Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
unos_pred.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
440.32 Кб
Скачать

Рахманов баш ҡаға.

Шаһит Аллаярова, Ҡара диңгеҙгә барыу нисек ойошторолдо?

Һаубан апай (сикә сәсен һыйпап, бер аҙ уйлап алғас). Мәсьәлә идарала хәл ителде. Бригадирҙарға, ферма мөдирҙәренә, колхозды иң ауыр йылдарҙа тотоп торған кешеләрҙе һайларға, тиелде...

Улин. Путевкалар, юл сығымы — колхоз иҫәбенә, һеҙ тағы эш хаҡын да һаҡларға булдығыҙмы?

Һаубан апай. Беҙ путевкалар тәҡдим иткәс, күптәр барыуҙан баш тартты.

Беренсе заседатель (ирекһеҙҙән). Баш тартты?

Һаубан апай. Эй, балаҡайҙар, оҙон ғүмерем эсендә ҡайһы бер нәмәгә өйрәндем мин шулай ҙа. Кешегә үҙ күҙем менән генә түгел, уның күҙе менән дә ҡарарға өйрәтте тормош. Ә уның күҙе менән ҡараниһәң, бөтәһе башҡасараҡ. Сәйәхәткә ҡатындар барырға тейеш ине. Ә һәммәһендә бала: ҡайһыһында — бишәр, ҡайныһында — етешәр; (судьяларға йөҙөн бороп, кемгәлер төрттөргәндәй) беҙҙә бала табыуҙан ауырһынмай әле ҡатын-ҡыҙ... Әпәт идара йыйҙыҡ. Уйлаштыҡ та, сәйәхәт көндәрен эш көндәре итеп иҫәпләргә тигән ҡарарға килдек. Сөнки...

Улин. Кем тәҡдим итте быны?

Һаубан апай. Беҙ был фекерҙе хупланыҡ, шулай булғас...

Улин. һорауға ғына яуап бирегеҙ: кем тәҡдим итте?

Һаубан апай. Беҙ бергәләп хәл иттек.

Яҡупов. Һин, ахырыһы, онотҡанһың, Һаубан. Иҫеңә төшөрәм: Сәғәҙиев тәҡдим итте.

Һаубан апай (ҡапыл тоҡанып, Яҡуповҡа). Ул һис өҙә... ҙен ҡулға алып, судьяларға.) Ул һис өҙә һуҡмай: «Ә былай итһәк, ни эшләй?», «Ошолай һәйбәт түгелме?» — тип кенә һорар ине.

Яҡупов. Ә һеҙ баш эйеп кенә килешер инегеҙ...

Улин. Ҡара диңгеҙгә һеҙ үҙегеҙ барҙығыҙмы?

Һаубан апай. Эйе, мине һайланылар.

Улин ҫәрләндергес йомшаҡ тонда). Идараның был ҡарары енәйәтле булғанын һеҙ әле аңлайһығыҙмы? Һүҙ бер кеше хаҡында түгел — ҙур төркөм хаҡында бара.

Һаубан апайҙың йөҙөн борсоу ала, бер ҡулы менән ултырғыс артына таянып, икенсе ҡулын күкрәгенә ҡуя; тыны ҡыҫылып, Рахмановҡа ялбарып ҡарап ала, унан йөҙөн Ҡәҙриәгә бора, тегеһе урынынан тора.

Рахманов (ҡарсыҡтың хәле мөшкөлләнеүен күреп). Ултырығыҙ.

Үҙен үҙе белештермәгәндәй, Һаубан апай ишеккә табан китә башлай. Ҡәҙриә. Һаубан апай... (Йүгерә-атлай килеп, уны ҡултыҡлап ала.)

Хәлиҙә башын ҡалҡыта. Сәғәҙиев Һаубан апайға күҙ һала.

