
Илерткес мәл
Бары бер һүҙ етте, йөрәгемде
Сихри ептәр менән сорнаның.
Ни булғандыр, әммә ул турала
Һинән мин бит һорап торманым.
Күҙҙәрең йылмая,
Йөҙкәйең нур ҡоя.
Йөрәгең тибешен,
Аңла һин, мин тоям!
Гүйә ваҡыт үҙе туҡтап ҡалды
Беҙҙең өсөн бары бер минут.
Ләкин шул да етте ҡабыҙырға
Йөрәктәрҙә һүнмәҫ һөйөү-ут.
Ғашиҡтар, ышандым,
Телһеҙ ҙә һөйләшә.
Ашыҡма, сабыр ит —
Йөрәктәр серләшә.
Сәғәт теле һанай минуттарҙы,
Һауаларҙа йондоҙ ҡабына.
Йылдар үткәс ошо илерткес мәл
Ҡабатланһын ине тағы ла.
Бәхеткә төрөнөп,
Атҡанда алһыу таң,
Һандуғас сутылдай —
Яратам, яратам!
Аҫыл өлгө
Бала сағың шатлыҡтарын, әсәй,
Һуғыш ғәрәсәте ялмаған.
Иле өсөн халҡың ут йотҡанда
Ғәмһеҙлеккә урын ҡалмаған.
Ҡараңғынан ҡараңғыға тиклем
Хеҙмәт менән үткән йәшлегең.
Ун алтыла ҡайны-ҡәйнәң өсөн
Төшкәнһең һин, булып йәш килен.
Ҙур ғаиләлә еңел булмағандыр
Ярауҙары мыжыҡ ҡәйнәгә,
Билде биштән быуып, түҙгәнһеңдер,
Туймайынса ҡай саҡ сәйгә лә.
Йөрәккәйең нисек ярылмаған
Биш балаңды гүргә һалғанда,
Әллә ялғыш, әллә яҙмыш менән
Йортһоҙ-ниһеҙ тороп ҡалғанда.
Ғорур башың ләкин эймәгәнһең,
Өмөт менән типкән йөрәгең.
Сабырлыҡты, әсәй, Хоҙай һиңә
Йәлләмәйсә биргән, күрәһең.
Тырышлығың тыуған йортобоҙға
Өр-яңынан ырыҫ-ҡот һалған.
Етем ҡалған ҡәйнеш-бикәстәрең
Һинең усағыңдан ут алған.
Рәхмәт, әсәй, ҡалған өс балаңды
Ел-ямғырһыҙ ғына үҫтерҙең,
Әсә наҙын, әсә мөхәббәтен
Ейәндәреңә лә еткерҙең.
Изгелектең аҫыл өлгөләрен
Күрҙек, әсәй, һинең йөҙөңдә.
Ауырлыҡтар килһә алдыбыҙға
Һағынабыҙ һине бөгөн дә.
Һин йәшәйһең беҙҙең күңелдә!
“...Ҡайғы бирһәң, йәшлектә бир —
Уйнап-көлөп тә үтә...”
Йырҙан.
Көҫәмәйек ҡайғы
Балалыҡтан сығып бөтмәҫ элек
Аҙ эсмәнем ҡайғы һурпаһын.
Хәсрәт пәрҙәләрен йырта-йырта,
Әле ҡыуам ғүмерем уртаһын.
Уйнап-көлөп кенә уҙмай ҡайғы,
Юйылмаҫлыҡ эҙҙәр ҡалдыра,
Боҙло һыуҙарында туңдыра ла,
Тамуҡ уттарында яндыра.
Көҙгө япраҡ ише һарғаяһың
Йөрәгеңде өткән һағыштан.
Ҡайғы бит ул һәр саҡ парлы йөрөй,
Юғалтыуҙар күберәк табыштан.
Уҫалдарҙы йыуашайта ҡайғы,
Йыуаштарҙан яһай яһилды,
Тауыш-тынһыҙ ғына баҫа ала
Йәш йөрәктә ҡупҡан дауылды.
Ҡайғы бирһәң, йәшлектә бир, тиеү
Ҡайғы күрмәгәндәр һүҙе ул.
Уйнап-көлөп кенә ҡайғы кисеү,
Йә, ҡолаҡҡа ятыр һүҙме ул?
Йәшлектә ни, ҡартлыҡта ни ҡайғы
Бәғер итен телгән сей яра.
Ҡайғы еле утһыҙ ялҡын кеүек,
Шәүләһе лә уның сөм-ҡара.
Ҡайғыларҙы берүк көҫәмәйек,
Килер булһа, килер, көттөрмәҫ.
Тик шуныһы — йәне бар кешеләр
Уйнап-көлөп уны үткәрмәҫ...