
- •Ун өсөнсө председатель
- •Ҡудашев баш ҡаға.
- •Рахманов баш ҡаға.
- •Хәлиҙә башын ҡалҡыта. Сәғәҙиев Һаубан апайға күҙ һала.
- •Ҡудашев пырхылдап көлөп ҡуя.
- •Йырсы ҡалын тауыш менән йырын аҡрын ғына дауам итә.
- •Йыр тына.
- •Икенсе бүлек
- •Икенсе заседатель Ҡәҙриәгә төбәлгән. Сәғәҙиев башын эйеп кенә тыңлай.
- •Рахманов заседателдәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып ала.
- •Алыҫта орган моңо саҡ-саҡ ишетелә.
- •Зал бер мәлгә тынып ҡала. Һәммәһе бер-береһенә күҙ ташлашып, һәр кем үҙ күңелендәген уйлап ҡуя.
- •Рахманов, уға ҡарап, баш ҡаға.
- •Ҡудашев урынынан тора. Колхозсылар һағая.
- •Байымов менән Сәғәҙиевтән тыш, һәммәһе Закировҡа төбәлә.
- •Алыҫтан күк күкрәүе ишетелә.
- •Яҡында күк күкрәп ҡуя.
- •Рахмановтың ҡашы ҡапыл күҙенә һалынып төшкән төҫлө.
- •Ямғыр шаулай башлай.
- •Харисова икеләнә.
- •Улин уға тишерҙәй итеп ҡарап ултыра.
- •Колхозсылар иркен hyлап ҡуя.
- •Байымов ҡаушаған ҡиәфәттә Сәғәҙиевкә йөҙөн бора.
- •Улин быға бер ни әйтә алмай.
- •Судьялар ишеккә йүнәлә. Башҡалар бер килке ҡуҙғалмай ултыра.
Ҡудашев пырхылдап көлөп ҡуя.
Өҫтәл артынан сығып, йөрөй башланы был. Йөҙә йонсоу, һурылған, арҡа һөйәктәре һерәйеп тора. «Назар, беҙ ауыр хәлдә, — ти. — Еребеҙ аҙ, һоро балсыҡ, сәсеү әйләнеше боҙолған, малдың тоҡомо насар. Ике йыл алышабыҙ — эш сығарып булмай. Нисек ысҡынырға был хәлдән?..» — «Ә мин ҡайҙан беләйем?» — тим. Башымда томан, үҙем саҡ ултырам, ә ул миңә: «Бына әле, — ти, — һинең атайың — лесник, һуғышҡа тиклем ҡыяр үҫтереп консервалауығыҙ иҫкә төштө, — ти. — Бөтә ауыл кинәнә ине бит! Ҡайҙан ине ул хәтлем ҡыяр?» — ти... Хәтеремдә, мин малай саҡта атайым мәрхүмгә бер уҡытыусы иҫке китап бүләк итте. Бына шунда беҙ (ҡулын алға ташлап) хәҙер инде онотолған ҡыяр сорттарын уҡып белдек, һәм атайым менән шул үрсемле сорттарҙы үҫтерергә булдыҡ. Барып сыҡты бит. Шатлыҡ! Ә бындай шатлыҡты үҙ-араңда ғына кисереү килешмәй. Беҙҙең баҡсала мәктәп хатта дәрестәр үткәрә ине... Рахманов. Мәсьәләгә күсегеҙ.
Вьюгин. Быныһы, былай, ҡыҙҙырып ебәреү өсөн булды... «Беҙ һиңә, — ти Морат көтмәгәндә, — ун биш ҡатын бирәбеҙ», — ти. «Кит әле», — тим. «Шулар менән ҡыяр үҫтерәһегеҙ, консервалайһығыҙ, — ти был. — Йә, тотонаһыңмы?» Аптырап ҡалдым... «Ә һин миңә ышанаһыңмы? — тип ҡыҙыҡһынам. — Гонаһтарым да етерлек, ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡапшарға яратам...» — «Назар, Назар,— ти Морат, — мәктәп йылдарында һин бит бөтәбеҙҙән өҫтөн, алдын инең. Турайт һыныңды, туғаным, ярҙам ит!» Минән хатта тир бәреп сыҡты... шатлығымдан. «Нимәгә зарығам мин, дуҫҡайым, — тип ҡысҡырып ебәрҙем шул саҡ, — күтәренке күңел менән йәшәргә зарығам бит! Шундай консервалар яһаясаҡмын — бөтә райондың һушы китәсәк!»
