6 Март — 7 май 1966 Өфө — Переделкино
Урал урманы
Әхмәт Лотфуллингә
О Рембрандт — бөйөк әүлиә һин, Күрһәң икән Урал урманын, Керһәң икән уның төпкөлөнә, Рәнйемәҫ тә ине ҙур даның!.. Хайран ҡалып ҡарап торор инең Ҡарағайҙың һәр бер быуынын, Һәр бер быуынында ҡарағайҙың Тылсымлы бер һүрәт тыуыуын. Ҡарағайҙар һәм беҙ ҡырағайҙар, Бергә үҫтек, бергә шауланык. Сәнғәт серен, юҡ, һүрәттән түгел, Тәбиғәттән генә яуланыҡ. Эй, тәбиғәт, бармы һиндәгеләй Шундай оло сәнғәт донъяла? Ҡосағыңа алһаң, беҙ әле лә Һинең алда — сабый бер бала. Индермәне беҙҙе залдарына Эрмитаждар һымаҡ һарайҙар. Тик ботаҡтар уйымынан беҙгә Әҙәм күҙкәйҙәре ҡарайҙар. Быуын-быуын булып тарих ҡарай, Ҡанлы-данлы халҡым тарихе. Батыршаның ҡанмаҫ үсе ҡарай, Салауаттың һынмаҫ рухы. Күңел күҙең һинең һукыр булһа, Маңлай күҙең — ботаҡ тишеге. Мәңге йәшел тормош ағасына Күңел күҙең менән кил, кешем. Һин күрерһең унда ғалимде лә, Залимде лә — Тәфкил, Батыйҙы — Бер әсмүхә сәйгә ерен һатҡан Әпкәләйҙе йәки һантыйҙы. Барыһы бар тормош ағасында, Быуындарҙы быуын тыуҙырған. Батырҙарҙан батыр тыуған ерҙә, Ҡурҡаҡтарҙан ҡурҡаҡ уҙҙырған... Соғоллоҡта бына тиңһеҙ сәсән Йөҙ һырҡайы, гүйә, урайы. Мәңгелектең, гүйә, көйөн түгә Ҡулдарына алған ҡурайы... Урал батыр Аҡбуҙатын менеп, Замандарҙан саба заманға. Йәншишмәһен бөркөп тереклеккә, Фауст ише ергә ул баға. Шаула-шаула, Урал урманҡайы, Сығам һинән нурға төрөнөп, Үҙ-үҙемә мәхлүҡ бер көйөк тә, Хатта бер бөйөк тә күренеп. Ҡарағайға ҡарап, мин сафланып сығам, Уйҙарыбыҙ беҙҙең — уртаҡтар. Һәр быуынға ҡояш нурын биреп, Тик аҡыллы үлгән ботаҡтар. О Рембрандт — бөйөк күрәҙәсе, Күрһәң икән Урал урманын, Керһәң икән беҙҙең сал тарихкә, Ҡулдан төшмәҫ ине ҡоралың!..
22/XI.69, 18/VI.71
Таш сәскә (Баллада) Мөғжизә юҡ, тиҙәр, мөғжизә бар: Әкиәттә түгел — тормошта. Үҙ күҙҙәрең менән күрмәй тороп, Ышанмайһың уға тәү башта. Мин Мәскәүҙә ҡарап йөрөгәндә Сикһеҙ хазинаһын халыҡтың, Күҙ алдымда, күҙҙең яуын алып, Ғәжәйеп бер сәскә ҡалҡты. Мең-мең сәскәләрҙән күркәмерәк, Ем-ем нурын һирпә тажынан. Ышанманым уны таш тигәнгә, Яһалһа ла Урал ташынан!.. Кем үҫтергән һине шулай итеп? Был ергә һуң һине кем сәскән? — Ҡайҙа тамырың? — тип һорағас мин, Телгә килде аҫыл Таш сәскә: — Күк Уралда күкрәп тамыр йәйҙем, Үҫтерҙе, ти, тыуған тупрағым. Ил бәхете — күркәмлегем минең, Ил йәшлеге — йәшел япрағым. Шуға ла мин бөгөн ил түрендә Шиңмәҫ сәскә булып ҡалҡындым: Ташты ла бит сәскә аттырырлыҡ Ғәжәп ҡулдары бар халҡымдың!
1956
Әсәм ҡулдары Аямағас донъя сабый саҡты, Ун етелә мине тапҡанһың да, Мин етелә — Шартау битендә — Тәүге ҡабат бергә бесән саптыҡ... Шул көн иҫеңдәме һинең, әсәй? Шул көн минең һәр саҡ иҫемдә. Моңланып бер кәкүк саҡырғанда, Үҙең янып бирҙең салғымды. Тыуып ҡына килгән ҡояш нуры Үҙ салғымда уйнап сағылды. Һин эргәмдә ҡарап торҙоң, әсәй, Көлөмһөрәп минең һелтәүгә, Тик маҡтаған булдың, дәртләндереп, Юнле сапмаһам да мнн тәүҙә. Үҙ ҡулдарың менән күрһәттең һин: «Тарыраҡ ал, — тинең, — алдыңды, Ипләп кенә өйөрөп сап шулай, Йөҙөн йәнсеп ҡуйма салғыңдың!..» Һыуҙай алып китте кескәй салғым, Сәскәләрҙең ғүмере ҡыйылды. Ысыҡтары тамғас мөлдөрәшеп, Улар илашҡандай тойолдо. Һин һоҡланып ҡарап тора инең Артта ҡалған йәшел эҙемә. Йылмайһаң да үҙең, йәш тулғайны Һинең дә бит, әсәй, күҙеңә: «Атайың да шулай саба ине — Был саҡлы ла оҡшар икәнһең!..» Тик күрмәне атай был эҙҙәрҙе, Юҡ ине ул — яуға киткәйне... Шул эҙҙәрҙә ине башланыуы Кескәй генә хеҙмәт юлымдың. Ул саҡ, әсәй, белмәй инем эле Алтын икәнлеген ҡулыңдың!
1953
