
29 Октябрь 2013 йыл
Ф.Ф.Йыһаншин
Автобиография - Автобиография
Автобиография - ҡыҫҡаса үҙ тормошоңдо тасуирлап биреү.Рәсми документ булараҡ, социаль әһәмиәтле, кешене рәсми яҡтан күҙ алдына килтереү өсөн мөһим мәғлүмәттәрҙе генә үҙ эсэнә ала. Башҡа документтарҙан айырмалы рәүештә, автобографияны бер данала ҡулдан яҙыу ҡабул ителгән.
Автобиографиның төҙөлөшө:
1. Документтың исеме.
2. Йөкмәткеһе:
а) автобография төҙөусенең фамилияһы, исеме һәм атаһының исеме;
б) тыуған урыны һәм йылы;
в) ата-әсәһе, бер туғандары тураһында ҡыҫкаса мәғлүмәт;
г) үҙе тураһында хронологик тәртиптә яҙылған мәғлүмәт (уҡыуы, эше, хәрби хеҙмәте, ғаилә хәле, йәшәү урыны һ.б.).
3. Дата һәм ҡултамға.
Автобиография- это краткое описание своей жизни. Как официальный документ содержит сведенья только социально значимые,важные для официального представления человека.
Составные части автобиографии:
1.Название документа (Заголовок).
2.Содержание:
а)фамилия, имя и отчество состовляющего автобиаграфию;
б)место и время рождения.
в)краткие сведенья о родителях и родных.
г)сведенья о себе, излагаемые в хронологическом порядке (учеба, работа, военная служба, семейное положение, место жительства и т.п.).
3.Дата и подпись.
Өлгө:
Автобиогафия
Мин, Яҡшибаев Илдар Илфат улы, 1991 йылдың 10 мартында Мәләүез ҡалаһында тыуғанмын.
Минем атайым, Яҡшыбаев Илфат Йомағол улы, - шәхси эшҡыуар. Минең әсәйем, Якшибаева Фәрзәнә Хәбир ҡыҙы, - математика уҡытыусыһы. Минең һеңлем, Якшибаева Лилиә Илфат ҡыҙы 6-сы класта уҡый.
1997 йылда 11-се дөйөм биреү мәктәбендә уҡый башланым һәм 2006 йылда 9-сы класты тамамланым.
2006 йылда Өфө механика-технология колледжына уҡырға индем. Әлеге ваҡытта ошо колледжың "Технология" бүлегендә IIIкурста белем алам.
Буш ваҡытымда башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен уҡыйым, спорт менән шөғөлләнәм.
Минең адрес: Өфө ҡалаһы, Комсомол урамы, 137-се йорт, 203-сө бүлмә.
2008 йыл 15 сентябрь Якшибаев И.И.
Автобиография
Мин, Әсәнов Шамил Ирек улы, 1994 йылдың 29 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуғанмын.
Минең атайым, Әсәнов Ирек Наиб улы - заводта электрик булып эшләй. Минең әсәйем, Әсәнова Илһөйәр Фәткелислам ҡыҙы - мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй. Минең һенлем, Әсәнова Руфина Ирек ҡыҙы 9-сы класта уҡый.
2000 йылда 65-се дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡый башланым һәм 2011 йылда 11-се класты тамамланым.
2013 йылда "Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжына" уҡырға индем. Әлеге вакытта ошо колледждың "Информатика һәм иҫәпләү техникаһы" бүлегенда икенсе курста белем алам.
Минең адрес: Өфө ҡалаһы, Черниковский урамы, 14-се йорт, 88-се фатир.
2013 йыл 31 октябрь Әсәнов Ш.И.
Автобиография
Мин, Йыйһаншин Фәдис Фәнзил улы, 1996 йылдың 7 апрелендә Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылында тыуғанмын.
Минең атайым, Йыйһаншин Фәнзил Хәлит улы - УР йтексеһе булып эшләй. Минең әсәйем, Йыйһаншина Ләйсән Мансаф ҡыҙы - уҡытыусы булып эшләй. Минең һенлем, Йыйһаншина Лиана Фәнзил ҡыҙы 6-сы класта уҡый.
2002 йылда 1-се дөйөм биреү мәктәбендә уҡый башланым һәм 2013 йылда 11-се класты тамамладым.
2013 йылда "Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжына" уҡырға индем. Әлеге вакытта ошо колледждың "Информатика һәм иҫәпләү техникаһы" бүлегенда икенсе курста белем алам.
Минең адрес: Ҡырмысҡал районы, Олокүль ауылы, Көньяк урамы,35а йорт.
2013 йыл 30 октябрь Йыйһаншин.Ф.Ф.