Колхозсылар ирекһеҙҙән тын ғына көлөшөп ҡуя.
Китте бит эш яйлап, аҡрынлап. Йәйен беҙ баҫыуҙа, ҡышын цехта. Инәңдең мәрхәмәте, ҡайҙан килде миңә лә ғәйрәт, мин яңынан тыуған кеүек булдым: башым яҙылып, зиһенем асылып китте. Ә минең бисәкәйҙәр... улар бит нимә ярата: арттарынан йөрөп, иркәләүҙе, иркәләүҙе ярата-а, шул саҡта улар бөтә ерен асырға, бөтәһенә барырға әҙер! Ике йылдан беҙ шундай цех төҙөнөк — завод тиерһең. Көн һайын ҡалаға көплө машинала консервалар, парникта үҫкән ҡыярҙар китеп тора. Ну, бисәкәйҙәр, тим, нервыларҙы бушатмаҫҡа, уңыштарҙан маһаймаҫҡа. (Йоҙроғон алға һоноп.) Походты дауам итәбеҙ!
Улин (Рахмановҡа). Мөмкинме?
Рахманов баш ҡаға.
(Вьюгинға.) Йәшелсәне үҙегеҙ генә үҫтерә инегеҙме?
Вьюгин. Үҙебеҙ ҙә... һатып та ала инек.
Улин. Ҡайҙан?
Вьюгин. Бүтән колхоздарҙан.
Улин. Нимә, атап әйткәндә?
Вьюгин. Ну, кәбеҫтә, помидор... Ә инде һатыу яғын үҙебеҙ яйлай инек. (Ғорур.) Дүртенсе йылында — һигеҙ йөҙ ергә китә ине беҙҙең тауар. Көтөп кенә торорҙар ине...
Улин. Һеҙ, колхоз үҙе үҫтергәнде генә эшкәртергә тейеш, тигән күрһәтмәне белә инегеҙме?
Вьюгин. Ну?
Улин. Асыҡ итеп әйтегеҙ.
Вьюгин. Белә инек.
Улин. Белә тороп, боҙа инегеҙ... (Тигеҙ тауыш менән инандырырлыҡ итеп.) Цех дәүләт сауҙаһы һәм потребкооперация монополияһы булған тауарҙар эшләп сығара. (Судьяларға.) Асылда, колхоз алған доходтың шаҡтай ҙур өлөшө уныҡы булмай. (Вьюгинға.) Башҡалар үҫтерә, ә төшөмө, һөҙлөгө һеҙгә, бары тик һеҙгә.
Вьюгин (маңлай тирен һөртөп, бер мәлгә уйланып торғас). Тимәк, беҙ (Улинға башын эйә биреп) эттән тыуған булып сығабыҙмы хәҙер?..
Улин. Минең бүтән һорауым юҡ.
Вьюгин (һарыуы ҡайнап). Ә ни өсөн һеҙ, ниңә башҡа колхоздарҙан һатып алдығыҙ (ҡысҡырып), тип һорамайһығыҙ?!
Рахманов. Зинһар, тауышығыҙҙы күтәрмәгеҙ. Судҡа һорау ҙа бирмәгеҙ.
Вьюгин. Быныһы ни әсән? Минеңсә, һорау бирергә хаҡым бар минең. (Өҫтәлгә табан атлай биреп.) Хаҡым бар!
