
Йөкмәткеһе
1. “Һәр яңы көн мињә ҡєҙерле...” Автобиографик яҙмалар.
2. “Йәшәүемдең мәғәнәһе ниҙә?”
3. “...Осраштырҙы беҙҙе ҡыш айының...”
4. Нострадамус”
5. “Түҙ”
6. “Саҡ һәм Суҡ”
7. Ирәндек”
8. “Нурлы ҡала”
9. “Башҡорт ҡыҙына”
10. “Заманалар хәтәр”
11. “Йырлар инем”
12. “Сама”
13. “Яңғыҙ һылыуға”
14. “Һөйөүҙер ул”
15. “Улым тыуҙы”
16. “Хуш, мәктәбем”
17. “Илерткес мәл”
18. “Аҫыл өлгө”
19. “Көҫәмәйек ҡайғы”
20. “Бары алда”
21. “Тапанды ла ерҙә үлән үҫмәй...”
22. “Кәләшкә”
23. “Һин һәм мин”
24. “Өлөшөмә төшкән көмөшөм”
25. “Һәр саҡ яҙҙа ҡалам”
26. “Әл дә һин бар”
27. “Мин бәхетле”
28. “Илкәйем”
29. “Әлмөхәмәт”
30. “Һай, Бәләбәй!”
31. “Һуңламайыҡ”
32. “Миҙгелдәр”
33. “Ата нигеҙе”
34. “Үткәндәр сәләме”
35. “Мин - мосафир”
36. “Мин фәрештә түгел”
37. “Һаҡла, Хоҙай”
38. “Йәнтөйәгем -- Башҡортостаным”
39. “Туғандарым”
40. “Ауылым”.
41. “Көҙҙәрем”.
42. “Хуш, йәмле йәй”.
43. “Йондоҙҡашҡа”.
44. “Ҡарағайҙар”.
45. “....ялағайҙар”.
46. “Исемһеҙ шишмә”.
47. “Районкама”.
48. “Аңланым...”.
49. “Улыма”.
50. “Ҡыш башында ҡарлы ямғыр яуа...”.
51. "Әсәйем һағышы".
52. “Матур тиһең…”
53. “Һуңғы ҡыңғырау сыңы”
“Һәр яңы көн миңә ҡәҙерле...”
Мин 1964 йылдың 2 ғинуарында Йылайыр районының Сәләх ауылында донъяға килгәнмен. Атай-әсәйем ябай эшселәр ине. Уларға эйәреп, кесе йәштән ауыл еренең мәңге бөтмәҫ ҡара эштәренә егелеп үҫтем. Шулай ҙа бәләкәй генә йөрәгем ҡайҙалыр бейеккә, йыһан киңлектәренә ынтылды һәм үҙемдең барлыҡ уй-хыялдарымды ҡағыҙ биттәренә теркәргә яраттым. Дүртенсе синыфтан алып район гәзитенә, республиканың ул саҡтағы “Башҡортостан пионеры” гәзитенә, “Пионер” журналына яҙыша башланым. Үҫә килә күңелдә шиғырға тартым ижад өлгөләре моронлай башланы һәм яҡынса 17-18 йәшемдә уларҙы матбуғатҡа тәҡдим итергә баҙнат иттем. Ғәҙәттә, алдан уйлап, ниндәйҙер маҡсат ҡуйып түгел, тик үҙем өсөн генә яҙам. Таҡмаҡтар ижад итеү, акростихтар яҙыу маһирлығым да бар. Байтаҡ таҡмаҡтарымды районыбыҙ һәүәҫкәрҙәре үҙ репертуарына ла алды.
Һуңғы йылдарҙа яҡташым — һәүәҫкәр композитор Дамир Солтанов байтаҡ шиғырымды көйгә һалды һәм мин уларҙы “Юлдаш” каналы аша ишетеп ҡыуанам. Алла бирһә, ижад ағастарымдың емеш бирер мәле алда әле. Бәлки, китабымды ла ҡулыма алырмын, тип өмөт итәм.
Мотал РӘМОВ.
Йәшәүемдең мәғәнәһе ниҙә?
Йәшәүемдең мәғәнәһе ниҙә?
Яуап эҙләп ошо һорауға,
Төн йоҡоларымдан арынам да
Уйҙарымды ҡорам юрауға.
Саф йәшлегем артта ҡалған инде,
Күңел тулы әрнеү, һыҡраныу.
