Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
unos_pred.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
440.32 Кб
Скачать

Байымов ҡаушаған ҡиәфәттә Сәғәҙиевкә йөҙөн бора.

Кем ғәйепләй ине беҙҙе сәскәләр өсөн? Һеҙ түгелме? Ә беҙ уларҙы аҡса өсөн генә үҫтермәнек. Шулар янында беҙ ҡайғыбыҙҙы тарата, тыныслана, онотолған йырҙарға йәшәү көсө бирә инек... Һәм һәр бер үткән көндө хаҡын белеп оҙата инек. Ниндәй ябай был, ә ниндәй мөһим... Сәскә һәм Йырҙарҙы үҙенең байлығы тип иҫәпләүсе халыҡ — бай халыҡ! Үҙ йырҙарын онотҡан, йырлауҙан туҡтаған халыҡ үҙ ҡөҙрәтен юғалтыуға дусар. (Байымовҡа.) Һеҙ шуны теләйһегеҙме?! «Төп йүнәлештән тайпылдырҙы», — йәнәһе... Беҙҙең климат шарттарында эшләнәһе эштәр, ҡәнәғәтләндерелмәгән ихтыяждар тулып ятҡан саҡта, ҡышын колхозсының эшһеҙ йөрөүенә юл ҡуйыу, крәҫтиән тормошон тик ер эштәре менән сикләү — халыҡҡа ҡаршы заговор менән бер!

Улин. Һеҙ нимә, бында асыуығыҙҙан күҫәк күтәрергә булдығыҙмы?..

Сәғәҙиев (уға төбәлеп). Күҫәк?.. Власть даирәләренең аҡылы тарлығынан ғазапланып һыҙланғанда күтәрелә ул! Аҡылға минең ышанысым ҡаҡшамаған әле.

Улин быға бер ни әйтә алмай.

Күршеләргә минең ярҙам итмәүемдән сығып, беҙ эшләгәндәрҙең барыһын Байымов идеологик яҡтан шик аҫтына ҡуйҙы. Эйе, быныһы дөрөҫ. Ярҙам итмәнем... Йәшәйештең принцибы — һинең тормош кимәлең хеҙмәтеңә бәйле булыуҙа. Ҡулдар тигеҙ. Беҙ, ҡара янып, йыл буйы тир түккән, ә күршеләр түшәмгә төкөрөп ятҡан саҡта, беҙҙе сағыштырмай инеләр; бай йәшәй башлап, Ҡара диңгеҙгә барыу менән, үкерергә тотондолар...

Вьюгин. Ҡорсаңғылар...

Сәғәҙиев. Колхозсыны, крәҫтиәнде тик бер әйбер менән аҙҙырырға мөмкин: ситтән ярҙам итеп.

Харисова. Дөрөҫө шул.

Сәғәҙиев. Беҙ күршеләргә ярҙам итергә теләй инек. Тәжрибәбеҙ менән. Ләкин беҙгә, үҙ юлығыҙҙы пропагандаламаҫҡа, тинеләр. Байымовтың фәлсәфәһе буйынса, йәмғиәт үҫһен өсөн, һәр кем үҙ өлөшөн хәленән килгәнсә, башҡаларҙы ҡыҫымға алмайынса ғына, индерергә тейеш. Беҙ, эште боҙмай, үҙ ыңғайыбыҙға барырға тейешбеҙ...

Ләкин бындай саҡта һин йәмғиәткә ҡулыңдан килгәндең бөтәһен дә бирә алмайһың. Уны кемгәлер пальто йәиһә факел кеүек биреп булмай, сөнки кеше факел түгел, ә торғаны ялҡын!

Закиров ҙалдына). Эйе.

Сәғәҙиев (тауышы баҫыла төшөп). Мин ауыҙ асып һүҙ әйтмәҫкә тип килгәйнем был судҡа. Әйтер һүҙем булмаған өсөн түгел. Ә (колхозсылар яғына эйәк ҡағып) улар телгә килһен өсөн... Шуға күрә баш тарттым адвокаттан. Улар шымып ултырманы, телдәре асылды. Хәҙер мин ҡәнәғәтмен.

Колхозсылар, йөҙҙәре асылып, бер-береһенә ҡарашып ала. Бик алыҫтан йыр һарлыға башлай. Боронғо башҡорт көйө был. (Уйы менән йыраҡҡа киткән төҫтә.)

Үҙ ғүмеремдә мин өс тапҡыр үлем кисерҙем... Тәүләп — ҡырҡ бишенсе йыл һуғышта... Йәл, тинем мин, аҙ йәшәнем. Бер ни эшләп өлгөрмәнем... Ут, мәхшәр эсенән мине йәш кенә ҡыҙ һөйрәп алып сыҡты. Беҙ өйләнештек. Ул минең мәрхүм ҡатыным ине. ҙ ғына тынып.) Икенсе ҡат үлемде мин колхозда, алтмыш дүртенсе йылда кисерҙем. Йөрәктән алды. Аяҡ-ҡулым һыуынғайны инде... Йәл, тинем мин, иртәрәк ине. Әммә ҡайһы бер нәмә эшләп өлгөрҙөм... Яҙмыш мине аяны был юлы ла. (Шым ғына көрһөнөп.) Өсөнсө ҡат үлемде мин биш ай элек, төрмәлә, тәүге көнө кисерҙем, һикегә йығылып, бына-бына аҡылдан шашам тигән ерҙә... иҫтән яҙҙым... Һушыма килгәс, күҙ алдымда сәскә... Эйе, көн хас сәскә атҡан кеүек тыуа ине. Тәүҙә алһыу, унан зәңгәр төҫтә...

Хәлиҙә күҙ йәшен һөртә.

