
- •Ун өсөнсө председатель
- •Ҡудашев баш ҡаға.
- •Рахманов баш ҡаға.
- •Хәлиҙә башын ҡалҡыта. Сәғәҙиев Һаубан апайға күҙ һала.
- •Ҡудашев пырхылдап көлөп ҡуя.
- •Йырсы ҡалын тауыш менән йырын аҡрын ғына дауам итә.
- •Йыр тына.
- •Икенсе бүлек
- •Икенсе заседатель Ҡәҙриәгә төбәлгән. Сәғәҙиев башын эйеп кенә тыңлай.
- •Рахманов заседателдәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып ала.
- •Алыҫта орган моңо саҡ-саҡ ишетелә.
- •Зал бер мәлгә тынып ҡала. Һәммәһе бер-береһенә күҙ ташлашып, һәр кем үҙ күңелендәген уйлап ҡуя.
- •Рахманов, уға ҡарап, баш ҡаға.
- •Ҡудашев урынынан тора. Колхозсылар һағая.
- •Байымов менән Сәғәҙиевтән тыш, һәммәһе Закировҡа төбәлә.
- •Алыҫтан күк күкрәүе ишетелә.
- •Яҡында күк күкрәп ҡуя.
- •Рахмановтың ҡашы ҡапыл күҙенә һалынып төшкән төҫлө.
- •Ямғыр шаулай башлай.
- •Харисова икеләнә.
- •Улин уға тишерҙәй итеп ҡарап ултыра.
- •Колхозсылар иркен hyлап ҡуя.
- •Байымов ҡаушаған ҡиәфәттә Сәғәҙиевкә йөҙөн бора.
- •Улин быға бер ни әйтә алмай.
- •Судьялар ишеккә йүнәлә. Башҡалар бер килке ҡуҙғалмай ултыра.
Ун өсөнсө председатель
Драма ике бүлектә
Ҡатнашалар:
Сәғәҙиев.
Ҡәҙриә.
Закиров.
Һаубан апай.
Вьюгин.
Харисова.
Ҡудашев.
Хәлиҙә.
Байымов.
Рахманов.
Улин.
Яҡупов.
Беренсе заседатель. Икенсе заседатель. Секретарь. Ҡыҙ.
Конвойсы.
БЕРЕНСЕ БҮЛЕК
Ҡалын тауыш менән ир кешенең, көсәнмәй генә һуҙып, боронғо башҡорт йырын йырлауы ишетелә. Кеше тормошоноң моң-илһамын, фажиғәһен һәм рух тантанаһын бергә йыйған был йыр күңелгә үтеп ингәс, уға геүләп яҡынлашҡан тояҡ тауыштары, ат кешнәүе, «урат, урат!» тигән һөрәнләү, яңынан көслө ат кешнәүе килеп ҡушыла. Тиҙҙән бөтәһе алыҫлаша.
Ултырыштар залы пәйҙә була. Тәҙрә аша бейек таш йорттарҙың ҡарайсығы, болотло күк күренә.
Уң ҡулда — кәпләнгән ишек. Төптә йәнә бер ишек төҫмөрләнә. Оҙонса өҫтәл артында Рахманов — председатель итеүсе; ул алтмыштан уҙған, ауыр, олпат хәрәкәтле. Уның уң яғында утыҙ йәштәрҙәге мөләйем йөҙлө, ҡупшы ғына кейенгән ҡатын — Беренсе заседатель, һул яғында — ябыҡ, сәсенә сал инә башлаған ҡатын — Икенсе заседатель; әле ул өҫтәлдә ҡатлам-ҡатлам булып ятҡан документтарҙың береһен тикшерә. Артҡы пландараҡ ун һигеҙ йәштәрҙәге ҡыҙ — Секретарь урынлашҡан. Үҙенең өҫтәле артында Ул ин — прокурор. Уға егерме ете йәш, етди йөҙлө, үткер ҡарашлы. Йәнәшәләп Яҡупов урын алған. Илле ете йәштәге был кешенең төҫ-башында хәрби ыҫпайлыҡ һиҙелеп тора. Ул колхозда йәнлек үрсетеү фермаһы мөдире.
Хөкөм ителеүсе эскәмйәһендә Сәғәҙиев уйға сумып, үҙалдына төбәлгән. Текә маңлайын, ҡашы өҫтөндәге яра эҙен иҫәпкә алмағанда, ул бер ере менән дә иғтибарҙы үҙенә тартмай тиерлек. Уға илле ете йәш. Уның артында йәш Конвойсы төҙгә ҡатҡан. Залдағы ултырғыстарҙың береһендә, башын баҫып, ҡырҡтан уҙған ҡаҡса һынлы Хәлиҙә ултыра.
