Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
unos_pred.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
440.32 Кб
Скачать

Улин уға тишерҙәй итеп ҡарап ултыра.

Сәғәҙиев (тауышы берсә төшөп, берсә күтәрелеп). Эйе, ғәйепле мин: Тәңре шундай ҡәһәр төшкән холоҡ биргән миңә, ҡайһы саҡта саманан тыш үҙһүҙлеләнеп, берәй ҡуҡыр чиновникка хәҡиҡәтте күҙен сығарғансы әйтәһең дә һуңынан йәлләйһең уны, төн йоҡламай сығаһың, ә иртәгеһен һине нимәлә генә ғәйепләмәй инеләр... Мин председатель булып эшләгән йылдар эсендә беҙҙә район башлығы алты тапҡыр алышынды. Ә һәр береһенең үҙ холҡо, үҙ ҡарашы. Әгәр уларҙың һәр ҡайһыһына яраҡлашҡан булһам, мин күптән хамелеонға әйләнгән булыр инем...

Ҡудашев (гүйә үҙалдына). Шулай итеп өҙәләр ҙә туғанлыҡ бәйләнешен...

Сәғәҙиев. Оҙаҡ эш өҫтөндә бер әйбергә ышандым мин: беҙ үҙебеҙ тейешле юғарылыҡта булһаҡ, халыҡ менән дә барыһы һәйбәт буласаҡ. Әгәр беҙ Закиров менән, бында прокурор кеүек, һәр колхозсының һүҙен бүлдереп, унан һорау ғына алһаҡ, беҙ күп нәмәгә ирешә алмаҫ инек. Беҙҙең колхозда закон бүтәнсәрәк. Һәр кемгә күңелендәгең әйтергә була ине: нимә борсой уны, ул нимә теләй? Һәм аҫтыртын, быш-быш һөйләшеүҙәр туҡтай ине. (Тауышы көрәйеп.) Аҫтыртынлыҡ һәр осраҡта ла асыҡлыҡтан күп мәртәбә яманыраҡ. Асыҡлыҡты, шик-шөбһәне хөрмәт итеү — йәш йәмғиәттең сифаты ул. Һорау биреү ҡеүәһендә, ә яуаптан тайшаныуҙа түгел, тормош хәлен аңлауға ынтылыуҙа, ә бәлә алдында күҙ йомоуҙа түгел, үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәтһеҙлек кисереүҙә, ә үҙ-үҙенән ҡәнәғәт ғәмһеҙлектә түгел был сифаттар.

Беренсе заседатель (суд барышын ҡулға алырға ниәтләп). Һеҙ законһыҙ рәүештә сантехника һатып алыуҙа үҙ ғәйебегеҙҙе таныйһығыҙмы?

Сәғәҙиев. Мин законды боҙоуымды таныйым. Сантехник ҡорамал булыу-булмауы ул йылда беҙҙең колхоздың яҙмышын хәл итә ине. Беҙ алған ҡыҙыу темп тиҙ арала халыҡҡа утын тураһында уйламаҫлыҡ, һәр яҡтан уңайлы йорттар һалыуҙы, балаларға ясле, баҡса төҙөүҙе талап итте. Ҡул ҡаушырып көтөп ултырған колхоздарҙа бөгөн йәштәр таралып бөттө.

Беренсе заседатель. Колхозсыларға законһыҙ эш хаҡы түләүҙә үҙ ғәйебегеҙҙе таныйһығыҙмы?

Сәғәҙиев. Колхозда мин эшләгән тәүге өс йылда... халыҡ бер тин дә ала алманы тиерлек. Тап шул ваҡытта колхоздың ҡырҡлап кешенән торған төп таянысы ойошто. Беҙ уларға, килер ваҡыт — хаҡын ҡайтарырбыҙ, тип вәғәҙә итә инек... Үтте йылдар, беҙ күп әйбергә ирештек. Әлеге беҙ таянған кешеләр минең күҙ алдымда таушалды, сәстәре ағарҙы... сафтан сыға башланы. Вәғәҙәне үтәргә кәрәк ине. (Асыҡ итеп.) Үтәлмәгән вәғәҙә кешенең йәнен боҙа.

Колхозсылар иркен hyлап ҡуя.

