Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
unos_pred.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
440.32 Кб
Скачать

Йырсы ҡалын тауыш менән йырын аҡрын ғына дауам итә.

Беҙ ҡатмарлы хәлдә инек. Ярҙамсы промыслалар үҫтереү колхоздарға рөхсәт ителә: өҫтәмә доход бирә. Ләкин улар оҙаҡламай Сәғәҙиевтә төп производствоны ҡыҫырыҡланы. Ә был иһә бер колхоз менән башҡа хужалыҡтар араһында социаль тигеҙһеҙлек тыуҙырҙы. Күрше колхоздарҙа халыҡ насар эшләмәй, ә эш хаҡын шаҡтай кәм ала ине. Еңел аҡса килтереүсе кәсебе, промыслаһы булмаһа, Сәғәҙиев колхозсыларын бушлай ялға ебәрә, хатта был ваҡыт өсөн эш хаҡы ла түләй алыр инеме?.. Юҡ. Ә хужалыҡтың төп йүнәлештән тайпылыуына беҙ тыныс ҡарай ала инекме?.. Сәғәҙиевте беҙ күптән киҫәттек, шелтә-язалар ҙа бирҙек. Ул үҙенекен дауам итте. Ә һуңғы ваҡытта бөтөнләй баш бирмәне. Бер кемде һанға һуҡмай ине. Ә үҙендә — либерал, колхоз иҫәбенә йомарт: һауынсыға колхоз һыйырын тартынмай ҙа бүләк итә ала ине. Эйе, бындай юл менән дә абруй яулап була... (Көрһөнөп.) Һәр кемдең яңылышыуы мөмкин. Кеше үҙ хатаһын ауыр кисерә икән, хата әле бәлә түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сәғәҙиевтә ул бәләгә әйләнде... Ә өҫтөнә күп сығыуы асылғас, ул партиянан сығарылды. Бына шул, ҡыҫҡаса.

Икенсе заседатель. Әйтегеҙ әле, Сәғәҙиев эшләгән осорҙа колхоз районда ниндәй урын биләй ине.

Байымов (уға бер һыпыра ҡарап ала). Эйе, бүтән хужалыҡтар алдында ул отошлораҡ күренә ине. Экономика йәһәтенән колхоз байтаҡ уңышҡа иреште... Әммә экономиканың әхлаҡ, иман үлсәмен асыҡламай тороп, уның әһәмиәтен, шулай уҡ Сәғәҙиевтең карьераһындағы боролмаларҙы ла аңлап булмай.

Йыр тына.

Мин әле ихтирам һүҙенең мәғәнәһен аңлатырға йыйынмайым. Тик шуны әйткем килә: тормош — ул алыш, кем өлгөр, шул өҫтән тигән уйҙан сығып, үҙ тормошоңдо башҡаларҙың бушаҡлығы, мохтажлығы иҫәбенән ҡораһың икән, бында ихтирамдың булыуы мөмкинме?.. Сәғәҙиевтең тап ошондай ҡылыҡтарын, уның йомшаҡлығы тип, беҙ ғәфү итә инек. Ләкин колхоз бер төркөмдөң милкенә әйләнә башлаһа, ә колхозсылар аңы бары байлыҡ йыйыуға йүнәлтелһә, нәтижәлә, улар йәмғиәт менән үҙҙәренең эш көсөн һатыу юлы менән генә ҡушыла икән, бының менән инде килешеп булмай. Бындай политика рвачтар психологияһын тыуҙырмауы мөмкин түгел. Миңә һәйбәт икән, ҡалғандар ҡырылып китһен... Бындай именлек ныҡ, ышаныслы була алмай. Сәғәҙиев быны үҙе лә һиҙә ине... Был тәңгәлдә уны мин диңгеҙҙәге судно капитаны менән сағыштырыр инем. Әгәр капитан алдында бер маяҡ түгел, ә төрлө яҡҡа күрһәтеп яҡтырған ике маяҡ икән, авария ҡотолғоһоҙ. (Еңелсә көрһөнөп.) Сәғәҙиев тә унан ҡотола алманы.

Уның үтемле көр һүҙҙәре судьяларға ныҡ тәьҫир итеүе һәм колхозсыларҙы ҡаушатыуы күренеп тора.

Рахманов. Рәхмәт. Иптәш прокурор, һорауҙар бармы?

Улин. Юҡ.

Рахманов. Сәғәҙиев?

Сәғәҙиев урынынан тора, Байымовҡа текләй биреп, аҡрын ғына баш сайҡай ҙа кире ултыра. (Заседателдәр менән ҡыҫҡа ғына кәңәшеп.) Ун минутҡа тәнәфес иғлан ителә.

