Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
9 класс.doc
Скачиваний:
106
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
208.9 Кб
Скачать

Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу буйынса ҡайһы бер методик кәңәштәр

Уҡытыу урыҫ телендә барған мәктәптәрҙә балаларҙы башҡортсаға өйрәтеүҙе махсус методик күрһәтмәләр булмау сәбәпле был урында проблема буйынса ҡайһы бер методик кәңәштәр тәҡдим ителә.

Бәйләнешле текст өҫтөндә лә эшләйҙәр: әҙәби әҫәрҙәрҙең төрҙәрен (хикәйә, шиғыр) практик айыра алыу, халыҡ ижады әҫәрҙәре (әкиәт, йомаҡ, мәҡәл) менән практик танышыу, текстың йөкмәткеһе буйынса һорауҙар биреү, уның төп темаһьш һәм фекерен билдәләү, персонаждарға үҙ ҡарашын белдереү, текстағы элементар һүрәтләү сараларын табыу һәм мәғәнәләрен асыҡлау, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу кеүек күнекмәләр алалар.

Һәр синыфта балалар үҙҙәре таныш йәки танышасаҡ әҙәби-музыкаль әсәрҙәрҙең ижадсылары — композиторҙар, шағирҙар, яҙыусылар, рәссамдар, артистар тураһында белешмә алалар.

Икенсенән, дәрестәрҙә ниндәй генә эш башҡарылһа ла, уҡыусыларҙың башҡорт өндәрен фонематик ишетә алыу һәләтлеге формалаштырыуға ҙур иғтибар бүленергә тейеш. Билдәле бер өндө әйтеү, уны башҡа ижек һәм һүҙҙәрҙән табыу, өндөң һүҙ мәғәнәһенә йоғонто яһау үҙенсәлеген күрһәтеү мөһим. Сөнки фонематик ишетеү һәләтлеге уҡыусының һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу күнекмәләренең нигеҙен тәшкил итә. Башҡорт телендә дөрөҫ яҙылыш фонетик-фонематик принципҡа ҡоролған: күпселек һүҙҙәр башҡорт телендә нисек ишетелә — шулай яҙыла.

Өсөнсөнән, дәрестәрҙә башҡорт теленең сингармонизм законына буйһоноуын практик рәүештә күрһәтеү һәм төшөндөрөү талап ителә. һуҙынҡылар бөтәһе лә — ҡалынмы ул, нәҙекме барыбер һүҙҙең бөтә ижектәренә лә йоғонто яһай.

Дүртенсенән, билдәле булыуынса башҡорт телендә ябыҡ ижектәр өҫтөнлөк итә (ат, эт, ҡош, көс, күҙ, сәс, ҡаш һ.6.). Ябыҡ ижектәрҙе уҡыу балаларға еңелерәк ,тә, сөнки кешенең күреү яланы (поле зрения) ижектәге, һүҙҙәге хәрефтәр йүнәлешендә бара. Мәҫәлән, мәк һүҙен уҡырға кәрәк, ти. Был осраҡта хәрефтәрҙе күреү хәрәкәте иң элек м хәрефенә төшә. Ләкин уның ҡалынмы, нәҙекме икәнен белеп тә, уҡып та булмай. Бының өсөн уның эргәһендәге һуҙынҡыға күҙ ташларға кәрәк. Был хәрәкәт [м] өнөн әйткәнгә тиклем эшләнә. һуҙын ҡының нәҙек икәнен күргәс, [м] өнөн нәҙек итеп әйтеп, һуҙынҡыны ҡушып мә-ә-ә тип һуҙып әйтәбеҙ, аҙаҡтағы [к] өнө өсөн — сингармонизм законы эшләй.

Юғарыла әйтелгәндәрҙән сығып, күреү хәрәкәтен түбәндәгесә күрһәтергә мөмкин булыр ине:

Ябыҡ ижектәрҙә: а т, э т, а ш, ү ҫ ә һ.б.

Асыҡ ижектәрҙә: мәк, көс, таш, күрҙеләр һ.б.

Әйтергә кәрәк, бөтә схемалар кеүек үк, был схема ла бик шартлы, әммә ул күреү хәрәкәтен дөрөҫ сағылдыра. Бынан шул килеп сыға: балалар тәүҙә ябыҡ ижектәрҙе өйрәнергә, тик шунан һуң ғына асыҡ ижектәргә күсергә тейеш. Һүҙҙәрҙе ана шулай, өндәрҙе дөрөҫ әйтеп, ижекләп уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү маҡсатҡа ярашлы. Сөнки башҡорт телендә уҡыу ҙа, яҙыу ҙа ижектәр системаһына нигеҙләнә. Быны комментарийлы яҙыу процесында асыҡ күрергә була.