Ни фәтеүә алыҫ үткәндәргә
Үкенеүҙәр аша күҙ һалыу.
Билде биштән быуып эшләр мәлем,
Ғәйрәтем бар, көсөм, дарманым.
Көтөп алһам ине бер көн килеп
Бәхет гөлөм япраҡ ярғанын.
Тормош юлындағы ауырлыҡтар
Өмөт ҡанаттарын ҡайырҙы,
Хаҡ яҙмышым, әллә ялғышыуым
Барыр юлдарымдан айырҙы.
Йәшәүемдең мәғәнәһе ниҙә?
Ошо һорау ҡыя йәнемде...
Яуап эҙләп, уйҙы уйға ялғап,
Таң аштырам яңғыҙ төнөмдө...
****************************
Осраштырҙы беҙҙе ҡыш айының
Ыжғыр елле һалҡын бер көнө,
Тик йөрәктәр ҡайнар усаҡ ине,
Ә ирендәр ялҡын бөркөнө.
Бер бөтөнгә әйләнгән минутта
Ҡосаҡтарҙа боҙҙар ирене.
Һалҡын ҡыштың ҡайнарлығын шул саҡ
Бары һин бел һәм мин күр ине.
Телебеҙҙә һайрар ҡоштар моңо,
Күңелдәрҙә сәскәле болон.
Ә беҙ икәү ана шул болондо
Иңләп сапҡан ике йәш ҡолон.
Йомшаҡ ҡына ынйы ҡарҙар гүйә
Ожмах түрендәге аҡ келәм.
Эй, әйләнә ғәләм, эй, тулғана —
Әллә ысын, әллә төш күрәм...
Оҙон телдәр, әйҙә, һөйләһендәр,
Беҙ уларға күҙ ҙә һалмайыҡ,
Мөхәббәтте төрөп аҡ келәмгә,
Ҡышҡы бурандарҙа ҡалайыҡ...
Нострадамус
Нострадамус, сал быуаттар аша
Кешелеккә нисек фал астың?
Күпме дәлил раҫлай дөрөҫлөгөн
Һин ҡалдырған ырым-фараздың...
Сиркәү ҡыҫымынан ҡаса-боҫа
Дүрт юллыҡтар ижад иткәнһең.
Әйтерһең дә илһам ҡанатында
Ваҡыт арауығын үткәнһең.
Чернобылдең ҡара фажиғәһен,
Тарҡалырын бөйөк союздың,
“Ҡотҡарыусы” тигән ялған менән
Дан алырын битһеҙ яуыздың
Нисек белдең, нисек күҙалланың?
Әйтә алмаҫһың инде уныһын…
Тик беләбеҙ, “Йөҙйыллыҡтар” һаҡлай
Һин ҡалдырған йөрәк йылыһын.
Нострадамус, һинеѕ фал китабың
Аҡ биттәрҙән тора, ҡаранан.
Именлек тә унан урын алған,
Бәхетһеҙлектәр ҙә ҡаралған.
Бик ышанғы килә мөғжизәгә —
Ҡара биттәр сыҡмаҫ ысынға.
Нострадамус, пәйғәмбәрҙән булһаң,
Беҙҙең теләктәргә ҡушыл да,
Әүлиә үк булып тыу яңынан,
Фал китабың ас һин ҡабаттан.
Һәм кешелек ҡорһон үҙ яҙмышын
Аҡыл менән уйлап иң башта...
Түҙ
Килерҙәрме икән
Көткән бәхеттәрем?
Аҡланырмы икән?
Хыял-өмөттәрем?
Аҡлыҡ-паклыҡ булып,
Яуа мамыҡ ҡарҙар.
Һеҙ ҡайҙарҙа һаман
Мин татыйһы наҙҙар?
Сабалар көндәрем,
Еләләр йылдарым,
Күңелдә тирбәлә
Йырлайһы йырҙарым.
Ел иҫһә, дөрләрҙәй
Йөрәктә утлы ҡуҙ.
Тик ниҙер йыуата:
“Ашыҡма. Түҙ һин, түҙ!”
Түҙмәйсә нишләйһең —
Түҙгәндәр түш кирә.
Һәм ошо хәҡиҡәт
Йәшәүгә кәс бирә!
Саҡ һәм суҡ
Тормош тигән ҡарурманда
Беҙ бит саҡ һәм суҡ.
Әйтерһең, башҡалар өсөн
Уйнар уйынсыҡ.