Алыҫта поезд тәгәрмәстәренең туҡылдауы ишетелә. Колхозсыларҙы хушлашыу хәсрәте ялмап алған төҫлө. Кәҙриә, ҡулы менән алҡымын ҡыҫып, үҙ алдына төбәлгән. Ут һүнә. Нур яҡтыһы бер яҡ ситтәге өҫтәлгә төшә.

Улин (телефон трубкаһын алып). Әсәй, йә, нимә?

Алып киттеләр?.. Мин судта. Юҡ, дауам итә... Тулғаҡ тотоуы ысын, тимәк?.. Ә һин унда ниңә?.. Миңә унан шылтырат. Эйе. ҡ була.)

Ултырыштар залы яҡтыра. Тәҙрә төбөндә стена буйлап бойоҡ төҫтә Ҡудашев, Һаубан апай, Вьюгин, Харисова ултыра.

Һаубан апай. Һин кисә үк килгәнһең икән...

Вьюгин. Миңә алданыраҡ йөрөргә тура килә... (Протезын һуҙып.) Һеҙҙән ҡалышмаҫ өсөн. (Дөйөм болоҡһоуҙы таратырға иткәндәй, папиросын бер һурып.) Кисә гостиницаға урынлашҡас, ҡана әле, мәйтәм, ҡаланы күрәйем. Киләм, ҡаранам — ирҙәр йүгерешә. Бер йәшерәге, өлкән ҡатынға бәрелеп, тегене йыҡты ла миңә килеп һуғылды; сап тегенең яғаһынан: «Ҡайҙа ашығаһың? Театрғамы?» — «Ниндәй театр?» — ти теге. «Библиотекағамы?» — «Ниндәй тағы библиотека?» — «Ҡайҙа һуң улайһа?!» — «Хоккей бөгөн, — ти, — телевизорҙа». — «Ах, инәңде йылан саҡҡыры, шул ғәләмәт өсөн кеше имгәтәләрме?..» Шул саҡ: «Вы что тут хулиганите?» — ти кемдер артымда. Ҡараһам, йәш кенә ҡыҙ. (Ғәйепле төҫтә.) «Извините, — мәйтәм. — Больше не буду», һәм ары киттем. (Папирос көлөн ҡағыҙға һелкеп.) Киләм, ҡаранам — ресторан. Ҡана әле, мәйтәм, аҙ ғына хозурланып алайым.

Ҡудашев кеткелдәп көлөп ҡуя.

Ултырам яңғыҙ, һалғылайым, башта уйҙар... Шул саҡ музыка уйнап ебәрҙе, танса башланды. Инәңдең хикмәте, бәйҙән ысҡындылармы ни — ҡайһыһы ир, ҡайһыһы бисә, һис айырып булмай — һәммәһе оса һикертә, бер-береһен ҡапшаша, сырылдау, һыҙғырыу... Асыуымдан эсем ҡайышып сығып киттем.

Ҡудашев менән Харисов тын ғына көлөшә.

Һаубан апай (ике ҡулын тубыҡ араһына ҡыҫҡан килеш, уйға тарып). Эй, балаҡайҙар, эштәр шәп түгел бит... Хур булып, ошо хәлдә ҡалабыҙмы?..

Ҡудашев. Ҡыҫымға алдылар...

Вьюгин. Их, хәҙер миңә бер йөҙ грамм булһа...

Конвойсы менән залға Сәғәҙиев инә. Ул һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә аҡһай. Колхозсылар аяҡ өҫтө баҫа. Сәғәҙиев, ниҙер иҫенә төшкәндәй, шып туҡтай.

Ҡудашев ҙе лә һиҙмәҫтән). Морат ағай, беҙҙең спорт аттарын һаттылар. Ипподромды ла яптылар.

Сәғәҙиев Вьюгинға төбәлә.

Вьюгин. Чехословакиянан килеп, сапҡын аттар эҙләй инеләр. Шуларға һаттылар. Кәрәкмәй, туйып һикереү, тинеләр.

Ҡайтарып бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, Сәғәҙиев үҙ урынына йүнәлә. Ултыра.

М-да... ҙен ҡапыл көйҙөрөп үткән уйҙан айнығандай.)

Ҡыҫҡаһы, нервыларҙы бушайтмаҫҡа! Әле шундай әйләнеп китеүе ба-ар — осаңа тир бәреп сығасаҡ.

Үҙ урындарына йүнәләләр. Залға Закиров, уға эйәреп Ҡәҙриә, Хәлиҙә, улар артынса Байымов, Яҡупов инә. Төпкө ишектән судьялар күренә. Улин етди төҫтә үҙ өҫтәле артына үтә. Һәммәһе ултырыша.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]