Һәм мин шул мәл үҙ ғүмеремдә осратҡан сая рухлы председателдәрҙе иҫкә алдым... Уларҙың күбеһе, хәҡиҡәтте иҫбатлап, һаулыҡтарын юғалтты... Талантлы ил ағаһы ине улар... Бәлки, беҙҙең хата кешенең дәрәжәһен уның чинына ҡарап билдәләүҙә, үлсәүгә һалыуҙалыр.

Улин. Иптәш председатель, мин категори...

Сәғәҙиев. Минеңсә, чин кеше дәрәжәһе үлсәме түгел. Бындай үлсәм ныҡлап урынлашһа, тормош сикһеҙ ярлыланыр ине. (Түш кеҫәһенән ҡағыҙ сығарған ыңғайҙа.) Үҙ ваҡытында, партияға инер алдынан, мин ғаризама: «...беҙҙең изге идеалдар хаҡына мин үҙ халҡыма хеҙмәт итәсәкмен», — тип яҙғайным. (Ҡағыҙ битен асып, яҙғанының дөрөҫлөгөн тикшергәндәй, уны берауыҡ күҙҙән кисергәс.) Ҡағыҙы һарғайҙы. Ә һүҙҙәре... минең өсөн саф әле лә. (Ултыра.)

Сәғәҙиев ҡапыл бөтөнләй башҡа ҡиәфәттә һынланып, һәммәһенең алдына бар булмышы менән килеп баҫҡан төҫлө. Рахманов башын түбән эйә. Йөҙөнән үк уны шик-шөбһәләр ғазаплауы һиҙелеп тора. Йыр тына.

Улин (гүйә бер ни күрмәҫ булып, урынынан аҡрын ғына тора; хаҡлығының бер өлөшө ҡапыл кителеп төшкәндәй, бер нисә секунд өн-тын сығара алмай, унан, алдындағы ҡағыҙға күҙ төшөрөп, тигеҙ, үҙенә йәлеп иткес тауыш менән һүҙен башлай). Тормошта йыш ҡына... закон һиңә оҡшамаған кеше яғында булып сыға. Һәм киреһенсә лә була. ҙ ғына уйлап.) Мин Сәғәҙиев ғәйепләнгән эштәргә туҡталып тормайым. Бүтән әйбер хаҡында әйткем килә... Шундай хәлде күҙ алдына килтерәйек: беҙ Сәғәҙиевте аҡланыҡ, ти... Ул сағында иртәгә үк... хужалыҡ етәкселәренең законды боҙоп эш итеү тенденцияһы көсәйәсәк. Улар беҙҙең ҡарарға һылтанасаҡ — Сәғәҙиев өҫтөнән суд күптәргә мәғлүм хәҙер. Сәғәҙиевте аҡлап, айырым осраҡта беҙ отабыҙ икән, дөйөм масштабта отолабыҙ... Беҙ быға бара алабыҙмы? (Колхозсыларға.) Ә һеҙ, факттар боҙоп күрһәтелә тип, беҙҙе ғәйепләй алаһығыҙмы? Бәлки, Сәғәҙиев закондарҙы белмәгәндер? Хатта был яҡтан да уны аҡлап булмай. Законды боҙоуын ул үҙе асыҡ итеп әйтте. (Кинәт алға эйелә биреп.) Ни эшләргә һуң, былай булғас? Арттырып түләү, колхозға зыян килтерелеү дөрөҫ, факттар тикшерелгән, ә беҙгә: ғәйепләү өсөн дәлилдәр юҡ, тиергәме?

Һаубан апай ҙ алдына). Әй, Аллам...

Улин ҙен тамам ҡулға алып). Бәлки, Сәғәҙиевкә скидка яһарғалыр? Ә закон кемгә лә булһа скидка яһаймы? Законға ҡаршы эштәрҙе аҡлау бер ҡасан да яҡшылыҡҡа килтергәне юҡ әле. Ә инде хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен танымай, ҡылған эштәренә үкенмәй икән, уны ғәфү итеү — законһыҙлыҡҡа юл ҡуйыу. (Һәр һүҙенә баҫым яһап.) Сәғәҙиевтең бөгөнгө яҙмышы бер мөһим хәҡиҡәтте асыҡлай: законлыҡты инҡар итеүсе кеше ни тиклем талантлыраҡ һәм үҙ хаҡлығына ышанған булған һайын, ул йәмғиәткә күберәк зыян килтереүе мөмкин.

Вьюгин. Бына нисек...

Улин. Юридик яҡтан район халыҡ суды Сәғәҙиевтең эшен дөрөҫ баһалаған һәм, бөтәһен иҫәпкә алып, уны законға ярашлы рәүештә хөкөм иткән. Шуға күрә мин үҙ фекеремдә ҡалам. (Тауышы тағы ла көрәйә төшөп.) Район суды сығарған приговорҙы яҡлаясаҡмын. (Ултырып, ҡағыҙҙарын йыйыштыра.)

Рахманов. Сәғәҙиев, һеҙгә һуңғы һүҙ бирелә.

Сәғәҙиев (урынынан тороп). Мин барыһын әйттем. Өҫтәп әйтер һүҙем юҡ. (Ултыра.)

Рахманов, ҡашын һыйпаштырып, бер мәлгә уйға ҡала. Уның борсоу алған йөҙө колхозсыларҙы ҡурҡытҡан да, өмөтләндергән дә төҫлө. Ул, күҙлеген һалып, алдындағы папканы ҡулына ала һәм урынынан ҡалҡына. Уның артынса заседателдәр һәм ҡалғандар урындарынан тора.

Рахманов. Суд хөкөм ҡарары сығарырға китә.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]