Бишенсенән, Башҡорт теле агглютинатив телдәр системаһына ҡарай, йәғни һүҙҙәр яһағанда ла, уларҙы бер-береһенә бәйләгәндә лә һүҙҙең тамырына төрлө ялғауҙар ҡушыла. һәм һәр бер ялғау билдәле бер мәғәнәне бирә. Быны рус һәм башҡорт телендәге миҫалдарҙа сағыштырып күрһәтергә була: мәҫәлән, книги һүҙендә и ялғауы бер үк ваҡытта килеш мәғәнәһен дә, күплек мәғәнәһен дә, род мәғәнәһен дә белдерә. Ә башҡорт телендә бындай мәғәнәләрҙең һәр береһе үҙенә бер төрлө ялғау менән бирелә: китап-тар (күплек), китаптар-ға (килеш), китаптар-ым (эйәлек) һ.б.

Һүҙҙәргә ижектәр (ялғауҙар) ҡушылған һайын, һүҙ баҫымы һуңғы ижеккә күсә бара: бала — балалар — балаларҙы — балаларҙыҡы һ.б. Ошо уҡ норма рус телендә баҫым һуңғы ижеккә төшкән һүҙҙәргә лә ҡағыла: магазин — магазиндар — магазиндарҙа — магазиндарҙағы һ.6., ләкин парта — парта-лар — парталарҙы һ.б.

Бынан шул килеп сыға: һүҙ, һөйләм һәм текст өҫтөндә әшләгәндә, ялғауҙарҙың ошо үҙенсәлектәрен күрергә, аңларға, ҡулланырға өйрәтергә кәрәк. Мәҫәлән: Китап өҫтәлдә ята һөйләмен тикшерергә кәрәк икән, ти. Был саҡта уҡыусының фекер ағышын түбәндәгесә самаларға мөмкин: һөйләмдә билдәле бер эш, уны башҡарыусы, эштең үтәлеүе һәм ваҡыты тураһында һүҙ бара. Эште башҡарыусы һүҙ (китап) предметты белдерә. Ул — бер (күп түгел) предмет. Эште ята һүҙе белдерә, эш менән һөйләү ваҡыты тап килә (хәҙер), был һүҙ эш башҡарыусының берәү икәненә лә ишара яһай. Өҫтәлдә һүҙе эштең урынын белдерә, шул уҡ ваҡытта был һүҙ (өҫтәл) предмет атамаһын, уның берәү булыуын да аңлата.

Дөрөҫ, тәү ҡарашта бындай фекерләү уҡыусы өсөн ҡатмарлы тойола. Әммә телмәрҙең тәбиғи ағышы һәм уны аңлау юлы ошо йүнәлештә бара. Уҡыусылар тел берәмектәрен уларҙың мөғәнә йөкмәткеләре яғынан төшөнә, телде һиҙемләү һәләтлеген үҫтерә.

Алтынсынан, һүҙҙәрҙең мәғәнәләре менән бер рәттән, уларзың һөйләмдәге тәртибе тураһында ла белешмәләр бирергә кәрәк. Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең нығынған урыны бар. Эйә, ғәҙәттә, һөйләмдең башында, ә хәбәр — аҙағында килә. Башҡорт теленең ошо үҙенсәлеген белмәгән йәки телмәрҙә күҙәтмәгән уҡыусылар хәбәрҙе, рус теленең нормаһы буйынса, эйәнән алға ҡуялар. Башҡорт теленең ошондай үҙенсәлектәре буйынса эштәр башланғыс синыфтарҙа ғына түгел, юғары кластарҙа ла дауам ителә.

Етенсенән, бәйләнешле телмәр үҫтереү проблемаһы һәр класта ла иғтибар үҙәгендә тора. һөйләү телмәрен үҫтереү эштәре бөтә кластарҙа ла, бөтә дәрестәрҙә лә әҙәби әҫәрҙәр өҫтөндә эшләгәндә лә, грамматик материал менән эшләгәндә лә башҡарыла. Билдәле, уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләрен иҫәпкә алыу мотлаҡ.

Балаларҙың яҙма телмәрен үҫтереү буйынса эштәр махсус ойошторола торған дәрестәрҙә үткәрелә. Был йәһәттән төрлө диктанттар, изложениелар, иншалар һәм башҡа ижади эштәр күҙ уңында тотола. Бындай эштәрҙе урыҫ телле мәктәптәрҙә, башҡорт мәктәптәренән айырмалы рәүештә, ныҡлы әҙерлек менән үткәрергә кәрәк. Мәҫәлән, диктант яҙыу алдынан, текст уҡылғандан һуң, унда кем (нимә) тураһында һүҙ барыуы, ниндәй һүҙҙәр аңлашылмауы тикшерелә. һөйләмдәрҙе берәмләп яҙыу алдынан уны уҡыусылар бер нисә тапҡыр ҡабатлай, таҡтаға яҙып ҡарай. Тик шунан һуң ғына һөйләмдәр әкрен генә әйтеп яҙҙырыла.

Синыфтың үҙенсәлегенә, балаларҙың әҙерлегенә ҡарап, диктант буйынса грамматик эштәр ҙә тәҡдим итергә мөмкин, әммә унда ебәрелгән хаталар баһаға йоғонто яһамай. Юғары синыфтарҙа ла диктант яҙыу методикаһы бер ни тиклем ябайлаштырыла ала.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]