Рахманов (һәйкәл кеүек ҡатып торған Харисоваға). Харисова, һеҙ колхозсылар менән Ҡара диңгеҙгә барҙығыҙмы?

Харисова (буй бирмәгән төҫтә, бер яҡ ситкә төбәлеп). Барҙым.

Рахманов. Һеҙгә ял ваҡытында эш хаҡы түләндеме?

Харисова. Эйе.

Рахманов. Нисек оформить иттеләр быны?

Харисова. Ҡәҙимгесә — табель төҙөнөләр.

Рахманов. Ниндәй эш күрһәтелде унда?

Харисова. Ниндәй булһын — ер һөрөү.

Яҡупов (танау эсенән көлөп). Диңгеҙ ҡырсынын һөрә...

Улин. Түләү ведомосына кем ҡул ҡуйҙы?

Харисова ҙыраҡ һүҙһеҙ торғас). Хәтерләмәйем.

Улин. Ҡудашев, һеҙ хәтерләйһегеҙме?

Ҡудашев. Юҡ.

Улин. Сәлмәнова, һеҙ ҙә хәтерләмәйһегеҙме?

Ҡәҙриә (урынынан ҡалҡынып). Мин хәтерләйем. Идара ҡарарынан сығып, Сәғәҙиев менән бухгалтер ҡул ҡуйҙы.

Улин (ҡиәфәтендә лә, тауышында ла янау-маҙар һиҙҙермәйенсә, дауам итә). Идара ултырышында һеҙ алып барҙығыҙмы протоколды?

Ҡәҙриә. Мин.

Улин. Эш хаҡын һаҡлауға ҡаршы кешеләр булдымы?

Ҡәҙриә. Булды. Уларҙың береһе бында. ҡуповҡа ымлап.) Яҡупов.

Улин. Ни тине улар?

Ҡәҙриә. Сәғәҙиев, беҙҙең колхозда ун йылдан да кәм эшләмәгән кешеләрҙе генә һайларға, тигәс, өсәү ҡаршы төштө.

Улин. Нисә кеше барҙы Ҡара диңгеҙгә?

Ҡәҙриә. Ҡырҡ.

Улин. Һәм бөтәһенә лә эш хаҡы түләндеме ял ваҡытында?

Ҡәҙриә. Түләнде.

Улин. Сәғәҙиев үҙе барҙымы?

Ҡәҙриә. Эйе, уны һайланылар.

Улин. Ә һеҙ?

Ҡәҙриә. Мине лә һайланылар.

Улин. һәм һеҙ ҙә эш хаҡы алдығыҙмы? (Һүҙҙәрен һалмаҡлап.) Һәм быны законлы тип иҫәпләйһегеҙме?

Ҡәҙриә, уңайһыҙшнып, телдән яҙғандай, ҡатып ҡала. Хәлиҙә, илар сиккә етешеп, уға ҡарап-ҡарап ҡуя.

Минең бүтән һорауым юҡ.

Ҡәҙриә (ҡапыл хәтерләп, Улинға төбәлә, өҫтәлгә ымлай). Материалдар араһында эксперттың фекере булырға тейеш.

Улин. Беҙ уны беләбеҙ.

Икенсе заседатель документтарҙы аҡтара башлай.

Ҡәҙриә. Эксперт, ишетеүемсә, шулай ти: әгәр идара колхозсыларҙың дөйөм йыйылышы раҫлаған бюджетҡа таянып эш итһә, әле тикшерелгән мәсьәләне хәл итеүҙә тулы хоҡуҡлы!

Улин. Икенсе эксперттың фекерен уҡырға рөхсәт итегеҙ. (Документ уның ҡулында.)

Рахманов баш ҡаға. Икенсе заседатель томды яба.

ҡый.) «Идараның ялда булған колхозсыларға эш хаҡы түләү тураһындағы ҡарары законһыҙ. Ялған табелдәр төҙөү колхоз аҡсаһын туҙҙырыу, йәшерергә тырышыу икәнлеген иҫбатлай».