Беренсе заседатель (хәлде ҡырҡыулаштырып). Колхозды төп йүнәлештән тайпылдырыуҙа үҙ ғәйебегеҙҙе таныйһығыҙмы?

Сәғәҙиев ҙ ғына уйлап). Был тәңгәлдә ғәйептең бер өлөшөн үҙ өҫтәмә алам.

Улин. «Бер өлөшөн» тигәнде нисек аңларға?

Сәғәҙиев. Тайпылыу — әгәр шулай тип иҫәпләйһегеҙ икән — иптәш Байымовтың күҙ алдында булды.

Яҡупов. Демагогия. (Байымовтың хуплауына иҫәп тотоп, уға ҡарап ала.)

Байымов (Сәғәҙиевкә). Беҙ һиңә иҫкәртмәнекме? Язалар бирмәнекме?

Сәғәҙиев (күҙе төпкөлөндә һалҡын ут балҡығандай итә). Язалар бит шелтәләүҙәр генә ине. Ярҙамсы промыслаларҙы тыйып, һеҙ берәй ҡарар ҡабул иттегеҙме? Ә һеҙҙә ундай власть бар ине. Уң ҡолағыма һеҙ, туҡтат, тип, ә һул ҡолағыма, планды үтә, доходты кәметмә, тип ҡысҡыра инегеҙ. Был миңә бер анекдотты хәтерләтә. Революция ваҡытында бер сауҙагәр, портҡа барып: «Бөтһөн батша! Бөтһөн батша!» — тип ҡысҡыра ла, унан был турала башҡаларға һөйләй. Ә ул пароходтар гудок биргән саҡта ғына ҡысҡыра торған була... Ышан һин уға...

Вьюгин. Гы-гы-гы... (Усы менән ауыҙын яба һала.)

Беренсе заседатель (зәһәрле тондараҡ). Эйе, һәйбәт яҡлайһығыҙ үҙегеҙҙе...

Байымов (урынынан тора, йөҙөнә артыҡ үҙгәреш сығармай, аяусан төҫтә). Мин хөкөм ҡарарына тәьҫир итергә йыйынмайым, бөтәһе лә суд ихтыярында. (Сәғәҙиевкә күҙ һалып.) Тимәк, һин эшләгәндәрҙең барыһы ла законлы... Һәм беҙҙең аңлауҙан юғарыраҡ ине... Шулай тип уйларға хаҡлыһың һин. Тик уйҙырмаға, булмағанды булды, тип раҫларға хаҡың юҡ һинең. (Һалҡын ҡарашы менән Сәғәҙиевте өтөп, ултыра.)

Сәғәҙиев (кипкән иренен ялап алып, тоноҡ тауыш менән). Тимәк, мин — уйҙырмасы... (Байымовҡа төбәлеп.) Үҙ ваҡытында һинең обком инструкторы сифатында беҙҙең районға аттарҙы, шәхси малды бөтөрөргә килеүен, һәм беҙ, йәллә, ая беҙҙе, тип ялбарыуға ҡарамаҫтан, кампанияны шундай һәйбәт үткәреүең, балаларҙы һөтһөҙ ҡалдырыуың уйҙырмамы? Ә хәҙер, мин юҡта, яңынан (йәне үртәлеүҙән ҡалтырана биреп) беҙҙең юртаҡ, спорт аттарын... (сәсәгәндәй, тауышы өҙөлә.)

Закиров. Көс түгеп тапҡан...

Ҡудашев. Ул аттар менән беҙ балаларҙы тәрбиәләй инек!

Сәғәҙиев. «Төп йүнәлештән тайпылған» колхозда хеҙмәт... Промыслалар булмағанда, беҙҙә халыҡ йылына йөҙ илле көн эшләй ине, ә хәҙер өс йөҙ көн эшләй, эскеселек тамырынан ҡоротолдо, ә башҡа колхоздарҙа ҡышын эшһеҙлектән араҡы менән йыуаныу әле дауам итә, беҙҙә йәш мал тәүлегенә бер кило артым бирә, ә башҡа колхоздарҙа өс йөҙ грамм ғына, беҙ кредиттың ни икәнен белмәй инек, ә һинең бүтән колхоздарың унһыҙ йәшәй алмай, беҙҙә бөтә юлдар асфальт, ә ҡалған колхоздарҙа үтә алмаҫлыҡ батҡаҡ, — был уйҙырмамы?

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]