Бәхет Ҡояшы.
«Нимә ул бәхет ?»тигән һорауға тиҙ һәм тәғәйен генә яуап биреп булмай. Үтә киң дә, ҡатмарлы ла ,оло ла төшөнсә ул…Эйе, һәр кем бәхетте үҙенсә аңлай: берәүҙәр - эш бөтә аҡсала, бәғзеләр- һаулыҡта, ҡайһылары доньяла барлығында һ.б Бәхетте һәр кем үҙенсә белә, үҙе туҡый , хасил итә , баһалай, ҡәҙерләй һәм ниһәйәт, һәр кем бәхеткә өмөт итә.
Был муйыл күҙле ҡара һылыуҙың донъяға килеүе бәхет булғандырмы, ғилем эҙләп белем артынан белем яулауы бәхет төшөнсәһелерме , уның ҡулында белем тауҙарында үрләгән төрлө быуын балаларына мөғөллимәләре йөҙәндә бәхет йылмайғанмылыр, Миндеғәле атлы ир –уҙамандың юлына тәл булып , 4 бала, 4 етемғә ”әсәй „ тип ауыҙ тултырып әйтеү мөмкинлеген бирғән Ғәйшә инәй - мөғөллимә үҙе бәхет төшөнсәһен илтеүсеме –тәғәйен ғенә әйтеүе лә ҡыйын.
Әммә нисек кенә булмаһын , Йомағолова Ғәйшә Ниатшә ҡыҙының тотош тормош юлын бәхетле тип ҡылыҡһырларға ,үҙен баш хәрефтән «Бәхет ҡояшы» тип нарыҡларға мөмкин .
Ғәйшә Ниатша ҡыҙы Йомағолова әсәйһеҙ ҡалған 4 сабыйға бына тигән әсәй ҙә була әле ул.Ул килгәндә сабыйҙарҙың иң өлкәне Гәрәй 16-сы йәше менән барһа , кесеһе 8-се йәш менән барған була. Бәғзе берәүҙәр үҙ балаларына ла тейешле тәрбиә биреп, тәртипкә өйрәтә алмағанда Ғәйшә Ниатша ҡыҙы Миндеғәлеһенең 4 балаһын да үҙенекеләй күреп ярата, күңел йылыһын биреп тәрбиәләй, үҫтерә, киәсәккә әҙерләй.Балалар ҙа унан ситләшмәй –тиҙ үк ылығып китәләр, әсәй тип өҙөлөп торалар. Йомағоловтарҙың әсәйһеҙ – ҡотһоҙ ҡалған өйөнә ҡот булы яғыла, был нигеҙҙә таштай бата Ғәйшә инәй.
Яҙмамды бәхет һүҙе менән башлағайным, ул һорауҙы мин мәҡәләм геройына ла бирмәй ҡалманым, әлбиттә;
-Ғәйшә инәй , һеҙ бәхетлеме?
-Эйе,бала саҡ ашҡа, кейемгә туймай үтһә лә, мин бәхетлемен.Әгәр ҙә миңә ергә яңына тыуыу,ерҙә йәшәү форсаты бирелһә, мин һис икеләнмәй, үткән тормош юлымды ҡабатлар инем.Бала сағым,йәшлегем яңғыҙ үтһә лә, мин ҡартлыҡта бәхетлемен.Янымда әсәй тип өҙөлөп торған ,тыуған тупһаларына тартылып,олоғайған көнөмдә ярҙамдарынан танламағн 4 балабыҙ, 12 ейән-ейәнсәрҙәребеҙ бар .Мин ирҙән уңдым –уның алтын аҡылы тормош юлымда бөткөһөҙ хазина һандығы булды,балаларымдан уңдым-аңлап торалар, игелекле-изгелеклеләр ,гел кәңәш-төңәш итеп торалар. Уҡытҡан балаларымдан уңдым-әле булһа килеп хәл белеп,рәхмәт әйтеп торалар,эшемдән уңдым- ваҡытында һәм тейешле баһалай белделәр,эшем менән кеше булдым…
Эйе,бәхет төшөнсәһен оло йәштәғе оло уҡытыусы ана шулай аңлай һәм аңлата.Ә был осраҡта , күреүенсә, өйгә эшкә , ата -әсәләрҙән һорарға урын ҡалмай.
Ҡушымта № 4
1.2. Ижад миҙгелендә.
Берәм – берәм һүтеп хәтер ебен
Барам әле алыҫ йылдарға
Теҙәм әле йәшлек яҙымды ла
Шанлы йылдарҙы ла юлдарға Утыҙ бишенсе йыл-февраль төнө
Һауа ярып сабый илаған
Йәш әсәнең һәм дә йәш атаның
Шатлығының сиге булмаған
Йәш ғаиләнең тәүге ҡарлуғасы
Һөрән һалып исем даулаған
Был баланың исем – аты итеп
Ғәйшә – йәшәү исеме һайлан
ХЕҘМӘТТӘ
- ХӨРМӘТ
Барлайым да уҙған ғүмеремде
„Бәхетлемен,” – тиһәм,Хоҙай булыр
Ай- ҡояшлы булды күңелем,
Хеҙмәт тойоп үтте ғүмерем.
Ғүмер бит ул иҫкән елдәр кеүек,
Ҡөҙрәтем юҡ уны тыйырлыҡ .
Уҙған ғүмерем оҙон тойолһа ла
Бер йыр эстәренә һыйырлыҡ
Миҙгелдәр.
Тәбиғәттең миҙгелдәре:
Ҡышы, яҙы ,йәйе ,көҙө-
Ҡабатланыр һәр йыл һайын
Ер шарыбыҙ иҫән булһа әле!
Кешеләрҙең миҙгелдәре:
Бала, ғүмер ,нығынған саҡ һәм дә ҡартлыҡ
ҡабатланмай –тип әйтәләр
Булмай уны һуҙып-тартып.
Төндәр килеп тора кистәр аша
Көндәр килеп тора тау аша
Ағас баштарынан килә ҡаза
Үлемһеҙлек килә дан аша.
* * *
Бала саҡта биргән һорауҙары:
-Йә,ҡыҙыҡай,үҫеп буламы?
Йәш-елкенсәк саҡта һорауҙары:
Ҡайһы егет ҡулың һораны?
Бөгөн килеп бар белгәндәре:
-Нихәл,туған , буламы ҡартайып?
Сәс ағарһын,йөҙҙө һырҙар баҫһын
Тик ,йөрәгем,тойма,ҡартайыу