Рахманов (йомшаҡ, етди тауыш менән ғәйепләү актын уҡыуын дауам итә). ...Һәм шулай итеп, уның ғәйебе иҫбат ителгән тип табылды. Алдан тикшерелгән материалдар нигеҙендә Сәғәҙиев Морат Гәрәй улы РСФСР Уголовный кодексының туҡһан икенсе статьяһының өсөнсө бүлеге һәм йөҙ ҙә етмешенсе статьяһының икенсе бүлеге буйынса ғәйепләнә. (Күҙлеген һалып.) Хөкөм ителеүсе.
Сәғәҙиев урынынан тора.
Ни нәмәлә ғәйепләнеүегеҙ аңлашыламы һеҙгә?
Сәғәҙиев. Аңлашыла.
Рахманов. Үҙегеҙҙе ғәйепле итеп таныйһығыҙмы?
Сәғәҙиев. Шаһиттарҙан һорау алмай тороп, әлегә яуап бирә алмайым.
Рахманов. Әйтегеҙ әле шулай ҙа: ниңә һеҙ адвокаттан баш тарттығыҙ?
Сәғәҙиев. Ғәйепле икәнмен, адвокат миңә ярҙам итмәйәсәк.
Рахманов. Әммә район судында бит һеҙҙең адвокатығыҙ булған. Нимә, ул насар яҡланымы?
Сәғәҙиев. Юҡ, насар тип әйтә алмайым...
Рахманов. Улайһа, эш ниҙә һуң?
Сәғәҙиев өндәшмәй.
Беренсе заседатель. Бәлки, биш ай ултырған арала һеҙ ниҙер аңлағанһығыҙҙыр?
Сәғәҙиев (ҡапыл һарыуы ҡайнауҙан үҙен саҡ тыйып). Нимә эшләргә кәрәклеген түгел, ә нимә эшләргә кәрәкмәгәнлеген аңланым.
Рахманов уға һынаусан һөҙөп ҡарай.
(Тыныслана төшөп.) Эшләнгән эш — эшләнгән. Ә һеҙҙең эшегеҙ — хөкөм итеү.
Таяҡҡа таянып, ашығып, Вьюгин килеп инә. Ул илле ете йәштә, мөһабәт кәүҙәле, пинжәге ҡайтармаһында — Ҡыҙыл Йондоҙ ордены.
Вьюгин (көр тауыш менән), һаумыһығыҙ, иптәштәр! Һуңланым, ғәфү итегеҙ. Бөтәһенән алда килгәйнем дә, төнөн теш һыҙларға тотондо — иртәнсәк ауыҙҙы асып булмай. Сиратта тороп, теште һурҙырғансы...
Рахманов (аптырап), һеҙ кем?
Сәғәҙиев ултыра.
Вьюгин (һынын турайтып). Назар Вьюгин... Элгәре — Ҡара диңгеҙ флоты матросы, хәҙер — «Ҡыҙыл нур» колхозының консерва цехы мөдире. Шаһит итеп саҡырҙыл...
Рахманов. Сығып тороғоҙ. Кәрәк булғанда саҡырырҙар.
Вьюгин (Сәғәҙиевкә күҙ һалып). Төҫ-башың һис борсолмаған. Ҡылдың эште ҡылғансы — ял ит хәҙер туйғансы. (Протезын шығырлатып, сығып китә.)
Рахманов. Иптәш прокурор, суд тәртибе буйынса һеҙҙең фекерегеҙ?
Улин. Минеңсә, башта хөкөм ителеүсенән һорау алырға кәрәк.
Рахманов. Гражданский истец?
Яҡупов. Прокурорҙың фекеренә ҡушылам.
Рахманов. Хөкөм ителеүсе, һеҙҙең фекерегеҙ?
Сәғәҙиев (урынынан тора). Тәүҙә шаһиттарҙан һорау алырға кәрәк. (Кире ултыра.)
Рахманов (заседателдәр менән тиҙ генә кәңәшләшеп). Суд коллегияһы, суд тикшереүен шаһиттарҙан һорау алыуҙан башларға, тип ҡарар итте. (Алдындағы микрофонға.) Шаһит Ҡудашевты саҡырығыҙ.
Залға Кудашев инә. Уның йәше — утыҙ менән ҡырҡ араһында, тәпәш буйлы, йомро киң маңлайлы.
Һеҙгә иҫкәртәм: судта ялғанлаусы уголовный яуапҡа тарттырыла.