Юлдарыбыҙ аймылышты
Бер ҙә юҡ өсөн,
Ғүмерлеккә ғазапланып,
Яныр ут өсөн.
Ә башҡалар парлы-парлы,
Күңелдәре туҡ.
Тик беҙ генә моңло-зарлы,
Сөнки — саҡ һәм суҡ.
Ирәндек
Ҡамсат бүрек, оҙон елән кейгән
Киң яурынлы баһадир кеүек.
Сал далала күккә башын сөйгән
Башҡорт ғорурлығы Ирәндек.
Елән ерлектәре ҡаймаланған
Ынйы-мәрйен, аҫылташ менән.
Болон-ашъяулыҡтар әйҙәп тора
Бешеп тулған әҙер аш менән.
Ирәндектең көмөш билбауҙары —
Төйәләҫ тә менән Таналыҡ.
Билбауҙарҙың алмас һыры булып,
Нур сәсрәтеп уйнай аҡ балыҡ.
Ирәндекһеҙ ҡотһоҙ булыр ине
Йәйрәп ятҡан башҡорт далаһы.
Ирәндегем, тиеп, оран һалып,
Ғорурланһын башҡорт балаһы!
Нурлы ҡала
Йәшлек дәртен, илһам сығанағын
Күңелдәргә бирер ер ҡайҙа? —
Тип һораһа берәү, шикләнмәйсә
Әйтер инем — ул ер Сибайҙа.
Урал аръяғының баш ҡалаһы,
Нурлы, моңло ҡала, эх, Сибай.
Ҡунаҡсыл да, йомарт, итәғәтле,
Килгән-киткәндәргә йөҙ сирмай.
Йыллап, айлап түгел, көнләп үҫә,
Матурлана гүзәл йәш ҡала.
Бәхет эҙләп сыҡҡан йәш-елкенсәк
Шул ҡалаға хәҙер баш һала.
Башҡортостанымдың уң ҡулында
Алтын йөҙөк булһа Ирәндек.
Бар йыһанды сорнар нур бирерлек
Сибайҡайым гәүһәр ҡаш кеүек.
Башҡорт ҡыҙына
Күҙ-ҡарашың иретерлек
Мәңгелек боҙҙо,
Һыуһылыуҙан һылыуыраҡ,
Эй, башҡорт ҡыҙы!
Бөгәреңә төшөп тора
Сәс толомдарың.
Һиңә тиңләшә алырҙай
Тағы кем бар һуң?!
Ике ҡулың ҡойоп ҡуйған
Аҡҡош ҡанаты.
Атлауҙарың әсир итә
Барлыҡ ир-атты.
Керпектәрең ҡуйы урман,
Күҙҙәр — соңғолдар.
Тауышыңдың иркәлеген
Бар йыһан тыңлар.
Һығылма бил, ҡарлуғас ҡаш,
Эй, башҡорт ҡыҙы.
Тилберлегең, зирәклегең
Барыһын уҙҙы!
Теҙләнергә алдарыңда,
Бел һин — мин әҙер!
Һинең өсөн йәнем бирәм —
Бир генә әмер!
Заманалар хәтәр
Заманалар хәтәр, ҡолаҡ тондо,
Һуғыш, афәт, тигән хәбәрҙән.
Үлем-етем йәнде солғап алды,
Емереклектәр сыҡмай хәтерҙән.
Афған өсөн күпме ҡан ҡойолдо,
Күпме йәнде ҡыйҙы Ҡарабах.
Күҙ йәштәрен түгеп күпме әсә
Ғәзиз улы өсөн ора аһ!
Әле килеп, Чечня ҡорбан даулай,
Төньяҡ Кавказ һаман ҡан көҫәй,
Снарядтар шартлай, ҡурғаш яуа,
Ут эсендә яна бар Рәсәй.
Унда һуғыш, бында талаш-тартыш,
Ә сәбәбе ниҙә, кем әйтер?
Уҙамандар тәхет бүлешкәндә
Илдең хәлен кемдәр төҙәтер?
...Иңдәрендә тоҡсай… йәш егеттәр
Ил һаҡларға, тиеп юл ала.
Балаһына именлектәр теләп,
Ата-әсәһе зарығып ҡала.
Хайран донъяларҙы вайран итеп,
Юл ҡуймаһаҡ ине талашҡа.
Һыу һөлөгө кеүек егеттәрен
Оҙатмаһын Урал һуғышҡа!