Рахманов (аяҡ үрә баҫып). Ултырығыҙ, һеҙ суд эшенә ҡамасаулайһығыҙ.
Вьюгин (аптырашынан, күҙен сырт-сырт йомоп, бер мәлгә хәрәкәтһеҙ тора. Ике ҡулы менән таяғына таянып, ауылдаштарына боролоп ҡарай, судҡа). Ярар... (Протезын шығырлатып, зал буйлап китә бирә лә, судьяларға йөҙөн бороп.) Һеҙгә шулай еңелерәк икән, шымып тик ултырам хәҙер.
Рахманов. Шаһит Закиров саҡырыла.
Төпкө ишектән кемдер, башын һоноп, секретарҙы саҡыра. Секретарь тиҙ генә әйләнеп килеп, Рахмановтың ҡолағына ниҙер бышылдай.
Ярар, хәҙер саҡырырбыҙ.
Закиров өҫтәл янында туҡтай. Ул ипле, мыҡты кәүҙәле, күҙ ҡарашында ниндәйҙер йәшерен уй-моң төҫмөрләнгән кеүек.
Судҡа исемегеҙҙе, профессияғыҙҙы әйтегеҙ.
Закиров. Закиров Вәли. Инженер-механик.
Улин. Ҡасан колхозда һеҙҙе партком секретары итеп һайланылар?
Закиров. Алтмышынсы йылда.
Улин. Был эштән һеҙ үҙегеҙ киттегеҙме?
Закиров. Мине төшөрҙөләр. Сәғәҙиевте партиянан сығарыу менән.
Улин. Ни өсөн?
Закиров (тәү тапҡыр уға ҡарап алып). Ул ҡылған эштәрҙән мин ситтә тормай инем.
Улин. Ауыл хужалығына ҡатнашы булмаған әйберҙәр эшләп сығарыуҙы һеҙ хуплай инегеҙме?
Закиров (тыныс йөҙ менән бер ниндәй ишараһыҙ дауам итә). Мин башҡа районда тыуып үҫтем. Эшкә мине Сәғәҙиев саҡырҙы, үҙ ваҡытында ул... минең атайымдың яҙмышын хәл иткәйне.
Улин. Промыслалар цехын һеҙ килгәс астылармы?
Закиров. Эйе, мин килгән йылды. Колхозсылар арҡан, канаттар ишә башланы.
Икенсе заседатель. Нимәнән?
Закиров. Сәғәҙиев... Балтик порттарында иҫке канаттар булыуын ишетеп, шуларҙы, аҡсаһын аҙаҡ түләргә килешеп, колхозға һатып ала. Колхозда канаттарҙы һүтеп, һәйбәт сүсенән спорт йәмғиәттәре өсөн яңы арҡандар ишә инеләр, ә яраҡһыҙ өлөшөнән төҙөлөштәрҙә етешмәгән тығыҙлаусы материал эшләнә ине.
Улин. Һеҙ быға нисек ҡарай инегеҙ?
Закиров. Мин ҡырҡа ҡаршы төштөм. Сәғәҙиев ҡарттарҙы йыйҙы. «Ни менән шөғөлләнә инегеҙ бында колхозға тиклем?» — тип һорай тегеләрҙән. «Малсылыҡ менән, — тиҙәр. — Ҡышын арҡан иштек, тире иләнек, ағас эшкәрттек. Иген аҙ сәсә инек». — «Ниңә?» — «Ер шулай ҡуша, — тиҙәр. — Болондар һәйбәт, сәскә, үләнгә бай...» Ошонан һуң Сәғәҙиев миңә: «План шулай, — тине, — ит менән һөткә борабыҙ колхозды. Магазинда ит булмауын үҙең күрәһең. Көтөүҙәрҙе йәшәртергә, ҡуралар төҙөргә. Кисекмәҫтән! Эйе, аҡса юҡ. Промыслаларҙы ана шул аҡса өсөн астыҡ», — ти. «Ә хаҡыбыҙ бармы һуң быға?» — тип мин йәнә икеләндем. Ә уны биҙгәк тотҡан кеүек ине. (Тамам ҡыҙып.) «Аҙ ғына ла эш хаҡы түләй алмайбыҙ,— тип ярһыны ул, — ә бурыс арта. Аҡса! Һис юғында илле мең, тик бурысҡа түгел! Ете бәлә — бер яуап. Ә хаҡлыҡ, белгең килһә, ауырлыҡты үҙ елкәңә алғанда барлыҡҡа килә!» (Усы менән баш түбәһен ҡыҫа?) Бына шунан һуң мин сигендем...
