарылыш квалификацион эшен яҡлау студенттың филолог булараҡ өлгөрөү күрһәткесе. Диплом эшен яҙғанда студент фәнни тикшеренеү методтарын, ғилми хеҙмәттәр һәм төрлө сығанаҡтар менән оҫта эш итә белеүен күрһәтә.
Тәҡдим ителгән методик күрһәтмәлә курс, диплом алды курс эше һәм сығарылыш квалификацион эштәрҙе планлаштырыу һәм яҙыу этаптары күрһәтелә.
Курс эше яҙыуҙы ойоштороу һәм етәкселек итеү
1. Тема һайлау
Эштең уңышлы башҡарылып сығыуында һайлаған теманың һәр яҡлап отошло булыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Курс һәм диплом эштәре хәҙерге әҙәбиәт ғилемендә күтәрелгән актуаль проблемаларға бағышлана. Унда өйрәнеләсәк мәсьәләләрҙә региональ үҙенсәлектәр иҫәпкә алынырға тейеш, проблеманың фәнни ерлеген һәм урындағы ғалимдар тарафынан өйрәнелеү кимәлен күҙ уңында тотоу мөһим. Студент өсөн әлегә тиклем ныҡлап өйрәнелмәгән теманы һайлау отошлораҡ, сөнки әҙәбиәт ғилеме өсөн фәнни-ғәмәли яҡтан бындай эштәрҙең баһаһы ҙурыраҡ.
Темаларҙың исемлеге кафедрала һаҡлана, уларҙың ҡабатланыу араһы өс йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Сығарылыш квалификацион эштәрҙең темалары кафедрала дәүләт аттестацияһынан 6 айҙан алдараҡ раҫлана.
Диплом эше яҙғанда студенттың ижади, фәнни фекер йөрөтөү һәләте камиллаша, ул ғилми хеҙмәттәр менән эш итергә, уларҙы тәнҡит күҙлегенән тикшереп, анализлап, баһа бирергә, яңы һығымталар сығарырға өйрәнә. Уның түбән курстарҙа уҡ үҙе ҡыҙыҡһынып эшләгән, ғәмәли яҡтан киләсәктә һөнәре менән тығыҙ бәйләнгән үҙенең темаһын тәҡдим итеү хоҡуғы ла бар.
Башҡорт филологияһы кафедраһында башҡарылған диплом эштәре, ғәҙәттә, фәнни-ғәмәли характерҙа була. Диплом эшен башҡарғанда студенттың университетта уҡыу дәүерендә алған системалы белеме, ғәмәли һәләте күренә. Ул диплом эшен яҙғанда студенттың һайлаған тема буйынса ғилми хеҙмәттәрҙе ентекләп үҙ аллы өйрәнеүендә, аныҡ фекер йөрөтөүендә сағыла.
Курс һәм диплом эштәрен башҡарғанда студент эшендә күтәрелгән фәнни проблеманы хәл итергә өйрәнә.
Курс һәм диплом эштәре тематикаһында әҙәбиәт ғилеменең бөтә мәсьәләләре сағыла.
Диплом темаһының исеме аныҡ, йәғни унда ҡараласаҡ проблеманы асыҡ итеп күҙ алдына килтерерлек булырға тейеш. Курс һәм диплом алды, диплом эштәренең темалары кафедра ултырышында раҫлана.
2. Календарь план
Курс һәм диплом эштәренең ваҡытында башҡарылыуы, тапшырылыуы, уның сифаты туранан-тура студент эшмәкәрлегенә бәйләнгән. Студент курс һәм диплом эштәрен яҙыу графигын үтәргә тейеш, әҙер эште ваҡытында кафедраға тапшырырға бурыслы.
Диплом эшен яҙыуҙың календарь планы етәксе менән берлектә төҙөлә һәм эште башҡарыу ваҡытын дөрөҫ бүлеүгә, эште эҙмә-эҙлекле дөрөҫ ойоштороуға, аңлы һөҙөмтәләргә ирешеүгә булышлыҡ итә. Планда ниндәй этапты ҡасан башлау һәм тамамлау ваҡыты билдәләнә. Календарь планға ярашлы дипломсы эшенең яҙылған һәр бер өлөшөн етәксеһенә күрһәтеп тикшертә бара. Студентҡа етәксенең күрһәтмәләрен һәм иҫкәрмәләрен тулыһынса үтәү, төҙәтеү мотлаҡ. Студент 1-2 аҙнаға бер тапҡыр етәксене курс эшенең йөкмәткеһе менән таныштыра һәм ҡатмарлы һорауҙар буйынса кәңәшләшә.
3. Диплом эше менән етәкселек итеү
Ғилми етәксе Сығарылыш квалификацион эш менән бәйле өлкәлә эшләгән ғилми дәрәжәгә эйә булған профессор, доцент, өлкән уҡытыусылар рәтенән тәғәйенләнә. Етәксе эш графигын төҙөгәндә (А ҡушымтаһы) һәм эште алып барғанда ярҙам күрһәтә. Сығарылыш квалификацион эште әҙерләүҙең беренсе этабында ғилми етәксе тема һайлағанда, эш планын төҙөгәндә, әҙәбиәтте һайлағанда ярҙам итә. Шулай уҡэштең йөкмәткеһен һәм структураһын төҙөшә. Индивидуаль консультациялар ваҡытын билдәләй.
