
- •1 Шаршаулы драма
- •Нурсилә сыға. Ул яңы күлдәк кейгән, яулығын сискән. Йөҙөнән нур балҡыта, теремекләнеп киткән. Ҡулында поднос менән ашамлыҡтар. Ашамлыҡтарҙы өҫтәлгә теҙә, сәй яһай.
- •Тимербәк керә.
- •Йырлап бейеп, арып туҡтайҙар. Барыһы ла урын табын ултыра. Кәйефтәре шәп.
- •Мәҙинә өндәшмәй. Нурсилә сыға.
- •Мәҙинә сумкаһын ала. Шул ваҡыт Тимербәк килеп керә.
- •Ҡайҙандыр сумка сығарып әйберләрен йыя башлай. Шул саҡ ишектә ҡыңғырау тауышы ишетелә. Нурсилә сыға. Бер аҙҙан телеграмма тотоп килеп керә.
- •Икәүләшеп ҡысҡырып көлөп ебәрәләр. Бер аҙҙан уларҙың көлөүө һағышлы ыңғырашыуға әйләнә. Йырлайҙар:
Тимербәк керә.
Т и м е р б ә к. Ҡыҙҙар! Серләшеп туйҙығыҙмы?
Н у р с и л ә. Үткән ғүмерҙе иҫкә төшөрөп алдыҡ. Әйҙә, ҡоҙа, беҙҙең сәйҙе лә эс!
Т и м е р б ә к. Ҡайҙа, әхирәтеңдең ҡоймағын тәмләп ҡарайыҡ. (Ашай). Ҡайһылай тәмле! (Ара-тирә Мәҙинәгә күҙ һирпеп ала).
Н у р с и л ә. Шулай оҫта бит ул минең әхирәт.
Т и м е р б ә к. Ҡала үҙгәргән. Күптән килгән юҡ ине. Хатта яңы микрорайондар ҡалҡып сыҡҡан.
М ә ҙ и н ә. Эйе! Хәҙер ҡалабыҙҙа театр ҙа, филармония ла бар. Транспортта башҡортса туҡталыштарҙы әйтеп баралар. Үҙебеҙҙең телдә һөйләшкәндәрен ишетһәм күңелгә май булып яғыла.
Н у р с и л ә. Ҡоҙа, бер килгәндә беҙҙең театрға барып күреп ҡайтығыҙ! Ҡайтҡас һөйләрлек булһын!
Т и м е р б ә к. Улай оҙаҡҡа килмәгән инем бит әле.
М ә ҙ и н ә. Һеҙ үҙегеҙ ҙә бик матур йырланығыҙ. Күңелдәрем йомшарып китте. Минең әхирәт тә матур йырлай ул. Әйҙәгеҙ, йырлағыҙ әле тағы.
Н у р с и л ә. Күңелдәрҙе күтәреп алайыҡ. Гел уфтанып ултырмайыҡ әле. Әйҙә, күңелле генә көй уйна әле, ҡоҙа.
Т и м е р б ә к. “Уф”, - та тимәйбеҙ! ( Гармунды ала, уйнай). Ҡыҙҙар! Һеҙ ҙә ҡушылып йырлағыҙ, бейегеҙ! (Баҫҡан килеш уйнап йырлай, үҙе көй ыңғайына бейей. Уға ҡушылып әбейҙәр ҙә бейеп китә).
Баҡсалағы алмағастың
Алмалары ал ғына,
Яндарымда һеҙ булғанда
Таш киҫһәм дә ял ғына.
Нурсилә: Донъя матур, донъя матур,
Донъя матур таңдарҙа.
Бик бәхетле булыр инем
Һин дә булһаң яндарҙа.
Тимербәк Мәҙинәгә ҡарап йырлай:
Күҙкәйҙәрең ҡара миләш,
Ирендәрең бал ғына.
Күңелдәрең миндә булһа
Яндарымда ҡал ғына.