Яҡупов (элеп алып). ...аҙаҡ өнөңдө лә сығара алмаҫ булдың...
Улин (Рахмановҡа күҙ һирпеп, ҡулына ҡағыҙ ала). Колхоздың финанс отчетынан ике генә һан. Ер эштәре колхозда һәр бер һумға ҡырҡ тин табыш килтерһә, ярҙамсы промыслалар һәр һумға — дүрт һумдан ашыу биргән. Ҡайһыһы отошлораҡ?.. Ә шулай булғас, ауыл хужалығын, төп производствоны үҫтерергә тырышыу, уға артыҡ көс түгеү кәрәкме?..
Яҡупов. Арҡаны булһын, ә икмәге...
Закиров (йөҙөн сирып, усын сикәһенә ҡуя). Шуның өсөн хөкөм иттеләрме Сәғәҙиевте?..
Улин (тауышында металл яңғырап ҡуйғандай). Әммә бөтәһе лә ошонан башлана.
Закиров (ғәйрәте һүнеп, бәлйерәп төшкән кеүек). Судья иптәштәр... минең ифрат башым ауырта. Миңә, сығып, дарыу эсергә кәрәк.
Ҡатып ултырған Сәғәҙиев, йөҙөн бороп, уға иғтибар менән күҙ һала. Форточка аша урамдағы репродукторҙан, тын ғына һарлығып, йыр ишетелә.
Рахманов. Мөмкин. Тик суд йортонан ситкә китмәгеҙ.
Закиров сыға.
(Микрофонға.) Иптәш Байымовты саҡырығыҙ.
Байымов инә. Йөҙөндә, эскәрәк батҡан күҙҙәрендә һалҡынса тотанаҡлылыҡ, үҙенә ныҡ ышаныу һәм инан-дырғыс көс һиҙелеп тора. Уға илле алты йәш.
Байымов. Мине ғәфү итегеҙ — юлда машина боҙолдо.
Рахманов. Тулы исемегеҙҙе һәм вазифағыҙҙы әйтһәгеҙсе.
Байымов. Байымов Дауыт Усманович. Райком секретары.
Рахманов. Дауыт Усманович, суд коллегияһы һеҙҙән хөкөм ителеүсегә һәм уның колхоздағы эшенә характеристика биреүегеҙҙе үтенә, һеҙ уны күптән беләһегеҙме?
Байымов. Колхоз председателе сифатында уны алты йыл беләм. (Шәфҡәт менән.) Мин эшләгән тәүге йылдарҙа беҙҙә Сәғәҙиевкә мөнәсәбәт яҡшы ине. Эше бара, аҡылы айыҡ, күп һөйләшмәй, һандар ғына килтереп: «Был файҙалы», «Ә был табышһыҙ», — тип өҫтәп ҡуя ине. (Маңлайында йыйырсыҡтар йыйып.) Әйтергә кәрәк, эштәге уңыш һәм кәмселектәрҙе аңлатҡан сәбәптәр араһында һәр саҡта үҙгәрешһеҙ бер сәбәп бар. Ул — етәксе.
Сәғәҙиев халыҡты үҙенә ҡарата белә ине... Әммә тиҙҙән был ыңғай сифат унда кирегә үҙгәрә башланы. Мин булдыҡлы икән, миңә бөтәһе лә ярай, тип уйлау уның ғәҙәтенә инде.