Эш барышында етәксе стулентҡа етешһеҙлектәрҙе күрһәтеүсе оппонент булараҡ сығыш яһай.
Курс һәм диплом эштәре менән етәкселек итеүҙә тәү сиратта студенттың үҙ аллы, ижади башҡарыу һәләтен үҫтереүгә булышлыҡ итеүҙә етәксе мөһим урын тота. Курс һәм диплом эшен өйрәнеү өсөн ҡаралған проблеманың дөрөҫ ҡуйылышын, эштең яҙыу барышын контролдә тотоу, уның һәр этабын тәнҡитле анализлап, яңы ғилми методтар, алымдар ҡулланыуға йүнәлеш биреү - етәксенең төп бурысы.
Етәксе диплом эшен яҙышмай, ул дипломсының ярзамсыһы ла тугел, ә кәңәш, консультация биреүсеһе. Ғилми етәксе студентҡа эштең төп йүнәлештәрен күрһәтә, иң мөһим ғилми сығанаҡтарға иғтибар й-нәлтә, уларҙы ҡайҙан табырға мөмкин икәнлеген әйтә. Етәксе индивидуаль һәм төркөмләп консультациялар үткәрә ала. Консультацияларҙың графигы студенттарға курс эшен башҡарыу өсөн эштәр бирелгән көндә күрһәтелә. Индивидуаль консультацияларҙа етәксе курс эшендәге етешһеҙлектәр һәм хаталарҙы күрһәтеп, кәңәштәрен әйтә. Етәксенең белем кимәле, педагогик такты, һайланған проблема менән ҡыҙыҡһыныуы, студентҡа үзенең ижади һәләтен файҙаланырға, фекерҙәрен, табыштарын аныҡ итеп яҙырға өйрәтә белеүе ҙур әһәмиәткә эйә.
Әгәр студент диплом эшен башҡарыуға яуапһыҙ ҡараһа, эшен билдәләнгән ваҡытҡа тапшырмаһа, етәксе кафедра мөдиренә мөрәжәғәт итергә мәжбүр.
Әҙер курс эше, студенттың имзаһы менән кафедраға яҡлауҙан 3 көн алда тапшырыла, курс эше кафедралағы махсус журналда теркәлә һәм баһалау өсөн ғилми етәксегә бирелә.
Курс эшенә етәксе баһалама яҙа. Баһалама яҙыуҙың дөйөм планын түбәндәгесә билдәләргә мөмкин:
ғилми хеҙмәт ниндәй темаға арналған;
был проблеманың, лингвистик әҙәбиәттә яҡтыртылышы;
теманың актуаллеге, яңылығы, актуаллектең нигеҙләнеше;
тикшерелгән материалға байҡау;
тикшерелгән теманың асылыуы, ҡуйылған маҡсат һәм бурыстарҙың тормошҡа ашырылыуы;
тикшеренеүҙә ҡулланылған алымдар, уларҙың маҡсатҡа ярашлы булыу-булмауы;
килтерелгән һығымталарҙың ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүе;
тикшеренеүҙә үҙаллылыҡ һәм ижади эшләү;
эште техник яҡтан дөрөҫ оформить итеү.
Рецензия — ул эште яҙма тикшереү, унда түбәндәгеләр сағылырға тейеш: беренсенән, төп положениеларға комментарий (автор фекерен аңлатыу); автор әйткән фекергә рецензия яҙыусының әҫтәмәһе; проблеманың ҡуйылышына мөнәсәбәт; диплом эшенең етешһеҙлектәре; икенсенэн, эшкә дөйөмләштерелгән һәм нигеҙләнгән баһа; өсөнсөнән,эштең әһәмиәте хаҡында һығымталар.
Ғилми эштәргә рецензия яҙыуҙың дөйөм планын түбәндәгесә билдәләргә мөмкин:
анализлауҙың төп предметы (курс эше, диплом, алды эше, диплом эше йәки китаптың ҡулъяҙмаһы, журналдағы мәҡәлә, кандидатлыҡ диссертацияһы, диссертацияның авторефераты);
теманың актуаллеге, ҡуйылған проблеманың яңылығы;
эштең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе (инеш, бүлектәр, булектәр эсендәге параграфтар, һығымта, ҡушымталар, биттәр һаны, һүрәттәр, таблицалар, ҡулланылған сығанаҡтар һ.б.);
ҡулланылған теоретик, фактик материалдың етерлек булыуы;
эштә ҡулланылған алымдар, уларзың маҡсатҡа ярашлы булыуы;
төп тезистарзың бирелеше (хеҙмәттә ҡаралған төп мәсьәлә, беренсе планға сығарылған проблема һ.б.), тел факттарын дөрөҫ классификациялау;
теманың тейешле кимәлдә асылышы, төрлө яҡлап яҡтыртылышы;
һығымталарҙың, һөҙөмтәләрҙең нигеҙле булыуы;
тикшеренеузең практик әһәмиәте;
эштең композицияһына, стиленә, йөкмәткеһенә, биҙәлешенә ҡарата фекерҙәр;
етешһеҙлектэр, уларҙы бөтөрөү буйынса тәҡдимдәр;
һығымта, ғилми эшкә дөйөм баһа.