Ҡәҙриә (аптырап, башын эйә). Ҡара диңгеҙгә барыу... председателдең уйлап эшләгән эше ине. Ул тәүәккәллеккә барҙы, һәм был аҡланды. (Башын ҡалҡыта.) Ул быны үткән ауыр йылдар өсөн (ярһып) колхозсыларға рәхмәт йөҙөнән...

Беренсе заседатель. Ҡарағыҙ әле...

Ҡәҙриә. ...Һәм уларға колхоздың төп хужаһы икәнлектәрен тойҙороу өсөн эшләргә тейеш ине!

Харисова. Тап шулай.

Яҡупов (Рахмановҡа). Рөхсәт итегеҙ? (Урынынан күтәрелеп.) Ә, әйтәйек, завод директоры бушлай путевкалар менән, ял ваҡытында ете мең һум дәүләт аҡсаһы иҫәбенә эш хаҡтары ла түләп, эшселәрҙе, инженерҙарҙы ялға ебәрә аламы? Аламы?! Намыҫың бармы һинең? (Ултыра.)

Ҡәҙриә. «Ете мең...» Беҙҙең саф доход был ваҡытта биш миллион һум ине! Күрше колхоздарҙыҡынан ун биш тапҡыр күберәк!

Рахманов. Шаһит Сәлмәнова. Байлыҡ закон боҙорға хоҡуҡ бирмәй әле. Ултырығыҙ. Харисова, һеҙ ҙә. (Микрофонға.) Шаһит Вьюгинды саҡырығыҙ.

Харисова менән Ҡәҙриә үҙ урынына йүнәлә. Таяғына таянып, аҡһап, Вьюгин инә.

Һеҙ һуңлап килдегеҙ, суд коллегияһы һеҙҙе иҫкәртә: судта ялғанлаусы уголовный яуапҡа тарттырыла. Ҡул ҡуйығыҙ.

Вьюгин ҡул ҡуя.

Исемегеҙҙе, эшләгән ерегеҙҙе әйтегеҙ.

Вьюгин. Вьюгин Назар. «Ҡыҙыл нур» колхозының консерва цехы мөдире.

Рахманов. Судҡа консерва цехының нисек ойошторолоуы тураһында һөйләгеҙ.

Вьюгин (маңлай тирен һыпырып). Фронттан мин бер аяҡты ҡалдырып ҡайттым... Пожарник итеп ҡуйғайнылар — был эштең һис ҡыҙығы юҡ. Завклуб итеп күсергәйнеләр — быныһында талантым юҡ. Был ни ғәйеш? Шунан итексегә әйләндем мин. Ятмай ине күңелгә быныһы ла, әмәл ҡалманы: ҡатын йыл һайын бала таба— өлгөр генә. Аҡса аҡмаһа ла тама, йәшелсә баҡсаһы ла бар ине. Ошонан да һәйбәтерәген инде өмөт итмә, тинем үҙемә. Хыялдар ҙур ине, күрәһең, ҡыҫыр булып сыҡты. Йәшермәйем, ныҡ һала инем. Хатта...

Рахманов (асыуы килә башлап). Тарихҡа инмәйенсә мөмкин түгелме?

Вьюгин (уны ишетмәгән төҫтә). Йәшәйем шулай тыныс ҡына, ауылдан ҡасырға йыйынмайым; бер нәмәгә күңел бармай — үлтереп эс боша... Алтмышынсы йылдың яҙында ятам шулай, баш төҙәтеп, уһылдап, шул мәл мине идараға Сәғәҙиев саҡыра. Барҙым. Бер яғында — парторг, икенсе яғында (Ҡәҙриәгә ымлап) — секретарь. «Назар, беҙҙә бер идея тыуҙы», — ти. Эх, туған, тим, идеяларҙан айбарланған замандар бар ине...

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]