
- •1 Шаршаулы драма
- •Нурсилә сыға. Ул яңы күлдәк кейгән, яулығын сискән. Йөҙөнән нур балҡыта, теремекләнеп киткән. Ҡулында поднос менән ашамлыҡтар. Ашамлыҡтарҙы өҫтәлгә теҙә, сәй яһай.
- •Тимербәк керә.
- •Йырлап бейеп, арып туҡтайҙар. Барыһы ла урын табын ултыра. Кәйефтәре шәп.
- •Мәҙинә өндәшмәй. Нурсилә сыға.
- •Мәҙинә сумкаһын ала. Шул ваҡыт Тимербәк килеп керә.
- •Ҡайҙандыр сумка сығарып әйберләрен йыя башлай. Шул саҡ ишектә ҡыңғырау тауышы ишетелә. Нурсилә сыға. Бер аҙҙан телеграмма тотоп килеп керә.
- •Икәүләшеп ҡысҡырып көлөп ебәрәләр. Бер аҙҙан уларҙың көлөүө һағышлы ыңғырашыуға әйләнә. Йырлайҙар:
ҠОҘА
1 Шаршаулы драма
Ҡатнашалар: Нурсилә - 60-75 – йәштәрҙә
Мәҙинә - 60-75 – йәштәрҙә
Тимербәк – 65-80 йәштәрҙә
Ҡала фатиры. Зал. Залда стенка, диван, өҫтәл, телевизор, радио, ултырғыстар һ.б. мебель, өй кәрәк-яраҡтары ҡуйылған. Телевизор асып ҡуйылған, радио һөйләп тора. Стенкала гармун тора, уға селтәр ябылған.
Нурсилә ҡулына сепрәк тотоп туҙан һөртөп йөрөй, ундағы фотоларға ҡарап-ҡарап һыйпап, яратып ала. Ауыҙ эсенән ниҙер көйләй. Уның өҫтөндә иҫке халат, башында яулыҡ. Арыған ҡиәфәт менән диванға ултыра, бер аҙҙан тора. Стенканан тонометр алып ҡан баҫымын үлсәй. Шунда уҡ бәйләй башлаған шәл ята, эшен бөткәс бәйләмен ҡулына ала.
Н у р с и л ә. Уф! Ялҡытты! Көн дә бер эш. Көнө буйы ошо дүрт стена эсендә ултырып ялҡтым! Эх! Ҡайҙа икән тын алырға ла ваҡыт тапмайынса йүгереп йөрөгән саҡтар! Ул ваҡытта ҡасан пенсияға сығып тыныс ҡына ултырырмын икән тип хыяллана торған инем. Ә хәҙер шул ваҡыттарҙы һағынам. Нисә көн өйҙән сыҡмай ултыр, бер кемгә лә кәрәгең юҡ. Аҙналар буйы бер кем кермәй, бер кем сыҡмай. Үлеп ятһаң! Аллам һаҡлаһын! Ултырып бер сәй эсергә яныңда берәй кеше булһын ине ул. Э-э-й! Балаларҙың үҙҙәренең тормошо, Себергә киттеләр ҙә, ҡайтып күрергә лә ваҡыт таба алмайҙар. Хатта ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән дә таныштырманылар. Ошо арала ҡайтып таныштырып китәрбеҙ тигән инеләр ҙә бит..Күршеләр... Ишектәр бәрелешә яҙып торһа ла кереп хәл белгән кеше лә юҡ. (Стенкалағы рәсемде алып ҡарап тора). Бына һин! Нимәгә тип ашыҡтың инде? Минең яңғыҙымды ҡалдырып!
Асыуы килеп телевизорҙы, радионы һүндерә. Уларға ҡарап һөйләнә.
Тере кеше кәрәк миңә, беләһегеҙме? Тере кеше кәрәк! Ошолайтып ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшергә. Көнө буйы һеҙ генә һөйләйһегеҙ! Ә мин! Ә мин серҙәремде кемгә сисәйем? Йөрәгемдең яныуҙарын нисек баҫайым? Һағыштарымды... Һағыштарымды нисек таратайым?! (Күҙҙәрен һөртә).
Йөрәгемдең яныуҙарын
Нисек итеп баҫайым?
Һағыштарҙың һарыһынан
Ҡай яҡтарға ҡасайым?
Эсемдәге серҙәремде
Һөйләйем һуң кемдәргә?
Тәҙерәмде сиртмәй хәҙер
Кисен иҫкән елдәр ҙә
Йөрәккәйем янып бөтөп
Әйләнер микән утҡа?
Һаман ышанаһым килмәй
Яндарымда һин юҡҡа.
Ишектә звонок.
Бә-ә-й! Кем булыр икән, Хоҙайҙың рәхмәте!? Инегеҙ!
Тимербәк керә. Ул ауылса кейенгән теремек кенә ҡарт. Ҡулында ҙур ғына сумка, башында эшләпә.
Т и м е р б ә к. Здрасте! Сваты тут живут?
Н у р с и л ә (аптырап ҡала). Тут живут, тут!
Т и м е р б ә к (сумкаһын ултырта, эшләпәһен һала, күрешергә ике ҡулын һуҙа). Это Тимербәк ҡоҙа будет. Минең дочка бит, ваша снаха!
Н у р с и л ә. Шулаймыни? Мин – Нурсилә ҡоҙағыйығыҙ булырмын. Әйҙәгеҙ, үтегеҙ!
Т и м е р б ә к (аптырап ҡарай). Вәт әй! Ҡалала башҡортса белмәйҙәр тип әйтәләр, ҡайһылай матур һөйләшәһегеҙ!
Н у р с и л ә. Беләм дә ул. Тик, һөйләшергә кешеһе генә юҡ!
Н у р с и л ә. Нисек килеп еттегеҙ?
Т и м е р б ә к. “Уф”, - та тимәйбеҙ! Елдереп. Хәҙер урам тулы такси икән, автовокзалда уҡ уратып алдылар.
Н у р с и л ә. Аҡсаң ғына булһын, аҙығын да фатирға килтереп
бирәләр.
Т и м е р б ә к. Балаларҙың туйҙарында була алманым шул, ҡарсығым ауырып тора ине, мәрхүм булды инде.
Н у р с и л ә. Мин дә бара алманым. Туйҙарын шунда Себерҙә генә яһанылар бит. Ярай инде, әйбәт йәшәһендәр! Ҡайғыларын күрергә яҙмаһын!
Т и м е р б ә к. Шулай, ҡоҙағый, шулай.
Н у р с и л ә. Эй! Юлдан килгән кешене һүҙ менән һыйлайым, асыҡҡанһығыҙҙыр! Хәҙер ашарға әҙерләйем, былау бешергән инем, хәҙер сығарам. (Ҡабаланып сығып китә).
Т и м е р б ә к (фатирҙы ҡарап сыға). Нисауа! Фатиры ла ҙур ғына икән ҡоҙағыйҙың, теге яҡта тағы бер бүлмә күренә. Тик ҡарсығым ғына төпсөк улыбыҙҙың ҡатынын да, ҡоҙағыйҙы ла күрә алманы. (Йылмайып). Ҡоҙағый ҙа нисауа ғына күренә. (Сумкаһынан күстәнәстәр алып өҫтәлгә ҡуя, көҙгөгә ҡарап сәстәрен тарай, костюмын һалып ултырғыс башына элә, ҡабат алып кейә). Ҡуй, костюм менән ултырайым, интелегентныйыраҡ булһын.