4. Диплом эшен яҡлау
Диплом эше дәүләт экзаменацион комиссияһы ултырышында яҡлана. Диплом эшен яклауҙа студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа ҡатнаша. Яҡлау түбәндәге тәртип буйынса бара:
- эштең йөкмәткеһе ҡыҫҡаса һөйләнелә (хеҙмәттең төп фекерҙәре нигеҙләнә һәм аңлатыла, студент тарафынан яһалған һығымталар әйтелә);
- әңгәмәләшеү һәм уҡытыусыларҙың һорауҙарына яуап биреү;
Студент билдәләнгән ваҡытҡа яҡлауға килергә тейеш һәм үҙе менән:
- зачет кенәгәһен;
- етәксенең иҫкәрмәләрен күҙ уңында тотоп, тикшерелгән курс эшен;
- курс эшенә рецензия алып килергә тейеш.
Зачет кенәгәһе, йә рецензия булмаған осраҡта, яҡлау уҡытыусы өсөн уңайлы булған башҡа көнгә күсерелә.
Яҡлағанда студент 5-7 минут эсендә уның актуаллеген, темаһын, маҡсат, бурыстарын, эшләү барышында ҡулланған метод һәм алымдарын, эш йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләй. Тикшеренеүҙәренең һығымталарын нигеҙләй, баһалама һәм рецензияла күрһәтелеп, инде төҙәтелгән етешһеҙлектәр хаҡында ла әйтеп үтә. Бәхәсле һорауҙар буйынса үҙенең фекерен дәлилләп һөйләй.
Дипломсы яҡлау өсөн сығыш әҙерләй. Сығышта һайланған теманың актуаллеге, уны өйрәнеүҙең ҡыҫҡаса тарихы, ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар, ниндәй материал нигеҙендә ниндәй метод һәм алымдар ҡулланып, ниндәй яңы һығымталарға килеүе, эш барышында килеп тыуған ауырлыҡтар, уларҙы нисек еңеп сығыуы, эштең төҙөлөшө, төп бүлектәрҙең йөкмәткеһе, фәнни-ғәмәли әһәмиәте хаҡында асыҡ һәм аныҡ һөйләнелә.
Күргәҙмә материал ( схемалар, таблицалар, карталар һ.б.) бар икән, уға ла таянырға мөмкин. Яҡлау барышында дәүләт комиссияһы ағзалары, студенттар тарафынан һорауҙар бирелеүе мөмкин. Дипломсы уларға тейешле фәнни кимәлдә яуап бирергә тейеш.
Диплом эшенә ҡарата етәксенең баһаламаһы һәм рецензия уҡылғандан һуң эш тураһында фекер алышыу ҙа булырға мөмкин.
Дипломсы йомғаҡлау һүҙен әйтә, иҫкәрмәләргә яуап бирә.
Дәүләт комиссияһының ябыҡ ултырышында диплом эшенә асыҡ тауыш менән баһа ("бик яҡшы", "яҡшы", "ҡәнәғәтләнерлек", "ҡәнәғәтләнерлек тугел") ҡуйыла.
Юғары фәнни-теоретик кимәлдә яҙылған диплом эше комиссия тарафынан баҫып сығарыуға тәҡдим ителергә мөмкин. Әҙерлекле студенттың аспирантураға инеп уҡып, фәнни эҙләнеүҙәрен дауам итеү хоҡуғы бар. Ҡәнәғәтләнерлек түгел, тип табылған эш етешһеҙлектәрен бөтөрөү өсөн студентҡа кире ҡайтарыла.
Баһалағанда түбәндәгеләр иҫәпкә алына:
- тема актуаллеге нигеҙләнеүе;
- әҙәбиәт, аналитик, мәғлүмәти һәм башҡа материалдарҙың ҡулланылыуы;
- үҙ аллы йыйылған, өйрәнелгән һәм дөйөмләштерелгән фактик материалдың күләме;
- эшләнгән анализдың күп яҡлы, тулы, объектив, тәрән, теоретик һәм практик яҡтан нигеҙле булыуы;
- курс эшендә формалаштырылған фекерҙәр, һығымта, тәҡдимдәрҙең теоретик һәм практик яҡтән әһәмиәтле булыуы;
- һығымта, тәҡдим, фекерҙәрҙең аныҡ, аңлайышлы булыуы;
- яҡлау ваҡытында курс эшенең материалын яҡшы белеү, әңгәмә барышында ҡуйылған һорауҙарға нигеҙле итеп яуап биреү.
Етәксе тарафынан ҡәнәғәтләнерлек түгел, тип табылған курс эше БДУ-ның Нефтекама филиалы студенттарының белемдәрен контролдә тотоу һәм аттестациялау Положениеһы талаптары нигеҙендә яңынан тапшырыла.