
- •Ун өсөнсө председатель
- •Ҡудашев баш ҡаға.
- •Рахманов баш ҡаға.
- •Хәлиҙә башын ҡалҡыта. Сәғәҙиев Һаубан апайға күҙ һала.
- •Ҡудашев пырхылдап көлөп ҡуя.
- •Йырсы ҡалын тауыш менән йырын аҡрын ғына дауам итә.
- •Йыр тына.
- •Икенсе бүлек
- •Икенсе заседатель Ҡәҙриәгә төбәлгән. Сәғәҙиев башын эйеп кенә тыңлай.
- •Рахманов заседателдәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып ала.
- •Алыҫта орган моңо саҡ-саҡ ишетелә.
- •Зал бер мәлгә тынып ҡала. Һәммәһе бер-береһенә күҙ ташлашып, һәр кем үҙ күңелендәген уйлап ҡуя.
- •Рахманов, уға ҡарап, баш ҡаға.
- •Ҡудашев урынынан тора. Колхозсылар һағая.
- •Байымов менән Сәғәҙиевтән тыш, һәммәһе Закировҡа төбәлә.
- •Алыҫтан күк күкрәүе ишетелә.
- •Яҡында күк күкрәп ҡуя.
- •Рахмановтың ҡашы ҡапыл күҙенә һалынып төшкән төҫлө.
- •Ямғыр шаулай башлай.
- •Харисова икеләнә.
- •Улин уға тишерҙәй итеп ҡарап ултыра.
- •Колхозсылар иркен hyлап ҡуя.
- •Байымов ҡаушаған ҡиәфәттә Сәғәҙиевкә йөҙөн бора.
- •Улин быға бер ни әйтә алмай.
- •Судьялар ишеккә йүнәлә. Башҡалар бер килке ҡуҙғалмай ултыра.
Икенсе заседатель Ҡәҙриәгә төбәлгән. Сәғәҙиев башын эйеп кенә тыңлай.
Ҡәҙриә. Мин шул саҡ тиҙҙән бәлә башланырын белмәй инем. Мине һаҡлап, мине ситкә этеүегеҙҙе мин аңламаным... (Башын ҡалҡытып.) Беҙ үҙебеҙ һөймәй, фәҡәт һөйөлөргә теләп, һөйөүебеҙҙе боҙған саҡта ғына күп һөйләүсәнбеҙ. (Ярһып.) Өс мәртәбә уны енәйәтсе һанаһалар ҙа, мин үҙемде уның ярҙамында ғына танып белдем, тик уның менән ғүмерем зая булмаҫына ышана инем, үткәндәрҙе түгел, ә киләсәкте уйлай инем. Эйе, мин ғәҙел була алмайымдыр. Ләкин һеҙҙең алдығыҙҙа уның менән ун ете йыл бергә айҡашҡан, күрәһен күргән колхозсылар. Әйтер һүҙҙәре юҡмы ни уларҙың?! (Һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә сайҡала биреп, үҙ урынына йүнәлә.)
Һаубан апай (аяҡ үрә баҫып). Иптәш судья... бында прокурор минән, Ҡара диңгеҙгә барыу енәйәт икәнен аңлайһығыҙмы, тип һорағайны. Йөрәгемә әллә ни булды. Мин яуап бирәм.
Рахманов заседателдәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып ала.
(Алыҫҡа төбәлеп, бүтән берәүгә һөйләгәндәй.) «Ҡара әле!; — ти бер мәл Морат миңә, — һин үҙ кешеләреңә күҙ һалаһыңмы?» — «Ә нимә, — тим, — эшләйҙәр». — «Уныһы шулай, — ти ул, — һүҙ юҡ». Ысынлап та, беҙ башҡа колхоздарҙан инде күп тапҡыр өҫтөн инек. (Гүйә үҙалдына.) Ни генә эшләмәнек беҙ ярлы еребеҙҙе байыҡтырыу хаҡына. Эшкәртмәгән ер ҡалманы. Егерме гектарлап ҡаҡ урында ғына бер ни үҫмәй ине. Шунда оранжерея төҙөнөк тә, сәскәләр сәстек. Ҡырҡ биш һум доход ала инек һәр метрҙан. Ниндәй генә сәскәләр...
Улин. Ни ҡатнашы бар бында сәскәләрҙең?
Икенсе заседатель. Ниңә булмаһын?
Һаубан апай (шым ғына көрһөнә). Ни әйтергә йыйына инем?.. Әй хәтереңде...
Рахманов (әҙәпле генә). Зинһар, ҡыҫҡараҡ.
Һаубан апай (шунда уҡ хәтерләп). «Эшләйҙәр, һүҙ юҡ, — ти Морат. — Иртән уяндыңмы — баҫыу, аҙбар, тиҙәк, киске аш, йоҡо, көндән-көн шулай. Көндән-көн... Шулмы әҙәм тураһында төп хәҡиҡәт?..» — «Ҡайҙа шаҡараһың? — тип мин ҡаты асыуландым. — Нимә кәрәк һиңә?»
Улин (ҡуҙғала биреп). Ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙе...
Һаубан апай (уны ишетмәгәндәй). Һуңынаныраҡ аңланым мин быны. Ул Назар менән беҙҙе Севастополь, Одесса, Керчҡа алып килгәс, улар икеһе яраланған ерҙәрҙә булып, туғандар ҡәберендә үкһегән халыҡ менән бергә илағанда, аңланым мин: беҙҙең дә бит күптәребеҙ тол ҡатындар, үлгән һалдаттарҙың ҡатындары ине. Пароходта диңгеҙгә, кешеләргә, ҡояш байыуына ҡарап, ғүмеремдең ҡайһы арала үтеп китеүен уйлағанда аңланым...
Алыҫта орган моңо саҡ-саҡ ишетелә.
(Һүҙҙәрен тыны менән бергә алып, бөтәһен дә айырым-асыҡ күргән төҫлө.) Ә беҙҙең ҡатындар, йөҙҙәре яҡтырып, нурланып, йәшәрҙеләрме ни, шундай Һөйкөмлө булып киттеләр: һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәне, бары тик һөйләшергә, өлөшөбөҙгә төшкән аһ-зарҙарҙы таратырға килгәнбеҙ тиерһең. Баҡтиһәң, ауыр икән аһ-зарҙарҙы йотоп йөрөүе. Ә уларҙан бушандиһәң, һиңә ғәфү итеүе лә, ғәфү ителеү ҙә еңелерәк... Беҙ берсә илай, берсә көлә, һәйбәт йырҙар йырлап, оҙаҡ уйға тарый, тормош тураһында уйлай инек... Ә беҙ бит гел алға, алға тип йәшәгәйнек, хәлдән тая инек инде, ҡайҙа ундай уйланыу... Ниндәй яҡты уй-теләктәр менән ҡайттыҡ беҙ өйгә, барсабыҙ ҙа яңынан тыуған кеүек инек... Бер ҡасан да онотмам мин ул көндәрҙе, нимә генә тимәһендәр, һуңғы көнөмә ҡәҙәр иҫемдә булы.. (Һүҙен әйтеп бөтөрә алмай, ҡапыл артына боролоп, усы менән күҙ тәңгәлен ҡаплай.)