Нурсилә менән Мәҙинә:
Донъя матур, донъя матур,
Донъя матур һин барҙа.
Ә ниңә һуң беҙ һаман да
Икебеҙ ике ярҙа?
Тимербәк: Тоташтырып ике ярҙы
Күперҙәр һалам әле.
Яндарыңа атлап түгел,
Йүгереп барам әле.
Күмәкләшеп: Донъя матур, донъя матур,
Донъя матур таңдарҙа.
Бик бәхетле булыр инем
Һин дә булһаң яндарҙа.
Йырлап бейеп, арып туҡтайҙар. Барыһы ла урын табын ултыра. Кәйефтәре шәп.
Н у р с и л ә. Уф! Арытты! Йәшлегемә ҡайтҡандай булдым, рәхмәт төшкөрө!
М ә ҙ и н ә. Рәхмәт Тимербәк ҡоҙа! Үҙең торғаны бер әртис инде.
Т и м е р б ә к “Уф”, - та тимәйбеҙ! (Гармунды һыйпап).
Гармунға рәхмәт әйтегеҙ! Гармун күрһәм уйнағым, унан йырлағым килә башлай. (Көлөшәләр).
Н у р с и л ә (еҫкәнеп). Әллә бәлешем көйҙө инде! (Ҡабаланып сығып китә).
Т и м е р б ә к. Әхирәт! Һеҙ кем менән йәшәйһегеҙ?
М ә ҙ и н ә (ҡыйынһынып ҡына). Балаларым менән. Ҡартымдың үлгәненә лә апаруҡ инде. Бына, йыраҡ булһа ла әхирәтемдең хәлен беләйем тип килгән инем.
Т и м е р б ә к. Яҡшы иткәнһегеҙ! Мин дә яңғыҙ йәшәйем. Ҡарсығым үлгәне бирле йәм тапмайым.
М ә ҙ и н ә. Шулаймы? Өйләнегеҙ һуң!
Т и м е р б ә к. Өйләнергә быға тиклем оҡшаған ҡатын таба алманым. Хәҙер әбейҙәр ҙә кейәүгә сығырға атлығышып тормайҙар. Пенсиям етә, - тиҙәр. Боҙа хөкүмәт әбейҙәрҙе. Боҙа.
М ә ҙ и н ә. Ауыл ерендә улар мал-тыуарына әүерәп йәшәй, уларҙы ҡарай, ҡайғырта. Ҡала еренән эҙләп ҡарағыҙ.
Т и м е р б ә к. Мин дә шулай уйлайым. Тик бер-ике көндә генә әбей ҡарап йөрөп буламы ни? Бына һеҙ килер инегеҙме миңә?
М ә ҙ и н ә (оялып китә). Юҡты һөйләп ултырмағыҙ! Ошо йәшкә еткәс инде!
Т и м е р б ә к. Ҡайғыртырға кешең булғанда йәнгә рәхәт бит ул. Яңғыҙ ултырып сәй ҙә эсәһе килмәй. Алдыңда әрләп булһа ла әбейең торһон ул.
М ә ҙ и н ә. Ниңә әрләшергә? Көлөп-йылмайып ҡына йәшәп тә булаҙыр. Һеҙҙе күргәс ҡартым иҫкә төшөп китте әле: Мәҙинәм-гөлкәйем, - тиәр ҙә йырлар ине мәрхүмең.
Т и м е р б ә к. Һеҙҙе күргәс тә оҡшаттым бит әле. Ғүмер ҙә күп ҡалмағандыр. Башҡаса әллә күрешәбеҙ, әллә юҡ? Оҙаҡ уйлап, оҙаҡҡа һуҙып тороп булмай. Әйт әле: яусы ебәрһәм килерһеңме?
М ә ҙ и н ә. Юҡ... Ней... Әлләсе...Белмәйемсе...
Т и м е р б ә к. Мин иртәгә ҡайтып китәм, һинең яуабыңды көтәм! Риза булһаң иртәгә үк алып ҡайтып китәм!